Башҡорт милли йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡорт милли йорто — ҡоролма, башҡорттарҙың йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү урыны.

Башҡорт өйө янында. С. М. Прокудин-Горский фотоһүрәте, 1910 йыл
1900—1910 йылдарҙа Дәүләкәндә башҡорттар торлағы

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Археологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Башҡортостан биләмәләрендә торлаҡ орттар тәүге таш быуатта уҡ барлыҡҡа килгән.

Торлаҡ йорттар төрлө дәүерҙә халыҡтың үҫеш кимәлен сағылдырған һәм шуға бәйле төҙөлгән:

  • палеолит дәүерендә — мәмерйәләрҙә, ҡая тарлауыҡтарында, бер аҙ уйып, бүрәнәләр менән ҡаплап ҡаяларҙа ҡорғандар (Суртанды торалары).
  • неолит һәм энеолит дәүерендә — ер өйҙәр төҙөлгән.
  • бронза һәм тимер быуатта ер өҫтө ҡаралтылары, ер йәки балсыҡ ҡатыш ер иҙәнле таштан, балсыҡтан, ағас бүрәнәләрҙән ҡоролған ер өйҙәре, ярым ер өйҙәре өҫтөнлөк алған. Тура мөйөшлө торлаҡтарға 1 һәм 2-4 яҡлы ҡыйыҡ та эшләгәндәр. Торлаҡтарҙа асыҡ усаҡтар, хужалыҡ соҡорҙары булған.

Бронза быуаты мәҙәниәте:

  • Абаш мәҙәниәте халҡы дүртмөйөшлө йә тура мөйөшлө ер өҫтө торлаҡтарында йәшәгән. Улар 1, 2-4 яҡлы ҡыйыҡлы, күп камералы булған. Айырым ишекле камералар ҡышҡы һәм йәйге миҙгелдәрҙә кеше йәшәй һәм эшләй торған бүлмәләрҙән торған (Береговка археологик микрорайоны);[1]
  • Һынташты мәҙәниәте ваҡытында биләмәләрендә ҡоҙоҡтар, баҙҙар, хужалыҡ соҡорҙары, металл иретеү мейестәре булған (Арҡайым, Берсуат), трапеция йәки тура мөйөш итеп бүрәнән һәм тупраҡтан эшләнгән күп камералы ер өҫтө торлаҡтары төҙөгәндәр. (Арҡайым,Берсуат)[2]
  • Бура мәҙәниәте өсөн бағана конструкциялы тура мөйөшлө йәки оҙонса түңәрәк формалағы, 1, 2 яҡлы ҡыйыҡлы ер өйҙәр, ярым ер өйҙәр һәм ер өҫтө торлаҡтарының булыуы билдәле. Бындай өй-торлаҡтарҙың стеналары горизонталь бүрәнәләрҙән теҙеп һалынған, иҙәне ағас, усағы һәм хужалыҡ соҡорҙары булған (Таулыҡай торамаһы).
  • Федоровка мәҙәниәте халҡы бүрәнә конструкциялы дүрт мөйөшлө йә тура мөйөшлө ярым ер өйҙәр, ер өҫтө торлаҡтары төҙөгән.
  • Петровка мәҙәниәте халҡы тура мөйөшлө торлаҡтарҙа йәшәгән;
  • Алакүл, Ҡазан яны, Черкаскүл, Гамаюн, Пьяный Бор, Имәнкиҫкә мәҙәниәте халҡы өсөн хужалыҡ ҡаралтылары булған, бурап эшләнгән каркас конструкциялы ер өҫтө торлаҡтары хас.

Күсмә һәм ярым күсмә тормош алып барған башҡорттар йәйге осорҙа ваҡытлыса һәм ҡыш даими йәшәү өсөн торлаҡтар кәрәк булған. Йәшәү рәүешенә яраҡлаштырып, ваҡытлыса һәм даими йәшәү торлаҡтары ҡоролған.

Ваҡытлыса йорттар башҡорттарҙың йәйләүҙәрендә ҡоролған. Уларға тирмәләр; конус формаһындағы туҙҙан, йүкәнән, ҡайырынан яһалған ҡыуыштар; балағандар; ағас бурама; ҡамыш сатырҙар; кейеҙ кибет ҡош торлаҡ ингән. Урал тауҙарынын көньяҡ һырттарында Башҡортостандың Йылайыр, Күгәрсен райондарында йыйылма аласыҡтар ҡорғандар. Иң яйлыһы тирмә һаналған.

Ултыраҡ йорттар каркас конструкциялы итеп төҙөлгән. Бындай йорт төҙөгәндә түбәне каркастың бағаналарына терәткәндәр һәм буш ҡалған урындарға ситән үргәндәр, ағас, ер, балсыҡ, саман тултырғандар. Өйҙөң нигеҙен бүрәнәнән, таштан йәки яҫы таштарҙан ҡорғандар. Иҙән таҡтанан эшләнгән, ҡайһы саҡта ер, балсыҡ ҡатыш та булған. Ҡыйыҡты бүрәнә фронтондарға йә һайғауҙарға терәтеп һалғандар. Серемәһен өсөн, ҡыйыҡты фронтонһыҙ ҙа эшләгәндәр. Башҡортостандың таулы-урманлы төбәктәренә ҡыйыҡтын атламаһы булмаған[3]. Аш әҙерләү, аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн өй янында йүкәнән, ситәндән аласыҡ ҡорғандар.

XIX быуатта башҡорттар таралып ултырып, ҙур территория биләп йәшәгән һәм төрлө төбәктә йәшәүсе халыҡтың йәшәү рәүешенә ярашлы төрлө типтағы өйҙәр төҙөлгән:

  • таштан — тура мөйөшлө, алғы яҡ стеналары бейегерәк;
  • бура өй — соланлы, 4 стеналы (дүрт мөйөшлө өй, һынар өй);
  • саман өй — сей кирбестән, яҫы йә һөҙәк ҡыйыҡлы;
  • ситән өй — ҡаҙыҡтарҙы талсыбыҡ менән уратып, эстән һәм тыштан балсыҡ менән һылап эшләгәндәр;
  • кәҫ йә кәҫ ҡатлам өй — кәҫ киҫәктәренең үләнле яғын аҫта ҡалдырғандар һәм араларына һайғауҙар һалып нығытҡандар.

Ултыраҡ торлаҡтарҙың тәҙрәләре булған.

Тирмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тирмәләрҙе башҡорттар кейеҙҙән, ағастан, тиренән ҡорған. Уның эске өлөшөндә ҡайыштар менән нығытылған рәшәткә булған. Өҫтә төтөн һәм яҡтылыҡ үтһен өсөн ағастан эшләп түнәрәк тишек ҡалдырғандар. Шаршау тирмәне ике өлөшкә бүлгән. Уң яғы, бәләкәйерәк өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы һаналған. Унда йоҡлағандар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, кейемдәр, йыйынтыҡтар һаҡланған. Һул яғы ирҙәрҙеке — ҡунаҡтарҙы шунда ҡабул итеп һыйлағандар. Тирмәнең ишеге көньяҡтан булған.

Йортто биҙәү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҙыл төҫ башҡорттарҙа һаҡлаусы төҫ һаналған. Тирмәнең башын, ишеген, ҡара көстәр үтеп инмәһен өсөн, ҡыҙыл-һоро төҫкә буяғандар.

Өйҙөң алғы яғы нығыраҡ биҙәлгән. XIX быуаттан башлап, тәҙрә ҡапҡастарын ромб йәки түңәрәк кеүек биҙәктәр яһап буяғандар. Бигерәк тә өҫкө өлөшөн семәрләп яһағандар. Башҡорттар торлаҡтарын һуғып сигелгән балаҫтар, таҫтамалдар, байрам кейемдәре, ҡорал, һунар һәм ат егеү әйберҙәре менән биҙәгәндәр.

Эске йыһаз[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт йортоноң ишеккә ҡаршы яғы, төньяҡ өлөшө, төп урын булып һаналған һәм ҡунаҡтар өсөн тәғәйенләнгән. Торлаҡ уртаһында утлыҡ торған, ә уның өҫтөндә — төтөн сығыу өсөн тишек. Әгәр утлыҡ тышта булһа, урталыҡта ашъяулыҡ йәйгәндәр, уның тирәләп йомшаҡ түшәктәр түшәгәндәр, мендәрҙәр ҡуйғандар. Иҙәндә келәмдәр, мендәрҙәр ятҡан. Туҡыма әйберҙәр, келәмдәр, балаҫтар, кейеҙҙәр, ашъяулыҡтар, шаршау-ҡорғандар һәм таҫтамалдар өйҙә мәнәғә эйә булғандар — өй биләмәһен ҡурсаулы иткәндәр.

Ирҙәр яртыһында балаҫтар, юрғандар, мендәрҙәр, йомшаҡ түшәктәр менән ағас аҫлыҡта ултырған һандыҡ торған. Стенаға байрам кейемдәре эленгән. Иң күренекле урында — эйәр, йүгән, ҡамыт, дилбегә, тире һауытта йәйә һәм уҡтар, ҡылыс. Ҡатын-ҡыҙҙар яғында ағастан, туҙҙан эшләнгән һауыт-һабалар үҙе бер йәм биреп торған.

Өйҙөң төп йыһазы булып таҡта һикеләр, урындыҡтар һаналған. Уларҙы кейеҙҙәр һәм балаҫтар, һырланған юрғандар менән япҡандар, мендәрҙәр ҡуйғандар. Урындыҡта йоҡлағандар һәм ашағандар. Донъя дүрт яҡлы икәнен анлатыусы ҡыя дүрт мөйөш ромб кеүек биҙәктәр менән урындыҡ ситтәрен биҙәгәндәр.

Ултыраҡ торлаҡтарҙы ҡышҡы һыуыҡтарҙа сыуал мейес йылытҡан. Башҡорттарҙың боронғо ышаныуҙарына ҡарағанда, мейестә өй хужаһы йәшәй, ә асыҡ торба аша шайтан үтеп инергә мөмкин, тип ышанғандар, шуға ла ут янып бөткәс, мейес тишектәрен ябыр булғандар.

Музейҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорттарҙың торлағы тураһында мәғлүмәттәр Башҡортостан Республикаһы музейҙарында тупланған:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • Руденко С. И. «Башкиры: Опыт этнологической монографии». Ч.2. Быт башкир. Л., 1925
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.-Л., 1955;
  • Шитова С. Н. Традиционные поселения и жилища башкир. М., 1984.
  • Масленникова Т. А. Художественное оформление башкирского народного жилища. Уфа.: Гилем, 1998. 9,6 п.л.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]