Башҡорт ихтилалы (1704—1711)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт ихтилалы (1704—1711)
Дата

17041711

Урыны

Тубыл йылғаһынан алып Волгаға (Иҙел), Яйыҡтың урта ағымынан алып Ҡазанға, Вяткаға һәм Көнгөргә саҡлы территорияны солғап алған

Сәбәбе

1704 йылда өҫтәлмә һалымдар һәм башҡорттарҙың дини тойғоларына ҡағылған сараларҙы индереү менән бәйле тоҡанып киткән.

Нәтижә

Статус-кво[1]

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй

башҡорт баш күтәреүселәре

Командирҙар

Сергеев, Хохлов, П. И. Хованский, И. Я. Якушкин һ.б.

Алдар Иҫәкәев, Күсем Түләкәев, Иман батыр, Дөмәй Ишкәев, Хажи Аҡҡусҡаров, Ураҡай Юлдашбаев һ.б.

1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы — XVII—XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдары серияһында иң оҙайлыларҙың береһе (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, башҡорттар императорға тик 1725 йылда ғына яңынан ант иткән).

Ихтилал сәбәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтилал 1704 йылдың авгусында прибыльщиктар (һалым йыйыусылар) А. Жихарев һәм М. Доховтың Хажи мәсетендә уҙған башҡорт ырыуҙары йыйынында иғлан иткән бойороҡтан башланған. Бойороҡта күрһәтелгәнсә, 72 яңы һалым индерелгән, шул иҫәптән — мәсеткә, муллаға, мәсеткә доға ҡылырға килгән һәр дин тотоусыға һалым. Бойороҡта шулай уҡ мәсеттәрҙе христиан храмдары өлгөһөндә төҙөргә, зыяраттарҙы мәсеттәр эргәһенә урынлаштырырға, мәхәллә кешеләренең никахын һәм вафат булыуҙы теркәгәндә мулла эргәһендә рус руханийы торорға тейеш, тип күрһәтелгән булған. Башҡорттар был хәлдең милләтте туранан-тура тулы масштаблы көсләп суҡындырыуға алып киләсәген аңлағандар[2] Бынан тыш, прибыльщиктар 20 000 ат, артабан тағы ла 4000 яугир талап иткәндәр: был дәүерҙә Рәсәй шведтарға ҡаршы Төньяҡ һуғышы алып барған булған.[3]

П. И. Рычков «Ырымбур губернаһын ойоштороу һәм Ырымбур тарихы» тигән китабында ул ваҡиғалар һәм уларҙың сәбәптәре тураһында яҙып ҡалдырған:

« Алдар һәм Күсем фетнәһе, 1704 йылдың декабрь айында Алдар һәм Күсем (исемен боҙоп, Кузюк тигән) етәкселегендә башланған. Бының сәбәптәре Өфөлә торған Александр Сергеевтың уйламай эшләнгән ҡылыҡтарынан: ул самаһыҙ ныҡ ҡәтғилек менән башҡорттарҙан ат һәм өйҙәрендә йәшертеп тотҡан ҡасаҡтарҙы биреүҙе талап иткән, һәм тағы ла, үҙенең табынында бер нисә старшинаны, үлтергәнсе, араҡы эсергән, тип һөйләйҙәр. Өфө, Бөрө һәм Миңзәлә ҡалаларына башҡорттар шундай ҡаты һөжүмдәр ойошторған, Ҡазанға 30 саҡрым ғына ҡалған, унан ҡазан губернаторы Кудрявцов, Ҡазанда йәшәгән татарҙарҙы, ҡатындарын һәм балаларын аманатҡа алып, бына шул яуыздарға ҡаршы ебәргән. Былары башҡорттарҙы Башҡортостан эсенә ҡыуған. Был башҡорт яуызлығын тамам туҡтатыу маҡсатында март айында бояр кенәз Хованский 8 полк һалдат һәм күп кенә регуляр булмаған ғәскәр менән командировкаға ебәрелгән, һәм Алабуға ситенә барып еткәс, туҡтаған, Башҡортостан эсенә подполковниктар Хохлов һәм Аристов етәкслегендәге ике полкты индергән, шуларҙан Хохлов полкы, Соловарный ҡаласығына етмәҫ элек, бурҙар (воры) тарафынан ҡыйратылған. »

Ихтилалдың урыны һәм этаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ихтилал Башҡортостандың бөтөн территорияһына һәм күрше райондарға — Көнсығышта Тубыл йылғаһынан башлап көнбайышта Волгаға, көньяҡта Яйыҡтың урта ағымынан төньяҡта Ҡазанға, Вяткаға һәм Көнгөргә саҡлы йәйелдерелгән.

Ихтилал 4 этапҡа бүленә:

  • 1-се этап: 1704—1706 йй. — ихтилалдың башланыуы;
  • 2-се этап: 1707—1708 йй. — ихтилал хәрәкәтенең иң юғары нөктәһе;
  • 3-сө этап: 1709—1710 йй. — Урал арты өсөн көрәш;
  • 4-се этап: 1711 йыл — ихтилалдың тамамланыуы[4].

Хәрби хәрәкәттәр барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1-се этабы. Ихтилал 1704 йылдың йәйендә башланған. 1705 йылдың башында Өфө өйәҙенә (1586 — 1708) А. С. Сергеев етәкселегендәге каратель экспедицияһы ебәрелгән. Башҡорттар ебәргән вәкилдәрҙе Өфөлә йыйып, армия мәнфәғәттәре өсөн 5 мең баш ат биреүҙе талап иткән. Үлем язаһы янағанлыҡтан, улар ҡаҙнаға 5 мең баш ат бирергә ризалашырға мәжбүр булған. 1705 йылдың яҙында ат йыйыу халыҡты оло талауға әүерелгән. Башҡорттар яуап итеп һалым түләүҙән һәм урындағы властарға буйһоноуҙан баш тартҡан. Дөмәй Ишкәев етәкселегендәге Ҡазан даруғаһы баш күтәреүселәре Ҡама аръяғы ҡәлғәләренә һөжүм иткән, Иман батыр етәкселегендәге Нуғай даруғаһы көрәшселәре Солеваренный ҡаласыҡ тирәһендә хәрәкәт иткән. Башҡорт баш күтәреүселәре батшаға мөрәжәғәт итеү тәҡдимен күтәргән, һәм 1706 йылдың йәйендә 8 башҡорт вәкиле үтенес ҡағыҙын Мәскәүгә алып барған[5], делегацияны Дөмәй Ишкәев етәкләгән. Ләкин батша хөкүмәте үтенес ҡағыҙын ҡарауҙан баш тартҡан. Дөмәй Ишкәевте аҫып үлтергәндәр, ҡалғандарҙы ҡулға алғандар. Быны ишеткән башҡорттар көрәште дауам иткәндәр.

Күмәк халыҡ ҡатнашҡан ихтилал һәм уны баҫтырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2-се этабы. Әхмәтзәки Вәлиди Туған яҙыуынса, башҡорттар Бәрҫеүән буйында (Хажи мәсетендә) ҡоролтайға йыйылалар, унда Алдар тархан (750 башҡорт менән бергә), 1707 йылда ҡаҙаҡтар араһына ҡасҡан Сәйет батырҙың улы (500 ҡаҙаҡ менән бергә) килә. Ҡоролтайҙа Өфөгә һөжүм итергә ҡарар итәләр[6].

1707 йылдың көҙөндә хәрәкәткә бик күп халыҡ йәлеп ителгән. Алдар Иҫәкәйев һәм Күсем Түләкәев етәкселегендәге Нуғай һәм Ҡазан даруғалары башҡорттары 1707 йылдың октябрендә Солеваренный ҡаласығы эргәһендә Хохлов полкын тар-мар иткән. Крайҙың күп ҡәлғәләре ҡаты һөжүмгә дусар ителгән. Декабрҙә баш күтәреүселәр Ҡама йылғаһын аша сыҡҡандар, күрше Көнгөр, Вятка һәм Ҡазан өйәҙҙәренә баҫып ингәндәр.

Рус ватандашлығынан баш тартып, башҡорт феодал юғары ҡатламы Ғосман империяһы йәиһә Ҡырым ханлығы менән вассал мөнәсәбәттәрендә торасаҡ Башҡорт ханлығы булдырыуға ынтылыш яһаған[7] Баш күтәреүселәрҙең береһе Юрматы улусы башҡорто Хажи Аҡҡусҡаров хан тип иғлан ителгән, башҡорттарҙың илсеһе — Морат Солтан ҡырым ханына һәм унан төрөк солтанына мөрәжәғәт иткән. Башҡортостанға ҡайтырға сыҡҡан Морат Солтан Төньяҡ Ҡаф тауына йүнәлгән. Был ваҡытта унда чечендар, аҡсайҙар һәм башҡа төньяҡ ҡаф тауы халыҡтары ла, башҡорттар кеүек, баш күтәргән һәм улар рус ҡаласығы Терскийҙы ҡамауға алған булалар. Әммә Әстерхандан килгән ғәскәр баш күтәреүселәрҙең ҡамауын өҙгән һәм уларҙы сигенергә мәжбүр иткән[8].

1708 йыл башында хөкүмәт П. И. Хованский командалығында баш күтәреүселәргә ҡаршы каратель көстәрен ебәргән. 1708 йылдың апрель-майында башҡорттар К. А. Булавин етәкселегендә баш күтәргән крәҫтиәндәр һәм Дон казактары менән бәйләнеш булдырғандар. 1708 йылдың майында хөкүмәт башҡорттарға тағы ла һөйләшеүҙәр башлау тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Хөкүмәт исеменән Хованский, «прибыльщиктарҙың» талаптарын юҡҡа сығарыу, баш күтәреүселәрҙе ғәфү итеү мөмкинлеген һәм уларҙың урындағы властарҙың башбаштаҡлығы тураһындағы ялыуҙары ҡараласаҡ, тип вәғәҙә биргән. Башкиры согласились прекратить борьбу. Но власти нарушили условия соглашения.

Урал артында йәйелдерелгән хәрәкәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

3-сө этабы. 1709 йылдың яҙында ихтилал Себер һәм Нуғай даруғаһының көнсығыш өлөшөндәге территорияларҙа яңынан тоҡанған. Алдар Иҫәнгилдин һәм Ураҡай Юлдашбаев етәкселегендә Урал артында көрәш йәйелдерелгән. Баш күтәреүселәр ҡараҡалпаҡтар менән бәйләнеш булдырған һәм улар менән берлектә башҡорт ерҙәрендә Иҫәт, Мейәс һәм Тинес йылғалары бассейнында урынлашҡан баструктарға (острог), биҫтәләргә (слобода), заводтарға, монастырь һәм ауылдарға һөжүм иткәндәр. 1710 йылда көрәште башҡорт баш күтәреүселәре үҙҙәре генә дауам иткән. Хөкүмәт Урал артына И. Я. Якушкин командалығындағы 2 полк ебәргән.

Шулай уҡ ихтилалға ҡаршы көрәштә батша хөкүмәте, 1710 йылдың йәйендә баш күтәреүселәрҙең етди еңелеүенә килтергән, Чакдор-Джаб командалығындағы ҡалмыҡ ғәскәрен файҙаланған.[7] Баш күтәреүселәр көрәштән баш тартырға мәжбүр булғандар.

Нуғай һәм Ҡазан даруғаларындағы ихтилал[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

4-се этабы. Ихтилалдың һуңғы этабында, 1711 йылда, башҡорттар Башҡортостан үҙәгендә көрәште яңыртырға тырышып ҡараған. Был ынтылыш Нуғай һәм Ҡазан даруғаһы башҡорттары инициативаһы булған. Ихтилал баҫтырылған, ләкин батша хөкүмәте баш күтәреүселәрҙең талаптарын үтәргә мәжбүр булған.

Ихтилал һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша хөкүмәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын раҫларға, яңы һалымдарҙан баш тартырға, урындағы властарҙың башҡорттарға ҡарата башбаштаҡлығын һәм көс ҡулланыуын танырға мәжбүр булған, һәм 1711 йылдың аҙағында крайҙа сығыштар баҫылған. Шунан һуң ғына (1725 йылда башҡорттар ебәргән илселек императорға яңынан ант иткән) — хөкүмәт башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һәм айырым статусын раҫлаған, закон тарафынан ҡаралмаған ҙур күләмдәге һалымдар талап иткән һәм шул ваҡиғаның ихтилалға килтереүендә ғәйепле хөкүмәт «прибыльщиктары» Сергеевты, Дохов һәм Жихаревты хөкөм иткәндәр һәм язалағандар. Ихтилал һөҙөмтәләре: халыҡ күп ҡырылған, матди юғалтыуҙар иҫ киткес ҙур булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Tepeyurt, Mehmet Bashkirs between Two Worlds, 1552-1824 85. West Virginia University (2012). — «"The wars between Russians and Bashkirs by 1711 ended in a stalemate. Neither party could continue to fight, so they reached a compromise. The government was too weak to impose its will on the natives and the Bashkirs were incapable of removing Russians."».
  2. Политика христианизации
  3. Башкирия в составе русского государства. Восстания против гнёта и насилия 2011 йыл 30 декабрь архивланған.
  4. БАШКИРСКИЕ ВОССТАНИЯ 17-18 вв. 2013 йыл 2 июнь архивланған.
  5. Ҡазан даруғаһынан — Дөмәй Ишкәев, Урсай Мятиков, Үсәй Биғәнәйев, Нуғай даруғаһынан — Тимербулат Яҡшыуанов, Уҫы даруғаһынан — Смаҡ Исаев, Тыныс Тереғолов, Себер даруғаһынан — Ишбай Небесов, Сурағол Туйгилдин.
  6. Ахметзаки Валиди Тоган. История башкир. — Уфа: Китап, 2010. — С. 21—23. — 352 с. — ISBN 978-5-295-05000-8.
  7. 7,0 7,1 Башкирские восстания 17—18 вв.
  8. Лебедев В. И. Булавинское восстание

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Акманов И. Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа: Китап, 1998.
  • Акманов И. Г. Башкирия в составе Российского государства в XVII — первой половине XVIII века. — Свердловск: Изд-во Урал. ун-та, 1991.
  • Рычков П. И. История Оренбургская. — Уфа, 2001. — С.7.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]