Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! йәки Минең башҡорттар! — башҡорт яҙыусыһы Мифтахетдин Аҡмулла әҫәре. Прогресҡа, йәмғиәт үҫешенә юлды шағир мәғрифәтселектә, белемгә эйә булыуҙа, практик тормошта кәрәк булған эштәргә өйрәнеүҙә күрә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XX быуат башында әҙәби гимн йыры, шиғри мөрәжәғәт йәки шиғри хат[2] һымаҡ Ғәрәп яҙмаһына таянған иҫке төрки телендә яҙылған. Беренсе тапҡыр 1931 йылда баҫыла. Башҡорт мәғрифәтсеһе Закир Шакиров уның авторы Аҡмулла тип иҫәпләй.[3]

Был әҫәр, Аҡмулла дала яҡтарында, башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында ил гиҙеп, балалар уҡытып йөрөгәндә яҙылған.

Шағир, Салауат Юлаевтан ҡала беренсе тапҡыр, халыҡҡа «Минең башҡорттарым!» тип мөрәжәғәт итә[4]. 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа шиғыр әүҙем рәүештә популярлаша һәм шағирҙың портреты менән бергә башҡорт гимназияларына ингән ерҙә урынлаштырыла.

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк! М. Аҡмулла‎

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.lib.csu.ru/vch/094/101.pdf 2019 йыл 1 апрель архивланған.
  2. [ http://kitap.net.ru/kunafin.php#akk ]
  3. Л. З. Шакирова. Диалектологические экспедиции З. Ш. Шакирова. Опубликовано в сборнике: Актуальные проблемы диалектологии народов России
  4. Татарская электронная библиотека: Мифтахетдин Акмулла 2019 йыл 14 май архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]