Башҡорт халыҡ уйындары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт халыҡ уйындары — башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә.Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡыр бүкән уйыны

Уйындар түбәндәге төркәмдәргә бүленә:

  • бала-саға уйындары (ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, уҡсы, баҡыр бүкән, күҙ бәйләш, гөрөлдәк, өс ҡуңыс, таяҡ ташлаш, өс эт, ҡул туп, тирмә[1] — улар барыһы ла үҙҙәренең йөкмәткеһе буйынса рус халҡының жмурки, прятки, горелки, лапта һәм башҡа уйындарына оҡшаш) һәм өлкәндәр уйындары;
  • персонаждары булған сюжетлы-ролле («убырлы ҡарсыҡ» — «ведьма», «айыу менән ҡуяндар» — «медведь и зайцы», «йәшерәм яулыҡ» — «прячу платочек») һәм сюжетһыҙ ярыш уйындары («Йәмшәйгән уҡ», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Йәбешкәк түңгәктәр» һ.б.);
  • йәнлектәрҙе һәм ҡош-ҡортарҙы эләкләгән импровизациялы уйын-бейеүҙәр: «Ҡорҙар уйыны», «Кәкүктәр уйыны»;
  • спорт уйындары: йүгереш (бег на перегонки), тоҡ кейеп йүгереү, тоҡтар менән һуғышыу, ҡолға буйлап үрмәләү, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү,һуғылған таҫтамалдарҙы тартыш һ.б. («Уҡ атыу» — «стрельба из лука», «Күк бүре» — «серый волк», «тал сабыу» — «рубка лозы», «ҡырҡҡы уҡ» — «расщепляющая стрела», «өс бүкән» — «три пня».
  • байрамдарҙы оҙатыусы уйындар (Ҡарғатуй, Һабантуй, Майҙан, Туй) шулай уҡ, кешенең тыуым һәм үлеме, балалыҡтан оло тормошҡа күсеү, ғаилә ҡороу кеүек тормош осорҙары менән бәйле уйындар), календарь байрам уйындары.
  • ирҙәр (атлы спорт) Һәм ҡатын-ҡыҙ уйындары.
  • танып белеү уйындары.

Уйналыу урынына ҡарап, башҡорт уйындары өйҙә («аулаҡ өй» — «девичник», «йондоҙ һанау» — «звездочёт» һ.б.) һәм ҡырға сығып уйнай торғандарға («түңәрәк» — «хороводы», «яулыҡ сөйөү» — «закидывание платка», «соҡор туп» — «мяч в ямке», «сәкән» — «игра в мяч» и др.) бүленә.

Музыкаль инструменттарҙа: гармунда, думбырала, дөңгөрҙә, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа уйнау буйынса ла ярыштар үткәрелгән. Шул уҡ ваҡытта, ниндәй ҙә булһа көйҙө берәү уйнай башлаһа, икенсеһе уны тамамлап ҡуйыр булған.

И.Ғ.Ғәләүетдиновтың “Башҡорт халыҡ балалар уйындары” (Өфө, 2006 йыл) исемле китабынан Сәкән (шар) һуғыу уйыны, йәғни Башҡорт хоккейының ҡағиҙә, шарттарын килтерәбеҙ: Уйын урыны. Ауылдарҙа был уйынды, ғәҙәттә, йылға-күлдәр ныҡлап туңғас, боҙло майҙансыҡтарҙа уйнайҙар. Шар һуғыу майҙанын мәктәп йәки клуб янында ла яһарға мөмкин. Әҙерлек. Тура мөйөшлө боҙло майҙан яһала. Оҙонлоғо – 51-61 метар, киңлеге – 24-30 метр самаһы. Бәләкәйерәк майҙансыҡ булдырабыҙ тиһәгеҙ, ул саҡта уның оҙонлоғон – 25, киңлеген 12 метр итеп алырға мөмкин. Боҙло майҙан таҡталар менән кәртәләп алына. Уның бейеклеге 1 метр. Таҡта кәртә булмаһа, боҙло ҡар өйөмө менән дә уратып алырға мөмкин. Ҡар өйөмөн, һыу һибеп, ҡатырырға кәрәк. Майҙандың ҡап уртаһынан урта һыҙыҡ үткәрелә. Һыҙыҡ уртаһында радиусы 45 сантиметр булған шайба йәки шар һағыу түңәрәкге һыҙыла. Майҙандың ҡапма-ҡаршы ике яҡ ситенән 1-2 метр эскәрәк ҡапҡалар ултыртыла. Ҡапҡа менән урта һыҙыҡ араһында зона һыҙыҡтары һыҙыла. Уйнаусыларҙың барыһы ла конькиҙа һәм һәр береһенең ҡулында сәкән (хоккей таяғы). Резина шайба йәки ағастан эшләнгән шар алына, бәләкәй резина тупты ла ҡулланырға мөмкин. Уйында ҡатнашыусылар араһынан ике уҙаман (капитан) һайлана. Уйнаусылар ишләшеп ике тигеҙ яҡҡа (командаға) бүленә. Әгәр төркөмдәрҙә уйнаусыларҙың һаны күп булһа, уйында һәр яҡтан 6-шар кеше (ҡапҡа һаҡсыһы, ике һаҡсы һәм өс һөжүм итеүсе) ҡатнаша, ҡалғандары ял итә. Уйынды судья алып бара. Уйындың аңлатмаһы. Уйын урта һыҙыҡтан башлана. Ике төркөмдән берәр уйнаусы шар һуғыу түңәрәгенә килә, судья түңәрәк өҫтөнә шайбаны йәки шарҙы ташлай. Урта һыҙыҡтағы ике уйнаусы шарҙы иптәшенәоҙатырға тырыша. Шарҙы сәкәне менән тотоп алған уйнаусы ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына конькиҙа йүгерә. Әгәр уға икенсе төркөм уйнаусылары ҡамасаулаһа, шарҙы иптәшенә оҙата. Шар ҡапҡаға сәкән менән һуғып индерелһә, бер гол һанала. Ҡайһы төркөм ҡаршы яҡтың ҡапҡаһына күп шар индерә шул еңеүсе була. Ҡағыҙәләр. Төркөмдәр араһындағы осрашыу 15-әр минутлыҡ өс өлөшкә бүленә. Уйындар араһында 10-15 минутлыҡ тәнәфес ойошторола. Тәнәфестән һуң яҡтар урындарын алмаша. Осрашыуҙың һуңғы бүлегендә ҡапҡалар 7,5 минут алмашына. Шарға эйә булған уйнаусы урта һыҙыҡтан ҡаршы яҡҡа үҙ яғының бер уйнаусыһы ла ҡаршы яҡта булмағанда ғына сыға ала. Һөжүм итеүсене фәҡәт янбаш йәки ҡулбаш (яурын) менән генә туҡтатырға мөмкин. Ҡул йәки сәкән менән туҡтатыу тыйыла. Уйын ваҡытында күрәләтә аяҡ салған уйнаусы 2 минутҡа майҙандан ҡыуыла. Был ваҡыт эсендә уның иптәштәре бер кешегә кәм килеш уйынды дауам итә. Осоп килгән шарҙы ҡул менән туҡтатырға мөмкин, тик уны ҡулдан уйнаусыға бирергә ярамай. Уйнаусыларҙы шар хәрәкәттә булмаған саҡта ла, уйын ваҡытында ла алмантырырға мөмкин. Тик ял иткән уйнаусы үҙе алмаштырасаҡ иптәше майҙандан сыҡҡас ҡына уйынға ҡушыла ала. Уйнаусыларҙы алмаштырыу уҙамандар (капитандар) һәм тренерҙар тарафынан башҡарыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абсаликова Ф. Ш. Игры и развлечения башкир: конец XIX — первая половина XX в. — Уфа: Гилем, 2000.- 133 с.
  • Башҡорт халыҡ уйындары. — Өфө: Ғилем, 2006. — 72 с.
  • Галяутдинов И. Г. Башкирские народные детские игры (на башк. и рус. яз.). Кн. первая. 2-е изд., с изм. Уфа: Китап, 2002.
  • Игры взрослых у башкир //Интеграция археологических и этнографических исследований. — Омск, 1995, — Ч. 2. — С.54-58
  • Игрушки башкирских детей. //Вторые Валидовские чтения. — Уфа, 1994 г. — С. 74.
  • Игра и её роль в воспитании мальчиков в башкирском обществе //Ватандаш. — 2000. — № 5. — С.142-146.
  • Игры как историко-этнографический источник. //Евразийство: историко-культурное наследие и перспективы развития. — Уфа, 2000.-С. 114.
  • Игры и развлечения башкир. //В степях Евразии. — Стерлитамак, 2000. — С.136-144.
  • Народные игры в историко-этнографической литературе 70-80-х годов XX в. //II Международный конгресс этнографов и антропологов. — Уфа, 1997. — 4.2.-С. 162.
  • Опыт системного анализа игровой культуры этноса: На примере башкирских народных игр. Шагапова, Гулькай Рахимьяновна. Уфа.. 2007. Автореферат канд. диссертации.
  • Хусаинова Г. Р. Башкирские народные игры в жизни современных детей (по материалам экспедиции 2009 года) // Городские башкиры: проблемы языка и демографии: Материалы VI Межрегиональной научно-практической конференции, посвященной III Всемирному курултаю башкир (г. Октябрьский, 15 апреля 2010 г) — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010. — 356 с. — С.295 — 297.

Һылтанма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]