Баҙансат ауыл Советы (Асҡын районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Баҙансат ауыл Советы битенән йүнәлтелде)
Баҙансат ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Асҡын районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Баҙансат ауыл Советы — Асҡын районының 2008 йылда бөтөрөлгән ауыл биләмәһе. Ҡышлауйылға ауыл Советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Баҙансат ауылы — административ үҙәк, Ҡәйүм, Олойылға ауылдары.

Почта индексы — 452888. ОКАТО коды — 80204807000.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереүгә һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законы, ст.1, түбәндәге юлдар бар[1]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: 4) Асҡын районы буйынса:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә: а) «Ҡышлауйылға» атамаһын һаҡлап, Ҡышлауйылға һәм Баҙансат ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәкте Ҡышлауйылға ауылында урынлаштырырға. Баҙансат ауыл Советының Баҙансат, Ҡәйүм, Олойылға ауылдарын Ҡышлауйылға ауыл Советы составына индерергә. Ҡышлауйылға ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

Баҙансат ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

Ауыл Советы 2008 йылға Ҡышлауйылға ауыл Советы һәм Пермь өлкәһе менән сиктәш була («Башҡортостан Республикаһының 17.12.2004 й., 126-з һанлы (ред. от 19.11.2008) „Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы“ Законы»)[2]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]