Башҡорт атлыларына һәйкәл (Петровское)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Файл:32 делегация Акция Дорогами Славных конников. 2009 3 октября.JPG
Башҡорт атлылары иҫтәлегәнә һәйкәл һәм сквер асыу тантанаһына килгән Башҡортостан делегацияһы

Башҡорт атлыларына һәйкәл — Украинаның Луганск өлкәһе Петровское ҡалаһында "Башҡорт атлылары скверы"нда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәл.(проект авторы Илдар Шәйәхмәтов)

Петровское ҡала советы ҡарары нигеҙендә ҡала үҙәгендә иҫтәлекле билдә һәм сквер асыу өсөн урын бүленә[1]. «Данлы атлылар юлынан» халыҡ-ара акцияһы этаптарының береһе Украинала үткәрелә. 2009 йылдың 3 октябрендә һәләк булған 112-се Башҡорт (16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы яугирҙәре иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм генерал Миңлеғәли Шаймуратовтың 110 йыллығын билдәләүгә арналған акция барышында һәйкәл һәм сквер асыла[2]. Сквер уртаһындағы «Башҡорт атлыларына һәйкәл» ландшафтлы мемориаль комплекс барлыҡҡа килтерелә, (проект авторы Илдар Шәйәхмәтов). Махсус нигеҙгә ҡуйылған ҙур гранит ташҡа рус һәм башҡорт телдәрендә «Украинаны фашист илбаҫарҙарынан азат итеү хаҡына 1943 йылдың февралендә батырҙарса һәләк булған 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор М. М. Шайморатовҡа, командарҙарға, яугирҙәргә мәңгелек дан!», тигән һүҙҙәр яҙылған алтаҡта беркетелгән.

«2009 йылдың 15 авгусында Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 110 йыл тулды. Уның юбилейы йылында Луганск ерендә „Башҡорт атлылары“ скверы барлыҡҡа килеүе тәрән мәғәнәгә эйә. Скверҙа батырҙың тыуған яғы ағастары — тирәктәр ултыртылды» — тип хәбәр итте Украинаның Луганск өлкә советы рәйесе Валерий Голенко Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә яҙған хатында[3].

«112-се Башҡорт(16-сы гвардия) кавалерия дивизияһы» Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыу өсөн милли-төбәк үҙенсәлеге буйынса 1941 йылдың декабрендә ойошторола. 1941 йылдың 25 декабрендә М. М. Шайморотов дивизияның командиры итеп тәғәйенләнә, 1943 йылдың 23 февралендә Штеревка динамит заводы (Петровское) һәм Ворошиловград өлкәһенең Юлино ауылдары араһында һәләк була.

Шулй уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]