Эстәлеккә күсергә

Белобородов Иван Наумович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белобородов Иван Наумович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1741
Тыуған урыны Медянка[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 5 (16) сентябрь 1774
Вафат булған урыны , Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание капрал[d]

Белобородов Иван Наумович (1741 — 5 сентябрь 1774) — 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Емельян Пугачёвтың арҡалаштарының береһе, Урта Уралда ихтилал етәксеһе.

Сығышы буйынса — крәҫтиән, Ҡаҙан губернаһы Көнгөр (Пермь) провинцияһындағы Медянка ауылынан. Ауыл сәнәғәтсе осокиндарҙың Ирге баҡыр иретеү заводына беркетелгән була. 18 йәшендә 1759 йылда рекрутлыҡҡа алына, Выборг ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә, ә һуңынан — Охтен дары заводында, капрал дәрәжәһенә лайыҡ була. 1766 йылда Белобородов ярты йыл Петербург артиллерия госпиталендә ятҡандан һуң оставкаға сыға[1].

Отставкаға сыҡҡандан һуң Ненила Елисееваға өйләнеп, Көңгөр провинцияһының Богородск ауылында йәшәй[2].

Пугачев ихтилалы башланыуы менән хөкүмәт командаһына саҡырыла, әммә Белобородов, саҡырылғас та, команданы ташлап, йортона ҡайта. 1774 йылдың 1 ғинуарында Богородскиға Ҡәнзәфәр Усаевтың отрядынан вәкилдәр килә һәм Пугачевтың указдарын һәи манифестарын уҡып ишеттерәләр. Ҡайһы бер ауылдаштары менән Белобородов Усаевтың отрядын ҡаршы алырға сыға, ә ауылында — башҡорт полковнигын үҙ өйөндә йәшәтә. Усаев үҙенең отрядына Богородскиҙан 25 кеше ала, тегеләр Белобородовты үҙҙәренең етәксеһе итеп һайлайҙар. Отряд Демидовтың Суҡсын заводына китә, уны баҫып алып, завод канцелярияһының бөтә документацияһын, шул иҫәптән, 54 мең һумлыҡ бурыс распискаларын үртәй. Завод каралтыларына теймәйҙәр. Усаев Белобородовтың отрядына кешеләр өҫтәй һәм уға йөҙ башы дәрәжәһен бирә. Артабан Бисерт һәм Ревда заводтары баҫып алына, 6 ғинуарҙа — Әсет ҡәлғәһе. Ошо ваҡыттан алып Белобородовтың отряды үҙ аллы ғәмәлдәр башлай[3].

18 ғинуарҙа 600 кешегә еткән Белобородов отряды бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Билембай заводын баҫып ала, 1774 йылдың 19 ғинуарында — Демидовтың Шайтан заводтарын. Завод кешеләре Белобородов отрядын икмәк-тоҙ ҡаршы ала, 2 мең бот арыш оно уның ҡарамағына тапшырыла. Белобородов үҙен яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә, хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрәкәте тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе йыя һәм, алдан белеп. уларҙың һөжүмен кире ҡаға[4]. Шулай уҡ пушкаларҙан бик мәргән атҡан[5] 23 ғинуарҙа Шайтан заводтарына поручик Костин етәкселегендәге 476 кешенән торған команда ебәрелә, әммә тере көстә пугачевсыларҙың өҫтөнлөгө һиҙелерлек булып, был юлы ла хөкүмәт ғәскәрҙәре уңышһыҙлыҡҡа тарый[6][7].

29 ғинуарҙа Белобородов Уткин ҡаҙна заводына килә һәм урындағы священникка завод халҡын «Петр Федоровичҡа» тоғролоҡ антына килтерегә ҡуша. Бында Белобородов отрядына 200 завод крәҫтиәнен өҫтәп ала. 1 февралдә ул Урал металлургия заводтарының иң ҡеүәтлеһе булған — Демидовтың Уткин заводын — һөжүмләй. Завод диуар һәм соҡор менән уратылған була, эстә — 15 пушка менән ҡоралланған 1000 кеше. Белобородов завод юлдарын яйлап ҡыя барып, лагерь булып Курьи ауылында туҡтай. 9 февралдә аяуһыҙ һөжүм башлана һәм ул өс көн дауамында бара. 700 кешене Уткин заводында ҡалдырып, Белобородов Шайтан заводтарына әйләнеп килә[8][7]. Белобородов шул уҡ ваҡытта Көңгөргә ғәскәренең бер өлөшөн ебәреүҙән баш тарта, сөнки Екатеринбургка барырға ниәтләй, әммә Көңгөр өсөн артиллерияһы менән бүлешә[9].

Баҫып алынған заводтарҙа Белобородов ҡорал етештереүҙе ойоштороп ҡарай, мәҫәлән, Ревда заводында 500 бот тимер ҡылыстар яһау өсөн ебәрелә, әммә ҡорал менән хәлдәр яҡшырмай. Ошо уҡ ваҡытта Екатеринбургка Себер корпусы командиры Деколонгтан секунд-майор Фишер еиәкселегендә ике регуляр рота килә, «беркетелгән казактарҙы» үҙенә ҡушып алып, 14 февралдә Белобородовты Шайтан заводтарынан ҡыуып сығара, шулай уҡ ул, ихтилалсыларҙы базаһыҙ ҡалдырыу ниәтенән, заводтарҙы тулыһынса яндыра. Ошо уҡ ваҡытта майор Гагрин етәкселегендәге икенсе хөкүмәт отряды баш күтәреүселәрҙе Көңгөр, Әсет ҡәлғәһе һәм Бисерт заводында тар-мар итә, 26 февралдә пугачевсыларҙы Уткин заводынан ҡыуып сығара. 29 февралдә Белобородов Уткин заводын кире ҡайтарып ҡарай, әммә уңышһыҙ, сигенгән саҡта Багаряк биҫтәһе янында, 1 мартта — Каменскиҙа һәм 12 мартта — Касли заводтары тирәһендә еңелә бара. Яҙғы ташҡын менән файҙаланып, Белобородовтың отряды эҙәрлекләүҙән ысҡына һәм ял итеү өсөн Һатҡы заводын яулап ала [10].

1774 йылдың апрелендә Ырымбур тирәһендә ҡыйратылған һәм Ағиҙел аръяғына сыҡҡан Пугачёв Көньяҡ Уралдағы баш күтәреүселәр отрядтарына уның менән осрашыр өсөн алға сығырға бойора. Әммә яҙғы ташҡын бойороҡто май айына тиклем үтәргә мөмкинлек бирмәй. 7 майҙа ғына Белобородовтың отряды Пугачёв армияһы менән осрашыу өсөн алдағы көн пугачевсылар яулап алған Магнит ҡәлғәһенә килеп етә.

1774 йылдың 15 июлендә Ҡаҙан тирәһендәге алышта Пугачев ғәскәре еңелеүгә дусар булғас, Белобородов ҡулға алына һәм Ҡаҙанға килтерелә, бында унан тикшереү комиссияһы етәксеһе П. С. Потемкин һорау ала. Белобородов 100 ҡамсы һуғыуына һәм үлем язаһына хөкөм ителә. Иван Белобородовты 1774 йылдың 5 сентябрендә Мәскәүҙә, Болотный майҙанында, язалайҙар.