Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы — башҡорт этносына ҡараған һәм тыуған төйәгенән ситтә аҙ һанлы булып йәшәүсе милләттәштәребеҙ берекмәһе.

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы 2015 йылдың 18 декабрендә Мәскәү ҡалаһында ойошторолдо[1]. Уның маҡсаты — милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һаҡлау, телде, мәғарифты һәм башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә ярҙам итеү. Ойоштороу конференцияһында йәмәғәт ойошмаһы Советына ағзалар, уның етәкселеге (Совет рәйесе һәм ике урынбаҫары) һайланды һәм милли-мәҙәни автономияның Уставы ҡабул ителде[2].

Эшмәкәрлек йүнәлештәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Етәкселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе итеп Лилиә Ғүмәрова[3], уның урынбаҫарҙары итеп Башҡорт дәүләт университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры Юлай Янбаев һәм «Башҡорттарҙың Силәбе өлкә милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Морис Йосопов һайланды[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]