Баҡы дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баҡы дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1919
Рәсем
Рәсми атамаһы Bakı Dövlət Universiteti
Ҡыҫҡаса атамаһы BDU, БГУ һәм АГУ
Ректор Бабаев, Эльчин Сафаралы оглы[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Урын Әзербайжан
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Баҡы, Әзербайжан
Рәсми сайт bsu.edu.az
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Бакинского государственного университета[d]
Карта
 Баҡы дәүләт университеты Викимилектә

Баҡы дәүләт университеты на 1919 йылда Мамед Эмин Расулзаде нигеҙ һала.

Юғары уҡыу йортоноң механика-математика, ғәмәли математика һәм кибернетика, химия, биология, география, геология, тарих, юридик, филология, көнсығыш илдәрен өйрәнеү, китапхана, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм мөнәсәбәттәр, социаль фән һәм психология, журналистика, теология һәм иҡтисад факультеттарында 22,5 мең студент белем ала. Преподавателдәр һаны 1300, шуларҙың 250-һе фән докторы, профессор, 750-һе — фән кандидаты.

Шулай уҡ университет составына ғәмәли математика һәм физик проблемалар фәнни-тикшеренеү институты, күргәҙәмә үҙәге, 5 музей, китапхана һәм нәшриәт инә. Вузда 121 кафедра, шул иҫәптән тәбиғи һәм гуманитар фәндәр кафедраһы, 37 фәнни-тикшеренеү һәм фәнни-лаборатор кафедралар бар. Унда бөтәһе 200 фән хеҙмәткәре, әҙербайжан теле һәм әҙәбиәте, генетика кафедраһы эшләй. Кубинск районының Нюгеди ауылы, Хызынск районының Алтыагадж ҡасабаһы университеттың уҡыу һәм фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү базаһы булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҡы дәүләт университетының 1919 йылғы мисәте

1919 йылдың 1 сентябрендә Әзербайжан Демократик Республикаһы парламенты ултырышында Баҡыла Дәүләт университеты булдырыу тураһында закон ҡабул ителә[1] — Европа менән Азия киҫешкән ерҙә яңы уҡыу йорто асыла. Университет тарих-филология, физика-математика, юридик һәм медицина факультеттары составында асыла. Билдәле хирург Василий Иванович Разумовский университеттың тәүге ректоры була.

Әзербайжан Демократик Республикаһы Хөкүмәтенең 1919 йылдың 8 сентябрендәге ҡарары:

« Университет комиссияһы тарафынан һайланған опреатив хирургия кафедраһының атҡаҙанған профессоры В. И. Разумовскийҙы ректор, ә паталогик анатомия кафедраһы профессоры И. И. Широкогоровты Баҡы дәүләт университетының медицина факультеты деканы итеп тәғәйенләргә. Ошо уҡ комиссия тарафынан һайланған терапевтик клиника факультеты кафедраһының атҡаҙанған профессоры А.М. Левинға медицина факультеты деканы, ә дөйөм тарих кафедраһы доценты Н.А. Дубровскийға тарих-филология кафедраһы деканы вазифаһын йөкмәтергә [2] »

19201930 йылдарҙа күренекле әҙербайжан яҙыусылары Абдуррагим бек Ахвердиев, Таги Аббас оглы Шахбази, шәреҡте өйрәнеүсе билдәле профессорҙар Пантелеймон Крестович Жузе, А. О. Мишель, тарихсы һәм философ Александр Осипович Маковельский, ботаник Александр Альфонсович Гроссгейм, юрист Агалар Керимов һәм башҡа танылған ғалимдар университеттың әйҙәүсе педагогтары була. Ул дәүерҙә университет етәкселегенең саҡырыуы буйынса Баҡыға лекция уҡыу өсөн Николай Яковлевич Марр, Василий Владимирович Бартольд, Александр Брониславович Селиханович, көнсығыш фәндәре академияһы академигы Фуад бек Кюпрюлюзаде саҡырыла.

С. М. Киров исемендәге Әзербайжан дәүләт университеты 1920 йылда составында медицина һәм тарих-филология факультеттары булған Баҡы дәүләт университеты булараҡ асыла. 1924 йылда уға «Әзербайжан дәүләт университеты» исеме бирелә. 1929 йылда уның составына 4 факультет инә. 1930 йылда университет бер нисә үҙаллы — медицина, педагогия, халыҡ хужалығы һәм башҡа университетарға үҙәгәртелә. 1934 йылда университет яңынан Әзербайжан дәүләт универсиитеты итеп үҙгәртелә һәм уға С. М. Киров исеме бирелә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бик күп профессорҙар, педагогтар фронтта булыуына ҡарамаҫтан, университет барыбер ҙә алдынғы булып ҡала. 1945 йылда был белем биреү учреждениеһы Әзербайжан фәндәр академияһын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Республиканың күп кенә юғары уҡыу йорто учреждениелары, шул иҫәптән Әзербайжандың медицина, иҡтисад, педагогия дәүләт университеттары һәм башҡалар Баҡы дәүләт университеты нигеҙендә булдырыла. Университет үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын 13 факультет менән ҡаршы ала. Бында яңы һөнәрҙәр буйынса факультеттар асыла, 30 фәнни-тикшеренеү лабораториялары, кафедралары булдырыла.

Вуз рейтингы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылда вузға «Эксперт РА» агентлығы буласаҡ белгестәр әҙерләп сығарыуҙа тейешле кимәлде күрһәтеүсе «D» класлы рейтингы бирә[3][4].

Белгестәр әҙерләү йүнәлеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Белгестәр: математика, ғәмәли математика, механика, физика, астрономия; химия, биология, биохимия, география; политология, климотология; гидрология, океанология; философия; политология; социология; психология; тарих; хоҡуҡ өйрәнеү, халыҡ-ара хоҡуҡ; халыҡ-ара мөнәсәбәттәр; шәреҡте өйрәнеү (ғәрәп, төрөк, фарсы, ҡытай, иврит, япон, корей филологияһы); журналистика; халыҡ-ара журналистика; рус теле һәм әҙәбиәте; әзербайжан теле һәм әзербайжан әҙәбиәте; иҡтисад; иҡтисади кибернетика; китапхана эше һәм библиография; файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведка; тәбиғәтте һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу; ғәмәли геодезия, картография; гидрогеология һәм инженер геологияһы; геохимия; минералогия һәм кристаллография; физик электроника; китап тураһында фән һәм китап сауҙаһын ойоштороу, теология; юриспруденция.

Махсуслаштырылған диссертация советтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетта Диссертация яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтар:

  • докторлыҡ диссертациялары буйынса— физика-математика, химия, философия һәм филология фәндәре буйынса дүрт совет;
  • кандидатлыҡ диссертациялары буйынса — физика-математика, тарих, филология, психология фәндәре буйынса биш совет.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Азербайджанская Демократическая Республика (1918―1920). Законодательные акты. (Сборник документов). — Баку, 1998, с. 101—103
  2. Азербайджанская Демократиче-ская Республика (1918―1920). Законодательные акты. (Сборник документов). — Баку, 1998, с. 356
  3. Рейтинг высших учебных заведений стран СНГ
  4. БГУ вошел в список ведущих вузов СНГ 2014 йыл 29 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]