Эстәлеккә күсергә

Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы
бел. Беларускі дзяржаўны музей гісторыі Вялікай Айчыннай вайны
Нигеҙләү датаһы 30 сентябрь 1943
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Урын Беларусь
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Минск, Беларусь
Минск, Беларусь
В память о Бөйөк Ватан һуғышы
Рәсми асылыу датаһы 22 октябрь 1944
Йылына инеүселәр һаны 234 900
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Рәсми сайт warmuseum.by
war.museum.by/en
Карта
 Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы Викимилектә

Белорус Дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейыБеларустә Бөйөк Ватан һуғышы реликвияларының иң ҙур һаҡлағысы.

Беларусь коммунистар партияһы (КП(б)Б) Үҙәк комитеты бюроһының 1943 йылдың 30 сентябрендәге ҡарары буйынса ойошторола. 1944 йылдың 7 ноябрендә асыла[1].

2014 йылдың 2 июлендә музей яңы бинаға күсә.

Музейҙың яңы бинаһы «Минск — герой-ҡала» обелисыһы менән берҙәм архитектура ансамблен тәшкил итә. Төп бина фасадтары Еңеү салютының символик нурҙары рәүешендә башҡарылған. Һәр нурҙа — һуғыш тураһындағы ваҡиғаларҙың скульптура рельефтары.

Архитектура планында музей һуғыш йылдары буйынса дүрт блоктан тора. Уларҙы «Һуғыш юлы» экспозиция галереяһы берләштерә.

Музейҙа 10 экспозиция залы һәм быяла көмбәҙ аҫтында урынлашҡан Еңеү залы бар.

Дөйөм майҙаны — 15 мең, экспозицияныҡы 3,6 мең квадрат метр. Музей фондында 143 мең төп фонд предметы иҫәпләнә.

10 экспозиция залы ваҡиғалар хронологияһына ярашлы урынлаштырылған (һуғышҡа тиклемге ваҡиғалар, хәрби хәрәкәттәр, тотош илде тергеҙеү). Еңеү залы мемориал булып тора (Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре мәңгеләштерелгән, Белоруссияны азат иткән өсөн маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған хәрби формированиелар һаналған). Яңы бина мультимедиа комплексы (плазма экрандары, инсталляциялар) менән йыһазландырылған.

Дөйөм һәм Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы барлыҡ бүлектәре буйынса экскурсиялар ойошторола.

141 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Экспозиция күрһәтеү, күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үткәреү, һуғыш осорондағыматериалдарҙы тикшереү өсөн ҡулланыла[2].

Коллективтыңң ғилми эштәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Музей коллекцияларынан фәнни белешмә һәм күҙәтеү әҙерләнә.
  • Стационар экспозиция эшләнә.
  • Юл күрһәткес белешмәләре, альбомдар, киң мәғлүмәт саралары өсөн мәҡәләләр әҙерләнә.
  1. Музей Истории Великой отечественной войны. Дата обращения: 11 ноябрь 2018.
  2. Белорусский Государственный музей истории Великой Отечественной войны. Дата обращения: 11 ноябрь 2018.