Эстәлеккә күсергә

Беларус милли хәрәкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Беларус милли хәрәкәте  — ижтимағи, мәҙәни һәм сәйәси хәрәкәт, беларус мәҙәниәтен, телен, йолаларын үҫтереү һәм милли нигеҙҙә дәүләтселекте төҙөү/нығытыу өсөн сығыш яһай. XIX быуаттан башлап бер нисә тулҡыны күҙәтелә.

Ян Чечот

XIX быуаттың башында һәм уртаһында Ян Чечот, Владислав Сырокомля, Винцент Дунин-Марцинкевич, Ян Барщевский һәм бер килке башҡа яҙыусылар хәҙерге заман беларус телендә тәүге әҙәби әҫәрҙәрен ижад иттеләр. Беларус зыялылары урындағы һөйләште үҙҙәренең әҫәрҙәрен яҙыу өсөн нигеҙ итеп файҙаландылар. Беларус элитаһының күпселек өлөшө ул осорҙа элекке Речь Посполитаяны тергеҙеү өсөн хәрәкәтте яҡлай һәм 1830-31 һәм 1863-64 йылдар ихтилалдарында әүҙем ҡатнаша. Ошо уҡ ваҡытта беларус халҡының үҙбилдәләнеше һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәт барлыҡҡа килә. Элекке Бөйөк Литва Кенәзлеге ерҙәрендә 1863 йылғы ихтилал лидеры Калиновский Константин Семёнович беларус крәҫтиәндәренә үҙенең оранын беларус телендә баҫтыра һәм милли азатлыҡ өсөн көрәшкә саҡыра[1]. Калиновскийҙы рәсәй властары тотоп алғас, ул үлем язаһына хөкөм ителә. Төрмәнән Константин Калиновский иреккә үҙенең беларус халҡына васыятын — «Дар аҫтынан хат» тапшыра:

Кастусь Калиновский
« Браты мае, мужыкі родныя. З-пад шыбеніцы маскоўскай прыходзіць мне да вас пісаці, і, можа, раз астатні. Горка пакінуць зямельку родную і цябе, дарагі мой народзе. Грудзі застогнуць, забаліць сэрца, — но не жаль згінуць за тваю праўду… Нямаш, браткі, большага шчасьця на гэтым сьвеце, як калі чалавек у галаве мае розум і навуку… Но як дзень з ноччу не ходзіць разам, так не ідзе разам навука праўдзіва з няволяй маскоўскай. Дапокуль яна ў нас будзе, у нас нічога ня будзе, ня будзе праўды, багацтва і ніякай навукі, — адно намі, як скацінай, варочаць будуць не для дабра, но на пагібель нашу… Бо я табе з-пад шыбеніцы кажу, Народзе, што тагды толькі зажывеш шчасьліва, калі над табою Маскаля ўжо ня будзе.

Твой слуга
Яська-гаспадар з-пад Вільні
»

XX быуат башында беларус милли һәм сәйәси ойошмаларҙың артабанғы үҫеше дауам итә, нигеҙҙә социалистик (Беларус социалистик грамада) һәм христиан-демократик. 1905 йылғы беренсе урыҫ революцияһы һөҙөмтәһендә милли телдәге баҫмалар легалләштерелә һәм был беларус китап нәшриәтендә бум тыуҙырҙы. Айырым алғанда, 1906 йылда барлыҡҡа килгән «Наша Нива» гәзите, ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа, шулай уҡ ауылдарҙа, Беларусьтың урта синыфы араһында беларус милли берҙәйлекте алға һөрөү һәм уҡыу-уҡытыу мөһим үҙәктәренең береһенә әйләнә.

1915 йылда Вильно ҡалаһында Беларус йәмәғәт йыйылышы (рәйесе — Василий Петрович Любарский, иптәше — Дмитрий Алексеевич Гнилицкий, сәркәтибе — Игнатий Николаевич Биндзюк) эшләй.

1917 йылдың октябрендә большевиктар түңкәрелешенән һуң, илдең бөтә региондары исеменән эш алып барыусы беларус милли ойошмалары беренсе Бөтә Беларус съезын үткәрҙе. Съезда Беларусьтың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә һәм Беларус Халыҡ Республикаһы төҙөлә. Был дәүләт 1919 йылға, уның парламенты, Рада, Беларусьны Ҡыҙыл Армия баҫып алыуы арҡаһында илде ташлап китергә мәжбүр булғанға тиклем йәшәй. Рәсәйҙәге граждандар һуғышы йылдары дауамында беларус азатлыҡ хәрәкәте дуҫтары үҙҙәренең партизан отрядтарын («Йәшел имән» булараҡ билдәле), шулай уҡ Литван Республикаһының армияһында һәм Польша армияһында беларус милли бүлексәләрен төҙөйҙәр. Шулай уҡ беларус-рәсәй армияһына генерал Булак-Балахович Станислав Никодимович етәкселегендә күп хәрбиҙәр ҡушылалар.

Большевиктәр Хөкүмәте төҙөлгән марионетка Беларус Совет Социалистик Республикаһында совет сәйәсәте сиктәрендә беларус теленә һәм мәҙәниәтенә рәсми статус бирҙе. Был сәйәсәт 1930-сы йылдар башында тамамлана. Сталин власы нығынғас, беларус мәҙәни һәм ижтимағи элитаға ҡарата ныҡышмалы урыҫлаштырыу һәм террор башлана.

Шул арала күп беларус сәйәси һәм мәҙәни ойошмалар Польшала Көнбайыш Беларусь территорияһында үҙҙәренең эшмәкәрлеген дауам итәләр. Бронислав Тарашкевич кеүек беларус милли эшмәкәрҙәр, польша парламентының ағзалары булып һайланалар.

  1. Арлоў У. Дзесяць вякоў беларускай гісторыі (862―1918): Падзеі. Даты. Ілюстрацыі. / У. Арлоў, Г. Сагановіч. ― Вільня: «Наша Будучыня», 1999. ― с. 184—185
  • Памятная книга Виленской губернии на 1915 год . — Вильна: губернская типография, 1915. — С.150.
  • Michaluk D. Białoruska Republika Ludowa 1918—1920 u podstaw białoruskiej państwowości — Toruń, Wydawnictwo naukowe Uniwersytetu Mikołaja Kopernika, 2010 (пол.)
  • Марцуль Г. С., Сташкевіч М. С. Гісторыя Беларусі: насельніцтва, фарміраванне і вызначэнне этнічных і дзяржаўна-адміністрацыйных межаў, беларускае замежжа. Мн., 1997. (белор.)
  • Sokrat Janowicz, Forming of the Belarussian nation, RYTM, 1999 (инг.)
  • Rudling, Pers Anders. The Rise and Fall of Belarusian Nationalism, 1906—1931 (University of Pittsburgh Press; 2014) 436 pages (инг.)
  • Anatol Żytko, Russian policy towards the Belarussian gentry in 1861—1914, Minsk, 1999 (инг.)
  • Piotr Eberhardt, Problematyka narodowościowa Białorusi w XX wieku, Lublin, 1996, ISBN 83-85854-16-9 (пол.)
  • Eugeniusz Mironowicz, Białoruś, Trio, Warsaw, 1999, ISBN 83-85660-82-8 (пол.)
  • Jerzy Ogonowski, Uprawnienia językowe mniejszości narodowych w Rzeczypospolitej Polskiej 1918—1939, Wydawnictwo Sejmowe, Warsaw, 2000 (пол.)
  • Ryszard Radzik, Kim są Białorusini?, Toruń 2003, ISBN 83-7322-672-9 (пол.)
  • Гісторыя Беларусі: У 6 т. Т. 4. Беларусь у складзе Расійскай імперыі (канец XVIII — пачатак XX ст.), Мінск 2005 (белор.)
  • Rudolf Mark, Die nationale Bewegung der Weißrussen im 19. und zu Beginn des 20. Jahrhunderts // Jahrbücher für Geschichte Osteuropas, Neue Folge, Bd. 42, H. 4 (1994), S. 493—509 (нем.)