Эстәлеккә күсергә

Белоруссияның махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белоруссияның махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре
Дәүләт  Беларусь
 Белоруссияның махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре Викимилектә
Беловежье шырлығы

Белоруссияның махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре (рус. ООПТ) — Беларусь Республикаһы территорияһының ҡиммәтле тәбиғәт комплекстары һәм (йәки) объекттары булған өлөшө, уларҙа махсус һаҡлау һәм файҙаланыу режимы билдәләнгән.

Ҡиммәтле тәбиғәт комплекстары һәм объекттары — айырым экологик, фәнни һәм (йәки) эстетик әһәмиәткә эйә булған, типик һәм һирәк тәбиғи ландшафттар һәм биотоптар, ҡырағай хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең һирәк һәм юғалыу ҡурҡынысы янаған төрҙәре, уларҙың йәшәү һәм үҫеү урындары булған уникаль, эталон һәм (йәки) ҡабат тергеҙелә алмаҫлыҡ тәбиғәт комплекстары һәм объекттары, тәбиғи экологик системалар.

2018 йылға махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһы 1289 объектты үҙ эсенә ала, уларҙың дөйөм майҙаны 1861,7 мең гектар йәки илдең дөйөм майҙанының 8,9 процентын тәшкил итә. Был система Беларусь территорияһында теркәлгән үҫемлек төрҙәренең яҡынса 80 һәм хайуандарҙың яҡынса 90 процентын, шул иҫәптән Беларусь Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелеүсе, һаҡлауҙы тәьмин итергә мөмкинлек бирә[1].

Классификациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Махсус һаҡланыусы тәбиғәт комплекстары һәм объекттарының үҙенсәлектәренә, уларҙы ойоштороу маҡсатына, һаҡлау режимына һәм файҙаланыуға ҡарап, улар түбәндәге категорияларға бүленә:

Дәүләттең идара итеү кимәленә ҡарап, улар республика һәм урындағы әһәмиәтлеләргә бүленә.

Ҡурсаулыҡ — тәбиғәт процестарының тәбиғилеген тәьмин итеү, ҡиммәтле тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын тәбиғи хәлдә һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында иғлан ителгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.

2018 йылға ҡарата был система 1 ҡурсаулыҡты үҙ эсенә ала, уның майҙаны махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙанының 4,7 процентын ала[1].

Полесье дәүләт радиацион-экологик ҡурсаулығы был тармаҡҡа индерелмәгән[2].

Милли парк — тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын һаҡлау, тергеҙеү, уларҙы тәбиғәтте һаҡлау, фәнни, мәғариф, туристик һәм рекреацион эшмәкәрлек процесында рациональ (тотороҡло) файҙаланыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында кеше эшмәкәрлеге сикләнгән махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе.

2018 йылға был система 4 милли паркты үҙ эсенә ала, уларҙың дөйөм майҙаны махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙанының 21,5 % тәшкил итә[1].

Заказник — дәүләт ҡарамағындағы махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе. Заказник тәбиғәт комплекстарын йәки уларҙың компоненттарын һаҡлау йәки тергеҙеү, экологик балансты тотоу маҡсатында, хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барыу даими йәки ваҡытлыса тыйыла. Заказник терреторияһында һунар итеү, балыҡ тотоу, ер һөрөү, минераль ашламалар ҡулланыу, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һ.б. тыйыла йәки сикләнә.

Һаҡланған объектҡа ҡарап, биологик (ботаник, зоологик.), ландшафт (комплекслы), геологик, гидрологик, палеонтологик заказниктарға айырыла[3].

2018 йылға ҡарата был система республика әһәмиәтендәге 99 һәм 282 — урындағы әһәмиәтле заказникты үҙ эсенә ала, уларҙың дөйөм майҙаны махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙанының 73,0 процентын тәшкил итә[1].

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡылары — уникаль, тергеҙелә алмаҫ, экологик, фәнни, эстетик һәм мәҙәни йәһәттән айырым ҡиммәткә эйә тәбиғәт комплекстары, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма сығышлы объекттар[4][5].

Тәбиғәт комплекстары һәм объекттарының үҙенсәлектәренә ҡарап, тәбиғәт ҡомартҡылары түбәндәге төрҙәргә бүленә:

  • ботаник;
  • гидрологик;
  • геологик.

2018 йылға ҡарата 577 урындағы әһәмиәттәге һәм республика әһәмиәтендәге 326 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә, уларҙың дөйөм майҙаны дөйөм майҙандың 0,8 процентын тәшкил итә[1].

Халыҡ-ара әһәмиәтле махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ ара әһәмиәтле махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре Беларусь Республикаһының халыҡ ара килешеүҙәренә ярашлы таныла. Уларға

  • ЮНЕСКО-ның бөтә донъя биосфера резерваттары селтәре,
  • Белоруссияла ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекттарының исемлеге,
  • Беларустың Рамсар биләмәләре (Рамсар конвенцияһына ярашлы Беларусь территорияһында һаҡланыусы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған һыу-һаҙлыҡ ерҙәре исемлеге),
  • Беларусь Республикаһы һәм күрше дәүләттәрҙең үҙ-ара сиктәш махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре инә.
  1. 1 2 3 4 5 Особо охраняемые природные территории // Национальный доклад о состоянии окружающей среды Республики Беларусь : [арх. 7 июль 2022]. — Минск : Бел НИЦ «Экология», 2019. — С. 71. — 191 с.
  2. Бриедис В. Э. Особенности развития экологического туризма в заповедниках Республики Беларусь // Демографические риски XXI века (к Международному дню народонаселения) / гл. ред. Е. А. Антипова. — Минск : Белсэнс, 2017. — С. 186—187. — 269 с. ISBN 978-985-6946-77-9.
  3. Статья 30. Виды заказников // Закон Республики Беларусь от 20 октября 1994 г. № 3335-XІІ «Об особо охраняемых природных территориях»
  4. Сухарев А. Я., Волосов М. Е., Дадонов В.Н. и др. Памятники природы // Большой юридический словарь / Под ред. Сухарева А.Я.. — 3-е изд., доп. и перераб.. М.: Инфра-М., 2007. — 858 с. ISBN 978-5-16-002606-0.
  5. Environmental Terminology Discovery Service — EEA. glossary.eea.europa.eu. Дата обращения: 22 июнь 2006. Архивировано из оригинала 18 июль 2006 года.