Баһаманов Камил Шәкир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Баһаманов Камил Шәкир улы
Эшмәкәрлек төрө:

иҡтисадсы

Тыуған көнө:

23 декабрь 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Кесе Бишҡураз ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы)

Вафат булған көнө:

28 октябрь 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (81 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан, Өфө

Награда һәм премиялары:

Баһаманов Камил Шәкир улы (23.12.1916, Кесе Бишҡураз ауылы Бөрө өйәҙе Өфө губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) — 28.10.1998, Өфө ҡалаһы) — иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1963). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баһаманов Камил Шәкир улы 1916 йылдың 23 декабрендә Өфө губернаһының Бөрө өйәҙе Кесе Бишҡураз ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы) тыуған. 1941 йылда Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1941 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында дәүләт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, фронтҡа китә. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында капитан, рота командиры, Көнбайыш фронттың юл-эксплуатация батальоны 132-се бүлегенең штаб начальнигы була. Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлы үтә. Калинин һәм 3 Белорус фронттарының 31 Армияһы составында дошмандарҙы Калининград, Ржев янында тар-мар итеүҙә, Смоленщинаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә, Польша, Көнсығыш Пруссия, Үҙәк Германия һәм Чехословакия ҡырҙарында дошман бастиондарын ҡыйратыуҙа ҡатнаша.

1942 йылда һул ҡулының суғы үтәнән-үтә яралана.

1944 йылдың майынан КПСС ағзаһы.

II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944), «Германияны еңгән өсөн» миҙалы, «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы, Георгий Жуков миҙалы, юбилей миҙалдары һәм «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.


Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1946 йылдан алып СССР дәүләт резервтары министрлығының Башҡортостан биләмәһе идаралығында эшләй, 1949 йылдан — СССР дәүләт контроле министрлығының Башҡорт АССР-ы буйынса баш контролёрҙар төркөмөндә эшләй. 1958—1986 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге хеҙмәткәре. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлекселектең иҡтисади нәтижәлелеге мәсьәләләренә арнала. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ғилми эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Размещение и экономическая эффективность технических культур. Уфа, 1963;
  • Экономика производства зерна в Башкирской АССР. Уфа, 1969;
  • Факторы расширенного воспроизводства сельскохозяйственной продукции. Уфа, 1972;
  • Производство зерна в Башкирии. Уфа, 1974.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976)
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
  • «Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Кенигсбергты алған өсөн» миҙалы
  • Георгий Жуков миҙалы
  • юбилей миҙалдары
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]