Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 005 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары
Баһрам Гур фирүзә йәшел һарайҙа. 1524/1525 йылғы миниатюра. Герат мәктәбе. Метрополитен-музей, Нью-Йорк

«Ете гүзәл» (фарс. هفت پیکر — Хафт пайкар) — фарсы поэзияһы классигы Низами Гәнжәүиҙең 1197 йылда фарсы теленда яҙылған һәм «Хәмсә» исемле йыйынтығына ингән дүртенсе поэмаһы. Әҫәр Мараға хакимы Әләәтдин Көрпә-Арслан ибн Ағ-Сонғорға бағышланған. Поэманың исемен ике төрлө тәржемә итеп була — «ете портрет» тип тә, «ете гүзәл» тип тә. Әҫәрҙең исеменән үк уға метафора хас булыуы күренә. Низами һүҙ уйнатыу аша уға ике мәғәнә һалынған исем биргән.

Поэманың сюжетына сәсәни шаһы Баһрам Гур (420—439 йылдар) тураһында риүәйәт ятҡан. Поэманың яртыһын тиерлек Баһрамдың ҡатындарының ете хикәйәһе тәшкил итә, был батшабикәләр ете сатыр һарайҙа йәшәй, һәр сатыр, боронғо мифологияға ярашлы, берәй планетаға һәм аҙнаның бер көнөнә бағышлана һәм төҫө лә шуға бәйле.

↪ дауамы…:

Һеҙ беләһеҙме?

Сатурндың юлдашы Титан
Сатурндың юлдашы Титан

Көн рәсеме

Бөгөн: 17 апрель ♦ Кисәге: 16 апрель ♦ Иртәгә: 18 апрельБарлыҡ көндәр

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
Һөнәри
  • Ираҡ Ираҡ: Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмалары көнө.
  • Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан: Янғын һүндереү хеҙмәте көнө.
  • Куба Куба: Хәрби-һауа көстәре һәм Һауа һөжүменә ҡаршы ғәскәрҙәр көнө.
  • Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө.
  • Тажикстан Тажикстан: Фән көнө.
  • Төркмәнстан Төркмәнстан: Миграция органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР: Совет фәне көнө.
    • Янғындан һаҡлау хеҙмәте көнө.

17 апрель юбилярҙары

«Салауат Юлаев» хоккей клубы — Өфө ҡалаһында 1961 йылда ойошторолған шайбалы хоккей командаһы. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә. 2008 йылдан Рәсәйҙең Континенталь хоккей лигаһы составында уйнай. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, Гагарин Кубогын яулаусы, Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында дүрт тапҡыр еңеүсе. Европалағы иң көслө хоккей командаларының береһе.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы 1961 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә ойошторола. 1963 йылдың көҙөнә тиклем «Салауат Юлаев» СССР-ҙың беренсе лигаһының «Б» класы буйынса ҡатнаша. 1961 йылда СССР-ҙың хоккей федерацияһы «Салауат Юлаев» командаһын 2-се эшелон совет хоккейы беренселегенә индерә, «А» класы буйынса 1-се матчты уйнай. «Салауат Юлаев» 1964 йылдың 15 ноябрендә Түбәнге Тагил ҡалаһында «Спутник» командаһы менән 5:1 иҫәбе менән ҡалып үткәрә. «А» класында беренсе шайбаның авторы Бронислав Селиванов була.

«Салауат Юлаев» Болгария, Дания, Латвия, Польша, Румыния, Финляндия, Хорватия, Чехословакия, Швейцария, Швеция йыйылма һәм клуб командалары менән 77 халыҡ-ара матч үткәрә (66 еңеү, 5 отошһоҙ, 5 еңелеү (2000 йылдың яҙы). Беренсе халыҡ-ара матч 1961 йылдың 30 декабрендә Өфөлә «Висмут» менән уйнала.

Бөтә клуб тарихында иң яҡшы бомбардир — Владимир Быков. 1978 йылда «Салауат Юлаев» совет хоккейының юғары лигаһына сыға һәм тәнәфестәр менән 5 йыл уйнай (1978/1979, 1980/1981, 1982/1983, 1985/1986, 1986/1987). 1992 йылдан «Салауат Юлаев» Милләт-ара хоккей лигаһында, 1997 йылдан — Рәсәй хоккей лигаһында уйнай. 2007/2008 йылдар миҙгелендә клуб — даими чемпионатта, ә унан һуң Рәсәй чемпионатында еңә.

«Салауат Юлаев» Рәсәй чемпионатын еңгәс, бөтә Рәсәй көслө командалыры кеүек яңы барлыҡҡа килгән Континенталь хоккей лигаһында ҡатнаша башлай. Миҙгел алдынан Рәсәй йыйылма командаһы һәм «Нэшвилл Предаторз» Милли хоккей лигаһы клубы һөжүмсеһе Александр Радулов менән килешеү төҙөлә. Уның Рәсәйгә ҡайтыуы МХЛ һәм КХЛ араһында ҙур ғауға тыуҙыра, сөнки Радуловтың МХЛ клубы менән ғәмәлдәге контракты була.


↪ д а у а м ы…

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс