Беловежье шырлығы (милли парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беловежье шырлығы
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 1991[1]
Рәсем
Менеджер/директор Q109093281?
Дәүләт  Беларусь[2]
Административ-территориаль берәмек Брест өлкәһе[d]
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d]
Майҙан 1500 км²
Рәсми сайт npbp.by
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/new/en/natura…
Карта
 Беловежье шырлығы Викимилектә

«Беловежье шырлығы» милли паркы  — белорус дәүләт тәбиғәтте һаҡлау учреждениеһы, реликтив урман массивы булған Беловежье шырлығы территорияһы ла уға ҡарай. Парктың ҡурсаулы ерҙәренең дөйөм майҙаны 150 069 гектар тәшкил итә[3].

Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Каменюки ауылындағы милли парктың административ үҙәге

Парк төньяҡтан көньяҡҡа 65 саҡрымға, ә көнбайыштан көнсығышҡа табан 20 саҡрымдан алып 52 саҡрымға тиклем һуҙыла. Көнбайыштан Польшаның Беловежье милли паркы һәм поляктарҙың дәүләт урманы менән йәнәш тора. «Беловежье шырлығы» милли паркы 19 урмансылыҡты һәм 2 һунарсылыҡ хужалығын үҙ эсенә ала: «Шерешево» һәм «Выгонов». Парктың дүрт һаҡлау режимы бар:

  • ҡурсаулыҡ зонаһы, бында һәр төрлө хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйылған (38,0 проценты);
  • тәртипкә һалынған ҡулланыуҙы зонаһы (26,1 %);
  • рекреацион зоналар (5,2 %);
  • хужалыҡ зонаһы (30,7 %).

Бынан тыш, дөйөм майҙаны 90 мең га (2004 мәғлүмәттәре) булған буфер зонаһы булдырылды, бында ла хужалыҡ эшмәкәрлеге сикләнгән[4].

Парк ике өлкәнең: Брест һәм Гродно — өс райондың: Каменец, Пружан һәм Свислоч территорияһында урынлашҡан. Административ үҙәк Каменюк ауылында[5] Парк туранан-тура Беларусь Республикаһы президентының идара итеү эшенә буйһона[6][7].

Тәбиғәтте ҡурсалау эшмәкәрлегенән тыш, парк фәнни-тикшеренеү эштәре менән дә, туристик хеҙмәтләндереү менән дәшөғөлләнә, уның бер нисә коммерция предприятиеһы: ағас эшкәртеү заводы, сәнғәт һәм таксидермик оҫтаханаһы, ауыл хужалығы предприятиелары бар. Парк штатында 900-ҙән ашыу кеше тора. Парк Белоруссияла иң эре туристик үҙәктәрҙән һанала, бында тәбиғәт музейы, хайуандары булған вольерҙар, отель һәм ҡунаҡ йорттары, ресторан, спорт майҙансығы, туристик маршруттар әҙерләгән. Паркка килеүселәр тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар: Тышкевич усадьбаһы, элекке батша тракты, Каменец башняһы (XIII быуат) менән таныша ала. Милли парк биләмәһендә «Вискулиҙа» хөкүмәт резиденцияһы урынлашҡан.

Парк географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Беловежье шырлығы» зоопаркында зубрҙар

Парк рельефы һөҙәк-убалы. Иң бейек нөктәһе — 242,5 м, түбәне — 143,6 м. Төньяҡ-көнсығыштан Балтика һәм Ҡара диңгеҙҙәр бассейны һыу айырғыстары үтә. Парктағы йылғаларҙың күбеһе Балтик диңгеҙе бассейнына ҡарай. Эре йылғалар: Хаҡ Урман, Нарев, Наревка. Яһалма һыу ятҡылыҡтары ла бар: Ляд һыуһаҡлағысы һәм парктың көньяҡ өлөшөндә Хмелев һыуһаҡлағысы. Һыуайырғыста Европалағы иң ҙур мезотроф типтағы уйпат һаҙлығы — Ҡырағай урынлашҡан[3].

Парк Белоруссияның көньяҡ агроклиматлы ҡ зонаһына ҡарай, ҡыштың йомшаҡлығы һәм дымлылыҡтың тотороҡһоҙ булыуы менән ҡылыҡһырлана. Йыллыҡ уртаса температура — 5,1 — 8,6 °C, иң юғарыһы— 36,4 °C, түбәне — минус 40,1 °C. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме — 659 мм, шул уҡ ваҡытта уның өстән ике өлөшө — йылдың апреленән октябргә тиклем. Парк тупраҡтың күп төрлөлөгө менән айырыла: тупраҡтың 8 төп төрө һәм 270 төрсәһе. Кәҫле-ҡомло көлһөү тупраҡ өҫтөнлөк итә[7].

Паркта үҫемлектәр донъяһы өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, уларҙың төрө 900-ҙән ашып китә. Шырлыҡ Неман-Предполесский округының Беловежье районының үҙенсәлекле граб, имән һәм ҡуйы ылыҫлы урманы булған кесе зонаға айырылған. Ҡәҙимге ҡарағай (урмандарҙың яртыһынан күбеһе), Европа шыршыһы, ҡәҙимге имән, ҡайын, ялбыр ҡайын, граб, ҡара ерек, ҡәҙимге дардар, уҫаҡ; ҡыуаҡтарҙан — тал, балан, эт муйылы, сәтләүек ағасы, бүре йүкәһе, артыш; ваҡ ҡыуаҡтарҙан — ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле, арса, күк көртмәле, һаҙанаҡ, мүк еләге. Йөҙҙөн ашыу төр үҫемлек һәм бәшмәк төрҙәре Белоруссияның Ҡыҙыл китабына индерелгән[7].

Парктың хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Умыртҡалы хайуандарҙың һаны 300 төрҙән артып китә, ә умыртҡаһыҙҙар — 11 000. Бында ҡондоҙ, тейен, бүре, төлкө, һеләүһен, бурһыҡ, урман һыуһары, терпе, сысҡан]], зубр, ҡырағай ҡабан, аҫыл болан, илек, мышы, ҡуян, туҙбаш йылан, осло морон тәлмәрйен һәм үлән тәлмәрйене осрай. Ҡош төрҙәре араһында иң ҙур һан булып турғайҙар, пластинкал суҡышлылар һәм арышлылар тора. Иң киң таралған балыҡ төрҙәре — суртан, сабаҡ, ҡарабалыҡ, юста, һөмбәш, алабуға. Умыртҡалыларҙың 112 төрө һәм бөжәктәрҙең 38 төрө Белоруссияның Ҡыҙыл китабына индерелгән. Зубрҙар донъяла иң ҙур таралған популяциянан һанала[7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беловежье шырлығында бер төркөм егерҙар батша һунары алдынан Николая II (1897)

Беловежье шырлығы төрлө дәүләттәргә ҡарай, әммә һәр саҡ юғары ҡатлам кешеләренең һунар итеү урыны булып ҡала килә. Икенсе мең йыллыҡ урталарында шырлыҡтың байлығын ҡулланыу буйынса интенсификация башлана, бының менән бергә, урмандар ҙа ҡырҡыла һәм ҡаҙылма байлыҡ сығарыу эшмәкәлеге лә яйға һалына. Шул уҡ ваҡытта, тап ошо мәлдә шырлыҡты ҡурсалау буйынса беренсе закондар ҙа сығарыла: 1558 йылда Польша короленең һунарсылыҡ биләмәләрен һаҡлау тураһындағы указы[8], ә 1577 йылда зубрҙар ҙа яҡлау аҫына алына. Указ йәнлектәрҙе атыуҙы тыя һәм шырлыҡ биләмәләренә һунарсыларҙың инеүен сикләй[6].

1795 йылда Беловежье шырлығы Рәсәй Империяһы составына күсерелә, һәм бында һунарсылыҡ киң ҡолас алғанлыҡтан, хайуандарҙың һаны ҡырҡа кәмей. Ҡондоҙ һәм айыуҙар тулыһынса юҡҡа сығарыла, император рөхсәте менән генә атылырға тейеш булған зубрҙарҙың һаны ла кәмей. Шырлыҡ урмандары дворяндарҙың шәхси милкенә күсереү башлана, был иһә урмандарҙың юҡҡа сығыуына килтерә. 1812 йылғы янғын 1812 йылғы Ватан һуғышы шырлыҡҡа өҫтәмә зыян килтерә. Бары тик Александр II ваҡытында ғына шырлыҡ яңынан ҡурсаулыҡҡа әйләнә һәм хайуандар популяцияһын тергеҙеү башлана, Германиянан да күп кенә хайуандар һатып алына[6].

1888 йылда Беловежье шырлығын, һунарсылыҡ биләмәһенә әйләндереү өсөн, батша ғаиләһенең шәхси милкенә әүерелә. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында немец оккупант властары әүҙем рәүештә урман ҡырҡыу эшмәкәрлеге ойошторалар, бер үк ваҡытта, үҙәк өлөштө «Кеше аяғы баҫмаған тәбиғәт паркы» булараҡ айыралар. Һуңынан Польша хөкүмәте уның нигеҙендә Беловежье милли паркын булдыра. 1939 йылда Белоруссия ССР ҡарамағында ҡалған шырлыҡтың бер өлөшө шул уҡ йылдың декабрь айында дәүләт ҡурсаулығы тип иғлан ителә[6].

Икенсе донъя һуғышынан һуң, шырлыҡ поляк һәм совет властары араһында бүленә. Белоруссияға ҡараған өлөшө 1957 йылда «Дәүләттең ҡурсаулыҡ һәм һунарсылыҡ хужалығы»— совет хөкүмәте һәм дуҫ булған илдәрҙең юғары етәкселегенең ял итеүенә тәғәйен статусҡа эйә була. 1991 йылдан шырлыҡ бөгөнгө дәүләт милли паркы статусына эйә[6].

1979 йылда уҡ Бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән поляк Беловежье милли паркын, ЮНЕСКО 1992 йылда белорус милли паркы статусына күтәрә[9].. 1993 йылда ЮНЕСКО «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә милли паркҡа биосфера ҡурсаулығы статусын бирә[10]. 2014 йылдың 23 июнендә Бөтә донъя ҡомартҡыһы комитеты сессияһының ҡарары менән Беловежье шырлығының поляк һәм белорус өлөштәрен берләштереп, һәм ул ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҡомартҡыһының бер бөтөн трансграник объекты тип таныла[11].


1999 йылда «Вискули» хөкүмәт резиденцияһында СССР-ҙың тарҡалыуын таныған Беловежье килешеүе төҙөлә[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://web.archive.org/web/20150416162318/http://npbp.brest.by/ru/%D0%B8%D1%81%D1%82%D0%BE%D1%80%D0%B8%D1%8F
  2. http://www.unesco.org/new/en/natural-sciences/environment/ecological-sciences/biosphere-reserves/europe-north-america/belarus/belovezhskaya-pushcha/
  3. 3,0 3,1 О национальном парке. Национальный парк «Беловежская пуща». Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 29 апрель архивланған.
  4. Схема зонирования Национального парка «Беловежская пуща». Дата обращения: 6 май 2015.
  5. Контакты. Национальный парк «Беловежская пуща». Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 16 апрель архивланған.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 История. Национальный парк «Беловежская пуща». Дата обращения: 1 май 2015. 2015 йыл 16 апрель архивланған.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Козулько Г.А., Жуков В.П. Государственный национальный парк «Беловежская пуща» — старейший заповедник в Европе // Беловежская пуща на рубеже третьего тысячелетия. Материалы научно-практической конференции, посвященной 60-летию со дня образования Государственного заповедника «Беловежская пуща» (22-24 декабря 1999 г., п. Каменюки, Брестская обл.). — Мн., 1999. — С. 16—33.
  8. Денис Герасименко Сквозь призму столетий // Интернет-сайт Wildlife.by. — 2010.
  9. World Heritage List — Białowieża Forest (ингл.). Дата обращения: 6 май 2015.
  10. Biosphere Reserve Information - BELOVEZHSKAYA PUSCHCHA (ингл.). Дата обращения: 6 май 2015. 2016 йыл 21 февраль архивланған.
  11. World Heritage Committee — Thirty-eighth session. — Doha, Qatar. — P. 173—175. — 274 p.
  12. Виктор Алкснис. Анатомия распада. Свободная Пресса (8 декабрь 2012). Дата обращения: 6 май 2015.