Баҡты
Баҡты | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаhы |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 983 метр |
Баҡты Викимилектә |
Баҡты (рус. Баҡты) — Көньяҡ Уралдағы һырт. Административ йәһәттән Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Белорет һәм Ҡытау-Ивановск, Һатҡы райондарына ҡарай.
Урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнбайышта, Йүрүҙән үҙәне аръяғында, Баҡты Егәлге һырты менән йәнәш, төньяҡта ул Нөргөш һыртына күсә. Төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта Ирәмәл массивтарына барып тоташа. Көньяҡ-көнбайышта ҙур булмаған Бәхет (рус. Бехта) һырты аша күсеп һырт Көмәрҙәккә барып сыға. Бәхет менән Баҡты һыртының араһында түбәнерәк урын — Шайтан ҡапҡаһы йәки Ҡапҡа булараҡ билдәле артылыш бар. Ҡасандыр бында Йүрүҙән ауылынан күтәрелеп, Белорет тар колеялы тимер юлы үткән.
Белорет районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 32 км (Башҡортостан биләмәһендә — яҡынса 14 км), киңлеге 3-5 км, бейеклеге 1078 м (Силәбе өлкәһе). Рельефы киртләсле, тигеҙһеҙ.
Уға яҡын Төлөк йылғаһы буйында урынлашҡан Төлөк ауылы, шунда һырттың төньяҡ өлөшө һәм Александровка ауылы башлана[2].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һырттың көньяҡ өлөшөндә осло үркәстәр, ҡая сығынтылары, таш һибелмәләре бар. Көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, уйпаттар менән йырғыланған, көнсығышы — текә.
Һырттың тау тоҡомдары кварцитлы ҡомташтарҙан, алевролиттарҙан, ордовик свитаһы ҡомташтарынан тора. Битләүҙәрендә Ағиҙел йылғаһы һәм уның ҡушылдығы Кесе Әүнәр, Ҡарағай (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы) баш ала.
Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күренә: итәктәре 600 м бейеклеккә тиклем ҡуйы урманлы, урыны менән һаҙлыҡлы, юғарыраҡ — ярым яланғас һәм яланғас бүлкәттәр китә[3].
Күпләп мал көтөү таулы ландшафттың яланғасланыуына, урмандың үрге сиге түбәнәйеүгә, тупраҡ эрозияһына килтерә
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исеме башҡорт телендә — «күҙәтте», «ҡараны» мәғәнәһе бирә.
Билдәле урал тикшеренеүсе-топонимисы А. К. Матвеев башҡортса «бағыу» — «ҡарау», «күҙәтеү» һәм «бағыу» — «күрәҙәлек итеү» мәғәнәләре менән бәйләй. Шулай уҡ "БАССР-ҙың топонимдар һүҙлеге"ндә лә «баҡ» — «ҡара», «күҙәт» тигән аңлатма бирелә. Шулай итеп Баҡты — күҙәтеү һырты йәки тауы булып сыға[4][5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ Бакты: описание, легенды, фотографии, как добраться, карта//Наш Урал(недоступная ссылка)
- ↑ Хребет Бакты
- ↑ Русско-башкирский словарь-справочник горных объектов Республики Башкортостан (З. Б. Латыпова, З. А. Сиразитдинов, Хисамитдинова Ф. Г.
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 30-сы бит
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Южный Урал//Большая российская энциклопедия(недоступная ссылка)
- Хребет Бакты
- Бакты: описание, легенды, фотографии, как добраться, карта//Наш Урал(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.