Беренсе Май урамы (Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе Май урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 3,9 ± 0,1 km
Карта
 Беренсе Май урамы Викимилектә

Май урамы — Өфө ҡалаһының Орджоникидзе һәм Калинин райондары биләмәһендә урынлашҡан һәм Черниковка биҫтәһенең үҙәк урамы булып тора. Урам көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай Еңеү паркынан алып Машиналар төҙөү урамына тиклем һуҙыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе май урамы, Черниковск ҡалаһының (Черниковка) көнбайыш һәм көнсығыш өлөштәрен тотоштырған магистраль кеүек, төҙөлөштән буш урында барлыҡҡа килгән.

«Яңы» тип аталған урам Өфө районының картуф баҫыуында төҙөлә. Ул 1940 йылдар аҙағында ике йортто төҙөү менән башлана (хәҙер Беренсе май адресы буйынса урынлашҡан 38, 40-сы һанлы йорттар) һәм бер үк ваҡытта ҡапма-ҡаршы яғында ла төҙөлөштәр бара. Көнбайыш (үрге) өлөшө Сталин проспекты тип йөрөтөлә һәм унда типик булған «сталинка» торлаҡтар һалына, улар дәүерҙең мәҙәни мираҫы тип таныла.

Урамда Орджоникидзе һарайы (архитектор Н. Шабаров), шулай уҡ данлыҡлы «Һигеҙ ҡатлы» бина (архитекторҙар М. Лысогорский, В. Голосов һ. б.) — 1949 йылда төҙөлгән ҡалала ике тәүге бейек йорт бар. Аҫтараҡ немец хәрби әсирҙәре ҡулы менән төҙөлгән «Еңеү» кинотеатры (архитектор М. С. Яшвин) урынлаша. . Шул ваҡытта уҡ урам И. Сталин хөрмәтенә атала. Власҡа Никита Хрущев килгәс, урам яңынан Беренсе май урамы тип үҙгәртелә.

Урамдың көнсығыш (аҫҡы) өлөшөндә бер төрлө үҙенсәлекһеҙ «хрущевкалар» төҙөлә. Дөйөм алғанда, урам етди төҙөкләндереүгә дусар булмай һәм дөйөм һыҙаттарында илле йыл элекке йөҙөн һаҡлай.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе май урамы троллейбус, автобус һәм маршрут таксиҙары менән тәьмин ителә.

Биналар һәм ҡоролмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр Һарайы
  • Һигеҙ ҡатлы бина
  • «Еңеү» кинотеатры
  • Химиктар мәҙәниәте һарайы
  • «Черниковка» сауҙа комплексы
  • «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркы
  • «Май» универмагы (элек — Калинин универмагы)

Һәйкәлдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Серго Орджоникидзе Һәйкәле
  • Бөйөк Ватан һуғышы һалдатына һәйкәл

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]