Башҡорт йыры
Башҡорт йыры |
Башҡорт йыры — музыка һәм һүҙҙәре башҡорт мәҙәниәте үҫеше барышында формалашҡан йыр. Үҙ эсенә башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен дә, йыр ижад итеүсе шағирҙарҙың әҫәрҙәрен дә һәм халыҡ йырҙарын да индерә. Башҡортостан Республикаһында йыр ижадын популярлаштырыу һәм системалы рәүештә өйрәнеу алып барыла.
Характеристикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт йыры башҡорт мәҙәниәтендә киң таралған музыка жанрҙарының береһе. Башҡорт йырына түбәндәге үҙенсәлектәр хас: куплет-строфа формаһы, музыка ҡоралдарын ҡулланмай башҡарыу мөмкинлеге, кәүҙәләнештең фәлсәфәүи дөйөмлөгө, мелодиканың көйө.
Башҡорт йырҙары халыҡ йырҙарына, башҡорт профессиональ композиторҙар һәм шағирҙар ижад иткән йырҙарға айырыла.
Башҡорт йырҙарының ғилми классификацияһы түбәндәге принциптар буйынса ашырыла:
- Башҡорт йырҙары йыр хикәйәләү тибы буйынса эпик-лирик һәм лирик йырҙарға бүленә. Тыуған илгә һөйөү, тыуған яҡтан айырылып һағыныу йырҙары лирик йырҙар темаларының береһен тәшкил итә. Халыҡ йырҙарының күбеһе йыш ҡына илгиҙәрҙәрҙең Тыуған илгә һағышы менән тулы («Йәнгүзәл», «Ғилмияза», «Ҡысҡырмасы, кәкүк»), йыр ижад итеүсе шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә Тыуған ил төшөнсәһенә киң ҡараш күҙәтелә — («Гузәл Өфөм — баш ҡалам» — Рәғиҙә Янбулатова шиғыры, Х. Әхмәтов музыкаһы, («Һаумы, тиҙәр гөлдәр») — М. Кәрим һүҙҙәре, Н. Мөстәҡимов музыкаһы;
- Функциональ үҙенсәлектәре буйынса йырҙар йола йырҙары һәм йолаға бәйле булмаған йырҙарға айырыла;
- Барлыҡҡа килеү ваҡыты буйынса — фольклор, Совет власы йылдарында, хәҙерге капиталистик осорҙа барлыҡҡа килгән йырҙар;
- Тематикаһы буйынса — патриотик, тарихи йырҙар (Салауат Юлаев, 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы, 1812 йылдағы Ватан һуғышы тураһында йырҙар («Кутузов», «Любизар»), кантон башлыҡтары, башҡорттарҙың ауыр армия һәм рекрут хеҙмәте тураһында), лирик, социаль-көнкүреш, шаян йырҙар. Башҡортостанға, В.И. Ленинға, партияға, комсомолға, удар комсомол төҙөлөштәренә, иҫтәлекле даталарға бағышланған патриотик тарихи йырҙарға рәсмилек, күтәренкелек хас. Бынан тик драматик һәм трагик мотивтарға ҡоролған тарихи йырҙарға ғына ташлама яһала. (Бөйөк Ватан һуғышы тураһында, күптән үткән заман ваҡиғалары һәм шәхестәр тураһында). Тарихи темаға арналған йырҙарҙа башҡорт-урыҫ бәйләнештәре тураһында мәғлүмәттәр табырға була, мәҫәлән: ҡасҡын башҡорт батша Александр II тәхеткә ултыртыу тантанаһында ҡатнаша. («Бейеш-батыр»); көтөү-ҡурайсы батшаға йәйәүләп килә, ҡурай уйнап, уның күңелен күтәрә, уны үҙенә йәлеп итә: теге ҡурайсыға ҡиммәтле кейемдәр һәм аттар бүләк итә («Йәйәүле Мәхмүт»); башҡорт ҡатыны батшаны ҡымыҙ менән дауалай, ә батша уға тун бүләк итә («Сәлиха туны»); умартасы башҡорт Белорет заводы эшсеһе булып китә, әммә әҙ түләнгән «утлы эштән» тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм элекке шөғөлө менән була («Бал ҡорто күп, ә балы юҡ»); ағаһы (ҡустыһы). апайын (һеңлеһен) урыҫ дуҫына кәрттә оттора («Зөлхәбирә», «Зөлҡаһиҙә») һ.б[1];
- Музыкаль стиль үҙенсәлектәре һәм әйтеп биреү сараһы яғынан — ҡыҫҡа көй, һалмаҡ көй, һамаҡлау, оҙон көй[2];
- Башҡарылыу составы һәм фактураһы буйынса музыка ҡорамалдары менән һәм уларһыҙ башҡарылыу, яңғыҙ һәм хор, бер тауышлы һәм күп тауышлы йырҙар айырыла.
Бөтә йырҙарҙы жанр билдәләре буйынса бүлеү өлөшләтә шартлы.
Башҡорт йырҙары өсөн шиғриәттең ритмик төҙөлөшө силлабик системаға ҡарай, баҫымлы ижектәрҙең һаны әһәмиәткә эйә түгел. Система билдәле бер цезураға ярашлы шиғри юлдың дөйөм ижектәр һаны менән алдағы һәм һуңғы юлдарҙың ярашыуына, юлдарҙы ритмик өлөштәргә бүлеүгә нигеҙләнгән.
Ритмик һүрәте буйынса башҡорт йыры текстарының күбеһе строфаларҙың традицион ижекле төҙөлөшөнә эйә: 10-9 — 10-9 йәки 8-7-8-7.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Быуаттар буйына барлыҡҡа килгән башҡорт халыҡ йырҙары телдән йәшәп килгән. Башҡорт йырҙарын тәүге тапҡыр Ырымбур уҡытыусыһы Г. Х. Йәнекәйев А. И. Оводов ярҙамы менән XIX быуат аҙағында яҙып ала. Йырҙарҙың беренсе баҫмалары С.Г. Рыбаковтың «Музыка и песни Уральских мусульман с очерком их быта» (СПб., 1897) китабында сыға.
Беренсе донъя һуғышы осоронда башҡорт йырҙарын шулай уҡ австрия ғалимдары өйрәнә. 1916 йылда фонограф Роберт Лах тарафынан йырҙар балауыҙ пластиналарға яҙыла. Йырҙарҙы Австро-Венгрияла Эгер лагерында башҡорт хәрби әсирҙәре башҡара. Бөгөнгө көндә был йырҙарҙың яҙмалары Вена фәндәр академияһында фоноархивта һаҡлана. Ул яҙмаларға башҡорттар Шәһәрғәзи Күсәмишевтың («Ашҡаҙар», «Ғүмәров»), Исмәғил Ғәлиәхмәттең («Ашҡаҙар», «Межа», «Урал» (ике варианты ла), «Ирәндек», «Үткән ғүмер», «Тыуған ил менән хушлашыу»), Солтангази Мәүлеттең («Һандуғас», «Сибай», «Һаҡмар», «Дала» , һ. б.), Ғәлимйән Тағандың («Һылыуҡай», «Искәндәр», «Төхвәт кантон», «Хәбир», «Кәрим улы», «Урал», «Әхмәтзәки Вәлиди» һ. б.) башҡарыуында йырҙар инә. Йырҙарҙың текстары бит аҫтындағы немец теленә тәржемә менән латин транскрипцияһында башҡорт һәм ғәрәп телендә баҫылып сыға. Хәрби әсирҙәр тарафынан халыҡ йырҙары ла, шулай уҡ үҙҙәре ижад иткән йырҙар ҙа башҡарыла. Мәҫәлән, Карпаттарҙа австриялыларға әсирлеккә эләккән Беренсе донъя һуғышының элекке хәрби әсире Бикеш ауылынан (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Рахматуллин Гәлиәхмәт башҡорт Мусин Мырҙабайҙы ерләгәндән һуң үҙе ижад иткән «Карпаттар» йырын башҡара.
Башҡортостанда профессиональ йыр ижадының барлыҡҡа килеүе XX быуаттың 20—30 -йылдарына тура килә һәм башҡорт композиторҙары Ғ.С.Әлмөхәмәтов, М. М. Вәлиев, С. Ғәбәши, Х. К. Ибраһимов, К. Й. Рәхимов эшмәкәрлеге менән бәйле.
Был дәүер өсөн төрлө йыр жанрҙарын үҙ эсенә алған башҡорт йыры барлыҡҡа килеү хас: башҡорт халыҡ музыкаһы һәм заманса күмәк йырҙар, яңғыҙ башлап һәм ҡушымтала хор менән йырлау («Дан һиңә, Башҡортостан!», З.Ғ.Исмәғилев музыкаһы, Р. Ниғмәти шиғыры, «Комсомол йыры», Х. Ф. Әхмәтов музыкаһы, Ғ. Әмири шиғыры).
40-сы йылдар аҙағында вальс кеүек йырҙар төрө барлыҡҡа килә («Гүзәл Өфөм — баш ҡалам» Р. Янбулатова шиғыры, Х. Әхмәтов музыкаһы, «Төнгө серенада», А. Х. Ғабдрахманов үҙ шиғырына). 50-се йылдарҙа йыр жанрында башҡорт композиторҙары Б.М. Ғәйсин, Н. Ғәлиев, Т. Ш. Кәримов эшләй. 60-сы йылдарҙа композитор П. Әхмәтов, Р. В.Сәлмәнов, Р. М. Хәсәнов,Д.Д. Хәсәншин йыр циклында эшләй.
Йыр жанрының артабанғы үҫеше башҡорт композиторҙары Ш.Ш. Ибраһимов, Ш.З.Кульборисов, Р.Ә. Мортазин, Н.Ғ. Сабитов, Р. В. Сәлмәнов, , 70-80 йылдарҙа — А. Ғабдрахманов, Р. Х. Ғәзизов, М. М. Ғилязев, А. С. Дауытов, Н. Ә. Дауытов, А. М. Ҡобағошев, Н. А. Мөстәҡимов, С. Ә. Низаметдинов, Р. Х. Сәхәүетдинова, Хәсәнов, Т. М. Шәрипов ижадында ала.
XX быуатың 90-сы йылдарынан алып концерт төрө йырҙар үҫеш ала ( «Ҡыр ҡаҙҙары», Н. Ә. Дауытов һәм «Ғашиҡ бул!» Д.Х.Булғакова шиғырҙарына Салауат Низаметдинов музыкаһы, «Аҡсәскә» У. К. Кинйәбулатов шиғырына А. Т. Кәримов музыкаһы, «Мөхәббәтеңә ышанам» Р. Б Әхмәҙиев һүҙҙәренә, Ҡобағошев музыкаһы).
20-се быуат аҙағынан башҡорт йырында академик-йыр-романс (композиторҙар Ғ. С. Дәүләтбирҙин, С. Р. Сәлмәнов, А. Р. Сәлмәнов), эстрада (А. Б. Туҡтағолов, Ю. Х. Уҙәнбаев һ.б.) юнәлеш ала.
Башҡорт халыҡ һәм автор йырҙары башҡорт опера, балет, симфоник, камера-инструменталь музыкаһына йоғонто яһай.
Профессиональ композиторҙарҙың йыр ижадындағы ҙур урынды балалар өсөн йырҙар биләй.
Башҡорт йырҙарын популярлаштырыуға Башҡортостанда мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының милли сәйәсәте тарафынан үткәрелгән «Ирәндек моңдары» (Сибай), Абдулла Солтанов, С. Абдуллин призына кеүек йыр конкурстары һ.б.булышлыҡ итә.
Билдәле башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айҙар Ғәлимов, Гәрәев Ф. Ф., Фидан Ғафаров, Ғиззәтуллин Р., Ғәззәлова Ф., Радик Гәрәев, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Гөлдәр Ишҡыуатова, Мәһәҙиева Б., Фәрит Бикбулатов, Зәки Мәхмутов, Флүрә Килдеярова, Сөләймән Абдуллин, Солтанбаев И., Абдулла Солтанов, Мәүлетбай Ғәйнетдинов һ.б.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илимбетов В. Х. Поэтика башкирских песен. Уфа, 1998.
- Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши. 2-е изд. М., 1965;
- Фоменков М. П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976;
- Сулейманов Р. С. Жемчужины народного творчества Урала. Уфа, 1995.
- Песни военнопленных / пер. с нем. на башкирский язык З. Раемгужиной, А. Салихова // Ватандаш. 1998. № 4. С. 106—119. (На башк. яз.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ф. Надршина. Ст. Башкирско-русские историко-культурные связи в фольклоре. Журнал Ватандаш. 2018 йыл 9 ғинуар архивланған.
- ↑ Башхорт йырэарыныц классификация^ /Классификация башкирских песен. Родной язык и литература: вопросы изучения и преподавания. Уфа, 1994. с.113-114. /на башк. яз./
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. С. Галина. Ст. 2016 йыл 7 ноябрь архивланған. Песня. 2016 йыл 7 ноябрь архивланған. Башкирская энциклопедия.
- Поэтика башкирских песен
- Башкирская протяжная песня
- А. Г. Салихов. Песни башкирских военнопленных времен первой мировой войны: современное состояние изучения
- Песенное творчество челябинских башкир: жанровое своеобразие и поэтические особенности