Баҙарғол Юнаев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Баҙарғол Юнай улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баҙарғол Юнаев
Эшмәкәрлек төрө:

Уложенный комиссия депутаты, старшина, генерал-фельдмаршал

Тыуған көнө:

XVIII быуат 1-яртыһында

Тыуған урыны:

Бәкәтин улусы, Себер даруғаһы

Вафат булған көнө:

1778 йыл, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ

Баҙарғол Юнаев (Бәҙәрғол Юнаев; ? — ?) — Иҫәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв генерал-фельдмаршалы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Себер даруғаһы Бәкәтин улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы (1760), шулай уҡ даруғаның Бәкәтин, Һеңрән һәм Шуран улустары старшинаһы. Комиссияға ислам динен тотоу иреклеге, башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлау, аҫаба башҡорттар менән тау заводы хужалары, казактар, мишәрҙәр, төрлө категориялы крәҫтиәндәр, яһаҡлы татарҙар һәм башҡалар араһында ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен көйләү, һалымдарҙы һәм йөкләмәләрҙе кәметеү, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы түләү, урындағы власть вәкилдәренең үҙ вазифаларынан артыҡ файҙаланыуҙары һәм башҡа тураһында наказ тәҡдим итә. 1773 йылдан аҙағында — 1774 йылға тиклем Урал аръяғында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. 1774 йылда ғинуар—мартында Силәбе баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Баҙарғол Юнай улы отряды Кәҫле заводы, Ҡыштым заводтары янындағы һуғыштарҙа, Силәбе ҡәлғәһен ҡамауҙа ҡатнаша. Апрель—майҙа Баҙарғол Юнай улы халыҡты Пугачёвтың төп ғәскәренә мобилизациялау менән шөғөлләнә. Йәй—көҙҙә Иҫәт провинцияһында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе. 1774 йылда декабрендә ҡулға алына, Силәбе төрмәһендә тотола (стенаға бығаулап ҡуйыла). 1778 йылдан Сенат указы менән хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн депутатлыҡ исеменән мәхрүм ителә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Валеев Д. Ж. Очерки истории общественной мысли Башкортостана. Уфа, 1995.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]