Башҡорт (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт
гәзит
Төр Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте гәзите
Мөхәррир Сәғит Мираҫ
Сыға башлаған 1917 йыл 20 июле
Сығыу туҡтаған 1918 йылдың 20 авгусы
Редакция адресы: Ырымбур ҡалаһы

Башҡорт — ижтимағи-сәйәси гәзит.

1917 йылдың 20 июленән Ырымбур ҡалаһында, 1918 йылдың 6 июленән Силәбе ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт телендә баҫыла.

«Башҡорт» гәзитенең титул бите

Гәзит башҡорттарҙың үҙаллы милли автономияһы өсөн көрәш лозунгы аҫтында сыға.

Территориаль-милли автономия, ер, ирек өсөн көрәш мәсьәләләре үҙәктә тора. Башҡорттарҙың Беренсе һәм Икенсе ҡоролтайҙарын әҙерләү һәм үткәреү хаҡында материалдар ҙур урын ала. Рәсәй күләмендә, Башҡортостанда, Өфө, Ырымбур губерналарында, төбәк шураларҙа барған хәл-ваҡиғаларҙы даими сағылдыра бара.

Гәзит биттәрендә Ә. Вәлиди, С. Мираҫ, Х. Ғәбитов, Ф. Сөләймәнов, З. Камали һ. б. сығыш яһай.

1918 йылдың 20 авгусында Башҡорт хөкүмәте ҡарарына ярашлы «Башҡорт тауышы» гәзите менән «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзитенә берләштерелә.

Мөхәррирҙәре — Х. Ғәбитов, Ә. Инан, С. Мираҫ.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Павлов В. А. Крах буржуазной прессы Урала 1917 года // Вопросы истории печати. Свердловск, 1974.
  • Янаби Т. Башкирская периодическая печать. 1919—1929 гг. // Десять лет на культурном фронте: Сб. ст. — Уфа, 1929.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]