Эстәлеккә күсергә

Баһауетдин Нәҡшбәнд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баһауетдин Нәҡшбәнд
фарс. بهاء الدين النقشبند
ғәр. بهاء الدين النقشبند
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Сығатай улусы
Тыуған көнө 1318
Тыуған урыны Касри-Арифан[d], Мәүәрәннәһер, Сығатай улусы
Бохара, Үзбәкстан
Вафат булған көнө 1389
Вафат булған урыны Касри-Арифан[d], Тимуридтар дәүләте[d]
Бохара, Үзбәкстан
Ерләнгән урыны Мавзолей Бахауддина Накшбанда[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө дин белгесе
Эшмәкәрлек төрө суфыйлыҡ
Уҡыусылар Алауддин Аттар[d]
Кемдә уҡыған Сайид Амир Кулаль[d]
Йәшәү рәүеше мистицизм[d]
Мисәттең/эмблеманың һүрәтләнеше
 Баһауетдин Нәҡшбәнд Викимилектә

Баһауетдин Мөхәммәт ибн Борһанетдин Мөхәммәт әл-Бохари (фарс. بهاءالدین نقش‌بند; йәки Баһауетдин Балогардон, март 1318(1318), Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван (хәҙерге Ҡаған районы), Үзбәкстан — март 1389, шунда уҡ) — фарсы дин әһеле, шулай уҡ суфый уҡытыусы булараҡ та билдәле, мөһим урын тотҡан Нәҡшбәндиә суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә (ғәмәлдә ул тәриҡәттең етенсе шәйехе булып тора).

Баһауетдин Бохаранан йыраҡ түгел Ҡәсри-Һиндуван ауылында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған[1]. Ғүмеренең күп өлөшөн ул Бохарала йәки уның эргәһендә уҙғарған.

Суфыйлыҡ менән ҡыҙыҡһыныу олатаһынан күскән. Бала сағында Нәҡшбәнд шәйех Мөхәммәт Баба Сәммәси тарафынан (ваф. 740/1339) рухи уллыҡҡа алына, һәм ул артабан белем биреүҙе уҡыусыһы Әмир Гүләлгә тапшыра. Артабан Баһауетдин бүтән билдәле шәйехтәрҙән дә белем ала.

Нәҡшбәнд ҡушаматы — тажиксанан "нағыш туҡыусы " тигәнде аңлата. Баһауетдин Нәҡшбәнд, Хужаи Бузурғ һәм Шаһи Нәҡшбәнд булараҡ танылған.

Бохара янында Баһауетдин Нәҡшбәнд кәшәнәһе

Хәнәфи мәҙһәб тарафдары Баһауетдин Нәҡшбәнд 1389 йылдың мартында вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә.

Үлгәндән һуң Нәҡшбәнд әүлиә, шулай уҡ Бохараның ҡурсалаусыһы тип таныла. Уның ҡәбере өҫтөндә 1544 йылда мазар төҙөлә, ул Урта Азия мосолмандарының хаж ҡылыу урыны булып китә.

  1. Calendar of State Papers (инг.) // Letters and Papers Illustrative of the Reigns of Richard III and Henry VII / James Gairdner. — Cambridge: Cambridge University Press. — С. 433–435.
  • Naḳs̲h̲band / Algar, Hamid // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Eleven Principles Of The Naqshbandi Sufi Order
  • Omar Ali-Shah The Rules or Secrets of the Naqshbandi Order. — 1992. ISBN 2-909347-09-5