Беллер Ольга Александровна
Беллер Ольга Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 25 сентябрь 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | спортсы |
Уҡыу йорто | Ишембай нефть колледжы |
Беллер Ольга Александровна (25 сентябрь 1973 йыл) — спортсы-шашка уйнаусы (халыҡ-ара һәм рус шашкалары), тренер. Тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионы (2001 йыл), шәхси-команда Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2002 1-9 март, Тверь), РСФСР профсоюздарының физкультура-спорт йәмғиәте беренселеге еңеүсеһе (1986), ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса РСФСР беренселегенең көмөш (1987) һәм бронза (1991) призеры. Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ольга Александровна Беллер (ҡыҙ фамилияһы Кувайцева) 1973 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен, Ишембай нефть колледжын (1994), Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (2007), Стәрлетамаҡ физик культура институтын (2010) тамамлаған.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]12 йәшендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында БАССР чемпионы була (1985). Ишембай ҡалаһының 2-се урта мәктәбе командаһы: Анатолий Татаренко, Дмитрий Фролов, Ольга Кувайцева, Ольга Титова составында ВЛКСМ Үҙәк Комитеты призына «Чудо-шашки» ярыштарының РСФСР беренселеге еңеүсеһе һәм СССР беренселеге призеры (1987).
Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: В. И. Мильшин, В. А. Русинов). Шашка буйынса олимпия резервының Ишембай республика балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры (1990).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- БЕЛЛЕР Ольга Александровна // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 102. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.