Эстәлеккә күсергә

Башҡорт-ҡалмыҡ мөнәсәбәттәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡорт-ҡалмыҡ мөнәсәбәттәре — башҡор һәм ҡалмыҡ араһындағы, артабан Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан араһындағы ике яҡлы мөнәсәбәттәр.

Ҡалып:Международные отношения

XVII быуат башында башҡорттарҙың Урал яны һәм Волга аръяғы далалығындағы төп ерҙәрендә яңы сәйәси көс — ҡалмыҡтар барлыҡҡа килә. Был осорҙа улар көнбайышҡа Яйыҡ һәм Ур йылғалары үренә хәрәкәт башлаған була. 1608 йылда Яйыҡ буйында күсенеп йөрөгән нуғайҙар ҡалмыҡтарҙың бер өлөшөнөң Эмба йылғаһы буйында күренеүен хәбәр итә. XVI быуаттың икенсе яртыһында — XVII быуат башында башҡорттар Волга аръяғы далалығындағы Оло һәм Кесе Үҙән, Чиж йылғалары буйындағы далаларҙа күсенеп йөрөйҙәр. Волга аръяғы далалығында тибендә йөрөгәндә башҡорттар менән ҡалмыҡтар араһында бәхәстәр сыҡҡан[1][2]. Тәүге әҙер ҡалмыҡтар башҡорттарға ҡарата ҙур тыйнаҡлыҡ күрһәтә. 1623 йылда тайшаларҙың береһе, башҡорттар ҡалмыҡтар биләгән урындарға инә, өлкән тайшалар бавшҡорттарҙы ҡыйырһытыуҙы тығанлыҡтан, ҡалмыҡтар бер ни ҙә эшләй алмай, тип әйтә[3].

XVII быуаттың 40-сы йылдары башынан ҡалмыҡтарҙың Яйыҡ менән Волга арауығында даими күсеп йөрөү урындарын үҙләштереү ынтылышы күҙәтелә. Лоузан тайша, Һамар һәм Һарытау араһындағы Ырғыҙ ыҙанында күсенеп йөрөү ниәте менән, Әстерханға өс көнлөк юл арауығына яҡын күсенеп йөрөй. 1643 йылдың йәйендә Хо-Урлюк тайша, Яйыҡты кисеп, Һамар янына яҡын, ә уның улдары Санжин һәм Сюнкей Һамарға бер көнлөк барырлыҡ юл арауығында Чагра буйына күсеп килә. 1644 йылда ҡалмыҡтарҙың баҫҡынсылығына асыуы килгән батша хакимиәте уларҙы Яйыҡ аръяғына ҡыҫырыҡлап сығарырға ҡарар итә. Өфөнән һәм Әстерхандан воеводалар Л. Плещеев һәм Ф. Волконский ҡалмыҡ улустарына урыҫ хәрби отрядтары һәм башҡорт яугирҙәре ҡалмыҡтарҙы Яйыҡ аръяғына, Урға, Ырғыҙға, Илеккә, Олоюлға һәм Һағыҙға, ҡыҫырыҡлап сығара[4]. 1645 йылда Дайчин тайша низағты тыныс юл менән хәл итә, ҡалмыҡ улустары Яйыҡ, Ур, Һаҡмар, Киил буйлап күсенеп йөрөй[5].

1648 йылда кенәз Аҡбулат Сөләймәнов командалыҡ иткән башҡорт ғәскәре ҡалмыҡтарҙың Өфө һәм Ҡазан өйәҙҙәренә баҫып инеүен туҡтата. 1652—1655 йылдарҙа төҙөлгән Кама аръяғы һыҙаты ҡәлғәләре ҡалмыҡ баҫҡынсылығын кире ҡағыуҙа әһәмиәтле роль уйнай[6].

1649 йылдың июлендә батша хакимиәте Дайчин тайшаға башҡорттар менән бәрелештәрҙе туҡтатыу маҡсатында Яйыҡ һәм Эмба аръяғына сығырға тәҡдим итә[7]. Дайчин тайша, Иван Онучин менән ҡалмыҡ-башҡорт бәрелештәренең сәбәбе тураһында һөйләшкәндә, башҡорттар кемгә буйһоноуҙы үҙҙәре хәл итергә хоҡуҡлы, беҙ көслөрәк һәм минең баш булыуым урыҫ хакимлығына ҡарағанда өҫтөнөрәк булғанлыҡтан, улар барыбер минең ҡул аҫтына күсәсәк, ти[5]. Тиҙҙән Дайчин тайша 200 башҡорт хужалығын баҫып ала һәм тағы ла 1500 йортто күсенеп китергә күндерә. Нуғай даруғаһының йоғонтоло тарханы Ишмөхәмәт Дәүләтбаев Ҡалмыҡ тайшаһы Әйүкәнең үҙе өҫтөнән власын таный һәм Яйыҡ үрендәге күсенеп йөрөү районына эйә була, ә «Эйек улустары» башҡорто Ҡарабаш Үтәев Дайчин тайшаға буйһона һәм уның менән Волга буйлап күсенеп йөрөргә йыйына[5].

1662—1664 йылғы башҡорт ихтилалы сәбәптәренең береһе булып, ҡалмыҡтарға башҡорттарҙың күсенеп йөрөү урындарын биреүҙе рөхсәт итеүгә бәйле була. Сираттағы 1681—1684 башҡорт ихтилалы ваҡытында ҡалмыҡтар, Башҡортто буйһондорорға тырышып, башҡорттар күсенеп йөрөгән урындарҙы туҙҙырып, кешеләрҙе тотҡон итеп һәм малдарҙы тартып алып, яулап алыу кампанияһына тотона. Башҡорттар, ҡалмыҡ баҫҡынсылығынан ҡотолорға тырышып, ихтилалдан ситләшә[8]. 1704—1711 йылдарҙағы ихтилал барышында батша хөкүмәте Чакдор-Джаба тайша командалыҡ иткән ҡалмыҡ ғәскәрен саҡыра, һәм 1710 йылдың йәйендә баш күтәреүселәрҙең етди еңелеүенә килтперә. Баш күтәреүселәр көрәште туҡтатырға мәжбүр була[9]. 1771 йылда ҡалмыҡтарҙың Джунгарияға күсеп китеүе осоронда Өфө өйәҙе старшинаһы Юлай Азалин 300 башҡорттан торған ҡалмыҡтарҙы эҙәрлекләүсе атлы отряд менән бергә ҡатнаша, ләкин башҡорт ғәскәре ҡалмыҡтар менән алыштарҙа ҡатнашмай. Һуңғараҡ, тикшереү барышында, Юлай, башҡорттарҙың походта ҡатнашыуы, властарға лояль ҡараш күрһәтеү маҡсатында аңлы рәүештә алдашыу булыуын таный.

Үҙ-ара талау баҫып алыуҙары ваҡытында ҡалмыҡтар менән башҡорттар бер-береһенән әсирҙәрҙ, малдарҙы тартып алған. Илселек һәм Баҫма приказдарынан алынған материалдар XVII быуатта башҡорттарға әсирлеккә эләккәндәрҙең иң күбеһе ҡалмыҡтар булғанын күрһәтә. Ҡалмыҡ улустарына ебәрелгән Өфө илселек башлыҡтарына күрһәтмәләрҙә традицион рәүештә урыҫ тотҡондарын алмаштырыу йәки йолом алыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Башҡорттар ҙа ҡалмыҡ әсирҙәренә тәү сиратта әсирлеккә эләккән туғандарына алмашыу сараһы тип ҡараған[10].

Ҡатай башҡорттары составында ҡалмаҡ ырыуы бар. Ҡалмаҡтар — Урал аръяғында тороп ҡалған ҡалмыҡтар төркөмө, урыҫ батшаһына хеҙмәткә урынлашып, аҫабалыҡ хоҡуғы алған һәм яңы «ырыу»ға нигеҙ һала. Ялан-ҡатайҙар менән аралашып ултырғанлыҡтан, ҡалмаҡтар уларға ҡушылалар[1].

2022 йылда Башҡортостан һәм Ҡалмыҡстан хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы[11].


  1. 1 2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: этнический состав, история расселения / Р. Г. Кузеев. — М., 1974.
  2. Материалы по истории русско-монгольских отношений. — М., 1959. — С. 159.
  3. Богоявленский С. К. Материалы по истории калмыков в первой половине XVII века / С. К. Богоявленский // Исторические записки. — 1939. — Т. 5. — С. 62.
  4. Кичиков М. Л. О социально-экономических и политических предпосылках поселения калмыков (части ойратов) в степях Приуралья и Нижнего Поволжья / М. Л. Кичиков // Вестник Калмыцкого научно-исследовательского института языка, литературы и истории при Совете Министров Калмыцкой АССР. — Вып. 15. — Серия историческая. — Элиста, 1976. — С. 8.
  5. 1 2 3 Колесник В. И. Последнее великое кочевье: Переход калмыков из Центральной Азии в Восточную Европу и обратно в XVII—XVIII веках / В. И. Колесник. — М., 2003.
  6. Буканова Р. Г. Взаимоотношения башкир с ногайцами, калмыками и казахами в XVI—XVIII вв. // Ватандаш. 2010. № 6.
  7. Максимов К. Н. Калмыкия в национальной политике, системе власти и управления России (XVII—XX вв.) / К. Н. Максимов. — М., 2002. — С. 58.
  8. Фомина Т., Ермолаев И. История России с древнейших времен до конца XVIII в 2-е изд., испр. и доп.. — Litres, 2017-06-30. — 232 с. ISBN 978-5-04-064620-3.
  9. Лебедев В. И. Башкирское восстание 1705—1711 гг., в сборнике: Исторические записки, Т. 1. — М. 1937.
  10. Азнабаев Б. А. Статус пленных в башкирских общинах XVII в. // Известия Алтайского государственного университета. — 2012. — В. 4—1 (76). — С. 12–16. ISSN 1561-9443.
  11. Башкортостан и Калмыкия заключили соглашение о сотрудничестве. Дата обращения: 1 сентябрь 2024. Архивировано 1 сентябрь 2024 года.