Баҫыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Баҫыу (йылға) битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Баҫыу
Характеристика
Оҙонлоғо 55 км
Бассейн 450 км²
Һыу ағымы
Тамағы Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 34 км өҫтәрәк
 · Координаталар 54°29′17″ с. ш. 56°51′41″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Илдәр Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан

БаҫыуРәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Архангел районы [1] биләмәләрендә аға. Йылға Тирәклеауылы янынан Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 34 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 55 км.

Йылға атамаһынан шул төбәктәге карст бушлыҡтарына Баҫыу-Еҙем районы атамаһы бирелгән. Һыу йыйылыу бассейны майҙаны — 450км²

Баҫыу йылғаһының башланған урыны — Әүәрҙәк һырты. Инйәргә ҡойған ерендә, тамағынан арыраҡ, ваҡ ҡырсынташлы ҡомлоҡ, кәмәлә төшөргә яратҡан туристар уны ял өсөн иң яҡшы урын тип һанай[2]

Биологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҫыу йылғаһы ярҙарында аҡ тирәктәр үҫә, эргәһендәге ауылдың атамаһы шунан килеп сыҡҡан [3]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1755 йыл, 11 октябрҙә һатыу-алыу ҡағыҙы (купчая) төҙөлгән булған - «Купчая башкир Ногайской дороги, Курпеч-Табынской вол. Акбулата Сенкина с товарищами заводчикам И. Б. Твердышеву и И. С. Мясникову на земли по р. Аскын.»[4]:

«

«продали мы, башкирцы, к тому ж заводу землю свою три части, которая состоит около того завода, с лесы и с сенными покосы и с рыбными ловли внутри нижеозначенной окружности; а имянно: начиная следовать от реки Аскына от броду чрез реку Аскын, имевшегося ниже того Архангельского заводу верстах в 6-ти, с которого броду иттй поляною вверх по реке Инзерю Катайскою дорогою меж реки Инзеря и горы Куштаклы на деревню Теряклы до реки Басу, и пришед ко оной реке Басу и деревни Терякле вверх по Басу и итти возле самой реки на две речки Кургаши, которые впали в реку Басу, перешед первую нижную речку Кургаш и итти возле той же реки Басу через сырт к верхней речке Кургашу, а пришед к ней, поворотить вверх и итти по ней по правую ж руку до самых вершин»

У р. Басу находились летовки башкир д. Субхангулово (Курпучук)[5]

»

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға Башҡортостан Республикаһының Тирәкле һәм Баҫыу (Басиновка) ауылдары янынан аға. Инйәргә ҡойған ерендә - Баҫыутамаҡ ауылы.

Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[6].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [6]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019836
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101983
  • Бассейн коды — 10.01.02.006
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]