Беләүтамаҡ
| Ҡасаба | |
| Беләүтамаҡ | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Ҡала округы | |
| Координаталар | |
| Элекке исеме |
3-сө Йомағужа |
| Бейеклеге |
325 м |
| Халҡы | |
| Конфессиональ составы | |
| Телефон коды |
+7 35379 |
| Почта индексы |
462292 |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Беләүтамаҡ (3-сө Йомағужа; рус. Блявтамак) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы ҡасаба.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беләү йылғаһының тамағында Ҡороған буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡъюл ауылынан (хәҙерге Башҡортостандың Хәйбулла районы) Йомағужа торамаһы барлыҡҡа килә. Артабан Йомағужанан биш ауыл барлыҡҡа килә — Үҙәмбай, 1-се Йомағужа, 2-се Йомағужа, 3-сө Йомағужа һәм 4-се Йомағужа ауылдары барлыҡҡа килгән. Өсөнсө Йомағужа (Беләүтамаҡ) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[4]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1859 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 | 1926 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 337 | 214 | 181 | 248 | 151 | 282 | 326 | 195 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[1] |
| 946 |
Бидәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡунаҡова Райхана Вәлиулла ҡыҙы (1946 т.) — химик-органик, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты (2011), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012), химия фәндәре докторы (1989), профессор (1991).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта Кувандыкского района Оренбургской области 2018 йыл 24 июль архивланған.
- Карта бите Д-Ошибка.
- Официальный сайт администрации МО г. Медногорск 2016 йыл 12 апрель архивланған.
- Сводная схема генерального плана МО г. Медногорск 2016 йыл 12 апрель архивланған.