Баҙлауыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҙлауыҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Инфракласс: Ҡанатлы бөжәктәр
Отряд: Ҡаты ҡанатлылар
Ғаилә: Баҙлауыҡтар
Латинса исеме
Lampyridae Latreille, 1817
Аҫ ғаилә

Баҙлауыҡ (лат. Lampyridae, рус. Светляки́) — Рәсәйҙең урмандарында, еүеш болондарында осрай торған, июнь-июль айҙарында төнөн яҡтырып күренә торған йомшаҡ тәнле ҡуңыҙ[1]; ҡарһаҡ өлөшөндә яҡтыртыу сигменты булған ҡаты ҡанатлы бөжәктәр ғаиләһе.

Яҡтыртыу органы тиренең тышҡы ҡатламында урынлашҡан, яҡтыртыуҙы фотоген күҙәнәктәр башҡара. Был күҙәнәктәр аҫтында һөт кислотаһы кристалдары урынлашҡан. Трахеялар буйлап фотоген күҙәнәктәргә кислород килә һәм окислау процессында яҡтылыҡ бүленеп сыға.

Бөжәктәрҙең личинкалары һәм йомортҡалары ла баҙлауыҡ булып яҡтырта.

Баҙлауыҡ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)