Эстәлеккә күсергә

Башҡорт милли биҙәүестәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт милли биҙәүестәре — башҡорттарҙа матурлыҡ маҡсатында кейем-һалымды, тәнде биҙәү өсөн ҡулланылған әйберҙәр, биҙәнеү алымдары, ысулдары, йыһаздар.

Башҡорт милли биҙәүестәре уларҙың йәшәйеш, тормош тәртибе, матурлыҡ тураһында ҡараштарын, ырыу эсендәге тәртиптәрҙе, ғәиләнең йәмғиәттәге урынын сағылдырған, һаҡлау, яҡлау, биҙәнеү, ҡупшыланыу маҡсатын күҙ алдында тотҡан. Ислам менән бергә доғалар яҙылған бетеүҙәр ҙә ҡулланыла башлаған.

Биҙәүестәр ирҙәрҙекенә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүленә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, М. В. Нестеров исемендәге Башкорт дәүләт художество музеендә, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәгенең археология һәм этнография бүлегендә, Стәрлетамак һәм Салауаттың крайҙы өйрәнеү музейҙарында, Башҡорт дәүләт университетеның Стәрлетамак филиалындағы археология музейында биҙәүестәрҙең өлгөләре тупланған.

Башҡорт милли биҙәүестәре

Башҡорт милли биҙәүестәре -тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, шулай уҡ биҙәүестәре лә халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына бәйле кәлепләштереп, тормош ихтыяждары-нан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше.

Башҡорт милли биҙәүестәре төрлө йүнәлештә эшләгән ғалимдар өйрәнгән һәм ҡағыҙға теркәгән, яҙмалар ҡалдырған: сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар, историки, археологтар һ.б. Улар араһында П. С. Паллас, С. И. Руденко, В. А. Арнольдов, Н. В. Бикбулатов, И. Г. Георги, А. Емельянов, А. Игнатович, Г. Х. Казбулатова, Р. Г. Кузеев, И. И. Лепехин һ.б. Уларҙы төбәктәрҙә ойошторолған күп һанлы экспедициялар мәлендә өйрәнгәндәр, йыйғандар.

Йәш башҡорт ҡыҙы

Кейем кеүек, аҫыл биҙәүестәр ҙә ирҙәрҙекенә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына бүленә. Ирҙәрҙә был мөһөрле балдаҡтар, ҡатын-ҡыҙҙарҙа сулпы[1] — баҡыр һәм көмөштән парлы биҙәүестәр, алҡалар, беләҙектәр, мунсаҡтар керә.Мосолман булараҡ, ирҙәргә алтын әйберҙәр: балдаҡ, сәғәт, сылбыр, беләҙек тыйылған. Ир-егеттәр ҡәмәр - көмөш, уҡа-мәрйен менән биҙәлгән яҫы билбау, ҡайыш йөрөткән [2].

Кейем өсөн биҙәүестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кейемде биҙәү өсөн башҡорттар көмөш аҡсалар, мәрйен, быяла, гәрәбә, диңгеҙ ҡабырсаҡтары, аҡыҡ(сердолик) файҙаланғандар. Материалдарҙы ң бер өлөшен Көнсығыш һәм Кавказ илдәренән һатып алғандар.

Ҡатын-ҡыҙҙар түштәрен биҙәү өсөн түшелдерек (күкрәксә) ҡулланыла. Түшелдеректәрҙе тығыҙ буҫтауҙан тегеп, тәңкә, ынйы, мәрйендәр, сылбыр, зыңғырлауыҡтар, ҡабырсаҡ-тар, айылдар менән семәрләп, селтәрләп биҙәктәр теккәндәр. Толомдарын үрместәр менән биҙәгәндәр. Үрместәр өсөн таҫма, йөндән йәки ат ҡылынан үреп эшләнгән бау ҡулланғандар. Үрместәрҙе тәңкәләр, сылтыраҡ, сулпылар менән биҙәгәндәр. Оло йәштәге ҡатындар һәм ҡыҙҙар сәсенә ҡаралыҡ — осо суҡланған дүрт йәки биш ептән торған бау үргән. Өлкәндәрҙә ул ҡара, йәштәрҙеке төрлө төҫтә булған.

Йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә йәшерәктәре, сәсенә селтәрле йәки биҙәкле, төҫлө быяла ҡаштар һәм төрлө таштар ҡуйылған сулпы таҡҡан. Ҡыҙҙарҙың махсус сәс биҙәүесе сәсмәү, елкәлек һәм арҡалыҡ булған. Сәсмәү бер нисә (4-тән алып 16-ға тиклем) төрлө төҫлө муйынсаҡтар, быяла йәки мәрйен теҙелгән ептәрҙән торған, улар бер-береһенә ҡайыш йәки ҡурғаш менән нығытылған. Өҫкө яҡтан оҙон булмаған епкә беркетелеп, толомға нығытып ҡуйылған, ә аҫ яғы төҫлө ебәк йәки йөн суҡтар менән тамамланан.

Елкәлек тигән биҙәүестәр ныҡ таралған булған. Елкәлекте ҡыҙҙар толом өҫтөнән йөрөткән. Ул оҙонса, өҫкө яғы уралған туҡыма киҫәге булған ҡалын эслекле, ус аяһы ҙурлығында, тотош мәрйен менән ҡапланған.

Иң йыш осраған биҙәнеү әйберҙәренән һырғаны (алҡа) атарға мөмкин. Һырға үҙ-ара тоташтырылған ҙур көмөш тәңкәләрҙән йәки сүкеп биҙәк төшөрөлгән тимер тәңкәләрҙән тора.

Һаҡал менән селтәр башҡорт халҡында киң таралған, әммә төбәктәренә ҡарап, төрлөсә биҙәлгән. Уға ҡарап, баш­ҡорттарҙың йәшәгән төбәген, социаль хәлен билдәләп була. Әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала өсөн бәләкәй саҡта уҡ һаҡалға мәрйен, тәңкә һәм башҡа биҙәү әйберҙәре тегелә башлай. Селтәр тип аталған биҙәү әйбере һаҡалдан формаһы менән айырыла. Һаҡал дүрт мөйөшлө була, ә селтәрҙең өҫ яғы тарыраҡ, ә аҫҡа табан киңәйеберәк китә.

Һарауыс (Хараус) — башҡорт милли кейемендә ҡатын -ҡыҙҙарға ма ңлай өсөн биҙәүес булып тора. Ул семәрләп һуғылған киндер туҡыманан эшләнә.Ҡыҙыл йәки һоро төҫтәге буй туҡыма менән ҡаймаланған була.

Башҡорттарҙың төрлө разных этнографик төркөмдәрендә биҙәүестәре исеме(атамаһы), ҙурлығы, формаһы(шәкеле), туҡыма өҫтөнә биҙәк итеп өҫтән тегеп ҡуя торған металл һәм мәрйен билгеләрҙең һаны, нисбәте буйынса айырылған.

Кейем биҙәүестәренеү береһе- каптырма[3] Металл (көмөштән эшләнгән айыл, ырғаҡ, сулпыларҙан) йыйылмаларынан торған билбау. Көмөш башҡорттарҙа биҙәүес кенә түгел, ә һаҡлаусы, дауалаусы металл булараҡ ҡулланылған. Ен-шайтан килмәһен тип башҡорт ҡатындары көмөш һырға, көмөш беләҙек, көмөш йөҙөк кейгәндәр.

  1.  (рус.)Сулпы
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 751-се бит
  3.  (рус.) Каптырма
  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964;
  • Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г., Шитова С. Н. Декоративное творчество башкирского народа. Уфа, 1979;
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. Уфа, 1995.