Башҡорттарҙа туғанлыҡ атамалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарҙа туғанлыҡ атамалары

Башҡорттарҙа туғанлыҡ атамалары — әңгәмәсегә мөрәжәғәт итеү һәм туғанлыҡты белдерер өсөн хеҙмәт иткән туғанлыҡ терминдары йыйылмаһы[1]

туғанлыҡ мөнәсәбәттәре йәйләүгә сығыу менән бәйле малсылыҡ хужалығы өҫтөнлөк иткән шарттарҙа барлыҡҡа килгән һәм үҙенсәлекле ижтимағи-мәҙәни традицияларға бәйле булған. Йәшәп килгән ырыу-ара һәм ғаилә-никах мөнәсәбәттәренең үҙенсәлектәренә тура килтерелгәнлектән, күп ҡатлылыҡ менән айырыла[2].

Туғанлыҡ атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙың туғанлыҡ системаһында эҙмә-эҙлекле:

— ҡан-ҡәрҙәшлек буйынса туғанлыҡ бүленеше,

никах характеры йәки ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ системаһы буйынса бүленеше,

ту­ған‑тыумаса, туған, зат‑ырыу, ҡәр­ҙәш тигән дөйөмләштерелгән терминдарҙан башҡа, енес билдәләре менән,

— ҡайһы бер осраҡта ата-әсә яғынан туғанлыҡ, ҡорҙаш булыу иҫәпкә алына.

— өндәшеүсенең йәше, енесе һәм уның туғандары буйынса.

Шулай уҡ туғанлыҡ терминдарының күбеһе күмәк мәғәнәлә әйтелә — айырым ғаилә сиктәренән сыҡҡан күп туғандарҙы үҙ эсенә ала.

Башҡорттарҙа туғанлыҡ системаһына быуындарҙы баҫҡыстарға бүлеп һанау хас: бер туғанлыҡ баҫҡысына ике быуын вәкилдәре — нәҫелдәге иң оло кешеләр өҫкө өлөштә һәм уларҙан һуң үҫеп килеүсе артабанғы быуын — аҫҡы өлөштә.

1-се баҫҡыстағы туғанлыҡ бүленешенә иң өлкән бер туған ағайҙар, ҡустылар, ата-әсәйҙең бер туған ҡустылары (ағай, ағый, абзый, абый), уларҙың ҡатындары (еңгә), туған балалары (племянники), өлкән бер туған апайҙары, кесе һеңлеләре (апай), уларҙың ирҙәре (еҙнә) ҡарай.

2-се баҫҡысҡа — атай (атай, әтәй, әткәй), әсәй (әсәй, инәй, әней) ҡарай.

3-сө баҫҡысҡа — атайҙың һәм әсәйҙең өлкән ағайҙары, олатай (бабай, апай, дәү әтей, ҙур әтәй) һәм өләсәйҙең ҡустылары, атай менән әсәйҙең өлкән апайҙары, олатай һәм өләсәйҙең кесе һеңлеләре (инәй, әбей) ҡарай. Аҫҡы баҫҡысҡа ҡустылар (энеләр, мырҙалар, туғандар), бер туған апайҙары һәм һеңлеләре (ҡарындаш, һылыу — ирҙәр мөрәжәғәте буйынса). Ҡайһы бер һөйләштәрҙә бөтә кесе туғандарға ла, үҙенән йәшерәк башҡа кешеләргә лә иркәм тип өндәшеү бар.

4-се баҫҡысҡа — олатай (ҡартатай, ҡарт­тай, ҙур әтәй), өләсәй (ҡартәсәй, ҡарт­нәй (кәтәй), нәнәй, ҡартый, ҡарсәй, әзәй).

5-се баҫҡысҡа ҡарт олатай (ҙуратай, ҡартатай), ҡарт өләсәй (ҙуринәй, ҡартәсәй, ҡарт­өләсәй, ҡартнәнәй) һәм уларҙан өлкән туғандар ингән[3].

Уларҙан һуң килгән 1‑се баҫҡыста бер туған ҡустылар, бер туған һеңлеләр, ир кешеләр йыш ҡына — ҡәрендәштәр тип мөрәжәғәт итә.

Уларҙан һуң килгәндәре:

1‑се баҫҡыста бер туған ҡустылар (эне, мырҙа, туған) һәм бер туғанының балалары (племянники), бер туған һеңлеләр һәм туғандарҙың ҡыҙҙары — ҡәрендәштәр (һеңле, ҡарындаш, ир кешеләр һылыу тип мөрәжәғәт итә).

2‑се баҫҡыста — балалар: ул, ҡыҙ, ейәндәр һәм кесе туғандарҙың балалары һәм ейәндәре тора. Уларҙан һуң килгән баҫҡыстағы ҡәрҙәш ҡыҙ туғандарҙың ирҙәренә кейәү (зять), ир туғандарҙың ҡатындарына килен (сноха) тип мөрәжәғәт иткәндәр. Шулай уҡ ата-әсәләре йәки балалары йәшәгән быуынға тура килгән бар кешегә лә «ағай», «апай», «улым», «ҡыҙым» мөрәжәғәт итеү ғәҙәте булған.

Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ бүленеше ҡан-ҡәрҙәшлек бүленешенең билдәле бер үҫеше осоронда барлыҡҡа килгән һәм уның һөҙөмтәһендә ир (кейәү) һәм ҡатын (бисә) яғынан булған туғандар исемлеге байтаҡ ҡына кимәлдә уның төҙөлөшөн ҡабатлай.

Ир һәм ҡатындың бер-береһенә, шулай уҡ хәләл ефетенең ата-әсәһенә исемдәре менән мөрәжәғәт итеү ғәҙәте булмаған. Ҡатын иренә — «атаһы», ир ҡатынына — «әсәһе» тип мөрәжәғәт иткән.

Был туғанлыҡ бүленешенең 1‑се үҫә барған баҫҡысына — хәләл ефеттең ата-әсәһе яғынан өлкән бер туған ағайҙары — ҡайнаға, шулай уҡ уларҙың ҡатындары (ир кеше мөрәжәғәт иткәндә — ҡайынеңгә, ҡатын кеше — еңгә тигән.

Хәләл ефеттең ата-әсәһенең бер туған апалары һәм һеңлеләре — ҡайынбикә, балдыҙ), шулай уҡ иренең туған һеңлеләренең ирҙәре — ҡайынеҙнә, еҙнә),

2-се баҫҡысҡа ҡайны, ҡәйнә ингән.

Унан һуңғы баҫҡыста — хәләл ефеттең бер туған ағалары һәм ҡустылары. Ағаһына — ҡайнаға тип өндәшкәндәр. Ҡустыларына ир кеше — ҡәйнеш, балдыҙ тип, ҡатын кеше ҡәйнеш тип мөрәжәғәт иткән. Уларҙың ҡатындары — килен.

Бер туған һеңлеләре, апалары һәм уларҙың ҡыҙ балаларына: ир кеше — балдыҙ, ҡатын кеше — бикәс, ҡайынһеңле, ҡыҙҙарым тип мөрәжәғәт иткән.

Уларҙың ирҙәренә ҡатын кеше кейәү тип мөрәжәғәт иткән.

Ирҙәр ҡатыны яғынан ҡыҙ туғандарҙың иренә — бажа тип, ҡатыны ир яғынан булған туғандарының ҡатынына апһын, килендәш тип өндәшкән.

Кейәүҙең йәки килендең ир туғандарына — ҡоҙа (йәш айырмаһына ҡарап оло, йәш һүҙҙәрен ҡушҡандар),

өлкән йәштәге ҡатындарға, кейәүҙең йәки килендең әсәһе йәки уларҙан өлкән ҡатындарға — ҡоҙағый, кейәүҙең һәм килендең апаларына һәм унан кесерәк ҡатындарға — ҡоҙаса тип мөрәжәғәт иткәндәр. Мөрәжәғәт иткәндә, ғәҙәттә, атайҙан, әсәйҙән, олатай һәм өләсәйҙән, иң өлкән бер туған ағай һәм апайҙан башҡа, туғанлыҡ терминына кешенең исемен дә ҡушҡандар.

Туғанлыҡ атамалары һәр кешенең статусын, ғаиләләге, общиналағы тотҡан урынын һәм бурыстарын билдәләгән. Ауыл халҡының күптәре үҙ-ара туған булған, шуға күрә, ҡағиҙә булараҡ, кешегә исеме менән һирәк өндәшкәндәр[4].

Туғанлыҡ атамалары нигеҙендә кеше исемдәре барлыҡҡа килгән: Кинйә, Ейән, Атабай, Ҡустыбай һ. б[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]