Бенинда ислам
Бенинда ислам | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
![]() |


Бенинда ислам (франц. Islam au Bénin, ғәр. الإسلام في بنين) ― илдә тарафдарҙары һаны буйынса икенсе урындағы дин. 2013 йылғы халыҡ һанын алыу мәғлүмәттәре буйынса, Бенин халҡының (12, 8 млн кеше, 2020 йылғы баһалау буйынса) 27, 7 % — ы ― мосолмандар[1], 48,5 % — ы ― христиандар, 11,6 % — ы ― Вуду (инг.)баш. тарафдары.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта быуаттарҙа Ислам диненең киң таралышы, барынан ҙа элек, Төньяҡ Африкалағы бәрбәрҙәре һәм туарегтар менән сауҙа элемтәләренә бәйле . XV быуаттан башлап, ислам Сонгай дәүләте составына ингән илдең төньяҡ өлөшөндә тарала башлай.
Шул уҡ ваҡытта хәҙерге Бениндың көньяҡ өлөшө башта Бенин батшалығы, Ойо дәүләтенә , һуңыраҡ Дагомея короллеге составына инә, унда Африканың традицион диндәре һаҡланған[2].
XIX быуат башында мосолмандар һаны Нигерияның төньяғынан күпләп күсеп килгән мосолман ҡасаҡтары иҫәбенә артҡан[3].
Һаны һәм таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандар, нигеҙҙә, Бениндың төньяҡ-көнсығышында һәм көньяҡ-көнсығышында йәшәйҙәр. Бенин мосолмандарының күп өлөшө сөнниҙәр, шулай уҡ, нигеҙҙә, Яҡын Көнсығыштан килгән мөһәжирҙәр араһында шиғыйҙар ҙа бар[1]. Әхмәҙиә йәмғиәте 2006 йылда барлыҡҡа килгән.
Ислам илдең фульбе , барба , сомба , йоруба , буһа[4] кеүек этник төркөмдәре араһында киң таралған.
Йыш ҡына, бер ғаилә эсендә христиан, ислам йәки урындағы традицион ышаныуҙар тарафдары булған туғандарҙы осратырға мөмкин.
Мәсеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бениндағы иң ҙур мәсет ― ил баш ҡалаһы Порто-Новолағы Әл-Мәһди мәсете. Ул 2008 йылда төҙөлгән һәм бер үк ваҡытта 7000 кешене һыйҙыра ала.
Параку ҡалаһында ғибәҙәтханалар араһында иң күбе ― мосолман мәсеттәре.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Кого ҡалаһы мәсете
-
Параку ҡалаһы мәсете
-
Параку ҡалаһы мәсете
-
Натитингу I округындағы мәсет
-
Порто-Ново мәсете
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бенин. Международная Религиозная Свобода Доклад 2007". Государственного департамента США.
- Книга Льва Мариинского «Африкалағы — третья часть света|Обь описании Африки о и примечательных вах, которые там имеются»
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Benin, U.S. Department of State. 3 февраль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Robert Cornevin: Histoire du Dahomey. Editions Berger Levrault, Paris 1962. .
- ↑ J. Gordon Melton, Martin Baumann. Religions of the World: A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices. — Oxford, England: ABC CLIO, 2010. — С. 1208—1212. — 3200 с. — ISBN 1-57607-223-1. .
- ↑ Ольдерогге Д. А., Потехин И. И. / Гл. ред. Смирнов С. Р. // Народы Африки . — М.: Академия наук СССР, 1954. — С. 290—293. .