Эстәлеккә күсергә

Баҙал (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙал
урыҫ Базал
Характеристики
Оҙонлоғо25 км
Киңлеге5 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге878 м
Урынлашыуы
53°12′ с. ш. 57°18′ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Баҙал
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Баҙал

Баҙал — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Бөрйән районында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел йылғаһы киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

  • Оҙонлоғо — 25 км;
  • төньяҡ киңлеге— 4 км,
  • үҙәк өлөшө —5 км,
  • көньяҡ өлөшө —7 км;
  • абсолют бейеклеге —878 м.

Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868, 878, 473, 807 м).

Баҙал асимметриялы битләүҙәр менән билдәләнә:

  • көнбайыш битләүҙәре — һөҙәк,
  • уйһыулыҡтар һирәк; көнсығышы — текә,
  • уйһыулыҡтар һәм соҡорҙар күп.

Урта рифейҙың егәлгә һәм әүжән свиталарының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, эзбизташтары һәм доломиттарынан ғибәрәт. Карст үҫешкән.

Алағуян йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) ҡушылдыҡтарының үрге ағымы ер аҫты аҡмаһы менән билдәләнә.

Ландшафтары серемтәле-карбонатлы һәм һоро урман тупраҡтарындағы имән, йүкә, ҡарағай урмандарынан тора.

Исеме, фаразланыуынса, боронғо төрки телендә «урман йыуаһы» тигәнде аңлата.