Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы
Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 17 декабрь 1946 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы Баязитова 1946 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында Һәҙиә һәм Тимерҡаҙыҡ Кулбаевтар ғаиләһендә 6-сы бала булып донъяға килгән. Тыуған ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас, 1962 йылда Салауат педучилищеһына уҡырға инә. 1966 йылда училещены уңышлы тамамлап, тыуған мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайта.
1967 йылда Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (буласаҡ РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы) менән тормош юлын бәйләп, 1968 йылдан Иҫке Собханғолда "Пионерҙар йорто"ның директоры булып эшләй башлай.
1971 йылда Иҫке Собханғол балалар баҡсаһына эшкә күсә.
1974 йылда Роберт Ишдәүләт улын Байназар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Күсеп килгәндән алып Байназар мәктәбендә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы 34 йыл буйы уңышлы хеҙмәт итә.
1981 йылда ситтән тороп Магнитогорск дәүләт педагогик институтының «Башланғыс мәктәптә уҡытыу педагогикаһы һәм методикаһы» бүлеген тамамлай.
Уҡытыу-тәрбиә эшендә гел юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Шуға ла, Байназар урта мәктәбенә ҡараған башланғыс мәктәп уҡытыусылары методик берекмәһенә етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. 30 йыл дауамында төп эше менән бергә ошо вазифаны ла оло яуаплылыҡ менән алып бара.
Дөйөм педагогик стажы — 42 йыл.
Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙының фиҙакәр хеҙмәте юғары баһа ала. Уҡытыусы — методист, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, РСФСР халыҡ мәғарифенең маҡтаулы эшмәкәре тигән исемдәргә лайыҡ була.
Шулай уҡ биш бала тәрбиәләп үҫтергән өсөн «Әсәлек даны» миҙалы менән наградлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең мәғариф отличнигы;
- Юғары категориялы уҡытыусы;
- Уҡытыусы — методист
- Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре;
- 1987 йылда 5 бала әсәһе Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙына «Әсәлек даны» миҙалы бирелә.