Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы
Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 март 1951 (73 йәш) |
Тыуған урыны | Яңы Ҡорос, Иҫке Ҡорос ауыл Советы, Баҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Баһауетдинов Ғәмил Әмир улы (рус. Багаутдинов Гамиль Амирович; 10 март 1951 йыл) — ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры. Өфө районы 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәмил Әмир улы Баһауетдинов 1951 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Яңы Ҡорос ауылында тыуған. Ауылда урта мәҡтәптән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға килә һәм 1974 йылда уны уңышлы тамамлай.[1]
Хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо уҡ йылда Дәүләкән районындағы Ҡаҙанғол тәжрибә хужалығында зоотехник-селекционер булып башлай, артабан шул уҡ хужалыҡта баш зоотехник булып эшләй.
1977 йылда ВЛКСМ-дың Дәүләкән район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1979—1984 йылдарҙа Дәүләкән районының «Россия» колхозы рәйесе булып эшләй.
1984 йылда Өфө районында урынлашҡан «Өфө» тәжрибә участкаһы директоры итеп тәғәйенләнә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылда Өфө районының 260-сы Михайловка һайлау участкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Багаутдинов Гамиль Амирович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.