Әхсән Баян

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхсән Баян
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 декабрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Ашман ауылы, Ишҡар ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы
Вафат булған көнө 7 май 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (85 йәш)
Ерләнгән урыны Йәмәкәй ауылы[d]
Һөнәр төрө журналист, шағир, прозаик, драматург
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Әүҙемлек урыны Ишҡар һәм Үрге Йәркәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 8 декабрь 1927 йыл — 7 май 2013 йыл) — журналист, шағир, прозаик һәм драматург. Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов 1927 йылдың 8 декабрендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Ашман ауылында тыуған. 1943 йылда күрше Ишҡар ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй.

19471950 йылдарҙа район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була. Төп эшенән айырылмай урта мәктәпте тамамлай.

Бер йыл үҙ ауылда уҡытҡандан һуң, 1951 йылда Ҡазан дәүләт университетының татар теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә. 1956 йылда йылда университетты тамамлай һәм күп йылдар журналистика өлкәһендә эшләй: 1956—1962 йылдарҙа — «Социалистик Татарстан» гәзите редакцияһында хәбәрсе, аҙаҡ — әҙәбиәт-сәнғәт бүлеге мөдире, 1962—1966 йылдарҙа — «Казан уттары» журналының яуаплы секретары, 19771981 йылдарҙа баш редактор урынбаҫары.

Әхсән Баян 2013 йылдың 8 майында вафат була, Татарстан Республикаһының Кама Тамағы районы Йәмәкәй ауылында тормош иптәше ҡәбере эргәһендә ерләнә.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әхсән Баяновтың шиғырҙары республика матбуғатында 1951 йылдан күренә башлай. 1959 йылда «Диңгеҙ шауы» исемле беренсе йыйынтығы баҫылып сыға. Хәҙерге көндә ул шиғри әҫәрҙәре тупланған тиҫтәнән артык китап авторы. Уның күп һанлы лирик һәм фәлсәфәүи-публицистик шиғырҙары, балладалары, «Яшел мәйдан» (1957), «Диңгез шавы» (1958), «Мират» (1959), «Сез аңларсыз мине» (1963), «Сәяхәтнәмә» (1969), «Һәйкәл» (1970), «Кышкы чәчәкләр» (1974) поэмалары бөгөнгө татар поэзияһында ҙур урын алып торалар.

Әҙип проза һәм драматургия жанрҙарында ла эшләй. Нигеҙҙә һуғыш алды, һуғыш ваҡыты һәм һуғыштан һуңғы ауыл тормышы вакиғаларына бәйләп, кешеләр араһындагы ҡатлаулы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған «Яшьлегемне эзлим» (1966), «Дүрт монолог» (1968), «Тау ягы повесте» (1972), «Төлке тоту кыен түгел» (1975), «Тавыш — табигать бүләге» (1977), «Аязучан болытлы һава» (1978), «Аргы яр» (1979) һәм «Ут һәм су» (1971), «Таш китап» (1981) романдары уҡыусылар һәм әҙәби йәмәғәтселеккә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Әҙиптең «Күзләре нинди иде» һәм «Һәйкәл» исемле драмалары төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйыла, ә «Тау ягы повесте» буйынса телевидение өсөн өс сериялы нәфис фильм төшөрөлә.

Уның әҙәби ижады йәмәғәт эштәре менән тығыҙ бәйләнгән. Ул 1974 йылдан Татарстан Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, шулай уҡ оҙаҡ йылдар «Казан утлары» журналы һәм «Идель» альманахының редколлегия ағзаһы була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Татарстандың халыҡ шағиры (2004)
  • Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999)
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988)
  • «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]