Башҡорт аты (фестиваль)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт аты
Нигеҙләү датаһы июль 2022
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Баймаҡ районы
Урын Граф күле
Ойоштороусы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы

«Башҡорт аты» — легендар башҡорт атын һаҡлау һәм данлауға арналған республика фестивале[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡорт аты» беренсе республика фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы 242-се Указына ярашлы[2] ойошторола һәм 2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтә. Сараға 5 меңдән ашыу кеше килә, шул иҫәптән Ҡалмыҡстан Республикаһы башлығы Бату Хасиков етәкселегендәге ҙур делегация. Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Рәсәйҙең 20 төбәгенән делегациялар ҡатнаша. Фестивалдең почетлы ҡунағы РФ Дәүләт Думаһы депутаты, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Тимофей Баженов була[1].

Фестиваль сиктәрендә Башҡортостан тарихында иң ҙур атлы парад ойошторола, унда Мәскәүҙән, Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, Ҡалмыҡстандан, Саха-Якутиянан, Рязань, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Дағстандан, Таулы Алтайҙан, Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан 500 һыбайлы ҡатнаша[1].

Һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фестивалдең иң ҙур һөҙөмтәһе булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы структураһында башҡорт атын һаҡлау, өйрәнеү, йылҡысылыҡты, ҡымыҙ эшләүҙе һәм ҡымыҙ менән дауалауҙы, йылҡысылыҡҡа бәйле кәсепселекте үҫтереү буйынса Башҡорт аты институтын булдырыу инициативаһы тора. Ул Шишмә районында Күсмә цивилизациялар Евразия музейы майҙансығында урынлашасаҡ[1].

Ойоштороусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы;
  • Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министрлығы;
  • Баймаҡ районы хакимиәте;
  • «Мәргән уҡсы» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма;
  • Башҡортостан Республикаһында башҡорт тоҡомло аттарын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса «Ирәндек» хәйриә фонды[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]