Белорецкий (Ларионов) Григорий Прокопьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Белорецкий
рус. Григорий Прокопьевич Ларионов
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Григорий Прокопьевич Ларионов
Псевдоним Белорецкий
Тыуған көнө 19 ғинуар 1879({{padleft:1879|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Белорет
Вафат булыу көнө 6 март 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (34 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Скопин[d]
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, фольклорист, табип

Ларионов Григорий Прокопьевич (псевдонимы — Белорецкий) (19 ғинуар 1879 йыл — 6 март 1913 йыл) — яҙыусы, фольклорсы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорецкий (Ларионов) Григорий Прокопьевич 1879 йылдың 19 ғинуарында Өфө губернаһының Белорет заводы ҡасабаһында приказчик ғаиләһендә тыуған.

1896 йылда Өфө ҡалаһында гимназияны алтын миҙал менән тамамлай, ә 1901 йылда — Санкт-Петербургта Хәрби-медицина академияһын тамамлай.

Белем алғандан һуң, хәрби табип булып хеҙмәт итә. 19041905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 1905 йылда рус-япон һуғышы һүрәтләнгән «На войне» повесын һәм хәрби хикәйәләр яҙа, бының өсөн уны цензура эҙәрлекләй. Уға Санкт-Петербургта йәшәү тыйыла һәм табип эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү сикләнә.

Ғүмеренең аҙағында гарнизондарҙа хәрби табип булып эшләй. 1913 йылдың 6 мартында Тамбов губернаһының Скопин ҡалаһында үҙ-үҙенә ҡул һала.

Яҙыусының «Заводская частушка» исемле тәүге ҙур мәҡәләһе 1901 йылда «Уральская жизнь» гәзитендә баҫылған. «Русское богатство», «Вестник Европы» журналдары менән хеҙмәттәшлек итә. 1903 йылда «Русское богатство» журналында (редакторы яҙыусы В. Г. Короленко) «Сказитель — гусляр» очергы, 1904 йылда — «Уральские этюды» циклы баҫылып сыға. 1906 йылда «Без идеи» китабы донъя күрә.

Белорецкий Григорий Прокопьевич тарафынан 500-ҙән ашыу көнкүреш һәм завод таҡмаҡтары яҙып алына.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында яҙыусыға һәйкәл ҡуйылған[1].

Белорет ҡала советы Григорий Белорецкий (Ларионов) исемендәге премия булдырған (2002).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Очерки «Сказитель-гусляр в Уральском крае», «Заводская поэзия» (1902).
  • Около 500 частушек, собранных на заводах Юж. Урала.
  • Рассказы и очерки из народного быта — «Страдалец», «Юбилеи»
  • Повести «В сумасшедшем доме» (1903), рассказы «Поздней осенью» и «Летней ночью» из цикла «Уральские этюды» (1904)
  • Без идеи: из рассказов о войне. — СПбг., 1906; Избранное.- Уфа, 1958.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белорецкая энциклопедия. — Белорецк: (И. П. Абдуллин Р. К.), 2007. — 260 с., илл.
  • Г. Белорецкий Избранное. Уфа, 1958.
  • Алфёров Р. А. Прочнее стали: ист.-худож. очерк. Уфа, 1954;
  • Башкирия в русской литературе. Т.3. Уфа, 1993.
  • Прямков А. В. Уральский писатель Гр. Белорецкий. М., 1957;
  • Ладейщиков А. С. Писатели Урала. Свердловск, 1949.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]