Эстәлеккә күсергә

Башҡорт теленең лексикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт теленең лексикаһы

Башҡорт теленең лексикаһы — башҡорт телендәге хәҙерге йәки элек булған лексемалар (һүҙҙәр) йыйылмаһы. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы башҡа төрки телдәрҙән үҙенсәлекле структуралы берәмектәре менән айырылып торған һүҙҙәр төркөмө системаһынан ғибәрәт.

Башҡорт теленең лексикаһын өйрәнеү XVIII быуаттың аҙағында башлана. Екатерина II-нең әмере менән бөтә билдәле халыҡтарҙың этнографияһына, фольклорына, теленә ҡағылған материалдарҙы йыйыу буйынса үҙәкләштерелгән эш башлана.

Башҡорт теленә ҡағылған материалдарҙың бер өлөшө академик П. С. Палластың рус һәм латин телдәрендә баҫылған ике томлы «Сравнительные словари всех языков и наречий» хеҙмәтенә индерелә. Екатеринаның һәм Палластың "Һүҙлектәр"енә («Словари») башҡорт теленең 285 һүҙе инә.

Башҡорттарҙың көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тасуирланған XIX быуаттағы күп һанлы тикшеренеүҙәр араһында Н. С. Попов (1813), П. И. Небольсин (1874), В. М. Флоринский (1874), М. В. Лоссиевский (1883), С. Г. Рыбаков (1897), Д. П. Никольский (1890, 1899) эштәре билдәле.

XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттар П. Назаров, Б. Юлыев, М. Вайышевтың хеҙмәттәре донъя күрә.

XX быуат тикшеренеүселәреС. И. Руденко, В. И. Филоненко, Р. Ғ. Кузеев, Н. В. Бикбулатовтарҙың фәнни хеҙмәттәрендә лексикология буйынса тәрән анализ һәм ҙур материал туплана.

Башҡорт лексикаһының нигеҙен күбеһе үҙҙәренең беренсел мәғәнәһен һаҡлаған дөйөм төрки һәм ғәмәлдә фольклор һәм этнография төшөнсәләрен аңлатҡан (йәйләү «летовка» — «летняя стоянка», төндөк — «вентиляционное отверстие», хайуандар һәм үҫемлектәр атамалары, йәше, енесе һәм туғанлығы (кейәү бала «зять», ҡиәмәтлек атай, инәй «посаженые отец и мать», кейәү егете «шафер, друг жениха» һүҙҙәр тәшкил итә.

Башҡорт лексикаһында дөйөм төрөк һәм ысын башҡорт һүҙҙәре 60 %, сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр 40 % тәшкил итә. Лексикала үҙенсәлекле урынды нығынған семантик яҡтан бүленмәгән һүҙ берләшмәләре — фразеологизмдар биләй; һүҙ комплексын яңынан ҡарау нигеҙендә уның теүәл дөйөмләштереү-күсмә мәғәнәһе формалашҡан, мәҫәлән, «ләм-мим һүҙ әйтмәү» (не проронить ни одного слова, набрать в рот воды); һүҙмә-һүҙ — Ләм дә (ғәрәп алфавиты хәрефе) әйтмәү, бер ни ҙә — Мим (ғәрәп алфавиты хәрефе); «эт менән бесәй кеүек йәшәү» (жить как собака с кошкой).

Актив һәм пассив лексика айырыла:

  • Актив лексика даимилыҡ (стабиль), һүҙьяһалышта юғары ярашыусанлыҡ һәм әүҙемлек менән билдәләнә, көндәлек телмәрҙә йыш ҡулланылған һүҙҙәрҙән тора;
  • Пассив лексика үҙ эсенә башҡорт теле диалект һүҙҙәрен индерә, профессионализмдар, терминология стилистик дифференциацияланыуы һәм телдең тарихи үҫеш шарттарын сағылдырыуы (иҫкергән һүҙҙәр, неологизмдар) менән билдәләнә.

Иҫкергән һүҙҙәр (архаизмдар) берәүҙәрҙең иҫкереүе һәм башҡа һүҙҙәрҙең үҫеше барышында барлыҡҡа килгән. Һүҙ-этнографизмдар — архаизм: зәхмәт «билдәһеҙ яуыз көстәр алып килтергән сир, ғазап», имләүес «имләү предметтары», ҡортбаш «ҡатын-ҡыҙ биҙәүесендә ҡулланылған ужовка ҡабырсағы».

Лексика лексикология, ономасиология, семасиология, социолингвистика, этимологияны өйрәнеү предметы булып тора. Лексиканы яҙып ҡуйыуҙың төп сараһы булып һүҙлектәр тора[1].

  • Башҡорт теленең фразеологияһы,
  • Башҡорт теленең антонимдары.

Сит телдәрҙән алынған һүҙҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙләштереү ул бер телдең һүҙҙәрен икенсе телгә индереү процесы. Үҙләштереүҙең сәбәптәре булып күрше халыҡтар менән хәрби, сауҙа, сәйәси һәм мәҙәни бәйләнеш булдырыу ихтыяжы тора.

  • Урыҫ теленән үҙләштереү. Башҡорт теле һүҙлек составында башҡорттарҙың XVI быуаттан алып XX быуатҡа саҡлы урыҫ теленән үҙләштергән («арыш» — «рожь», бүрәнә — «бревно», «биҙрә» — «ведро», өйәҙ — «уезд» һ.б.) һүҙҙәре бар. ХХ быуатта фән, техника, мәҙәниәт, сәнғәт, сәнәғәт, сәйәсәт сфераһынан һүҙҙәр («конституция», «телевизор», «ракета», «массовый», «коммунизм» һ.б.) үҙләштерелгән.
  • Фарсы теленән үҙләштереүҙәр. Фарсы һүҙҙәренең күпселеге башҡорт теленә бик боронғо ваҡыттарҙа ингән («абруй» — «авторитет», «бөхтә» — «аккуратный», «бәhлеүән» — «богатырь», «фарман» — «приказ», быу «пар», йәм «красота», йән «душа», таҙа «чистый», ыҫпай «аккуратный», нәҙек «тонкий», сибәр «красивый», анһат «легкий», шәрә «голый», оҫта «умелый», тән «тело, плоть», сыбар «пестрый», тиҫтә «десяток», таба «сковорода», таҡта «доска»). Һүҙҙәрҙең күпмелер өлөшө башҡорттарҙың иран телле халыҡтар менән сауҙа мөнәсәбәттәре аша үтеп ингән (бол — «деньги, припас», 6aha — «цена», сауҙа — «торговля», сауҙагәр — «купец», арзан — «дешевый», кәсеп — «занятие, промысел, ремесло», дана — «штука», сирек — «четверть», быяла — «стекло»). Фарсы һүҙҙәренең күпселек өлөшө башҡорт теленә иҫке төрки теле аша күскән (хоҙай — «бог», ураҙа — «пост», ахун — «ахунд — мосолмандарҙа дини дәрәжә», шәкерт — «шакирд — мәҙрәсә уҡыусыһы», фәрештә — «ангел», гонah — «грех», пур — «могила», дейеү — «див», аждаһа — «дракон», хәстә — «болезнь», хыялый — «сумасшедший», дошман — «враг», хужа — «хозяин», дуҫ — «друг», зат — «род», диуана — «блаженный»).
  • Ғәрәп теленән үҙләштереүҙәр. Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, китаптар аша башҡорт теленә ғәрәп һүҙҙәре үтеп ингән («аkыл» — «разум», «аманат» — «һаҡлауға бирелгән әйбер», «бәхил» — «прощение», «бәхәс» — «спор» һ.б.).

Башҡорт телендәге ғәрәп үҙләштереүҙәре түбәндәге фонетик үҙгәрештәргә дусар булған: өндөң йә өндәрҙең ҡушылыуына; өндөң йә өндәрҙең төшөп ҡалыуына; айырым өндәрҙең нигеҙ составында ярашлылығына; баҫым күсеүенә; нигеҙҙең ҡатылығына йәки йомшаҡлығына һ.б.

Ғәрәп үҙләштереүҙәренең үҙенсәлеге булып грамматикаларҙың айырмалығы тора. Хәҙерге башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн. Ғәрәп телендә 6 һуҙынҡы: шуның 3 ҡыҫҡа — а, и, у һәм 3 оҙон — а, и, у һуҙынҡыһы. Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре алғы рәт һуҙынҡыларына — э, и, в, е, у (йомшаҡ әйтелеш) һәм артҡы рәт һуҙынҡыларына — ы, а, у, о (ҡаты әйтелеш) бүленә. Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, боронғо ысын башҡорт һүҙҙәрендә, йә тик алғы рәт һуҙынҡылары ғына, йә тик артҡы рәт һуҙынҡылары ғына ҡулланылыуы мөмкин. Был сингармонизм законы тип атала. Миҫалдар: уҡыусылар, эшселәр, йөҙөүселәр, килеүселәр, барыусылар. Ғәрәп телендә сингармонизм законы юҡ. Шуның өсөн бер үк һүҙҙә бер үк ваҡытта ҡалын һуҙынҡылар ҙа, йомшаҡ һуҙынҡылар ҙа ҡулланылыуы мөмкин. Миҫалдар: [калэмун], ч1^ [китабун], ¿цй [та’рихун] һ.б. Башҡорт телендә һүҙҙең ҡалын әйтелешендә һуҙынҡының тәьҫире өҫтөнлөклө булһа, ғәрәп телендә һуҙынҡы өндөң ҡаты әйтелешенә тартынҡы өндәрҙең ҡаты әйтелеше йоғонто яһай. Мәҫәлән: аталар (башҡорт һүҙендә ҡаты әйтелеш [а] һуҙынҡыһына бәйләнгән), алла (ғәрәп телендә һүҙҙең ҡаты әйтелеше [л] тартынҡыһының ҡатылығына бәйләнгән).

Ғәрәп оҙон һуҙынҡылары һүҙҙең мәғәнәһен айырыусы ролен үйнай: ч"5 [катаба] — «писать»; [катаба] — «переписываться»; ^ [матарун] — «дождь»; [матарун] — «аэропорт». Ғәрәп ҡыҫҡа һуҙынҡыһы «у» үҙләштергәндә «о» булып үҙгәрә, мәҫәлән: оА" [мумкинун] (ғәрәпсә) — мемкин(башҡ.). Аҙаҡҡы "хамза"лы һүҙҙәрҙә «хамза» әйтелмәй, ә «хамза» алдындағы оҙон һуҙынҡы ҡыҫҡа кеүек әйтелә, мәҫәлән: [бала’ун] (ғәрәпсә) — бәлә «беда» (башҡ.) һ.б.

Башҡорт һүҙҙәренән айырмалы рәүештә, ғәрәп һүҙҙәренең тағы ла бер үҙенсәлеге булып һүҙҙәрҙең гел генә тартынҡынан башланыуын әйтергә була. Һүҙ башында а, и, у һуҙынҡылары алдынан «хамза» әйтелә.

  • Удмурт теленән үҙләштереүҙәр. Удмурт һүҙҙәре башҡорттарҙың күрше халыҡ менән туранан-тура аралашыу барышында үҙләштерелгән һәм башҡорттарҙың йәнле һөйләш теленә үҙ-ара оҙайлы тығыҙ мәҙәни-иҡтисади бәйләнештәре аша килеп ингән: пелмин (ғәйнә), пилмин (ғәйнә, урта) [9 т. I, с. 144; 2, с. 90; 3, с. 263]. Бүкән, диал. (арғаяш, дим, төньяҡ-көнб., урта, урта урал, һаҡмар.) «табуретка», (арғаяш, ҡыҙыл, һаҡмар) «стул», (урта) «пенёк», (ҡыҙыл, урта) «обрубок, чурбан», (төньяҡ-көнс., урта, ырғыҙ) «подушка (арбаның)» һ.б. .
  • Безэквивалентная лексика башкирского языка. Самситова Л. Х. Уфа. 2002.
  • Багаутдинова М. И. Этнографическая лексика башкирского языка: Автореф. дис.канд. филол. наук. Уфа, 1997. — 24 с.
  • Бархударов Л. C. Язык и перевод. — М., 1975. — С. 94-95.
  • Вопросы лексикологии и лексикографии башкирского языка / Отв. ред. З. Г. Ураксин. Уфа, 1983. — 128 с.
  • Ишбердин Эрнст Файзрахманович Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.
  • Ишбулатова Х. Д. Башҡорт теленең тормош-көнкүреш лексикаһы. — Өфө, 2002. — 156 бит.
  • Словарь этнографических терминов башкирского языка. — Уфа. 1994.
  • Терегулова Р. Н. Русские заимствования в башкирском языке. — Уфа, 1957.
  • Хисамитдинова Фирдаус Гильмитдиновна История изучения лексики башкирского языка // ALTAISTICS and TURKOLOGY. — 2013. — № 1.
  • Әхтәмов М. Х. Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология: Уҡыу ҡулланмаһы. − Өфө, 1986. — 136 б.