Баҙарға сыҡтым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙарға сыҡтым
Атамаһы Баҙарға сыҡтым
Жанр шиғыр[d]
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1907

Баҙарға сыҡтымБашҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 9-сы кластың Башҡорт әҙәбиәте дәресе программаһына индерелгән. 1907 йылда яҙылған[1].

Мәжит Ғафуриҙың Октябрь инҡилабына тиклемге ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда тоҡанған беренсе урыҫ инҡилабы осоронда Мәжит Ғафури Ҡазан ҡалаһындағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡып йөрөгән була. 1906 йылдың көҙөндә, революцион хәрәкәт көсәйгән дәүерҙә, Мәжит Ғафури «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итеү маҡсатында Өфөгә ҡайта.

1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ инҡилабы Мәжит Ғафури ижадына тәьҫир итә, тормоштоң ғәҙелһеҙ ҡоролошо тураһында бала сағынан уҡ тупланған уй-ҡараштары уның аңында үҙенсәлеле дөйөмләштерелә. Ошо осорҙа яҙылған әҫәрҙәрендә инҡилап ҙур үҙгәрештәр һәм иркенлек вәғәҙә итеүсе яңы заман булып кәүҙәләнә. Ғафури синыфтар көрәшендә ҡатнашҡан халыҡҡа хас һиҙемләү аша етди бәрелештәр дәүере килгәнен аңлай һәм ваҡиғаларҙың ҡатмарлаша башлауын аңлай. Ғафуриҙың мәғрифәтселек идеялары революцион-демократик ҡараштарға әйләнә бара. Шағирҙың тормошҡа ҡарашындағы үҙгәрештәр «Баҙарға сыҡтым» исемле билдәле шиғырында айырыуса асыҡ сағыла[2][3].

«Баҙарға сыҡтым» шиғыры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе урыҫ инҡилабы йылдарында шағир поэзияһында реализм методы асығыраҡ сағылды. Был осорҙа, 1907 йылда, Ғафури үҙ заманының киҫкен ҡаршылыҡтарын, синфи тигеҙһеҙлекте ҡаты тәнҡитләгән «Баҙарға сыҡтым» шиғырын да ижад итте. 1910 йылда айырым китап булып баҫылып сыҡҡан «Тәьҫоратым» тигән шиғырҙар йыйынтығында был шиғыр донъя күрә. Әҫәр 1950 йылғы «Һайланма әҫәрҙәр»ҙә лә урын алған. Ләкин унда шиғыр:



Ташланым кейемдәрҙе төрлө яҡҡа,
Дошман күреп, тиҙ-тиҙ генә һалып-һалып, —

тигән юлдар менән тамамлана һәм уның ҡалған өлөшө (22 юл) бөтөнләй алынмай, ә әҫәрҙең һуңғы 12 юлы «Тәҡдир» исеме менән икенсе бер шиғыр төҫөндә тәҡдим ителә. Унда ла шиғыр, бындағыһынан айырмалы рәүештә:



Ҡылма сара, күҙҙе йомоп тик тора бир,
Мөҡәддәрҙә яҙылған шулай «тәҡдир», —

тип башлана, ә икенсе строфалағы ике юлы төшөрөп ҡалдырылған. Шулай уҡ француздар, иранлылар, күрше төрөк тураһындағы юлдары алынмаған. Шиғыр аҙағындағы 5-6-сы юлдар ҙа юҡ. Мәжит Ғафуриҙың 1909 йылда айырым китап булып баҫылған «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын» хикәйәһенең аҙағында: «Был шиғыр тәүҙә «Әхбәр» гәзитенең 7-се номерында баҫылғайны», — тип әйтелә һәм: «Ярлыларға мөнәсәбәте булғанлыҡтан, бында ла баҫылды» тигән иҫкәрмә менән хикәйәгә ҡушып бирелә.



Бер ваҡытта уйланым мин дәрт баҫырға,
Хәсрәт баҫҡан моңло күңелде асырға.
Уйлап-уйлап, бер ҙә барыр ер тапмағас,
Күңел әйтте: «Улай булһа, сыҡ баҙарға».
Яуап бирҙем: «Улай булһа, ярай, күңел,
Беҙҙең өсөн унда сығыу ауыр түгел.
Мин сығамын ҙур ҡаланы күрер өсөн,
Ахыры нисек булыр, (уны) һин үҙең бел»
Кейендем, хәл ҡәҙәре матурландым,
Бар булған кейемдәрҙе кейеп алдым.
Шәйәт инде матур булып еттем, тинем.
Көҙгөләге һүрәтемә күҙҙе һалдым.
Күренде ошо эштәрматур кеби,
Күрендем үҙ-үҙемә бик ҙур кеби.
Алам-һалам аҡ яғалар ҡуйылмаһа,
Була ине гүйәки бер ҡосур кеби.
Эш тамам булғандан һуң, киттем сығып,
Баш күтәреп, кеҫәләргә ҡулды тығып.
Иң әүүәл хәмер һата торған ерҙән
Китергә тура килде миңә уҙып.
Россияла ошо ваҡыт бик ҡаты ҡыш,
Егерме биш дәрәжәгә еткәндер тыш.
Бер аҙ халыҡ хәмер һатҡан ҡабаҡ янда
Торалар урыҫ менән татар ҡатыш.
Торалар был бисаралар ҡалтырашып,
Һалҡында һары боҙға аяҡ баҫып.
Бәғзеһе буш, бәғзеләре төтөн сигә,
Бәғзеләре шап-шоп итеп шешә асып.
Быларҙың бик күптәре ас-яланғас,
Эшләп алған утыҙ тингә хәмер алғас.
Бында биреп киткәс аҡтыҡ аҡсаларын,
Балалары өйҙә ятакөн-төнө ас.
Быны күреп, сыҙар хәл юҡ, янды йөрәк,
Былар өсөн кем ғәйепле булыу кәрәк?
Мең төрлө хәсрәт илә күңелем тулып,
Был ерҙән уҙып киттем мин тиҙерәк.
Ниәт ине асмаҡ, йә, күңел ас!
Былар торһон ошо ерҙә һәп яланғас.
Былар ниңә былай булған, фекер итмә,
Күрмәҫ өсөн күҙҙе йом да тиҙерәк ҡас.
Ергә ҡарап бара инем мин аптырап,
Артымдан берәү килде, бер тин һорап.
Ҡараһам, был бисара хәйерсе ҡыҙ:
«Бер тин бир», — тип әйтте был, ҡурҡыңҡырап.

  • ҡосур — кәмселек, етешһеҙлек, булған ғәйеп
  • дәрәжә — бында градус
  • төтөн сигеү — тәмәке тартыу

Һаман ҡайғы был донъяла, был ниндәй эш?
Былай булһа, күңел асмаҫ минең китеш.
Ҡыҙғанып был бисара ҡыҙ баланы,
Биреп киттем: «Мә һиңә», — тип, биш тин көмөш.
Уңманы ошо көндә минең юлым:
Кеҫәмә кермәҫ борон ике ҡулым,
Ҡараһам күҙ әйләндереп тирә-яҡҡа,
Хәйерсегә тулып киткән уңым-һулым.
«Ағай, миңә лә», — тип, һорап минән,
Тарталар, береһе итәктән, береһе еңдән.
Аптырағас биреп киттем егерме тин,
«Тигеҙ итеп бүлегеҙ, — тип, — ике тиндән».
Фәҡирлектән быларҙа һис юҡтыр әҙәп,
Һоранырға өйрәнгәндәр былар бик шәп.
Быларҙың былай насар булыуына,
Уйлағыҙ, әфәнделәр, нимә сәбәп?
Быларҙан да уҙып киттем мин тиҙерәк,
Күңелгә ҡайғы тулды һәм күберәк.
Шул ваҡытта бер татарым килеп сыҡты,
«Көрәргә ҡар юҡмы?» — тип, тотоп көрәк.
Яуап бирҙем: «Ҡарым юҡ шул, байҙарға бар,
Ихтимал, көрәтерҙәр һеҙҙән улар»
Һуҡыранып был бисара яуап бирҙе:
«Һис булмаһа, яуҙырманы бер алла ҡар...»
Әкренләп ҙур урамға барып керҙем,
Башҡа төрлө бер ғаләмде унда күрҙем.
Донъяның был килешенә асыуланып,
Сыҙай алмай, ергә ҡарап бер төкөрҙөм.
Сөнки унда йөрөүселәр барсаһы бай,
Эш булмағас, йөрөй былар ҡабаланмай.
Гүйәки сират кискән кеше кеби,
Тәкәллефтән башҡаларға күҙене һалмай.
Сифаттары тора күҙҙе ҡамаштырып,
Кейем кейә былар һәр көн алмаштырып.
Былар бында, уйнап-көлөп, йөрөһөн былай,
Көн итһен теге халыҡтар ас тороп...
Иң байҙары йөрөп тора төрлө яҡҡа,
Ултырып биш йөҙ һумлыҡ арғымаҡҡа.
Сапмайынса шул дәрәжә шәп баралар,
Еткермәҫтәр насар-носар сапҡан атҡа.
Ялтыраған саналары, бер ҙә юҡ кер,
Ултырған имән төҫлө ныҡлы күсер.
Яңғыҙ атын һатһаң, фәҡир ун йыл ашар,
Фекер ҡыл, бында бар һуң ни кеүек сер?

  • ғаләм — донъя
  • килеш — рәүеш
  • тәкәллеф — ҡыланыу

Быны күргәс, хәсрәт китте артыңҡырап,
Асыуланып, кире киттем артҡа ҡарап.
Урап килһәм, юғарыла мәҙкүр фәҡир
Ҡалтырап ултыралар бер тин һорап...
Өйөмә ҡайтып керҙем асыуланып,
Ҡайғынан йөрәктәрем утҡа янып.
Ташланым кейемдәрҙе төрлө яҡҡа,
Дошман күреп, тиҙ-тиҙ генә һалып-һалып.
Аптырағас, уҡырға тип, гәзит алдым,
Харижи хәбәрҙәргә күҙҙе һалдым.
Миңә күңел асыу насип түгелдер тип,
Үҙ-үҙемә шелтә ҡылып, ғажиз ҡалдым.
Сөнки унда сығарғандар баҫып ташҡа:
Һәр урында мосолмандар ҡалған асҡа.
Ашайҙар француздар фастың башын,
Иранлылар керешкәндәр ҙур талашҡа.
Унан һуң яҙылғандыр күрше төрөк,
Төркиәнең Бәхресияһе имеш чирек.
Ә тураһы: диндәш күрше Төркиәбеҙ,
Әжәл етеп, үлмәҫ борон булған үлек.
Эс бошоуҙан бер торам да бер ултырам,
Ҡайғы илә тулған икән өй һәм урам.
Шул ваҡыт дуҫ-иштәрем килеп керҙе,
Ҡулдарына тотҡан былар бер телеграмм.
Тинеләр: «Төрлө-төрлө хәбәрҙәр бар,
Вә ләкин был хәбәрҙәр беҙгә зарар...»
Быларҙан шул һүҙҙәрҙе ишеткән һуң,
Бер ерҙә тора алманым, ҡылып ҡарар...
Булманы был көн миңә күңел асыу,
Күңел асыу урынына, артты асыу.
. . . . . . . . . . . . . . . . .
. . . . . . . . . . . . . . . . .
Күҙеңде йом! Кәрәкмәҫ, ҡылма тәдбир,
Мөҡәддәрҙә яҙылған шундай «тәҡдир».
Ашарға аш таба алмай кү фәҡирҙәр,
Кейемдәре ямалған — был да «тәҡдир».
Бүтәндәр алға китмәктәр — бүтән эш,
Мосолман артта ҡалған — был да «тәҡдир».
Тороп ҡалған тереләрҙе алырға
Улар һәм күҙене һалған — был да «тәҡдир»
Фәҡир мазлумдарға һәр бер тарафтан
Хисапһыҙ уҡ ҡаҙалған — был да «тәҡдир».
Бары «тәҡдир», бүтән һис бер сәбәп юҡ,
Беҙҙеңсә, йөмлә ялған булды тәҡдир...

  • мәҙкүр — юғарыла әйтелгән, әйтеп үтелгән
  • харижи — тышҡы, сит
  • Бәхресияһ — Ҡара диңгеҙ
  • чирек — бысраҡ, түбән
  • тәдбир — тейешле сара
  • мөҡәддәр — алдан билдәләнгән

[4]

Төп фекере һәм художество алымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905—1907 йылдарҙағы шиғриәтендә Мәжит Ғафури идея-тематик йөкмәткеһе буйынса «Баҙарға сыҡтым» шиғырына оҡшаған, замандың ижтимағи-сәйәси ваҡиғалары менән бәйле көн ҡаҙағына тап килгән публицистик характерлы шиғырҙар ижад итте. Был шиғырҙар Мәжит Ғафуриҙың башланғыс ижадына хас булған мәғрифәтселек идеяларының яңы шарттарҙа дауамы булараҡ тыуҙы. Шул уҡ ваҡытта традицион алымдарға яңы заман билдәләрен — үткәнгә, иҙеүсе синыфҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарауҙы, кинәйәле-аллегорик образдар, яңыса параллелдәр өҫтәлде. Шағир ижадында яңы ысынбарлыҡ сағылышы булған новаторлыҡ барлыҡҡа килде[5].

«Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылда, шағирҙың 140 йәшен билдәләгән көндәрҙә, Башҡортостан мәҙәниәт минстрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Мәжит Ғафуриҙың халыҡ-ара йәмәғәт фонды «Мәжит Ғафури шиғырҙарын уҡыйбыҙ» конкурсы иғлан итте. Шиғри флешмобта күп кеше ҡатнашты һәм башҡорт халыҡ шағирына булған ихтирамын күрһәтте[6].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (146-150, 444-445 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • История башкирской литературы. Т. 1. Уфа: Китап, 2014.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте / Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф.Ә. Хөснөтдинова.- Өфө: Китап, 2006.
  2. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (146-150, 444-445 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  4. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (146-150, 444-445 бб.) / Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  5. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  6. Флешмоб «Поэты читают поэта» к 140-летию Мажита Гафури