Эстәлеккә күсергә

Башҡорт тауышы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Башҡорт тауышы»
Тип

сәйәси

«Башҡорт тауышы» — ижтимағи-сәйәси гәзит.

Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге тарафыннан аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт һәм урыҫ телдәрендә нәшер ителгән гәзит[1].

1918 йылдың 17 июленән 19 авгусына тиклем аҙнаһына бер тапҡыр Ырымбурҙа «Яңы ваҡыт» типографияһында нәшер ителә. Барлығы өс номеры сыға.

Башҡорт ғәскәрен төҙөү, Рәсәйҙәге хәл, граждандар һуғышы тураһында хәбәрҙәр баҫыла. Мөхәррире — Х. Ғәбитов.

1918 йылдың 20 авгусында Башҡорт хөкүмәте ҡарарына ярашлы «Башҡорт» гәзите менән «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзитенә берләштерелә.