Бебрисцихе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бебрисцихе
груз. ბებრისციხე
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Мцхета-Мтианети
Карта
 Бебрисцихе Викимилектә

Бебрисцихе (груз.ბებრისციხე — ҡарт ҡәлғәһе, шулай уҡ Нацихари атамаһы ҡулланыла — Грузиялағы ҡәлғә, хәҙер емереклектәр, ишелмәнән ныҡ зыян күргән. Археологик ҡомартҡы. Арагви йылғаһының уң ярында текә ҡаяла, Хәрби-Грузин юлы өҫтөндә, яҡынса Арагви йылғаһының Кураға ҡойған урынынан километр ярым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡәлғә тау ҡәбиләләре һөжүменән һаҡланыу өсөн хеҙмәт иткән.

Әлеге ваҡытта цитаделдең башняһы өлөшө, көнбайыш диуары һәм башҡа нығытмаларының айырым элементтары һаҡланған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мцхетаның төньяҡ сигендә, беҙҙең эраға тиклем I быуатта уҡ төҙөлөүе ихтимал (был осор менән ҡаҙып табылған ҡәлғә диуарҙары ҡалдыҡтары даталана). Булған ҡоролмалар IX быуатҡа ҡарай

1156 йылда ҡәлғәлә батша Деметре I вафат була.

Легенда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡәлғәгә ҡасандыр кенәз Симеон хужа була. Кенәздең улы Мамука һәм ҡыҙы Макрине була. Кенәз үлгәндән һуң ҡәлғәне Мамука ала, уның хакимлығы крәҫтиән- подданныйҙар өсөн ауыр йөк булып ята, һалымдар саманан тыш артыҡ һалына. Уны изге Макрина выжданына саҡырырға тырыша, әммә яуыз ағаһы уны башняға бикләй. Бер ваҡыт ул ҡамсыһы менән крәҫтиәндәренә ташлана, шунда ҡапыл уның аяғына ҡара йыландар сырмала. Ҡурҡышынан Мамука гөнаһтары өсөн тәүбә итә башлай, бөтә имениеһын таратырға, ә үҙе ҡорам өсөн аҡса йыйырға вәғәҙә итә. Башнялағы һеңлеһе Макрине ла ағаһы өсөн доға ҡыла. Аллаһы тәғәләгә уларҙың доғалары барып етә, Мамуканың аяғынан йыландар, әйтерһең, ҡоро тамырҙар кеүек ҡубып төшә. Мамука китә, Макрине монахиня була. Макринеға 70 йыл ғүмер бирелә, уны ерләшеүгә бер билдәһеҙ ҡарт килә, гүр эйәһенең маңлайынан үбә һәм «Ҡәрендәшем минең! Мин үҙем нәҙеремде үтәнем» тип әйтә. Һәм үлә. Ә кешеләр был урынды «Бебрисцихе» (ҡарт ҡәлғәһе) тип атай башлайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арджеванидзе И. А. Военно-грузинская дорога: (Краеведческий очерк с приложением схематической карты маршрута и библиографии). — Тбилиси: Госиздат Грузинской ССР, 1954. — 252 с.

ვახუშტი, «საქართველოს გეოგრაფია», ტფილისი, 1904 წ., გვ. 89-90

Л. М. Меликсет-беков, «В поисках Страбоновой Севсаморы», Известия Кавказского отдела Русского географического общества. Т. 25, № 2-3. — Тифлис, 1917.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Крепость Бебрисцихе

Достопримечательности Мцхета. Крепость Бебрисцихе 2017 йыл 18 сентябрь архивланған.

Крепость Бебрисцихе, Мцхета, Грузия, история, путеводитель по крепости 2017 йыл 18 сентябрь архивланған.