Эстәлеккә күсергә

Башҡорт дворяндары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡорт дворянлығы битенән йүнәлтелде)
Викидатала элемент тултырылмаған

Башҡорт дворяндары — башҡорттоң ер биләүсе аҡһөйәктәре, закон менән нығытылған һәм мираҫ булараҡ вариҫтарына тапшырылған өҫтөнлөктәр менән файҙаланған юғары һәм урта дәүләт хеҙмәткәрҙәре ҡатламы.

дворяндар йыйылышы бинаһы

XVIII быуаттың икенсе яртыһына тиклемге башҡорт аҡһөйөктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуат урталарына, Башҡортостандың Урыҫ дәүләте составына инеүенә тиклем үк, башҡорт йәмғиәтендә ҡәбилә-ырыу аҡһөйәктәре өҫтөнлөктәр менән файҙалана:

Тархан дәрәжәһе Алтын Урҙала, ҡайһы бер Урҙанан һуң ҡалған ханлыҡтарҙа, аҙағыраҡ Урыҫ дәүләтендә бирелә. Иван IV батшалыҡ иткәндә уның хөкүмәте хандар биргән тархан дәрәжәләрен таный, аҙағыраҡ үҙҙәре лә был дәрәжәне бирә башлай[1].

П. И. Рычков фекеренсә: «Башҡорттарҙа башҡалар менән сағыштырғанда төрлө өҫтөнлөктәр менән файҙаланған тархандар борондан дворяндар булараҡ ҡабул ителгән»[2].

Г. Е. Марковтың фекере: тарханлыҡ —дворянлыҡ ул, әммә уларға дворяндарға хас ҡатламдың бөтә төр өҫтөнлөктәре һәм хоҡуҡтары, бигерәк тә ергә һәм кешеләргә ҡағылышлы булғандары, бирелмәгән. Б. Ә. Аҙнабаев XVII быуатта Өфө буйынса хеҙмәткәрҙәр һаны башҡорт тархандары һанына тап килеүенең осраҡлы булыумауына күрһәтә[3].

Ошо ваҡыттан алып юғары ҡатлам башҡорттары араһында үҙгәрештәр күҙәтелә — бейҙәр һәм байҙар мырҙалар, ә мырҙалар иһә тархандар булып китә. Бындай үҙгәрештәр XVIII быуат урталарына, тарханлыҡ институты бөтөрөлгәнгә тиклем дауам итә[4].

Башҡорттарҙа дворянлыҡтың формалашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа дворянлыҡ Екатерина II-нең 1785 йылдың 21 апрелендәге «Рәсәйҙең затлы дворян нәҫеленең хоҡуҡтарға, иреккә һәм өҫтөнлөктәргә хоҡуҡ Грамоталары»нан башлана. Грамота буйынса кешене дворянлыҡ титулына күсереү хоҡуғы Губерния дворян депутаттары йыйылышына тапшырыла. Ырымбур губернаһының дворян нәҫелдәре кенәгәһенә ярашлы башҡорттарҙан иң тәүгеләрҙән булып 1793 йылда Күсәрбай Аҡсулпанов һәм уның улы Аралбай дворян ҡатламына яҙыла[5]. Башҡорт дворяндарының ҙур ғына өлөшө XIX быуаттың беренсе яртыһында формалаша — Ырымбур губернаһының дворян нәҫеле кенәгәһенә К. Аҡсулпанов, А. Солтанов, Н. Кейеков, М. Мусин, И. Биксурин, Б. Ҡыуатов, А. Бакиров, С. Собханҡулов, А. Йәһүҙин һәм башҡалар индерелгән. 1850 йылда башҡорт дворяндарының һаны 590-ға барып етә[6].

Башҡорттарҙа дворяндар ҡатламын булдырыуҙың үҙенсәлектәре:

  • Башҡорт тархандары юридик яҡтан Рәсәй дворянлығының бер генә төрөнә лә ҡарамай. Бының сәбәбе — башҡорт тархандары һәм старшиналарының Башҡорт ихтилалдарында һәм Емельян Пугачёв етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы. 1754 йылда батша хөкүмәте тарханлыҡ биреүҙе туҡтата. Тархандар үҙҙәрен Рәсәй дворяндары тип таныуҙы юллап ҡарай, әммә уңышҡа өлгәшмәй. Хәрби министр эргәһендәге хәрби советтың 1845 йылдың 17 июлендәге положениеһына ярашлы тархандар вариҫтарына (тархан балаларына), ябай башҡортҡа һалынған кеүек, һалымдар һалына[7].
  • Башҡорттарға Рәсәй дворянлыҡ дәрәжәһен алыу өсөн юғары ҡатлам кешеһе булыу етмәй, тик хәрби һәм граждандар хеҙмәтендәге ҡаҙаныштары ғына дворян дәрәжәһен биреүгә нигеҙ була ала.
  • Башҡорттар хеҙмәттә билдәле бер чинға өлгәшһә, йәки орден алһа ғына батша ғәли йәнәптәре теләге (монархтың мәрхәмәт күрһәтеүе) буйынса быуындан-быуынға тапшырыла торған дворянлыҡ дәрәжәһен алыу мөмкинлегенә эйә. Әммә башҡорттар өсөн юғары баҫҡысҡа күтәрелеү хоҡуғын алыу бигерәк тә ҡатмарлы була.

1785—1845 йылдарҙа ғәмәлдәге армия чиндарын (прапорщик, корнет, 14-се класслы подпоручик), ә 1845—1856 йылдарҙа — «хәрби батырлыҡтары өсөн» ғәсҡәр старшинаһы чинын алған башҡорттарға мираҫ итеп тапшырыла торған дворянлыҡты алыу мөмкин була. 1856 йылдан һуң —полковник чинына тиклем хеҙмәт иткән осраҡта ғына бирелә. Граждандар хеҙмәтендәге башҡорттарға мираҫҡа дворянлыҡ титулын алыу хоҡуғын дөйөм нигеҙҙәрҙә биреүҙе күҙаллай: 1785—1845 йылдарҙа — 8 класслы (коллеж ассесоры), 1845—1856 йылдарҙа — 5-се класслы (статский советник), 1856 йылдан һуң — 4 класслы (действительный статский советник) чиндарҙы. Ғәмәлдәге казак офицеры (хорунжий, сотник, есаул, урядник) һәм класслы чиндар (14-се класслы чиновник), ә 1832 йылға тиклем — зауряд-чиндар алған башҡорттарға дворянлыҡ титулы бирелә. Башҡорт-мишәр ғәскәре чиндары, орден менән бүләкләнгән осраҡта шәхсән дворянлыҡ дәрәжәһенә хоҡуҡ бирелә, әммә был юғары дәрәжәне быуындан-быуынға мираҫ итеп тапшырып булмай. Шуға күрә башҡорттарҙың юғары ҡатламы тик шәхсән дворянлыҡ хоҡуғына ғына эйә була. Батша хөкүмәте башҡорт дворяндарының артыуын төрлөсә тотҡарлай[8]. Шәхсән дворян дәрәжәһендә булғандарҙың балалары 1832 йылдың 10 апреленән почетлы граждандар тоҡомо ҡатламына индерелә башлай. 1891 йылдың 12 мартынан дворяндар һәм почетлы граждандар тарафынан уллыҡҡа алынған кешеләр шәхсән почетлы граждан булыу мөмкинлегенә эйә була. Башҡорт дворяндарының төп өлөшө XVIII быуат аҙағында — XIX быуаттың 40-сы йылдарында формалаша. 1863 йылдың 14 майындағы «Башҡорттар тураһында положение»ға ярашлы башҡорт дворяндарының хоҡуҡтары урыҫ дворяндарыныҡы менән тиңләштерелә:

«…Хакимлыҡ итеүсе Сенаттың Герольдия Департаметы тарафынан дворян тип раҫланған башҡорттар, ғөмүмән, урыҫ дворяндарына бүләк ителгән бөтә хоҡуҡтар һәм өҫтөнлөктәр менән менән файҙалана һәм дворяндар тураһындағы закондарға буйһона башлай»

Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.

1860—1917 йылдарҙа 8 башҡорт нәҫеле Ырымбур һәм Өфө губернияларының шәжәрә кенәгәләренә индерелә, улар түбәндәгеләр: Биксуриндар, Ибраһимовтар, Ишбулатовтар, Ҡорбанғәлиндар, Көсөковтар, Мутиндар, Сыртлановтар һәм Өмөтбаевтар.

Таблица 1. 11785 — 1917 йылдарҙа Ырымбур һәм Өфө губернияларының шәжәрә кенәгәләренә индерелеп, дворяндар тоҡомона ҡараған башҡорттар[9][10]
Шәжәрә кенәгәһенә индереү тураһында Дворян депутаттары
йыйылышының билдәләү датаһы
Сенаттың Герольдия
Департаментының дворян тип раҫлау тураһындағы указының датаһы һәм һаны
Исеме, атаһының исеме, фамилияһы
14.02.1793 26.05.1869, № 1792 Күсәрбай Өмөтбай улы Аҡсулпанов улы Аралбай менән
13.03.1796, 11.07.1832, 16.06.1844, 26.05.1849 18.04.1850, № 3004;
22.02.1851, № 1272
Әбйәлил Солтанов улдары, ейәндәре һәм бүләләре менән
10.07.1802 1870, № 6766 Ниғмәтулла Шәрип улы Кейеков (Кейеков) улдары Ғәбиҙулла, Мөхәмәтша, Мухаметшәриф һәм Дәүләтша менән
13.06.1818 Буранғол Ҡыуат улы Ҡыуатов ҡатындары, улдары һәм ейәндәре менән
28.01.1823 Аҫылғужа Бакиров улдары менән
XIX б. 20-30-се йй. Абдуллатиф Ғәнбәров
Әйүп Ҡәйүп улы Ҡәйепов (Ҡәйепов) улдары менән
27.02.1829 Дәүләтҡол Юлыш улы Мырҙаев ҡатындары менән
11.12.1831 Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Нуғайбәков ҡатыны Шәмсиниса Баязитова менән
09.01.1834 Ибраһим Биксура улы Биксурин ҡатындары, балалары, ейәндәре һәм ейәнсәре менән
1818-1845 йй. Ҡотлобаевтар
Яхья Йәнтей улы Әкимбәтов улдары һәм ейәндәре менән
1865 1865 Шаһимәрҙән Ишбулды улы Сыртланов улы Шаһихәйҙәр, ейәндәре Ғәлиасҡар, Рауил һәм Йосоп менән
1860-е йй. 20.04.1866 Ишмөхәмәт Ишҡол улы Өмөтбаев улдары Фәхретдин, Мөхәмәтсәлим, Сөләймән, Әсәҙулла һәм ейәндәре менән
08.01.1865 11.02.1865, № 657 Хәсән Мөхәмәтҡолой улы Көсөков улдары Мөхәмәтйософ һәм Мөхәмәтшәриф менән
10.09.1868 11.11.1868, № 5010 Мирсәлих Мөрсәлим улы Биксурин ҡатыны Бибигәфифә һәм балалары Мирйософ, Мирәбүбәкир, Мирмәхмүт, Миряҡуп. Зөләйха, Хәҙисә, Фатима и Зөһөрә менән
XIX б. 08.03.1900, № 504 Сәйетгәрәй Мутин улдары Батырхан һәм Арыҫлангәрәй, ейәне Ғүмәр Батырхан улы менән
1863 йылдан 30.02.1871, № 6956 Лоҡман Ибраһимов улдары Бикмөхәмәт
Ҡорбанғәлин
Йәнгир Исхаҡ улы Ишбулатов

Башҡорт ырыуҙарының күп кенә ырыу башлыҡтары дворянлыҡ дәрәжәһен үҙҙәренең ҡаҙаныштары арҡаһында ала, тик (Н. Кейеков һәм Х. Көсөков) — атайҙары ҡаҙаныштары буйынса.

Башҡорт дворяндарының социаль-иҡтисади хәле

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дворяндарының милек мөнәсәбәттәре буйынса социаль-иҡтисади хәле урыҫ дворяндарыныҡынан айырыла. Башҡорт дворяндары он тарттырыу тирмәндәре, ҙур булмаған поташ һәм йылҡы заводтары хужалары була, әммә уларҙың нәҫел имениелары булмай, ерҙе һатып алалар, ағас йорттарҙа йәшәй, урман һәм балыҡ тотоу кәсебе, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Башҡорт дворяндарының ырыу башлыҡтарының бөтәһе лә сығышы менән ауылдан була.

Дворяндар ҡатламының төп өҫтөнлөгө — ергә һәм крепостной крәҫтиәндәргә хужа булыу. Башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғының үҙенсәлектәре: урыҫ һәм татар дворяндарынан айырмалы рәүештә башҡорт дворяндарына ер бушҡа бирелмәй, улар буш ятҡан ерҙәрҙе генә һатып алыу мөмкинлегенә эйә, шулай уҡ уларға «христиандарҙы крепостной итеп тотоу» тыйыла. Тупланған мәғлүмәттәр буйынса быуындан-быуынға дворян булған Солтановтар һәм Шәриповтарҙың ғына хеҙмәтселәре һәм башҡорт крәҫтиәндәре булған.

Башҡорт дворяндарының бер өлөшө эре ер биләмәләре хужалары булған: Нуғайбәковтар, Солтановтар, Аҡсулпановтар, Ҡотлобаевтар. Икенсе бер өлөшөнөң бөтөнләй ерҙәре булмай (Мутиндар), ҡайһы берҙәре (М. И. Сыртланов) ер биләү хоҡуғын файҙаланмай. XIX быуаттың икенсе яртыһы —XX быуат башында башҡорт дворяндары араһында ярлы дворяндар булыуы күҙәтелә: улар аҡһөйәк булыуҙарын раҫлаған документтарһыҙ һәм ауылда ғәҙәти тормош менән йәшәй. Рәсәй закондары буйынса дворяндар шәхси һалымдарҙан азат ителә. Нәҫеле буйынса дворян булған башҡорттарҙың улдары, әгәр улар ғәмәлдәге чинды ала алмаһа, 1845 йылдан, ябай башҡорттар кеүек үк, иген уңмаған осраҡта аҙыҡ-түлек тупланмаһын булдырыу өсөн ҡаҙнаға аҡсалата түләү һәм 23 тинлек почта йыйымы өсөн түләү индерегә бурыслы була. Тик 1847 йылда ғына Хәрби Совет положениеһы менән нәҫеле буйынса дворян булғандар аҡсатала түләүҙәрҙән азат ителә. Әммә 1848 йылда Хәрби Министрлыҡтың Хәрби биләмәләр Департаменты, Хаким итеүсе Сенат Герольдияһында башҡорттоң нәҫеле буйынса дворян булыуы раҫланған осраҡта ғына ул аҡсалата түләүҙәрҙән азат ителә, тигән билдәләмә ҡабул итә.

Башҡорт дворяндарының күп кенә вәкилдәре Ҡазан Император университетында (Ә. Ә. Ҡыуатов), Неплюев кадет корпусында (А. А. Дәүләтшин, С. Ш. Нуғайбәков, М. М. Биксурин, Ш. Ш. Сыртланов, А. Ш. Сыртланов һәм башҡалар)[11]. Христиан динендәге дворяндар, нигеҙҙә, бер ҡатын менән ғаилә ҡора, ә мосолман дворяндарҙың ике-өс ҡатыны, шәхсән дворяндарҙың бер-ике ҡатыны була.

1897 йылдың халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Өфө губернаһында нәҫеле буйынса дворян булған башҡорттарҙың ғаиләләрендә 512 кеше, шәхсән дворян һәм чиновник ғаиләләрендә 133, ә Ырымбур губернаһында ярашлы рәүештә 452 һәм 207 кеше иҫәпләнгән[12]. Кантон начальниктары А. А. Дәүләтшин, Ҡыуатовтар, Солтановтар, Аҡсулпановтар, Ибраһимовтар, Рафиҡовтар, Нуғайбәковтар, Ҡәйеповтар һәм башҡалар абруйлы башҡорт дворяндары була. 1917 йылдың 27 октябрендәге ер тураһындағы һәм 1917 йылдың 10 ноябрендәге ҡатламдарҙы һәм гражданлыҡ чиндарын бөтөрөү тураһындағы декерттарға ярашлы Рәсәйҙә дворяндар ергә хужа булыуҙан туҡтай һәм ҡатлам статусын да юғалта.

  1. Вельяминов-Зернов В. В.Источники для изучения тарханства, жалованного башкирам русскими государями. 2016 йыл 17 сентябрь архивланған. — СПб.: тип. Имп. акад. наук, 1864. — 48 с.
  2. Рычков П. И. О способах к умножению земледелия в Оренбургской губернии.// Труды Вольного Экономического общества. Ч.VII. — СПб., 1767. С.8.
  3. Азнабаев Б. А. Башкирское общество в XVII — первой трети XVII в.: монография — Уфа: РИЦ БашГУ , 2016. — 370 с.
  4. Асфандияров А. З. Башкирские тарханы. — Уфа: Китап, 2006.
  5. Азнабаев Б. А. Дворянство. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 252—253. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  6. Азнабаев Б. А. Дворянство // Башкирская энциклопедия. В 7 т. / глав. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010. — Т. 2. — С. 428—429. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.
  7. Тархан. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 559. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  8. Зайнулла Расулев — выдающийся башкирский мыслитель-философ, теолог и педагог-просветлитель мусульманского мира: материалы междунар. науч.-практ. конф., посвящ. 175-летию со дня рождения круп. педагога-просветлителя, философа и религ. деятеля З. Расулева (1833—1917). — Уфа: БашГУ, 2008. — С.290.
  9. Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 289. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
  10. Ильясова А. Я. Особенности формирования дворянского сословия из башкир. // Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 38 (176). История. Вып. 37. С. 29—30. 2014 йыл 14 март архивланған.
  11. Азнабаев Б. А. Дворянство // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. Ильясова А. Я. Дворяне из башкир.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — С.-Пб.: Наука, 2011. — Т. IV. — С. 292. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.

отяинцев Д. Д. К дворянству. Письмо 1. М., 1908.

  • Янгузин Р. З. Социальная структура башкирского общества в XVIII—XIX вв. Уфа, 1987.