Эстәлеккә күсергә

Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры
Рәсем
Урын Румыния, Сербия һәм Болгария
Башланыу датаһы 3 август 1914
Тамамланыу датаһы 11 ноябрь 1918
 Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры Викимилектә

Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәр театры (1914 йылдың 28 июле — 1918 йылдың 29 сентябре) — Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Беренсе донъя һуғышы хәрби хәрәкәттәре театрының береһе.

Балҡан фронтында серб, черногория, грек, француз[прим. 1], британ[прим. 2], итальян[прим. 3] һәм урыҫ[прим. 4] ғәскәрҙәре (Антанта) австро-венгрия, герман, төрөк һәм болгар ғәскәрҙәренә (Үҙәк державалар) ҡаршы һуғыша.

Балҡанда башлыса бер нисә кампания барышында: серб кампанияһы (1914 йылдың июле—1915 йылдың ноябре), салоник кампанияһы (1915 йылдың ноябре —1918 йылдың сентябре) һәм румын кампанияһы (август 1916 йылдың Бер мең туғыҙ йөҙ ун алты авгусы — 1917 йылдың декабре)[прим. 5] әүҙем манёврлы хәрәкәттәр барҙы.

Балҡан фронты Балҡан ярымутрауының бик ҙур территорияларын үҙ эсенә алды. Хәрби хәрәкәттәр Сербия, Черногория, Греция, Албания,Болгария, Румыния территорияларында алып барылды.

Балҡанда хәрби хәрәкәттәр австрий-венгр армияһының серб һәм черногор ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарынан башлана. 1914 йыл кампанияһы серб армияһының ҡаршы тороуын һындыра һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаған австрий армияһы өсөн уңышһыҙ була. 1914 йылдың аҙағында Балҡанда позицион фронт урынлаша. 1915 йылдың көҙөндә австрий-герман командованиеһы Балҡан фронтында удар төркөм ойоштора һәм көсһөҙләнгән серб армияһына ҡаршы һөжүм яһай. Шулай уҡ Австрия һәм Германия яғында көнсығышта Сербияға ҡаршы һөжүм башлаған Болгария һуғышҡа инә. Әммә был ваҡытта Салоникиҙа (Греция) инглиз-француз ғәскәрҙәренән торған Антанта десанты төшә, серб ғәскәре Албанияға сигенә, ә һуңынан Корфу утрауына эвакуациялана. Һуңынан серб ғәскәрҙәре Салоникиҙа союздаш ғәскәрҙәренә ҡушыла. Сербия һәм Черногория тулыһынса оккупациялана. Черногория һуғыштан сығарыла. Балҡанда яңы фронт — Салоники фронты барлыҡҡа килә. 1916 йылдың авгусында Антанта яғында Румыния сығыш яһай, әммә румын армияһы австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителә, ә илдең бөтә территорияһы тиерлек оккупациялана. 1918 йылдың сентябренә тиклем Салоники фронтында әүҙем хәрәкәт булмай. 1918 йылдың сентябрендә Антанта ғәскәрҙәре — инглиз, серб, француз һәм грек (Греция Антанта яғында һуғышҡа 1917 йылда инә) — болгар ғәскәрҙәре хәл иткес ҙур масштаблы һөжүм барышында аяуһыҙ еңелеүгә дусар ителә. 29 сентябрҙә Болгария менән Антанта державалары менән килешеү төҙөй. Беренсе донъя һуғышының Балҡан театрындағы хәрби хәрәкәттәре тамамлана.

Балҡанда тоҡанған беренсе донъя һуғышының тәүшарты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан ярымутрауы йыш ҡына Европаның «дары мискәһе» ролен башҡарған. XV быуатта Балҡан ярымутрауын төрөктәр баҫып ала һәм Ғосман империяһы составына индерелә. Ярымутрау халыҡары күп йөҙлыллыҡтар дауамында төрөк хакимлығы аҫтында йәшәргә мәжбүр була. Уртаҡ дошман — төрөктәр — бойондороҡһоҙ халыҡтарҙы берләштергән. Йыш ҡына Ғосман империяһының европа биләмәләрендә милли-азатлыҡ хәрәкәттәре тоҡанған[1].

XIX быуат уртаһына Балҡанда бойондороҡһоҙ дәүләттәр — Сербия, Греция, Румыния, Болгария — формалаша башлай. Балҡан илдәре автономия һәм бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, йәш Балҡан илдәренең уртаҡ дошманы үҙгәрә. Балҡанда гегемония урынлаштырырға ынтылған Австро-Венгрия империяһы нығынмаған йәш дәүләттәр өсөн хәүеф менән янай.

Уларҙың үҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлау ынтылышын Рәсәй империяһы хуплай, Рәсәй эгидаһы аҫтында Австрияға ҡаршы тороусы Балҡан оборона союзы ойошторола. Уның составына Болгария, Греция, Сербия һәм Черногория инә. Әммә Балҡан союзы бик күп сербтар, болгарҙар, гректар йәшәгән Ғосман империяһы менән дошманлаша башлай. Балҡан союзы Төркиәне Балҡан ярымутрауынан тулыһынса «ҡыуып сығарырға» ынтыла[2].

Карта 1914 йылда сығарылған һәм Балҡан ярымутрауының — «Европаның дары мискәһенең» бәхәсле территорияларын күрһәтә. Лондон тыныслыҡ килешеүе (1913) буйынса һуғыштан алда межалау (өҫтә) һәм Бухарест тыныслыҡ килешеүе (1913) буйынса Икенсе Балҡан һуғышынан һуңғы сиктәр (аҫта)

Бынан тыш, балҡан илдәре үҙ территорияларын көсһөҙләнгән Ғосман империяһы иҫәбенә арттырырға иәтләнгән. Болгария үҙенең составына Балҡан ярымутрауының бөтә көнсығыш өлөшөн индерергә теләй. Сербия Адриатик диңгеҙгә сығыу ниәте менән яна, Македония өлкәһен һәм Албанияны үҙенә ҡушырға теләй. Черногория Короллеге Адриатикалағы ҙур төрөк порттарын һәм Яңы Пазар Санджагын яуларға теләй. Греция ла сиктәрен киңәйтергә ынтыла[1].

Был ҡаршылыҡтар Беренсе Балҡан һуғышы башланыуға сәбәп була, Балҡан союзы ошо һуғышта Ғосман империяһын аяуһыҙ ҡаты ҡыйрата. Төркиәнең, Истанбул һәм уның тирә-яғынан башҡа, бөтә европа биләмәләре Балҡан союзы контроленә күсә[3].

Әммә союз илдәре араһында азат ителгән территорияларҙың яҙмышы буйынса конфликттар башлана. мәҫәлән, Сербия һәм Болгария бер үк ваҡытт Македония, Греция һәм Болгария Фракия буйынса бәхәсләшә, Румыния, үҙ сиратында, Болгарияға территория буйынса дәғүә белдерә. Еңеү яулаған илдәр араһында был ҡаршылыҡтар тиҙ генә Икенсе Балҡан һуғышы тоҡаныуға сәбәпсе була, унда Сербия, Греция, Черногория һәм һуңғараҡ Румыния һәм Ғосман империяһы Болгарияға ҡаршы сыға һәм уны тиҙ арала тар-мар итә[1]. Икенсе Балҡан һуғышы һөҙөмтәһендә Македония Греция һәм Сербия араһында бүленә, Төркиә Болгарияға интервенция ойоштороп (1913), Европалағы биләмәләренең кескәй өлөшөн, ә Румыния — Көньяҡ Добруджаны (1913) кире ҡайтара[4].

19081909 йылдарҙа Босния һынылышы була. Уның барышында Герман империяһы ярҙамында Балҡанда гегемонияһын раҫларға тырышҡан Австро-Венгрия тәүҙә Босния һәм Герцеговинаға баҫып инә, ә һуңынан аннексиялай. Боснияға Адриатик диңгеҙгә сығырға һәм сербтар йәшәгән ерҙәрҙе (Босния һәм Герцеговинала сербтар күп йәшәгән) үҙенең составына индерергә ынтылған Сербия ла дәғүә итә. Өҫтәүенә, Белград сәйәсмәндәре, Босниянан һуң Австро-Вена аннексиялай Сербияның үҙен дә аннексиялай башлауы бар, тип хәүефләнә[2].

Шуға ҡарамаҫтан, Австро-Венгрия Босния аннексияһының законлылығын халыҡ-ара таныуға өлгәшә. Рәсәй империяһына, һуғышырға әҙер торған Австрия менән Германияға ҡаршы яңғыҙы ғына ҡалғанлыҡтан, аннексияның законлылығын танырға тура килә, Сербия ла был хәлде таный. Дипломатик еңелеү тәьҫир иткән күңел ҡырылыу тойғоһо Белградта ла, Санкт-Петербургта ла оҙаҡ ваҡыт һүнмәй. Сербтар аннексия факты менән ризалашмай, һәм Сербияла Боснияның Сербия Короллеге менән "ҡайтанан берләшеүе"н маҡсат итеп ҡуйған ойошманың Ҡара ҡулы тойола башлай[5].

Шул уҡ ваҡытта Австро-Венгрия сербтар күп йәшәгән Воеводинаны, Босния һәм башҡа территорияларҙы юғалтыуҙан ҡурҡа. Ике уңышлы Балҡан һуғышынан һуң, Сербияла радикалдарҙың позицияһы көсәйә. Бынан тыш, «Ҡара ҡул» ойошмаһының радикаль фекер йөрөтөүсе офицерҙары ғәмәлдә илдәге власты үҙ ҡулына ала. Сербия Австрияла эшләгән йәшерен ойошмаларға ярҙам итә, шуның менән славян төбәктәрендә хәлде тотороҡһоҙландыра. Бынан тыш, 1913 йылда ҡатмарлы халыҡ-ара хәлгә ҡарамаҫтан, серб ғәскәрҙәре Албания биләмәһенә инә. Албан көрсөгө барышында сербтар, халыҡ-ара берләшмә баҫымы аҫтында, үҙ ғәскәрҙәрен Албаниянан сығара. Серб етәкселегенең агрессив ғәмәлдәр һөҙөмтәһендә Австро-Венгрия Сербияға һуғыш иғлан итеү һылтауын таба[6].

Шулай итеп, Сербия һәм Австро-Венгрия араһында бөтә көньяҡ славян ерҙәренә контроль яһау хоҡуғы өсөн бер-береһен уҙырға тырышыу һуғыш башланыуҙың сәбәбе булып торған[2].

Сараеволағы үлтереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербия Боснияны Австрия аннексилауы менән риза булмай. Сербияла сербтар күп йәшәгән Боснияны "австрий хакимлығы"нан азат итеү бурысын ҡуйған йәшерен милләтсе ойошмалар барлыҡҡа килә башлай. Шул ойошмалар араһында иң ҡеүәтле һәм күп һанлыһы «Ҡара ҡул» була. Босния биләмәһендә шулай уҡ Боснияның Сербия менән берләшеүе бурысын ҡуйған «Млада Босна» ойошмаһы эшләгән[7].

Принцип Гаврило
Эрцгерцог Франц Фердинанд

1914 йылдың июнь аҙағында австрий-венгр тәхете вариҫы эрцгерцог Франц Фердинанд ҡатыны Хотек София менән Сараево ҡалаһына — Боснияның баш ҡалаһына — хәрби манёврҙарҙы күҙәтеү һәм музей асыу маҡсаты менән килә. Фердинанд триализм — икеле австрий-венгр монархияһын өс өлөштән торған австрий-венгр-славян монархияһына әйләндереү яҡлы була. Өсөнсө славян короллеге Сербия өсөн етди хәүеф тыуҙырыр ине[7]. «Млада Босна» Сараевоға килгән сағында Фердинандты үлтереү бурысын ҡуя. Үлтереүселәр алдан һүҙ ҡуйышҡан (заговорщик) алты кешенән торған.

1914 йылдың 28 июнендә Франц Фердинанд поезда Австро-Венгрия составындағы Босния генерал-губернаторы Потиорек Оскар саҡырыуы буйынса Сараевоға килә. Һуңынан алты автомобилдән торған кортеж ҡала үҙәгенә хәрәкәт итә. Бында эрцгерцог кортежына заговорщиктарҙың береһе Чабринович Неделько граната ырғыта, һәм ул яҙа эләгә. Чабриновиты полиция ҡулға ала. Ғали йәнәптәрен үлтерергә маташыу уңышһыҙ тамамланды кеүек тойола ине. Артабан Франц Фердинанд ҡала ратушаһында телмәр тота, шунан ул, уңышһыҙ үлтерергә маташыу һөҙөмтәһендә яралғандарҙы госпиталгә барып күреү теләген белдерә. Ләкин эрцгерцогтың шофёры дөрөҫ юлға боролмай, уға хатаһын аңлатҡандан һуң, машинаны әкрен генә бора башлай. Шул саҡта эрцгерцог һәм ҡатыны ултырған автомобилде заговорщиктарҙың береһе — Гаврило Принцип күреп ҡала[8]. Ул машинаға йүгереп килә лә, пистолеттан: тәүҙә Франц Фердинандтың ҡатынына, ә аҙаҡ уның үҙенә лә ата. Принципты халыҡ тотоп ала һәм ҡаты туҡмай (һуңғараҡ хатта уның ҡулын ампутацциялайҙар).

Эрцгерцогты Сараевола үлтергәндән һуң шунда уҡ сербофобия йәки сербтарға һөжүм башлана. Бөтә алты үлтереүҙе планлаштырыусы ла ҡулға алына. Допроста заговорщиктарҙың береһе, үлтереү өсөн ҡоралды серб хөкүмәте бирҙе, тип белдерә. Был Австрия властарына Сербияны террористарға ярҙам итеүгә ғәйепләргә сәбәп була[8].

Австро-Венгрия 1913 йылда уҡ Балҡанда Австрия өҫтөнлөгөнөң төп дошманын, Сербияны, юҡ итеү өсөн, һуғыш башларға ынтыла, әммә һуғыш сығарыр өсөн етерлек нигеҙ булмай. Эрцгерцог Фердинанд үлтерелгәндән һуң Австрияның бындай сәбәбе барлыҡҡа килә. Эрцгерцог үлтерелгәндең икенсе көнөнә Австрия империяһының сит ил эштәре министры Леопольд фон Берхтольд Венгрия премьер-министры граф Иштван Тисаға яҙған исемлектә «Сараево енәйәтен Сербия менән иҫәпләшеүҙә файҙаланыу» ниәте барлығын белдерә. Ошо уҡ көндә Австрия императоры Франц-Иосиф I төп союздашы — Германия йөҙөндә ризалыҡ алғанын, ә инде 5 июлдә Германия императоры Вильгельм II Берлин Венаға ярҙам итәсәген белдерә[9]. 19 июлдә австрий хөкүмәте Сербия менән һуғыш ҡарары сығарғанын асыҡтан-асыҡ иғлан итә.

23 июлдә Австро-Венгрия Сербияға ун пункттан торған ультиматум тапшыра. Ультиматум үтәлрлек булмай һәм юрый Сербия уны кире ҡағырлыҡ итеп төҙөлгән була, шунан сығып, хәрби хәрәкәттәр башланыуға нигеҙ һалынған. Яуап ҡайтарыр өсөн 48 сәғәт ваҡыт бирелә. Ультиматумда Сербия өсөн хурлыҡлы талаптар ҡуйылған була. Бишенсе пунктта: «Сербия территорияһында австрий хөкүмәтенә ҡаршы эшмәкәрлекте тыя алырлыҡ Австро-Венгрия империяһының дәүләт хеҙмәттәре ғәмәлдәрен рөхсәт итергә» тип яҙылған була. Был пункт Сербияның суверенитетын һәм Конституцияһын боҙоу булыр ине.

Сербия яғы алтынсы һыуҙан тыш, ультиматумдың, 6-сынан башҡа — Сараеволағы үлтереүҙе тикшереүҙә Австрия вәкилдәренең ҡатнашыуынан баш тарта, бөтә 10 пунктын (бишенсе пунктты — өҫтәмәләр менән) ҡабул итә. Австрия яғы Сербияның бер пункттан баш тартыуын ультиматумдан баш тартыу тип баһалай. Австрий-венгр илселеге Белградтан ҡайтып китә, был дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙөүҙе аңлата. Рәсәй империяһы бер нисә тапҡыр Австрияны сербтар биргән яуап нигеҙендә һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә күндерергә тырышып ҡарай. Бөйөк Британия, Франция һәм Италия Венаға мәсьәләне дүрт бөйөк держава конференцияһын тикшереүгә сығарырға тәҡдим итә. Әммә Австрия ҡәтғи рәүештә баш тарта. Серб королевич-регенты Александр I Карагеоргиевич Рәсәй императоры Николай II батшаға яҡлау эҙләп мөрәжәғәт итә, һәм батша Рәсәй Сербияға ярҙам итәсәген иғлан итә[10].

Австро-Венгрия, барса тәҡдимдәрҙе кире ҡағып, 1914 йылдың 28 июлендә Сербияға һуғыш иғлан итә[прим. 6]. 31 июлдә Франц-Иосиф I Австро-Венгрияла дөйөм мобилизация тураһындағы указға ҡул ҡуя. Ошо шарттарҙа 29 июлдә Николай II Рәсәйҙә дөйөм мобилизация тураһында бойороҡ бирә. Германия Рәсәй империяһынан хәрби әҙерлекте туҡтатыуҙы талап итә. 30 июлдә Николай II тыныслыҡты һаҡлап ҡалырға ынтылып, дөйөм мобилизацияны ғәмәлдән сығара, әммә тыныслыҡ һөйләшеүҙәрен башлау тураһында яңы тәҡдимде Австро-Венгрия кире ҡаға.

1914 йылдың 1 авгусында Германия Рәсәйгә, 3 августа — Өсөнсө француз республикаһына һуғыш иғлан итә. 4 августа Британия империяһы Германияға һуғыш иғлан итә. Беренсе бөтә донъя һуғышы тоҡана[10].

Балҡан хәрби хәрәкәттәр театры үҙенсәлектәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан һуғыш хәрәкәттәре театры Черногория, Албания, Сербия территорияларын һәм Болгария менән Грецияның бер өлөшөн солғап ала. Төньяҡта хәрби хәрәкәттәр театры Сава һәм Дунай йылғалары менән сикләнгән, көнсығышта шартлы һыҙыҡ Болгарияның Лом-Паланка, София, Кавала эргәһенән, көньяҡта Кавалнан Салоники ҡултығына тиклем Эгей диңгеҙе яр буйлап үткән, көнбайышта — Адриатик диңгеҙе менән сикләнгән. Хәрби хәрәкәттәр театры территорияһы оҙонлоҡҡа 400 саҡрымға һәм киңлеге 300 саҡрымға һуҙылған[11].

Был территорияның төп өлөшө таулы була, фәҡәт йылға буйҙары һәм диңгеҙ яр буйы тигеҙ була. Хәрби хәрәкәттәр театрының көнбайыш участкаһында 2600 метр бейеклеккә еткән бейек тауҙар ҙа бар. Фронттың үҙәк өлөшө (Сербия территорияһы) 1000—1500 метр бейеклектәге тау өлкәһенән торған. Софиянан көнбайышта урынлашҡан Балҡан тауҙары 2400 метр бейеклеккә еткән.

Австро-Венгрия яғынан Дрина йылғаһынан Серб фронтында йәки йәки Болгария яғынан Тимок йылғаһынан хәрби хәрәкәттәр районына ҡағылғанда, көньяҡтан төньяҡҡа Дунайға армыттар күренешендә һуҙылған тау итәктәре (ҡыҙырымдары) серб армияһына әүҙем оборона алып барыу өсөн бер нисә отошло рубежды файҙаланыу мөмкинлеген биргән. Фронттың айырыуса уңайһыҙ, юлы ҡыйын булған участкалары көнсығышы һәм көнбайышы була. Шуға күрә төп хәрәкәттәр үҙәк йүнәлештә Белградҡа һәм Салоникиға үҫешкән[12].

Балҡан фронтында иң мөһим йылғалары — Дунай һәм уның ҡушылдыҡтары Сава һәм Дрина була. Белград янында Дунайҙың киңлеге 1500—1900 метр, тәрәнлеге 14 м тәшкил иткән, шуға күрә уны аша сығыу ҡыйын булған. Серб ярҙары, Дунайҙың да, Саваның да ярҙары 400 саҡрым дауамында әүҙем оборона өсөн бик уңайлы булған. Һуғыш хәрәкәттәре театрының үҙәк өлөшөн ваҡ йылғалар: Морава, Вардар һәм Струма киҫкән[13].

Һөҙөмтәлә был фронтта уның таулы характерҙа, юлдры аҙ булғанлыҡтан, аҙыҡ-түлек запастары, боеприпастар етмәгәнлектән хәрби хәрәкәттәр ауыр шарттарҙа алып барылды. Ҡайһы бер райондарҙа, Эгей диңгеҙе яр буйҙарынан тыш, һуғышты тау шарттарында алып барырға тура килгән. Хәрби хәрәкәттәр үткән төбәктең фәҡирлеге арҡаһында, ғәскәрҙәр аҙыҡ-түлекте фәҡәт тыштан индереүгә иҫәп тоторға тейеш булған. Шулай уҡ Сербия үҙенең хәрби сәнәғәте булмауы арҡаһында союздаш Антанта илдәренә инәлесле булған. Сербия ҡорал, боеприпастар, обмундирование һәм медикаменттар менән даими рәүештә тәьмин ителергә тейеш булған[14].

Яҡтарҙың көстәре һәм пландары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австро-Венгрия

Австро-Венгрия Сербияға ҡаршы 239,5 батальон һәм 37 эскадрон, 516 орудие һәм 392 пулемёт йәйелдерә. Балҡандағы Австрий-венгр хәрби көстәренең Баш командующийы итеп Потиорек Оскар тәғәйенләнә[15].

  • 2-се армия (командующийы генерал Эдуард фон Бём-Эрмоли) — Сава һәм Дунай йылғалары ағымы буйынса ике яҡ та] (икеһе буйынса] (Белградты ике яҡлап; Балҡанда барған хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай, орудие һәм пулемёттарҙың күп өлөшө менән Галицияға ташлана);
  • 5-се армия (командующийы генерал Либориус фон Франк) — Сава йылғаһына ҡушылғанға тиклем һул яры буйынса Дрина йылғаһының һул яры буйынса (80 000 кеше)
  • 6-сы армия (командующийы Оскар Потиорек) — Боснияла, Сараево менән серб сиге араһында (60 000 кеше)[16].

Барлығы: 200 000 кеше[прим. 7][17]

Сербия

Сербия Сербия Короллегенең дүрт армияһын йәйелдерә. Серб хәрби көстәренә 247 000 кеше һәм 610 орудие (шуларҙың 40-ҡа тиклеме ауыр, 180 орудие иҫке өлгө буйынса), 246 пулемёттан ашыу[18]. Серб армияһының Баш командующийы принц-регент Александр I Карагеоргиевич, ысын командующий Генераль штаба начальнигы генерал Радомир Путник.

  • Сербия Короллегенең 1-се армияһы (командующийы генерал Петар Бойович) — уның төп көстәре Паланка, Рача, Топола райондарында тупланған.
  • Сербия Короллегенең 2-се армияһы (командующийы генерал Степа Степанович) — Белград районында йәйелдерелгән манёвр төркөмө.
  • Сербия Короллегенең 3-сө армияһы (командующийы генерал Павле Юришич-Штурм) — Валево районында йәйелдерелгән манёвр төркөмө.
  • Ужицкий армияһы (командующийы генерал Милош Божанович) — көнбайыштан Юғары Морава үҙәнен ҡаплап торған һәм Черногория менән элемтә тәьмин иткән[17].

Черногория

Черногория Короллеге 45 000—60 000 кеше, 100 ялан һәм 100 тау орудиелары йәйелдергән. Черногория армияһын Черногория короле Никола I Петрович етәкләй, Генераль штаб начальнигы серб генералы Божидар Янкович[17].

  • Плевлян дивизияһы (командующийы бригадир Лука Гойнич) — Плевлдән көнсығыштараҡ урынлаша.
  • Герцеговина дивизияһы (командующийы сердар[19] Янко Вукотич) — Герцеговина сигендә йәйелдерелә.
  • Ловчен дивизияһы (командующийы дивизияр Мития Мартинович) — Ловчен районында.
  • «Иҫке Сербия» дивизияһы (командующийы бригадир Радомир Вешович) — Албания сигендә йәйелдерелә.

Итого: 300 000 человек

Яҡтарҙың пландары һәм ғәскәрҙәрен йәйелдереүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербияға ҡаршы һуғыш планы буйынса австрий-венгр командованиеһы өс армия йәйеледереүҙе күҙ аллай[20]. Планға ярашлы, был армиялар Сербияға һәм Черногорияға баҫып инергә һәм серб армияһы флангтарынан урап үтергә тейеш ине. Әммә немец командованиеһы Австро-Венгриянан Рәсәй империяһына ҡаршы ҙур көс туплауын талап итә. Был шарттарҙа австрий-венгр командованиеһы 2-се армияны (190 000 кеше) Көнсығыш Галицияла Рәсәй Ҡораллы көстәренә ҡаршы торорға тейеш була[17].

Австро-Венгрия Ҡораллы көстәре командующийы генерал Оскар Потиорек

Шул сәбәпле Австрия ғәскәрҙәре командующийы генерал Оскар Потиорек Сербияға һәм Черногорияға ҡаршы яңы һөжүм итеү планын ҡабул итә. Сава йылғаһының түбәнге ағымындағы 7-се армия корпусы сербтарҙы албырғатыу ғәмәлдәрен башҡарырға тейеш була. Дринанан ҡыйыу һөжүмде 4-се, 8-се, 13-сө һәм 15-16-сы армия корпустары башларға тейеш ине. 15-се һәм 16-сы корпустарҙың ҡалған өлөшө Черногория армияһына ҡаршы барырға тейеш була. 9-сы армия армия корпусы резервта торған. Банатта тимер юл селтәре булған австрий командованиеһы төп көстәрен шунда йәйелдерә, Белградты яулай һәм Сербияның эсенә үҙәк йүнәлештә, Колубара һәм Морава йылға үҙәндәре буйлап Сербияның төп «арсеналы» — Крагуевацты баҫып ала алған. Был пландың бер етешһеҙлеге була: австрий-венгр ғәскәрҙәренә ҡатмары һыу кәртәләрен — Дунай һәм Сава йылғаларын кисергә тура килер ине. Дрина йылғаһы яғынан һөжүм итеү кеүек икенсе вариант уңайлыраҡ була. Уны тормошҡа ашырырға мөмкин булһа, австрийҙар үҙ флангыларын ябыр һәм уратылып алыныу хәүефен кәметерҙәр ине. Әммә оборона тотҡан сербтар өсөн юлы булмаған тау-ташлы Дрина участкаһы уңайлы булған[17].

Серб ғәскәрҙәре командующийы воевода генерал Радомир Путник

Балҡан һуғыштарынан һуң, серб хәрби көстәре тулыһынса яңынан ҡоролған, биш дивизия урынына унға тиклем үҫкән[прим. 8]. Һуғыш башланғанда, Сербия дүрт армия составында 12 пехота һәм бер кавалерия дивизияһын сығара. Серб командованиеһының һуғышты алып барыу планы ике вариантты күҙаллаған:

  • Австро-Венгрия менән көрәш;
  • Рәсәй менән союзда Австро-Венгрия менән көрәш.

Серб армияһы 4 армия: 1-сеһе Дунай ярҙары буйлап оборона тоторға, 2-се армия Белград районында туплана, 3-сө армия Валево районында, 4-се армия Үрге Морава районында йәйелдерелә һәм черногор армияһы менән элемтә тәьмин итә[21]. Һөҙөмтәлә 12 пехота һәм бер кавалерия дивизияһы араһынан һигеҙе Дунай, Сава һәм Драва йылғаларының тәбиғи оборона линиялары буйынса ышыҡта торған манёврлы төркөм барлыҡҡа килтергән. Ә Болгария яғынан тәбиғи кәртәләр — Тимок, Морава йылғалары һәм улар арауығындағы тау һыртында өсөнсө саҡырылыш резерв дивизиялары торған. Австрияның төньяҡтан (Дунай һәм Сава йылғалары) һәм көнбайыштан (Дрина йылғаһы) һөжүм итеүе хәүеф янағанлыҡтан, серб ғәскәрҙәре, дошман һөжүм итерлек ике участканан да бер тигеҙ алыҫлыҡта урынлашҡан һигеҙ дивизиянан тупланған манёврлы төркөм менән ҡаплай[21].

Австро-Венгрияның ике фронтҡа (Сербияға һәм Рәсәйгә ҡаршы) көрәшере асыҡланғас, серб командованиеһы Шабацта, Сава һәм Колубара йылғалары районында, һөжүмгә күсеү мөмкинлегенән дә баш тартмай. 9 августа 2-се серб армияһы командованиеһына был участкала разведка үткәрергә бойороҡ була. Әммә серб армияһында Сремда һәм Боснияла һөжүм ойошторорға маташыуы уңышлы булмай.

Серб армияһының, кеше туплау яғынан да, матди йәһәттән дә, мөмкинлектәре сикләнгән булған. Уның командованиеһы 247 000 кешене йәлеп итә ала. Әммә, серб армияһы австрий ғәскәрҙәренән һан яғынан кәмерәк булыуға ҡарамаҫтан, ул бик уңайлы урын ала[21].

Черногория армияһы Новопазарский санджагында 6000 кеше, Австро-Венгрияның көнбайыш сиге буйлап — 29 000 һалдат һәм офицерҙы йәйелдерә, төп көс ил эсендә урынлаша[22].

Союздаштарҙан алыҫыраҡ урынлашыуына һәм боеприпастарға һәм башҡа сараларға мохтаж булыуына ҡарамаҫтан, уңайлы урынлашыуы һәм ялан ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрен партизан ысулдары менән ҡатнаштырыуы серб һәм черногория армияларына оҙаҡ ваҡыт австрий-венгр ғәскәрҙәренә ҡаршы торорға мөмкинлек бирә[23].

Яҡтарҙың ҡоралланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серб армияһы ике Балҡан һуғышы яуҙарынан арынып та, арсеналын тулыландырып та, яңы ҡора һатып алып та өлгәрмәй. Серб пехотаһы 7 × 57 мм паторнға ҡулайлашҡан маузер магазинкаларыбыла (Mauser 98) менән ҡоралланған була. Ҡорал, боеприпастар һәм башҡа матди һәм техник саралар етешмәүе ныҡ һиҙелә. Артиллерия ҡоралдарының күпселеге иҫкергән, әммә быға ҡарамаҫтан армия сафында 48 ауыр артиллерия орудиеһы була. Шулай уҡ Сербияның авиацияһы һәм флоты булмай. Үҙҙәренең хәрби сәнәғәте лә булмаған[24].

Матди яҡтан Сербияның ҡоралланыуы Австро-Венгриянан яҡшыраҡ ҡуйылған була. Башҡа Европа армиялары кеүек үк, серб армияһының һуғыштың 3-4 айына етерлек ҡоралы һәм боеприпастары була. 1914 йылдың 16 авгусына Рәсәй империяһы 93 миллион патрон һәм 113 мең винтовка ебәрә[25]. Армияны ойоштороу, йәғни төп фатирҙың ҡоролошо, тылда идара итеү, интендант часы төҙөлөшө, айырым частары араһында бәйләнеш булдырыу — был яҡтан бөтә өҫтөнлөктәр ҙә австрийҙар яғында була. Медицина ярҙамын ойоштороу һәм махсус ғәскәрҙәр тураһында ла шуны уҡ әйтеп була[26].

Черногор пехотаһы Мосин винтовкалары менән ҡоралланған. Шулай уҡ Черногорияның, Сербия кеүек үк, авиацияһы һәм үҙенең хәрби сәнәғәте булмай. Әммә черногория армияһының 100-гә яҡын тау орудиеһы була, һәм был тауҙарҙа хәрби хәрәкәттәр шартында бик мөһим була. Черногорияның үҙенең флоты булмай, шуға күрә австрий флоты һуғышының тәүге көндәренән алып Черногорияның яр буйын ҡамауға еңел ала[24].

Австрия пехоты материаль-техник йәһәттән Балҡан илдәренә ҡарағанда бирешә, бынан тыш, ул һаҡлағыс униформа алмаған. Австрий-венгр пехотаһы 1895 йыл өлгөһөндәге Steyr Mannlicher M1895 (Фердинанд Манлихер) винтовка, рот пистолеттары (Roth-SteyM07) менән ҡоралланған. Шварцлозе станковый пулемёты була. Әммә Австро-Венгрия армияһы аэропландарға, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ көстәренә эйә була. Австрия флоты Черногорияның диңгеҙ яр буйын тулыһынса ҡамаған һәм яр буйы райондарындағы операцияларында Австрия ғәскәрҙәренә ярҙам күрһәтә. Бынан тыш Дунайҙа Австро-Венгрия Дунай флотилияһы ла булған. Австрия командованиеһы артиллерияның да байтаҡ өлөшөн туплаған. Әммә тау артиллерияһы ныҡ иҫкергән була. Австро-Венгрияла хәрби производство яйға һалынған була һәм шуға күрә австрий ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәр барышында патронға мохтажлыҡ кисермәгән тиерлек[27]. Әммә австрий-венгр артиллерияһы бер орудиеға 500 снаряд менән һуғыш башлай[прим. 9], башҡа армиялар ҙур запас менән сыға. Етештереүҙе үҫтерергә һәм граждан сәнәғәтенә ҡушып эшләтергә тырышһалар ҙа, тәүге алыштарҙа уҡ снаряд ҡытлығы күҙәтелә. Башҡа армияялар менән сағыштырғанда, австрий-венгр артиллерияһы снаряд буйынса һис шикһеҙ ҡыйын хәлдә була[28].

1914 йылғы кампания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш хәрәкәттәре башланыуы; Цере янындағы алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австрий ғәскәрҙәре серб артиллерияһы уты аҫтында

Балҡан фронтында хәрби хәрәкәттәр 1914 йылдың 28 июлендә, һуғыш иғлан ителеү менән, башлана, австрий артиллерияһы һәм Дунай флотилияһы Белградты утҡа тота. Ғәскәрҙәр тупланыуы тамамланғандан һуң, 12 августа австрийҙарҙың дөйөм һөжүме башлана. Фронттың төньяҡ флангыһында Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронтына Галицияға юлланырға өлгөрмәгән Австрия армияһының 2-се армияһы хәрәкәт иткән. 15 августа ул Шабацты яулай. 5-се һәм 6-сы австрий армияһының төп көстәре Дрина йылғаһы аша күперҙәр ҡороп сығырға әҙерләнә. Дүрт көн эсендә Дринаны аша сығалар[29].

Шул ваҡытта австрий-венгр ғәскәрҙәренә ҡаршы 2-се һәм 3-сө серб армиялары хәрәкәт иткән. 16 августа Шабац, Слатина янында һуғыштар башлана[прим. 10] Серб ғәскәрҙәре австрий-венгр частарын ҡыҫымға ала һәм алып ырғыта. 3-сө серб армияһы һыҙатында һуғыш ныҡышмалы бара, һәм ҡайһы бер участкаларҙа сербтарға сигенергә тура килә. Артабанғы көндәрҙә сербтарға ҡалған частар ҡушыла, һәм улар Лозница общинаһы янында австрий-венгр фронтын өҙә. Австрийҙар өсөн насар хәл килеп тыуа, һәм улар 19 августа бөтә фронт буйынса күсә башлай. Был шарттарҙа австрий-венгр командованиеһы, 2-се армияны Галицияға ебәрмәй тороп, уның бер өлөшөн файҙаланырға мәжбүр була[30].

20 августан серб ғәскәрҙәре сигенеүсе австрий ғәскәрҙәрен эҙәрлекләй башлай. Ҡайһы бер урындарҙа австрий арьергардтары сербтарҙы тотороҡлоҡ менән тота ала, ә ҡайһы берҙәрендә австрий-венгр ғәскәрҙәренең сигенеүе ҡасыуға әйләнгән. Һөҙөмтәлә 24 августа австрий-венгр ғәскәрҙәре Сава һәм Дрина йылғаларына алып ырғытыла ташланған[31]. Серб армияһы 50 000 дошманды әсирлеккә ала, 50 орудие, 150 зарядлы йәшникте, байтаҡ мылтыҡ, повозкалар, хәрби ҡоралдар һәм аҙыҡ-түлек запастарын тартып ала. Шулай итеп, серб ғәскәре австрий ғәскәренең тәүге һөжүмен кире ҡаға[32]. Был алыштарҙа шулай уҡ серб армияһы ла һиҙелерлек юғалтыуҙрға юлыға: 15 000 һәләк була, яралана һәм әсирлеккә эләгә[33].

Цере янында еңеү Антанта өсөн стратегик әһәмиәткә эйә була. Галиция алыштары осоронда серб армияһы 2-се австрий армияһының ҡайһы бер частарын Балҡан ярымутрауында тотҡарлай һәм тар-мар итә[31].

Хәрби хәрәкәттәрҙең дауамы; Дриналағы алыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серб ғәскәрҙәренең контрһөжүме алдынан серб фронтындағы хәл[прим. 11]

Цер алышынан һуң, австрий ғәскәрҙәре икенсе һөжүмгә әҙерләнә башлай. Серб ғскәрҙәре Срем операцияһына күсергә маташалар, ләкин Сремск-Митровица, Земун һәм Сараево райондарында башланғыс позицияларына сигенергә мәжбүр булалар. Көстәрен яңыртып, австрий-венгр командованиеһы, көньяҡ-көнбайыштан серб армияларын урап үтеү маҡсатында, 7 сентябрҙә яңы һөжүм башлай[34].

8 сентябргә ҡаршы төндә австрийҙар Сава йылғаһын аша сыға башлай, әммә шунда уҡ сербтар уларҙы алып ташлай. Аяуһыҙ һуғыштарҙан һуң да австрийҙар Саваны кисә алмай. Фронттың көньяҡ флангыһында австрийҙар Дринаның уң ярында һырттар биләй, әммә серб ғәскәрҙәр аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Австрий-венгр частары 6 ноябргә тиклем һыртты уңышһыҙ атакалай, әммә, ахыр сиктә, серб армияһы боеприпастар етешмәүе арҡаһында кире китә[35][прим. 12].

7 ноябрҙә серб ғәскәрҙәре урап алыу хәүефе аҫтында яңы оборона рубежына күсә. 1914 йылдың 14 ноябрендә Австрия ғәскәрҙәре Валевоны биләй. Шул уҡ ваҡытта Австрия ғәскәрҙәре Морава йылғаһы үҙәненә үтеп инергә маташа, әммә Семендрия янында Дунай аша сығырға тырышҡан алты австрий-венгр бальоны тулыһынса юҡ ителә. Серб территорияһында австрий-венгр ғәскәрҙәре торғанда, янғындар сыға һәм тыныс халыҡҡа көс ҡулланыла[34].

Икенсе австрий-венгр һөжүме һөҙөмтәһендә, серб ғәскәрҙәре аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, австрийҙар алға китә һәм Дринаны кисә. Серб армияһы, уратылып алыныу ҡурҡынысынан һәм боеприпастар, мылтыҡ, хәрби обмундирование етмәүҙән (серб армияһы аяҡ кейеменә ҙур ҡытлыҡ кисерә), серб армияһы яңы оборона сиктәренә күсә, һәм сигенеүбарышында контрһөжүм дә яһай[35].

1914 йылдың октябрендә Эске македон-одринский революцион ойошмаһы (ВМРО) ағзалары сербтар Икенсе Балҡан һуғышы барышында оккупациялаған Вардар Македонияһы территорияһында партизан һуғышын башлай. 1914 йылдың ноябрендә серб Македонияһында ВМРО ойошмаһының хәрби төркөмдәре эшмәкәрлеге үтә ныҡ әүҙемләшә. Серб армияһы граждан халҡына ҡаршы карательный акциялар менән яуап бирә. Греция Короллеге Болгарияға ҡарата хәрәкәт башларлыҡ сәбәп бирмәҫ өсөн, болгар комитадждары фәҡәт Сербия оккупациялаған биләмәләрҙә генә хәрәкәт иткән[36].

Колубаралағы һуғыш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Колубаралағы һуғыш осоронда серб һалдаттары

Австро-Венгрияның Ҡораллы көстәре һөжүм итеүен дауам итә. 16 ноябрҙә 5-се һәм 6-сы австрий-венгр армияһы подразделениелары Обреновац — Валево тимер юл тармағын тартып алыу өсөн серб ғәскәрҙәре позицияларына һөжүм итә. 5-се Австрия армияһы Лазаревацты яулай, 2-се серб армияһын ҡыҫыҡрыҡлай. 24 ноябрҙә 6-сы армия стратегик Мальен (Maljen бейеклеген яулай. 25 ноябрҙә 5-се армия ғәскәрҙәре, Льег йылғаһын аша сығып, 2-се һәм 3-сө серб армияһын ҡыҫырыҡлап сығарып, 1-се серб армияһының флангыһына сыға.

Килеп сыҡҡан хәлде күҙ уңында тотоп, генерал Живоин Мишич позицияларҙы ҡалдырырға һәм серб ғәскәрҙәрен Горни-Милановац ҡалаһына алып китергә ҡарар ҡабул итә. Генерал Мишич ғәскәрҙәрен яңынан төркөмләргә һәм яңы көс менән контрһөжүм башларға ниәт итә. Бының өсөн Белградты ҡалдырырға кәрәк булғанлыҡтан, башта Мишичтың планы буйынса серб армияһы командующийы генерал Радомир Путниктың ризаһыҙлығын белдерә. Әммә тиҙҙән Живоин Мишичтың планы ҡабул ителә, һәм сербтар сигенә башлай[34].

1914 йылдың 30 ноябрендә сербтар Белградты ҡалдыра һәм 2 декабрҙән серб фронты Дунай һәм Мораваның үрге ағымынан, Дрение, Космай, Лазоревац бейеклектәре һәм Рудник (Rudnik) яйлаһының көнбайыш битләүе араһынан үткән. Австрийҙар, серб армияһы ҡаршылыҡ крһәтә алмаясаҡ тип уйлап, улар ташлап киткән Белградты ала. Австрия ғәскәрҙәре командующийы Оскар Потиорек, көсһөҙләнгән һәм әүҙем хәрәкәәт итергә һәләтһеҙ тип уйлап, үҙенең флангыһын 1-се серб армияһы алдында асырға ҡурҡмайса, 2-се серб армияһын тар-мар итергә ҡарар итә. Әммә был ваҡытҡа Сербияға Салоники һәм Дунай аша союздаштарынан (Франциянан һәм Рәсәйҙән) ярҙам килә башлай. Франция ҡорал һәм боеприпастар, ә Рәсәй ҙә — шулай уҡ боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек ебәргән. Был ярҙам серб армияһына йәнә әүҙем хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә[37]. Совместными действиями Серб һәм рустарҙың берлектәге тырышлыҡтары менән австрий мониторы «Темеш» батырыла[38].

5-се австрий армияһы Белградты ала. 1914 йылдың 5 декабре

Серб контрһөжүме планы буйынса генерал Мишичтың 1-се армияһы һөжүм башларға һәм Сувобор (Suvobor) массивын яуларға тейеш була, һуңынан 2-се һәм 3-сө армиялар һөжүмгә күскән. Иртәнсәк, 3 декабрҙә, Путник контрһөжүм башлау тураһында бойороҡ бирә, 1-се армия частары Сувобор массивына атакаға күсә һәм сербтар яғынан әүҙем ғәмәлдәр көтмәгән австрий частарына һөжүм иткән. Австрия ғәскәрҙәре һөжүм итеүселәрҙе өс көн тотоп тора ала, әммә 5 декабрҙә китә башлай. 1-се армия уңышынан һуң, 2-се һәм 3-сө армиялар һуғышҡа инә. Потиорек 2-се серб армияһына һөжүм итергә ҡарар итә, әммә бөтә австрий-венгр атакалары ла кире ҡағыла. Һуңынан австрийҙар Белградтан көньяҡтараҡ нығытылған позицияға ырғытыла, әммә 13 декабрҙә улар Австро-Венгрия биләмәһенә ҡыуып сығарыла[37].

15 декабрҙә серб ғәскәрҙәре йәнә Белград ҡалаһына инә, ил территорияһы Австрия ғәскәрҙәренән таҙартыла. Әммә серб командованиеһына уңышты үҫтерергә һәм австрий ғәскәрҙәрен эҙәрлекләүҙе ойоштороу мөмкин булмай. Серб ғәскәрҙәре йылғаларҙың һулдәрендә туҡталған Сава һәм Дрина йылғалары сиктәрендә туҡтай.

Был алыштарҙа серб армияһының 22 000 һалдаты һәләк була һәм 19 000 әсирлеккә алына[39]. Австрй-венгр армияһы ҡаты ҡыйралышҡа дусар ителә. Австрийҙарҙың 28 000 һалдаты һәләк була, 46 000 әсирлеккә эләгә, өс байрағын, 126 орудиеһын, 70 пулемётын, 362 зарядлы йәшниген, 2000 баш атын һ. б. юғалта[37][39].

1914 йылғы кампания һөҙөмтәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылда Балҡан фронтында ике тапҡыр еңелгәндән һуң, Австрия командованиеһы серб фронтында әүҙем хәрәкәттәрҙән баш тартты. Австрийҙар, серб армияһына ҡаршы бары тик ике генә корпус ҡалдырып, рус армияһынан ҡурсалау өсөн, Балҡан фронтынан Көнсығыш фронтҡа, Карпатҡа, ғәскәрҙәрен күсерә. Австрий-венгр ғәскәрҙәре 1914 йылда Балҡан фронтында ауыр юғалтыуҙар кисерә: 7600 офицер һәм 274 000 һалдатын юғалта. Австро-Венгрия 1914 йыл кампанияһында Австрия һәм Германия империяһы пландарына етди удар яһала, сөнки улар Ғосман империеяһы менән тура бәйләнештә тора. Генерал Потиорек отставкаға ебәрелә, Австрия эрцгерцогы Ойген Балҡанда австрий армияһы командующийы итеп ҡуйыла.

Серб армияһы 1914 йыл кампанияһы дауамында, күп һанлы австрий-венгр ғәскәрҙәрен үҙенә тартып тора һәм рустарға ҡаршы ебәреүҙәренә ҡамасаулап, Антанта өсөн мөһим роль уйнай. Әммә Сербия өсөн еңеү үтә ҡиммәткә төшә. Аҙыҡ-түлек, медикаменттар, обмундирование етешмәүе ныҡ бәкәлгә һуға. Уның сафтарында тиф (ҡара һапҡау) эпидемияһы башлана. 1914 йылда Серб армияһы 132 000 кешеһен юғалта. Серб армияһы һаны 100 000 кешенән артмаған. Серб армияһы һаны 100 000 кеше иҫәпләнә һәм 1914 йылғы кампанияла Австрия ғәскәрҙәре менән көрәштә ҙур роль уйнай. Серб армиияһы һаны 100 000 кешенән артмаған. Черногория армияһының 1914 йылғы кампанияһы 50 000 кешенән тора, австрий ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәштә ҙур роль уйнай[37].

Һанап үткән факторҙар эҙемтәһендә Балҡан фронты позицион характер ала[37].

1915 йылғы кампания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылдың башында позицион фронт линияһы тотороҡлана, һәм Балҡан фронтында ваҡытлыса тынлыҡ урынлаша. 1915 йылдың йәйенә союздаштары — Франция, Британия һәм Рәсәй империялары ярҙамында сербтар үҙ армияһының хәрби һәләтен тергеҙә ала. Рус фронтының өҙөлөүе һәм Польшанан Галициянан сигенеүе ваҡытында (1915 йылда) рус армияһының Юғары Баш командующийы серб яғына, Галициянан австрий-венгр корпустарының бер өлөшөн үҙҙәренә тартыу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән.[40]. Әммә серб армияһы командующийы Радомир Путник, что серб армияһы һөжүм итеү мөмкилеген биргән етерлек көскә лә, сараға ла эйә булмай.

Болгария батшаһы Фердинанд I

Шул уҡ ваҡытта Үҙәк державалар 1915 йылда, Ғосман империяһының блоктың башҡа ағзалары менән бәйләнешкә инеүен тәьмин итеү маҡсатында, Сербияны һәм Черногория Короллеген тулыһынса ҡыйратырға ҡарар иткән. 1914 йылғы кампанияның тәжрибәһе күрһәтеүенсә, Германия империяһынының ярҙамынан башҡа, Австро-Венгрия бер үҙе генә был мәсьәләне хәл итә алмай.

1915 йылдың йәйе уртаһында, Балҡан фронтында позицион тынлыҡ хөкөм һөргәндә һәм ғәскәрҙәр бер ниндәй ҙә операция яһамаған саҡта, австрий-герман блогы серб ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби операцияға әҙерләнә башлаған. Бының өсөн Германия илселәре үҙ яғында һуғышыр өсөн Болгарияны йәлеп итергә планлаштыра. Берлин Болгария хөкүмәтенә, Болгария Үҙәк державалар яғында һуғышҡа ингән осраҡта, Сербия, Румыния һәм Төркиә территориялары уның составына тапшырыласаҡ, тип гарантиялай. Бынан тыш, 1915 йылдың йәйендә австрий-герман ғәскәрҙәре 1915 йылда Бөтә донъя һуғышының Көнсығыш фронтында уңышлы һөжүм итә, төрөктәр Дарданелль операцияһы барышында уңышлы оборона тота, ә франк-британ ғәскәрҙәре Көнбайыш фронтта герман фронтын өҙә алмай.

Антанта Болгарияны шулай уҡ үҙ яғында һуғышырға йәлеп итергә маташҡан. Союздаштар болгар хөкүмәтен, Антанта яғында сығыш яһағанда, Көнсығыш Фракия һәм Македония биләмәләренең бер өлөшө Болғар батшалығы составына инәсәк, тип ышандыра. Әммә Македонияның конкрет территорияларына ҡағылышлы Антанта илдәре аныҡ дәлилдәр бирә алмай. Составына Македония ингән Сербия Антантаға юл ҡуйып, һуғыштан һуң үҙ ерҙәренең бер өлөшөн Болгария составына тапшырырға теләмәгән. Ә Германия менән Австро-Венгрия Болгарияға һуғыштан һуң бөтә Македонияны, Фракияны, шулай уҡ Румынияны (әгәр румын хөкүмәте Антанта яғында сығыш яһаһа) тапшырырға тәҡдим итә. Бынан тыш, Германия яғы Ғосман империяһының (Болғар-төрөк конвенцияһы (1915)) Болгария составына Марица йылғаһының уң яр буйын биреүен ныҡыша.

Был факторҙар Болгария хөкүмәте өсөн мөһим роль уйнай. Еңеү Үҙәк державалар блогы яғында булыр, ә Болгария бөтә вәғәҙәләнгән биләмәләрен алыр, тип ышанып, германдар йоғонтоһона бирелгән батша Фердинанд I Үҙәк держава яғында сығыш яһарға аҙаҡҡы ҡарарын ҡабул итә[40][41].

Һөҙөмтәлә, 1915 йылдың 6 сентябрендә Софияла Болгария менән Үҙәк державалар араһында Герман-болгар конвенцияһы (1915) төҙөлә, һәм был Болгарияның австрий-герман яғына сығыуын аңлата. Үрҙә билдәләнгән конвенцияға ярашлы, Германия һәм Австро-Венгрия, һәр береһе алты йәйәүле дивизияһы көсө менән, Болгария ла 30 көн дауамында, кәм тигәндә 35 көн дауамында дүрт дивизияһы менән Сербия сигендә эш итергә әҙер булырға тейеш була. Был ғәскәрҙәр өҫтөнән дөйөм командованиены генерал Август фон Макензен ҡабул итергә тейеш була. Шунан һуң Балҡандағы хәл Үҙәк державалар файҙаһына үҙгәрә. Австро-Венгрияның Ҡораллы көстәре һәм Германия империя армияһына Балҡанда иң яҡшыларҙан һаналған Болгария Ҡораллы көстәре ҡушыла[40].

Антанта илдәре үҙҙәренең Балҡан союздаштарына ниндәй дәрәжәлә ҡурҡыныс янағанын һуңлап аңлай. Тик 1915 йылдың 1 октябрендә генә инглиз-француз десанты грек Салоникиһына төшөүе һәм серб армияһының көнсығыш флангыһына ярҙам итеүе тураһында ҡарар ҡабул ителә. 5 октябрҙә грек хөкүмәте рөхсәте менән Салоникиҙа 150 000 кешенән торған инглиз-француз экспедицияһы килә[42]. 1915 йылдың 5 октябренән 28 ноябренә тиклем Салоникиҙа өс француз (57-се, 122-се һәм 156-сы пехота дивизиялары; барлығы 65 000 кеше) һәм биш британ (10-сы, 22-се, 26-сы, 27-се һәм 28-се пехота дивизияһы; барлығы 85 000 кеше төшә)[43]. Рәсәй, Румыния үҙенең территорияһынан рус ғәскәрҙәрен үткәрергә риза булмағанлыҡтан, Сербияға ярҙам итә алмай.

Хәрби хәрәкәттәргә әҙерлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Болгар батшаһы Фердинанд І-нең Сербияға һуғыш иғлан итеү тураһындағы Манифесы

Сербияға ҡаршы операцияны австрий-немец командованиеһы ентекле һәм төрлө яҡлы өйрәнеп әҙерләй. Разведка һәм юл селтәрен киңәйтеү буйынса ҙур эш һ. б. башҡарыла. Үҙәк державалар планы буйынса, һөжүм итеү сербтар өсөн ҙур көтөлмәгән хәл булырға тейеш була — быныһы сер итеп тотола. Австрий-германдар һөжүм итә башлағанға тиклем өс тапҡыр артыҡ көс һәм сара тупларға өлгәшә алды[44].

Австрий-герман етәкселеге ниәте буйынса, төньяҡ-көнсығыштан һәм төньяҡтан һөжүм итеү, шулай уҡ көнсығыштан Крагуевац һәм Ниш йүнәлешенә болгар һөжүме серб армияһын илдең үҙәгендә уратып алырға һәм юҡ итергә тейеш була. Үҙәк державалар генерал-фельдмаршал Август фон Макензендың дөйөм командованиеһы аҫтында барлығы 14 австрий-герман һәм алты болгар дивизияһын туплай[44].

Австрий-герман командованиеһы:

  • ауыр артиллерия менән көсәйтелгән 11-се армия (командующийы генерал Макс фон Гальвиц; 7 пехота дивизияһы).
  • 3-сө армия (командующийы генерал Герман Кёвесс; 3 австрий-венгр һәм 4 герман пехота дивизияһы).
  • 19-сы австрий-венгр армия корпусы (черногория армияһына ҡаршы тора) туплай.

Австрий-немец ғәскәрҙәрендә барлығы яҡынса 330 000 кеше булған[45].

Серб командованиеһы түбәндәге хәрби хәрәкәттәр планын ҡабул иткән: Сава һәм Дунайҙың ҡеүәтле һыу кәртәләренә таянып, бәләкәй көс менән австрий-герман ғәскәрҙәренән фронттың төньяҡ участкаһын обороналау, һәм төп көстәр менән болгар армияһын уны мобилизациялау стадияһында (1915) ҡыйратыу, Софияны яулап алыу һәм Болгарияны баш һалдырыу (капитуляция) маҡсатына ирешеү. Һуңынан бөтә көстө австрий-герман ғәскәрҙәренә ҡаршы ташлау күҙалланған. Әммә Антанта, Өсөнсө Болғар батшалығы союздаштар яғында сығыш яһар, тип ышанып, тәүҙә быо планды хупламаны[46].

Серб армияһы составында 12 дивизия, 200 000 яҡын кеше, 678 орудие була.

  • 1-се армия (командующийы генерал Живоин Мишич; Дрина һәм Сава йылғаларының түбәнге ағымында урынлашҡан була).
  • 2-се армия (командующийы генерал Степа Степанович; Болгария менән сикте һаҡлай).
  • 3-сө армия (командующийы генерал Павле Юришич-Штурм; Дунай йылғаһының көньяҡ ярында позиция биләгән).

Черногор армияһында яҡынса 50 000 кеше һәм 135 орудие була. Союздаштарҙың экспедицион корпусында яҡынса 150 000 кеше булырға тейеш була[46].

Серб, черногория көстәре һәм союздаштарҙың экспедицион корпусында барлығы 400 000 кеше була.

200 000 мең кешенән торған серб армияһы дошмандың (яҡтарҙың нисбәте 3 : 2) ауыр орудиелар һәм миномёттар менән ҡоралланған күпкә артыҡ көстәренә ҡаршы торорға тейеш була[47]. Черногория һәм Сербияның династиялары араһындағы низағы арҡаһында армиялар менән уртаҡ командалыҡ итеү булмай[46].

Австрий-герман һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австрий-герман ғәскәрҙәренең һөжүме 1915 йылдың 6 октябрендә төш ваҡытында ҡеүәтле артиллерия әҙерлеге менән башлана. Ауыр орудиелар уты сербтарҙың окоптарын, кисеүҙәр районында ҡуйылған кәртәләрҙе, терәк пункттарын емерә. Шулай уҡ Белград бомбаға тотола, һөҙөмтәлә ҡаланың 5000 самаһы кешеһе һәләк була[48].

7 октябрҙә герман австрий-венгр дивизиялары һөжүм башлай. 3-сө Австрия армияһының частары (8-се армия корпусы) Дунай аша һәм 22-се резерв корпусы Сава йылғаһы аша бер үк ваҡытта сыға. Австрийҙар һәм немецтар, мина заграждениеларын трал менән тикшергәндән һуң, йылға аша сыға башлай. Сербтар сая ҡаршы торғанлыҡтан, кисеү ауыр шарттарҙа үтә. Йылға аша кисеүҙең беренсе көнөндә австрий-германдар күпер мөлкәтенең 66 процентын юғалта. Ҡаршы яҡҡа сыҡҡан австрий-герман частары плацдармда сербтар менән ҡаты алыша. Ҡараңғы төшкәс йылға аша сығыу дауам итә. Немец ғәскәре Савалағы Сиған утрауын яулағандан һуң, серб ярына австрий-герман ғәскәрҙәре өсөн ярҙам килә. Немецтар Сиған утрауы һәм серб яры араһындағы төҙөк күперҙе яулай, һәм 43-сө резервлы герман дивизияһы Белградҡа инә. 9 октябрҙә пароходтар килә һәм австрийҙар серб ярына пехота дивизияһын ташлай. Аяуһыҙ урам һуғышы башлана. Серб ғәскәрҙәре ярһыу ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә 9 октябргә немецтар Белградты ала[прим. 13]. Серб ғәскәрҙәре көньяҡ йүнәлештә китергә мәжбүр була. 3-сө австрий-венгр армияһының 19-сы армия корпусы Дрина йылғаһын кисә һәм черногория ғәскәрҙәрен сигенергә мәжбүр итә[49].

11-се Германия армияһы Рама районында (баш көстәр) Дунайҙы, Семендрия янында (икенсе дәрәжәләге көстәр) йылға аша сыға, Орсова янында күрһәтмә (демонстративный) кисеү планлаштырған була. Ямғыр яуыуы, насар һауа торошо һәм серб ғәскәрҙәренең ҡаршылығы арҡаһында армия ғәйәт ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. 8-9 октябрҙә көслө ҡойма ямғыр яуа, бынан тыш, серб артиллерияһы ярһып утҡа тота. Көслө дауыл немец ғәскәрҙәренең кисеүен ҡатмарлаштыра. 17 октябрҙә дауыл тынғандан һуң, 10-сы герман резерв корпусы серб ярына сыға. Белград менән Семендрия араһындағы таулы ерҙә серб ғәскәрҙәре дошманға асыулы ҡаршылыҡ күрһәтә. Тик 21 октябргә немецтар серб көстәренең ҡаршылыын һындыра һәм ике күпер булдыра, шунан һуң 11-се армияның бөтә подразделениелары кисеүҙе тамамлай[50]. Австрий-герман ғәскәрҙәре алыштың тәүге көндәрендә үк 10 000 кешеһен юғалта. 3-сө австрий-венгр һәм 11-се герман армиялары тағы ла 10—15 километрға алға үтә.

Болгария сигендә тупланған серб армияһының төп көстәре, ғәскәри сафтарын яңынан туплап, төньяҡтан яҡынлашып килгән австрий-герман ғәскәре менән һуғышырға мәжбүр булған. Черногорҙар шулай уҡ Дрина янында һөжүм иткән Австрия дивизияларының һөжүмен әкренәйтеп ауяһыҙ ҡаршылашҡан. Әммә австрий-герман частары һөжүм тиҙлеген үҫтереү маҡсатында ғәскәрен төркөмләй һәм ауыр артиллерияны арттыра[48].

Болгарияның һуғышҡа инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Вильгельм II (Германия императоры), Фердинанд I (Болгария батшаһы) һәм генерал Август фон Макензен оккупацияланған Ниш ҡалаһында

8 октябргә, ауыр хәлдәргә бәйле, серб армияһы командующийы Радомир Путник болгар сиген һаҡларға бүленгән көстәрҙе һуғышҡа индерергә мәжбүр була. Бындай шарттарҙа 15 октябрҙә, Болгария Сербияға һуғыш иғлан иткәндән һуң, болгар армияһы серб ғәскәрҙәренә һөжүм итә[48].

Болгар командованиеһы Сербияға ҡаршы тороу өсөн ике армия йәйелдерә:

  • 1-се армия (командующийы генерал Климент Бояджиев; 4 пехота дивизияһы)
  • 2-се армия (командующийы генерал Георгий Стоянов Тодоров; 2 пехота һәм 1 кавалерия дивизияһы)

6-я пехота дивизияһы Кула ҡалаһы районында, 5-се пехота дивизияһы һәм 8-се пехота дивизияһы Белоградчик янында, ә 1-се пехота дивизияһы Софиянан төньяҡ-көнбайыштараҡ позиция биләй. 1-се армия подразделениелары, 2-се серб армияһын тар-мар итеү маҡсатында, Пиротҡа һәм Нишҡа һөжүм итергә тейеш була. 2-се болгар армияһына (3-сө пехота дивизияһы, 7-се пехота дивизияһы һәм 1-се кавалерия дивизияһы) Вардар үҙәненә һөжүм итеү һәм серб армияһының Салоникиҙағы Антантаның экспедицион корпусы менән бәйләнешен өҙөү бурысы ҡуйыла.

Шулай итеп болгар ғәскәрҙәренә, серб ғәскәрҙәрен артабан урап алыу маҡсатында, Ништы (1-се армия), Ниш—Салоники тимер юлын алыу (2-се армия) бурысы ҡуйыла. Составы буйынса иң көсһөҙ 2-се болгар армияһы иң яуаплы операцияны үтәргә тейеш ине. 2-се армия подразделениелары 1-се армия частарынан алыҫлашҡан булһа ла һәм инглиз-француз корпусынан фланг һөжүме алыу мөмкинлеге булһа ла, Үҙәк держава командованиеһы 2-се армияны көсәйтергә кәрәк тип иҫәпләмәй.

2-се болгар армияһы һөжүме

15 октябрҙә иртән болгар ғәскәрҙәре Сербия территорияһына баҫып инә. Генерал Бояджиевтың 1-се болгар армияһы серб ғәскәрҙәре яғынан (Ниш операцияһы (1915)) ныҡышмалы ҡаршылыҡҡа осрай. 1-се армия подразделениелары оҙаҡ ваҡыт сербтарҙың Пирота янындағы нығытылған позицияларына һөжүм итә. 25 октябрҙә болгар ғәскәрҙәре сербтарҙы Тимок аръяғына китергә мәжбүр итә. Әммә генерал Тодоровтың 2-се болгар армияһы, артыҡ ҡыйынлыҡ кисермәй, Македониялағы Вардар йылғаһы яғына алға күсә. Болгар ғәскәрҙәре сербтарҙы Куманово янында еңә һәм Велес ҡалаһын ала. Болгар ғәскәрҙәренең был уңышлы Овчеполский операцияһы серб армияһының Салоникилағы союздаш экспедицион корпусы менән бәйләнешен туҡтата.

Тулы ҡамауҙан һаҡланып, серб армияһы һуғыша-һуғыша көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә Черногория Короллегенә һәм Албанияға китә, черногор армияһы ла сигенә. Австрий-герман дивизиялары сигенеүселәрҙе эҙәрлекләп бара. Серб ғәскәрҙәре ҡайһы берҙә контратакалар яһай һәм уларҙың алға китеүен тотҡарлай[51].

Серб армияһының хәле һәләкәтле була. 22 октябрҙә австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре һөжүмде яңырта. ПӨҫтөнлөклө көстәр ҡыҫымы аҫтында серб армияһы сигенергә мәжбүр була. 5 ноябрҙә болгарҙар Ниш ҡалаһын яулай[52][53]. Ништы алғандан һуң, австрий-немец һәм болгар частары берләшә һәм берҙәм һөжүм башлай. Шул уҡ ваҡытта өс инглиз-француз дивизияһы серб армияһына ярҙамға Салоникиҙан Македонияға ҡуҙғала, әммә Черны (Црна) йылғаһы янында 2-се болгар армияһы уларҙы сигенергә мәжбүр итә. Инглиз-француз ғәскәрҙәренең серб армияһы менән бәйләнеште тергеҙергә маташыуын (Криволак янындағы алыш) болгар ғәскәрҙәре кире ҡаға[48].

Артабанғы хәрби хәрәкәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австрий-герман частары (герман альп уҡсылар корпусы менән нығытылған) төньяҡтан һөжүмде дауам итә. Шуны күҙаллап, серб армияһының төп штабы Крагуевацтан Крушевацҡа күсә. Австрий-герман ғәскәрҙәре менән киләһе алыштарҙа серб подразделениелары ауыр юғалтыу кисерә һәм ашығыс рәүештә сигенә. Сербтар, үҙ ғәскәрҙәренең Албанияға китеү юлдарын киҫеүенән һаҡланып, 2-се болгар армияһына ярһыу ҡаршылыҡ күрһәтә. Серб армияһының төп көстәренең сигенеү юлын киҫеү әм уратып алыу маҡсатында, Болгария командованиеһы, 2-се пехота дивизияһын көсәйтеү өсөн, 1-се болгар армияһы составынан пехота дивизияһы менән нығытыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә болгар ғәскәренең артабанғы атакалары уңышҡа өлгәшмәй[54].

1 декабрҙә Призрен районындағы һуғыштарҙа болгар ғәскәре серб армияһын (Косово операцияһы (1915)) ҡыйрата. Күп сербтар әсирлеккә эләгә. Шулай уҡ 3-сө һәм 11-се австрий-герман ғәскәрҙәре менән бәрелешкән серб отрядтары ауыр юғалтыу кисерә. Һөҙөмтәлә был һуғыштарҙан һуң серб көстәре Сербия биләмәһенән тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарыла. Болгар армияһы, Охридты яулап, Вардар Македонияһын контролгә ала[54]. Ноябрь аҙағында австрий-венгр частары черногор армияһын Черногория территорияһына ташлай һәм баш ҡалаһы Цетинены баҫып алыу маҡсатында һөжүм итә.

Серб армияһын Албанияға эвакуациялау. 1915

Серб һәм черногория армиялары Алания һәм Черногория йүнәлешендә сигенә. Австрий-герман ғәскәрҙәренең террорынан ҡурҡып, хәрбиҙәр менән бергә ябай халыҡ та сигенә. Сигенеү тау еренең ауыр шарттарында үткән. Сигенеүселәр Адриатик диңгеҙе яр буйына сығырға ынтыла, сөнки унда союздаштар серб һәм черногор армиялары ҡалдыҡтарын һәм граждандарҙы эвакуацияларға тейеш була.

Артабанғы һуғыш барышында, Албанияның таулы юлдарынан сигенгәндә, серб армияһы 55 000 һалдатын һәм офицерын юғалта[прим. 14] Серб армияһы командованиеһына артиллерия һәм йөктәрҙе юҡ итеү ҡарарын ҡабул итергә тура килә. Сигенеүсе армия һәм ябай халыҡтан башҡа, серб командованиеһы австрий-венгр армияһының әсирҙәрен дә (30 000 һалдат һәм 700 офицер) күсерергә тейеш була[55]. 26 ноябрҙә Призрендан серб хөкүмәте лә эвакуациялана. Ауыр сигенеү шарттарында тере ҡалған сербтар (150 000 кеше) 1916 йылдың ғинуарында Керкира (Корфу) утрауына урынлаштырыла. Сербия һәм Черногорияның бөтә территорияһын да дошман оккупациялай[48].

Серб армияһының сигенеүе барышында черногор ғәскәрҙәре мөһим роль уйнаны. Серб ғәскәрҙәренең Адриатик диңгеҙенә сигенеүен ҡаплар өсөн, Черногория армияһының Санджак дивизияһы 1916 йылдың 6-7 ғинуарында Черногория ҡалаһы Мойковац янында австрий-венгр ғәскәренең өҫтөнлөклө көстәрен тотҡарлап, серб армияһы частарына сигенеү мөмкинлеген бирә. Әммә черногор армияһы шулай уҡ ауыр хәлдә була, австрийҙар һөжүмен дауам итә һәм черногорҙар сигенергә мәжбүр була. 14 ғинуарҙа австрийҙар Цетиньены ала. Тере ҡалған черногор армияһының төп өлөшө австрий ғәскәрҙәре уратыуына эләгә[55].

Сербияға һәм Черногорияға ҡаршы операция ике ай самаһы дауам итә, һөҙөмтәлә был илдәрҙең бөтә территорияһы Үҙәк держава ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Сербияға дошмандың өҫтөнлөклө көстәренә ҡаршы көрәшергә тура килә. Һуңыраҡ Бөйөк Британияның премьер-министры Дэвид Ллойд Джордж былай тип яҙҙы[56]:

« Үҙ ваҡытында ярҙам итәсәктәре тураһында тантаналы вәғәҙәләр биргән союздаштары Сербияны ташланы. »

Үҙәк державалар нейтраль Грецияның сиктәрен боҙорға ҡыймай һәм ил сигенә немец дивизиялары менән нығытылған ике болгар армияһын сығарыу менән сикләнә[48].

Серб армияһын эвакуациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серб армияһы Корфу утрауында

Серб командованиеһы Албания биләмәләренә ингән хәлдән тайған сигенеүсе частарға Шкодер (Скутари) ҡалаһында ял итеү ҡарарын ҡабул итә. Әммә серб армияһына Монастирҙы алғандан һуң, Албанияға, Эльбасанға, хәрәкәт итеүсе 2-се болгар армияһы частары янағанлыҡтан, декабрь аҙағында был идея тормошҡа ашырылмай. Бынан тыш, 3-сө австрий-герман армияһы частары көсһөҙләнгән черногор армияһына ҡаршы ҙур һөжүм йәйелдерә һәм төньяҡ менән сигенеүселәргә янай. Серб армияһы Адриатик диңгеҙе яр буйына барып еткәс, Австрия флоты сербтар килеп ингән Дураццо һәм Сен-де-Джовани-де Медуа порттарына ҡаршы әүҙем операция яһай башлай. Которҙа (Каттаро) хәрби базаларға эйә Австро-Венгрия хәрби-диңгеҙ флоты һәм Австро-Венгрия хәрби-һауа көстәре серб армияһына даими рәүештә һөжүмдәре һәм атыштары менән тынғыһыҙлай, бынан башҡа Австрия суднолары һәм һыу аҫты кәмәләре сербтарға тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек тейәлгән транспортҡа һөжүм итә[55].

Шулай итеп, серб армияһына, диңгеҙгә ҡыҫырыҡланып, австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителеү янай. Был шарттарҙа француз командованиеһы серб армияһын Бриндизиға (Италия) алып барырға, һәм һуңынан серб частарын яңынан формалаштырып фронтҡа ебәреү өсөн Тунисҡа күсерергә ҡарар ҡабул итә. Әммә бындай күсереү ҙур диңгеҙ көстәрен талап итә ине, шуға күрә Франция армияһы етәксеһе Жоффр серб армияһын грек Керкира (Корфу) утрауына күсереүҙе ныҡыша. 12 ғинуарҙа ошо ҡарарҙы ҡабул иткәндән һуң, союздаш ғәскәрҙәр грек Корфу утрауын оккупациялай башлай. Джовани-де-Медуа Австрия флотының хәрәкәт итеү өлкәһендәурынлашҡан, шуға күрә союздаштар итальяндар баҫып алған Влёраға (Валону) серб частарын күсерергә ҡарар ҡабул итә, һәм шунан эвакуация башланырға тейеш була. Серб ғәскәрҙәренең бер өлөшө (50 000 кеше) Валонға (240 саҡрым) яңы поход башлай. Башҡа серб подразделениелары Дуррестан (Дураццо) эвакуациялана[55].

Эвакуация урыны тураһында бәхәс оҙаҡҡа һуҙылғанлыҡтан, Албанияға сигенгән 250 000 сербтан эвакуация башланыуға 160 000 кеше тере була, 80 тау орудиеһы һәм 15 000 ат һаҡланып ҡала. Серб армияһын Корфу утрауына эвакуациялау 1916 йылдың 26 февраленә тамамлана. Утрауҙа шулай уҡ сербтарҙы тәьмин итеүҙе оҙаҡ яйға һала алмайҙар, шул сәбәпле күптәр, утрауға илеп еткәндән һуң да, аслыҡтан ябығып үлә. 1916 йылдың февраленән ҡыйратылған серб армияһын үҙгәртеп төҙөү башлана һәм 1916 йылдың апреленә Салоники фронтына оҙатырға әҙер була. Серб армияһын диңгеҙ аша Салоникиға күсереү 1916 йылдың 30 майына тамамлана[55].

1915 йылғы кампания йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1915 йыл кампанияһы барышында Сербия һәм Балҡан фронты.      Австро-Венгрия аннексиялаған территориялар      Болгария аннексиялаған территориялар

1915 йыл кампанияһы йомғаҡтары буйынса, Сербия һәм Черногория территорияларын Үҙәк державалар оккупациялай[51]. Үҙәк державаларҙың 1915 йылда Балҡанда еңеүгә өлгәшеүе уларға ҙур отош килтерә. Сербия һәм Черногорияны оккупациялағандан һуң, Балтик диңгеҙенән Урта диңгеҙгә тиклем арауыҡта Үҙәк державалар фронты урынлаша. Германия империяһы Ғосман империяһы менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштыра, Австро-Венгрияның көньяҡ флангыһы яҡшы һаҡланған була, ә Үҙәк державалар командованиеһы буш ғәскәрҙе Көнсығыш һәм Итальян фронттарына ебәрә алған[51].

Австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре Балҡан хәрби хәрәкәттәре планын тулыһынса тиерлек үтәй. Черногорияны австрий ғәскәре, Сербияны австрий-венгр һәм болгар ғәскәрҙәре яулай. Черногория армияһы демобилизациялана, ә серб армияһы дошмандың ҡеүәтле һөжүме һөҙөмтәһендә, ауыр сигенеү шарттары һәм гел һуғышыу арҡаһында күп юғалтыуҙарға дусар була. Серб ғәскәрҙәре бик күп орудиеһын, боеприпасын юғалта.[51]

Четверной союздың Балҡанда еңеүе ошо илдәрҙең ҙур стратегик һәм дипломатик уңышы була. Помимо перечисленных выгод (установления прямого сообщения с Төркиә менән турана-тура бәйләнешкә өлгәшеү һәм үҙ яғында һуғышырға Болгарияны йәлеп итеүҙән тыш, австрий-герман блогы төбәктә Антантаның йоғонтоһон байтаҡҡа кәметә[прим. 15].

Әммә серб армияһын ҡамау һәм юҡ итеү килеп сыҡмай. 1916 йылдың яҙында серб армияһы яңынан төҙөлә һәм Салоники фронты составындағы создаштар ғәскәре составына ҡушыла[48].

1916 йылғы кампания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салоники фронтының ойошторолоуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

14 октябрҙә үк Антанта экспедицион корпусының бер нисә батальоны Сербия территорияһына инә. Союз командованиеһы ҡеүәтле фланг һөжүме менән серб ғәскәрҙәренә ярҙам тергә һәм улар менән бәйләнеш тергеҙергә уйлай. Әммә серб армияһының Албанияға китеүе һәм инглиз-француз корпусы командующийы генерал Сарайяның ҡыйыуһыҙлығы был ниәтте тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй. 21 ноябрҙә 122-се француз пехота дивизияһы подразделениелары болгар ғәскәрҙәре менән һуғыштан һуң, Чернының көньяҡ ярын ҡалдыра, шунан һуң корпустың бөтә ғәскәрҙәре Сербия биләмәһенән Греция Короллегенә хәрәкәт итә башлай[57].

Был ваҡытта Германия командованиеһы Грецияла Антанта ғәскәрҙәренә ҡаршы нисек эш итергә кәрәклеге тураһында мәсьәләне хәл итә. Болғар командованиеһы, дошмандың күп ғәскәре булыуын иҫәпкә алып, Грецияны Үҙәк державаның дошманы тип һанауҙы хуплай. Ләкин ахыр сиктә Германия командованиеһы, Греция Үҙәк державаларҙан яҡлау тапмағанлығын иҫәпкә алып, грек хөкүмәте Антанты яғында һуғышҡа инеүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк, тип был илгә ҡарата ғәмәлдәрҙән тыйылыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Сербияла операция тамамланғандан һуң, Германия командованиеһы Балҡанда үҙ ғәскәрен ҡалдырыу мәғәнәһеҙлек булыр тип, күпселек ғәскәрен Көнбайыш фронтҡа ташлай. Германия генераль штабы начальнигы Эрих фон Фалькенһайн Салоники ҡалаһына төшкән инглиз-француз ғәскәрҙәренә ҡаршы тороуҙа төп ролде Болгария уйнарға тейеш тип иҫәпләгән. Шуның һөҙөмтәһендә 1915 йылдың ноябрь уртаһында Болгария Антантаның экспедицион корпусы көстәре менән дә һуғышырға тейеш тигән килешеү төҙөлә[57].

5 декабрҙә 2-се болгар армияһы Македонияға һөжүм башлай. Болгарҙар ҡыҫымы аҫтында союздаштарҙың экспедицион корпус ғәскәрҙәре Вардар йылғаһы үҙәненә китә. 8 декабрҙә болгар ғәскәрҙәре, 10-сы инглиз дивизияһы частарын ҡыҫырыҡлап, 10 орудиеһын тартып ала. Уң флангыһы һаҡлауһыҙ ҡалғанлыҡтан, союз ғәскәрҙәре яңы оборона сигенә күсә. Дүрт болгар дивизияһы эҙәрлекләгән инглиз-француз ғәскәре Салоники районындағы нығытылған прозицияға китә. Союздаштар, сигенеү барышында, Гевгелия районынан серб армияһының төрлө запасын эвакуациялай. Союздаштар ғәскәренең 6 000 һуғышсыһы һәләк була, яралана һәм әсирлеккә алына[57].

2-се болгар армияһы подразделениелары серб-грек сиген аша сыҡмай. Үҙәк державалар ғәскәрҙәре яңы позицияларҙа түбәндәгесә урынлаша:

  • 1-се армия — (ике пехота дивизияһы, бер кавалерия бригадаһы һәм герман отряды); позициялары Охрид күле янында, Прилетан көньяҡтараҡ, серб-грек сиге буйлап, Битол (Монастырь) районында. Бынан тыш, уң флангыны тәьмин итеү өсөн, армия подразделениелары Албания территорияһына инә һәм Эльбасанды ала.
  • 2-се болгар армияһы — (өс пехота дивизияһы); позициялары — Струмица, Петрич, Гоце-Делчев (Неврекопа) янында.
  • 11-се герман армияһы — (ике герман һәм бер ярым болгар пехотна дивизияһы); Гевгелиянан төньяҡ-көнбайыштараҡ һәм Дойран күленән төньяҡтараҡ[57].

Союз командование үҙ позицияларын нығыта, союз фронтының уң флангыһы Орфано ҡултығына төртөлә, ә фронттың дөйөм оҙонлоғо 120 км тәшкил итә. Бынан тыш союздаштар 200 км грунт һәм тимер юлын йүнәтә.

1916 йыл башында Балҡандағы хәл

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сербия территорияһын австрий-венгр һәм болгар ғәскәрҙәре баҫып ала. Австрий оккупацияһы зонаһында (төньяҡ һәм үҙәк Сербия) үҙәге Белградта урынлашҡан генерал-губернаторлыҡ булдырыла. Мораванан көнсығышҡараҡ, болгарҙар баҫып алған территорияла үҙәге Ништа урынлашҡан Поморавье генерал-губернаторлығы булдырыла. Вардар Македонияһы территорияһы Македон генерал-губернаторлығы итеп үҙгәртелә. Косово һәм Метохияны австрийҙар һәм болгарҙарға тейә — болгар армияһы көнсығышын, ә австрий-венгрҙар көнбайыш районын оккупациялай.

1916 йыл башында Черногория Короллеге һуғыштан сығарыла: король Никола I черногор армияһының демобилизацияһы тураһында указға ҡул ҡуя һәм илдән сығып китә, биләмәгә австрий-венгр ғәскәрҙәре баҫып инә. Серб һәм черногор халыҡтары оккупанттарға көрәште дауам итә[58].

Сербия ҡыйратылғандан һуң, яңы Салоники фронты барлыҡҡа килә. Антанта командованиеһы Балҡан хәрби хәрәкәттәре бында мөмкин тиклем күберәк герман ғәскәрҙәрен тартыр тип иҫәпләй һәм уларҙы Беренсе донъя һуғышының Көнбайыш фронтына күсереүгә юл ҡуймаҫҡа тейеш тип күҙаллай. Шулай уҡ Үҙәк державаларҙың хәрби идаралығында төп роль уйнаған Германия командованиеһы, көстәр етешмәү һәм тәьмин итеү ҡыйынлыҡтары арҡаһында, Салоники фронтында бер ниндәй ҙә әүҙем ғәмәлдәр планлаштырмай. Герман-болгар ғәскәрҙәренең бәләкәй көсө менән дошман ғәскәрен тик тотоп тороу ғына күҙалланған[59].

1916 йылдың майында Салоники фронтына Антантаың өҫтәмә көстәре килә. Бынан тыш, Балҡандағы союздаштар ғәскәренә принц-регент Александр I Карагеоргиевич (воевода Путник отставкаға ебәрелә) командалығында алты пехота һәм бер кавалерия дивизияһынан торған ҡабат төҙөлгән серб армияһы тулыһынса уларға ҡушыла. Серб ғәскәрендә бөтәһе 130 000 кеше була. Балҡанда союздаштар көстәре 300 000 кеше тәшкил иткән[58].

1916 йылдың яҙғы һәм көҙгө хәрби хәрәкәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия командованиеһы үҙенең ғәскәрен Өсөнсө француз республикаһынаҡаршы ташлағандан һуң, Салоникиҙағы союздаштар ғәскәрҙәре алдында һөжүм башлап дошманды үҙенә йәлеп итеү бурысы торған. Әммә союздаш ғәскәрҙәренең эшмәкәрлеге фронттағы дөйөм хәлгә йоғонто яһамай, ә Германия частары Көнбайышҡа күсеүен дауам иткән. Болгар ғәскәрҙәре лә пассив була[58].

Файл:Болгарская атака у Монастира.JPG
Монастир янында болгар пехотаһының атакаһы

Августа әүҙемерәк хәрәкәт башлана. Дойран күле янында инглиз-француз ғәскәрҙәре болгар оборонаһын өҙөргә маташа, әммә һиҙелерлек юғалтыуҙар был участкала башҡа әүҙем хәрәкәттәрҙән баш тартырға мәжбүр итә.

Румынияның һуғышҡа инеүе менән бәйле, союздаштар берлектәге ғәмәлдәр менән Болгарияны нейтралләштерергә планлаштыра. Һөжүм итеү 20 авгусҡа билдәләнә. Ләкин болгар командованиеһы Антанта ғәскәрҙәренән алдараҡ, 17 августа, һөжүм башлай[60]. Болгар командованиеһы Салоники фронтында Струм операцияһын үткәрергә ҡарар итә.

Болгар ғәскәрҙәре Фракия йүнәлешендә Кавала, Серре (Серес) һәм Драма ҡалаларын ала. Бынан һуң, Антанта ғәскәрҙәрен уратып алған хәл тыуҙырыу маҡсатында, болгар армияһы үҙенең флангыларын грек Фракияһы һәм Могленаһына һөжүм итә. 23 августа 1-се болгар армияһы подразделениелары Моглена эргәһендәге бейеклекте ала һәм бында позициялар биләгән сербтарҙы Флорина районына ҡыҫып сығара. Был ғәскәрҙәр Фессалияла Греция ғәскәрҙәре менән тоташа алған һәм Вардар һәм Моглен райондарында торған Антанта армияһы тылына хәүеф менән янаған. Шунан һуң Саррай 3 француз пехота дивизияһын ташлай, һәм улар серб частары ярҙамында болгар ғәскәрҙәренең артабан алға үтеүен туҡтатты.

Болгар армияһы вардар, шулай уҡ фракия йүнәлешендә әүҙем эш башлай. Болгар ғәскәрҙәре Грецияла, союздаш ғәскәрҙәрен ҡыҫырыҡлап, бер нисә тораҡ пунктты биләй. 1-се болгар армияһы Лерин операцияһы барышында Флоринаны, шулай уҡ болгар частары 6373 һалдат, 464 офицер һәм 15 орудиены ҡулға төшөрә. Был көстәр Грек хөкүмәте рөхсәте менән Германияға ебәрелә һәм Германия капитуляцияһына тиклем унда тотола. Был ғәскәрҙәр грек армияһы тарфынан Антанта яғында ҡулланылмай. Болгар ғәскәрҙәре 80-90 километрға алға китә: Эгей диңгеҙе ярына сыҡҡандан һуң, фронт линияһы уртаса 100 саҡрымға ҡыҫҡара. Болгарҙарҙың был әүҙем ғәмәлдәре союздаштар һөжүмен туҡтата[61].

Әммә шулай ҙа 1 сентябрҙә союздаштар (биш инглиз, дүрт француз, алты серб, бер итальян һәм бер рус пехота дивизияһы)[прим. 16] румын фронтына ярҙам итеү маҡсатында, Флорина, Битола (Монастир) йүнәлешендә һөжүм башлай.

12 сентябрҙә серб-француз частары 8-се болгар пехота дивизияһы подразделениеларын ҡыҫырыҡланы һәм Горничевоны алды. 23 сентябрҙә француздар болгарҙарҙан Флоринаны, бер нисә орудиены тартып алды. Юғары таулы Каймакчалан районында Болгария 3-сө пехота дивизияһының 1-се бригадаһы һәм серб армияһының Дрина дивизияһы араһында бәрелеш була. Ныҡышмалы серб атакаларын болгарҙар артиллерия ярҙамында кире ҡаҡты, һәм сербтар ауыр юғалтыуға дусар ителде. Тауҙы, әллә нисә тапҡыр ҡулдан ҡулға үскән ҡаты алыштарҙан һуң, 30 сентябрҙә серб ғәскәрҙәре яулай. Серб армияһы 5000 һалдат һәм офицерын юғалта.

3 октябргә союздаштар болгарҙарҙы сикте уҙып киткәнсе ҡыҫырыҡлай[58].

1916 йыл аҙағында хәрби хәрәкәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Каймакчалан сусағында (пик) серб часовняһы

Бындай уңыштарҙан һуң, союздаштар ғәскәрҙәре, Монастирҙы яулау маҡсатында, һөжүм итә. Октябрь — ноябрҙә союздаштар ғәскәрҙәре (серб, рус һәм француз) Черна алышын үткәрә һәм 18 ноябрҙә Балҡандағы Үҙәк державалар ғәскәрҙәре төркөмө командующийы генерал Отто фон Белов бойороғо буйынса болгар ғәскәре Битоланы (Монастир) ҡалдыра. 19 ноябрҙә француз һәм рус ғәскәрҙәре Монастирға инә. Шулай итеп, союздаштар ғәскәрҙәре Македонияның мөһим транспорт үҙәген — Монастирҙы яулай[58]. Яңы фронт һыҙығы ҡаланан төньяҡҡараҡ: Красная стена пигы — бейеклеге 1248 м — бейеклеге 1050 м — Маково — Градешница үтә. Монастирҙы юғалтҡандан һуң, Үҙәк державалар командованиеһы фронттың был участкаһын бер нисә болгар һәм герман дивизиялаы менән, шулай уҡ Ғосман империяһының 20-се армия корпусы менән нығытырға мәжбүр була.

Вардар Македониияһының мөһим пункты — Монастирҙы алғандан һуң, союздаштар ғәскәрҙәре артабанғы һөжүмен туҡтатты. Болгар командованиеһы был районға фронттың башҡа уасткаларынан өҫтәмә резерв (8 пехота полкы) ташлай. Шулай уҡ румын фронтынан был районға герман пехота батальондары, ә Струма йылғаһы районына төрөк пехота корпусы килә.

11 декабрҙә, боеприпастар һәм ғәскәри резервтар булмағанлыҡтан, Антанта ғәскәрҙәре һөжүмдәрен тулыһынса туҡтата. Был ваҡытҡа Саррай армияһы Струма йылғаһы тамағынан 250 километр бөтә фронт буйынса һуҙыла . Союздаштарҙың әкрен ҡуҙғалыуы румые фронтындағы хәлгә йоғонто яһамай (1916—1917)[62].

1916 йылдың авгусынан Антанта ғәскәрҙәре һиҙелерлек юғалтыуҙар — 47 000 кеше һәләк була, яралана һәм әсирлеккә тәшә. Монастир һөжүме барышында болгар һәм неиец ғәскәрҙәре 61 000 кешеһе һәләк була, яралана һәм әсирлеккә эләгә.

1916 йыл аҙағына союздаштарҙың Салоники фронтында 18 пехота дивизияһы (биш француз, биш инглиз, алты серб, бер рус һәм бер итальян) торған. Уларға Үҙәк державалар блогының 11 пехота дивизияһы, ике герман һәм бер төрөк көстәре ҡаршы торған[63].

1916 йыл кампанияһы йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөҙөмтәлә 1916 йылғы кампанияла Антанта Салоники фронтындағы төп маҡсатына — Болгарияны һуғыштан сығарыуға өлгәшмәй. Болгар ғәскәрҙәре, бынан тыш, үҙ аллы Струм операцияһын башҡарып, бөтә фронт дауамында уңышлы оборона тота[59]. 1916 йылда Балҡанда резервтарҙың булмауы, союздаштар ғәскәрен ышаныслы тыл тәьмин итеүе кәрәклеге Антанта командованиеһының төп проблемаһы була.

Шулай уҡ Балҡанда Антанта ғәскәре өсөн союздаштар армияларының 80 000 һалдаты һәм офицеры сирләгән тапма (биҙгәк- малярия) эпидемияһы ла ҙур проблема була. Тау участкаларын ныҡлы обороналаған болгар ғәскәрҙәре союздаш ғәскәрҙәренә Вардар йылғаһы буйындағы тапма үҙәндәренән сығырға бирмәй. Союздаш ғәскәрҙәре командованиеһы бөтә сирлеләрҙе лә эвакуациялап өлгөрмәй. Иҫкәртеү саралары ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, эпидемия дауам иткән[58].

Шулай уҡ 1916 йылда Антанта, Греция нейтралитет һаҡлаһа ла, уның Үҙәк державалар яғында һуғышҡа инеү мөмкинлегенән ҡурҡып, Грецияға ҡаршы бер нисә акция тормошҡа ашыра. Антанта Грецияға диңгеҙ блокадаһы иғлан итә, прогерман йүәлешен һайлаған Ҡораллы көстәрен һәм Хәрби-диңгеҙ флотын демобилизациялауын талап итә. Һөҙөмтәлә Греция хөкүмәте Антантаның бөтә талаптарын ҡабул итергә мәжбүр була. Шунан һуң союздаштар Грециялағы бөтә эске сәйәси хәлде үҙ контроленә ала[58].

1917 йылғы кампания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Салоники фронтында һуғыш 1917 йыл алып барыу планын Антанта илдәре 1916 йылдың 15 ноябрендә Шантильяла үткән конференцияла раҫланы. Был план Болгарияны һуғыштан сығарыуҙы күҙ уңында тота. Рус-румын ярҙамы менән болгар ғәскәрҙәренә ҡаршы ҙур масштаблы һөжүмде үткәреү планлаштырыла. Ошо маҡсатта Салоникилағы союздаш армиялар көсәйтелә һәм февралдә үҙенең составында 23 пехота дивизияһына эйә була. Әммә рус-румын ғәскәрҙәренең уңышһыҙлыҡтары был планды тормошҡа ашырырға бирмәй (поставили крест)[64][65].

Салоники фронтында һөжүмгә әҙерлек барышында Франция һәм инглиз командованиеһы араһында бәхәсле хәл килеп тыуа. Британия командованиеһы македон фронтында һөжүмде урынһыҙ тип атай, һәм ул бөтә тырышлыҡты Франциялағы (Нивель һөжүме) төп һөжүмгә тупларға кәрәк тип иҫәпләй. Үҙ сиратында, француз командованиеһы Балҡанда сығыш яһау Көнбайыш фронтта әҙерләнгән беренсе донъя һуғышының төп операцияһы ваҡытында дошмандың ғәскәрҙәрен ашығыс сығарыу маҡсатына ярашлы тип иҫәпләй. Шулай итеп, командующий генерал Саррай Британия ғәскәрҙәренә тулыһынса иҫәп тота алмаған. Үҙ сиратында, инглиз ғәскәрҙәре командующийы Джордж Милн, Лондондан директивалар, союздаш ғәскәрҙәре командующийы Саррайҙан бойороҡтар алғанлыҡтан, ике яҡлы фекер йөрөткәән була[64].

1917 йылға болгар командованиеһы Салоники фронтында ҡәүәәтле һөжүм планлаштырған. Бының өсөн Болгария Германияға 6 немец пехота дивизияһын килтереүен һорап мөрәжәғәт итте. Ләкин Германия командованиеһы болгар союздаштарының планын кире ҡаға һәм Балҡанда фәҡәт оборона ғәмәлдәре тураһында ғына ныҡыша[прим. 17]. Был план эҙемтәһе буйынса, болгар-герман командованиеһының 1917 йылға планы фәҡәт һаҡланыуға (оборона) ҡоролған була. Үҙ позицияларын һәм тыл юлдарын яҡшыртырға һәм һөжүм итеүҙән баш тартырға планлаштырыла[64].

1917 йылғы хәрби хәрәкәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

660 000 кешенән торған союздаштар көстәренең (240 000 инглиз, 200 000 француз, 130 000 серб, 50 000 итальян, 17 000 рус һәм 23 000 грек)[прим. 18] һөжүме 25 апрелгә биләләнә. 25 апрель көндө иртән иртүк болгар позицияларына инглиз ғәскәрҙәренең 86 ауыр һәм 74 ялан орудиеһынан дөйөм алғанда 100 мең снаряд атыла. Дойран күле янында (1917) британдар 9-сы болгар пехота дивизияһы позицияларына уңышһыҙ һөжүм итә һәм күп һалдатын юғалта. 8 майҙағы һөжүм дә уңышһыҙлыҡҡа осрай. Британ һөжүмен кире ҡаҡҡан өсөн 9-сы болгар дивизияһы командующийы полковник Владимир Вазов генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә.

Мартта Баба тауында француз дивизиялары Красная стена өсөн алышта 6-сы болгар дивизияһының позицияларын атакалай. Артиллерия әҙерлеге барышында 200 000-ҙән ашыу снаряд атыла, әммә бункерҙа ултырған болгар һалдаттары һәм офицерҙары зыян күрмәй. Шунан һуң тау шарттарында аяуһыҙ һуғыш тоҡана. Болгар подразделениелары ярһыу ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, француздар Красная стена сусағын яулай.

Ләкин болгар командованиеһы сусаҡты дошмандың тартып алырға ҡарар итте. Болгателдәр ҙур тырышлыҡ менән француз позициялары күренеп торған күрше бейеклектә алты артиллерия ҡоралы урынлаштыра. [18 майҙа] «артиллерия уҡыуы» башланды. Болгар артиллерияһы сусаҡтағы француз позицияларын утҡа тота. Болгар пехотаһы яңы немец огнемёттары менән ҡоралланған була. Ике сәғәтлек артәҙерлектән һуң, болгар ғәскәрҙәре, гранат һәм огнемёт ярҙамында пикка һөжүм итә. 5000-дән ашыу француз үлтерелә, ә Франция армияһының2 офицеры һәм 259 һалдаты болгар әсирлегенә эләгә. Шунан һуң фронттың был участкаһында тынлыҡ урынлаша, ә Антанта ғәскәрҙәре сусаҡты кире ҡайтарырға маташмай.

Фронттың төрлө участкаларында кире хәл һәм насар һауа торошо Антанта командованиеһын 23 майҙа Салоники фронтында операцияларҙы туҡтатырға мәжбүр итә. Союздаштар ғәскәрендә юғалтыуҙар: 20 000 кеше үлтерелә, яралана һәм хәбәрһеҙ юғалған (11 000 француз, 6 100 британ һәм 900 серб) тәшкил иткән[66]. Антанта ғәскәрҙәренең артиллерия ҡоралы етешмәүе уышһыҙлыҡтарының бер сәбәбе була[65]. 8 майҙа француз частарының һөжүме башлана, әммә артиллерия етешмәүе һәм болгарҙарҙың контратакалары Антанта командованиеһын һөжүмде тутатырға әжбүр итә. Серб ғәскәрҙәренең Черны йылғаһы янында һөжүме лә туҡтала.

Бынан тыш, ҡайһы бер француз подразделениеларында һалдат фетнәләре йоғонтоһонда Францияла һалдат болалары тоҡана. Әммә сығыштар тиҙҙән Антанта командованиеһы тарафынан баҫтырыла.

Грецияның һуғышҡа инеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Греция короле Константин I

Антанта Греция Короллегенең үҙе яғында һуғышҡа инеүен төрлөсә тырыштыра. 1916 йылдың 2 сентябрендә Антанта илдәре Грецияғ түбәндәге талаптар менән ультиматум ҡуя:

  • грек почтаһы һәм телеграфы өҫтөнән контролде союздаштарға тапшырырға
  • Грецияны герман агенттарынан таҙартыу
  • грек порттарында йәшеренгән австрий һәм герман судноларын биреү

Ультиматумдың бөтә шарттарын да грек хөкүмәте алырға мәжбүр ителә. Шуның менән бер рәттән Салоники фронтының командованиеһы Салоникиҙа түңкәрелеш яһай һәм Грецияла Элефтериос Венизелос (ялҡынлы Антанта яғында һуғышҡа инеү яҡлы) етәкләгән ваҡытлы хөкүмәт булдыра. Шулай уҡ Афинала француздар контроле аҫтында тағы бер хөкүмәт формалаша[67].

Был саралар менән бер рәттән Антанта илдәре десант ултырта һәм грек порттарында торған Үҙәк державаларҙың судноларын тартып ала башлай. Шулай итеп, 1916 йылдан Грецияла ике хөкүмәт — законлыһы Афинала, Салоникиҙа Венизелос хөкүмәте булған. Ил граждандар һуғышы сигендә ҡала[66]. Йыл аҙағында Грецияла хәл киҫкенләшә. 1 декабрҙә Венизелос яҡлылар, инглиз-француз ғәскәрҙәре ярҙамында Афинала, власты баҫып алыу маҡсатында, ихтилалға күтәрелә. Әммә хөкүмәт ғәскәрҙәре фетнәне баҫа ала, шул уҡ ваҡытта нглиздәр һәм француздар 250-гә тиклем кеше юғалтҡан. Бынан һуң Антанта грек хөкүмәткә союздаштар дәүләт идараһының бөтә мөһим тармаҡтарын ҡулына тапшырыу тураһында грек хөкүмәтенә ультиматум бирә. Грецияның короле был шарттарҙы ҡабул итергә мәжбүр була[67].

1917 йылда Антанта илдәре Грецияны ла һуғышҡа йәлеп итергә теләй. 11 июндә өс ил Антанта иле «Бөйөк державалар» (Бөйөк Британия, Франция һәм Рәсәй) ил премьер-министры Александрос Займисҡа грек короле тәхеттән баш тартһын тигән талап тапшырҙы. Шул уҡ ваҡытта француз һәм итальян ғәскәрҙәре грек хөкүмәтенең һәм партизандар отрядтарының һәр төрлө сығыштарын туҡтатыу маҡсатында, Фессалияны, Коринф муйынын, Янина һәм Эпирҙы биләй. 1917 йылдың 12 июнендә Греция короле Константин I тәхеттән ваз кисә һәм илде ташлап китергә мәжбүр була. Константиндың икенсе улы — Александр I Греция короле була. Яңы батша Антанта яғында һуғышҡа инеү курсын алды. Антанта илдәре, Грецияла хәлде тулыһынса контролгә алғандан һуң, улар илгә ҡарата ҡоролған диңгеҙ блокадаһын ғәмәлдән сығарҙы[68].

[27 июндә] яңы батша Венизелосты «законлы» премьер-министр итеп тәғәйенләне. 29 июндә Греция Четверный союздан илселәрен сығарҙы. 1917 йылдың 2 июлендә Греция Үҙәк блоктың бөтә илдәренә лә һуғыш иғлан итә. Сентябрҙә, грек ҡораллы көстәренә мобилизациялау өсөн, Грецияға 80 француз офицеры килә. Шул рәүешле Салоники фронтында Антантаның көсө арттырыла, шулай уҡ союздаштар ғәскәренең тылы тәьмин ителә[66].

1917 йылғы кампания йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Британ ғәскәрҙәре Килкиста

1917 йылдың аҙағында Салоники фронтында союз ғәскәрҙәре командующийы генерал Морис Саррай урынына генерал Адольф Гийома тәғәйенләнә. 1917 йылғы кампания аҙағына союздаштарҙың дөйөм һаны 600 меңдән ашыу кеше булған 23 дивизияһы (һигеҙ француз, алты сербский, дүрт инглиз, өс грек, бер итальян, бер рус) була[65].

1917 йылда Салоники фронтында тынлыҡ урынлаша. Балҡандағы хәрби хәрәкәттәр һуғыштың дөйөм барышына йоғонто яһаманы. Болгар командованиеһы ҙур һөжүм операцияһын үҙ аллы үткәрә алмай, ә Германия командованиеһы донъя һуғышының Көнбайыш фронтында һәм австрий-венгрҙар Итальян фронтында (Капоретто алышы) тотҡарланып, ярҙам итә алмай. Антанта командованиеһы шулай уҡ Көнбайышта һөжүм итеү менән һәм ғәскәрҙәрҙә революция хәрәкәтенә ҡаршы көрәш менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Рәсәй Салоники фронтынан сығыу менән, бөтә рус подразделениелары ла сығарыла. Шулай итеп, бер яҡтан, Антантаның көсһөҙләнә, икенсе яҡтан, Антанта командованиеһы рус һалдаттары алып барған революцион пропагандалауҙан башҡа ғәскәрҙәрҙе күпмелер дәрәжәлә һаҡлап ҡала[69].

Серб халҡының Үҙәк держава оккупация ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәше мөһим әһәмиәткә эйә булды. Сербия биләмәһендә йыш ҡына оккупация ғәскәрҙәренә ҡаршы топлицкий ихтилалдары тоҡана. Сербияның көньяҡ райондарында баш күтәреүселәрҙең дөйөм һаны 13 000 кешегә етә. Ләкин насар ҡоралланған сербтар Үҙәк державаларҙыңң регуляр ғәскәрҙәренә ҡаршы тора алмай. Карателдәр күтәреүселәрҙе ҡаты язаға тарттырғандар[65].

1917 йылда Балҡан ярымутрауы тарихында мөһим ваҡиға була. Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыу менән, Сербия хөкүмәте көньяҡ славяндарҙы азат итеү өсөн һуғыш алып барылыуы һәм Бөйөк Сербия сиктәрендә берләштереү (ирредентизм) өсөн һуғыш алып барылыуы тураһында иғлан итә. 1915 йылдың апрелендә Лондонда Австро-Венгрия составындағы көньяҡ славян территорияларының милли хәрәкәттәре вәкилдәренән австрий власын ҡолатыуға йүнәлтелгән тырышлыҡтарҙы координациялау маҡсатында булдырылған Югославянский комитеты формалаша. 20 июлендә 1917 йылдың 20 июлендә Керкира (Корфу) утрауында Югославянский комитеты һәм Сербия хөкүмәте араһында Сербия, Черногория һәм Австро-Венгрия составында булған көньяҡ славян ерҙәрен серб король династияһы Карагеоргиевичтар идара иткән һәм тиң хоҡуҡлы өс милләтте — серб, хорват һәм словендарҙы Берҙәм бойондороҡһоҙ дәүләткә берләштерүҙе күҙ уңында тотҡан Корф декларацияһына ҡул ҡуйыла[65][70].

1918 йылғы кампания

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Скра-ди-Леген алышында ҡулға алынған болгар әсирҙәре

1918 йылдың башына Балҡан ярымутрауындағы Антанта мәнфәғәтенә яуап биргән хәрби-сәйси хәл барлыҡҡа килә. Әммә бөтә фронт буйынса 1917 йылдың икенсе яртыһынан бирле тынлыҡ дауам иткән[71].

1918 йылдың 8 мартында Антанта командованиеһы союздаштар ғәскәрҙәренең һөжүмен башлау мөмкинлеген өйрәнергә тотона. Үҙ сиратында, Көнбайыш фронтта яҙғы һөжүмгә күсеү әҙерлеге менән бәйле (1918), Германи, үҙенең бөтә ғәскәрен Салоники фронтынан сығарып, уларҙы Францияға ташлай[71]. Болгар армияһы оборонаға ғына яраҡлы була. Германия ғәскәрҙәрен башҡа фронттарҙан алып көнбайышҡа сығарыуға юл ҡуймаҫ өсөн, Франция командованиеһы Салоники фронтындағы союздаштар ғәскәрҙәре командующийы генерал Гийомаға (һуңынан уны француз генералы Луи Д 'Эспере алмаштыра), дошман көстәрен Францияға ташларға мөмкинлек бирмәй[71], Балҡанда тотҡарлау өсөн, булмағанды булдырырға тигән бойороҡ бирә[72].

Тәүҙә Грецияның Ҡораллы көстәре Фракияға, ә Сербия Ҡораллы көстәре — Вардар йылғаһы йүнәлешендә һөжүм итәсәк тигән ҡарар ҡабул ителә. Әммә июлдә Франция командованиеһы планды үҙгәртә һәм Салоники фронтында дөйөм һөжүмгә күсеүҙе тәҡдим итә. 1918 йылдың 3 авгусында план Антантаның Юғары хәрби советы тарафынан раҫлана[71].

23 июлдә яңы командующий буласаҡ һөжүмдең бурыстары тураһында директива ала. Болгар армияһының «оборона һәләтен» юҡ итеү һәм Сербия һәм Грецияның оккупацияланған территорияларының бер өлөшөн азат итеү төп маҡсат була. Тик 3 августа ғына союздаштар ғәскәре командованиеһы Балҡанда һөжүм башлау тураһында аҙаҡҡы ҡарар сығара[73].

Оҙаҡ әҙерлек буласаҡ һөжүм тураһында Болгария командованиеһы белеү мөмкинлеген бирә. Болгарҙарға хатта операция башланған көн дә билдәле була. Шуның менән бәйле, Болгария командованиеһы 1-се болгар армияһы һәм 11-се немец армияһы тылында резервтарҙы туплай. Әммә герман-болгар командованиеһының был саралары ла етерлек кимәлдә булмай[74].

Хәл иткес һөжүм алдынан Греция Ҡораллы көстәренең хәрби һәләтлеге Антанта командованиеһында борсолоу тыуҙыра. Герман ҡараштарына яҡын тәжрибәле офицерҙар 1917 йылда илдән ситкә йәки армиянан сығарылған. 1918 йыл башында Струм йүнәлешендәге локаль алыштар ваҡытында ашыҡ-бошоҡ өйрәтелгән һәм насар ҡоралланған грек ғәскәрҙәре ҙур юғалтыуҙар кисерә. Мәҫәлән, грек юғалтыуҙаның яртыһын, дөрөҫ ҡуллана белмәү арҡаһында, үҙ гранатаһынан үҙе шарлаған һалдаттар тәшкил иткән[75].

Антанта армияһы 350 саҡрым оҙонлоҡтағы фронтты биләгән. Ул үтергә ҡыйын булған тауҙа урынлашҡан Эгей диңгеҙендәге Орфано ҡултығынан Адриатик диңгеҙе ярындағы Валоны районына тиклем һуҙылған. Союздаштар ғәскәрҙәре 29 дивизиянан тора (һигеҙ француз, дүрт инглиз, алты серб[прим. 19], бер итальян, ун грек)[прим. 20])[76][прим. 21] — бөтәһе 667 000 кеше һәм 2070 орудие[77][78].

Греция премьер-министры Элефтериос Венизелос һәм Антанта ғәскәрҙәре командующийы Морис Саррай фронт һыҙығында

Салоники фронт һыҙатында Үҙәк державалар 4 армияға (11-се «герман»[прим. 22]12 болгар дивизияһы (1-се, 2-се һәм 4-се болгар армияһы) — бөтәһе 400 000 кешегә тиклем һәм 1138 орудие[77].

Доброполье янындағы участкала тынлыҡ ваҡытында болгар ғәскәрҙәре үҙ позицияларын нығыта. 2-3 окоптар линияһы, тимер сыбыҡ кәртәләр ҡуйыла. Әммә болгар командованиеһы был районды үтеү ҡыйын тип һанаған һәм союздаштар фронттың башҡа участкаларында һөжүм башлаясаҡ, тип уйлаған[79].

Май аҙағында грек ғәскәрҙәре (француз көстәре ярҙамында) сикләнгән һөҙөмт менән тамамланған Скра йылғаһы буйында алышта ҡатнаша. Күҙалланған алға китеш участкаһын (оҙонлоғо 15 км) таулы райондарҙа Доброполье бейеклегендә яңы командующий Эспере һайлай. Бынан тыш Монастир янында серб армияһы менән, артабан күршеләге инглиз һәм француз көстәре менән һөжүм планлаштырыла. Уң флангыла франк-грек ғәскәрҙәре Дзен массивы янында һөжүм итә. Һул флангыла француз, грек һәм итальян ғәскәрҙәре атакалай. Вардар районында инглиз армияһы һөжүм итә. Струма йылғаһы янында грек ғәскәрҙәре 4-се болгар армияһын тотҡарларға тейеш ине.

Союздаш армиялары августың тәүге көндәренән һөжүмгә әҙерлек алып барҙы. Сербтар ғәскәрҙәрен яңынан төркөмләй. Флорина районында француз кавалерия төркөмө туплана. Яңы юлдар төҙөлдө, ул ғәскәрҙәрҙе боеприпастар менән ваҡытында тәьмин итеүҙе яҡшыртты.

Алдағы һөжүмдә төп ролде британ һәм француз көстәре ярҙам күрһәткән серб һәм грек ғәскәрҙәре уйнай[80].

Союздаштар ғәскәрҙәренең дөйөм һөжүме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 14 сентябрендә иртәнсәк ҡеүәтле артәҙерлек башлана, әммә, ҡеүәтле утҡа ҡарамаҫтан, болгарҙарҙың инженер оборона ҡоролмаларын юҡҡа сығарылмай. Артиллерия болгар позицияларына бик күп снаряд атҡандан һуң, союздаштар ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә[80]. 15 сентябрь иртәһендә ике француз һәм бер серб дивизияһы Ветреник һәм Доброполье бейеклектәрендә 2-се һәм 3-сө болгар дивизиялары атакалай. Шул уҡ көндө кискә аяуһыҙ алыштарҙан һуң, болгар армияһы фронты 15 саҡрым участкаһында өҙөлә. Болгар ғәскәрҙәренең 3000-гә яҡыны әсирлеккә бирелә һәм 50 орудиеһы тартып алына. Бынан тыш һуғышта уңышты үҫтереү өсөн биш серб дивизия индерелә. Һуңынан болгар һәм серҙәр ғәскәрҙәре араһында бер нисә бейеклек өсөн аяуһыҙ һуғышта бейеклектең бер нисәһен сербтар яулап ала[81].

Француз-грек ғәскәрҙәре Дзен тау массивындғы болгар позицияларын тартып ала. Был башланғыс уңыштарҙан һуң, болгарҙар Вардар һәм Струма йылғалары аръяғына ташлана. Һөҙөмтәлә Вардар үҙәненә был юл союз ғәскәрҙәренә асыҡ була. 11-се немец армияһы частарына ҡаршы хәрәкәт иткән француз частары шулай уҡ уңышҡа өлгәшә. Фәҡәт Дойран күле тирәһендә генә генерал Вазов Владимир Минчев командалығындағы болгар ғәскәрҙәре (1918) генә тотороҡло оборона тота[прим. 23]. Әммә 18 сентябрҙә болгар ғәскәрҙәренең фронт өҙөгө киңлеккә 25 саҡрым һәм 15 саҡрым тәрәнлеккә етә. Был союздаш командованиға ташлап китеүсе болгар ғәскәрҙәрен авиация һәм кавалерия ярҙамында эҙәрлекләү ойошторорға мөмкинлек бирҙе. Союздаш ғәскәрҙәр Вардар һәм Струма үҙәндәренә сыға. Һөжүм барышында союздаш ғәскәрҙәрҙең авиацияһы һәм кавалерияһы әүҙем ҡатнаша[80].

Генерал Вазов, Дойран күле эргәһендә болгар армияһы оборонаһы етәксеһе

Союздаш ғәскәрҙәрҙең һөжүме дауам итә. 19 сентябрҙә серб-француз ғәскәрҙәре Черна (Црна) йылғаһын аша сыға, шунан һуң серб частары 11-се армияны Прилепҡа ырғыта. 20 сентябргә алға китеш фронт буйынса 45 километрға һәм 40 саҡрым тәрәнлеккә алға китеш киңәйтеә. Болгар армияһының мөшкөл хәлен аңлап, Германия командованиеһы, союздаштар һөжүмен Ниш районында туҡтатып булыр тигән өмөт менән, Сербияға үҙенең ғәскәрен ебәрергә ҡарар итә(< ref name = «Корсун 89»; > [21 сентябрҙә] серб-франк-грек ғәскәрҙәре Криволак ҡалаһын яулап, Вардар ҡалаһы тәҫеленә етә. Шулай итеп, 11-се армия башҡа болгар частарынан ҡырҡып алынған. Шулай итеп, 11-се армия башҡа болгар частарынан киҫелгән була.[72]. 22 сентябрҙә һөжүм фронты 150 саҡрымға етә. 23 сентябрҙә союздаштар ғәскәре командованиеһы, Скопье ҡалаһын алыу һәм һуғышҡа индерелә 11-се герман армияһы тылдары буйынса рейд ойоштороу бурысын ҡушып, һуғышҡа кавалерия төркөмөн индерә. 24 сентябргә союздаштар ғәскәрҙәре, 11-се армияны аҙаҡҡы уратып алыу маҡсатында, Вардар һәм Черны урта ағымы зонаһын үтә[82].

26 сентябрҙә серб соединениелары Велесты ала, инглиз ғәскәрҙәре, Болгарияның дәүләт сиген үтеп, территорияһына баҫып инә һәм, Софияға һөжүм итеү менән янап, Струмицаны яулай. Шул ваҡытта итальян дивизияһы Крушевоға инә. Болгар армиялары бөтә фронт һыҙығы һуҙымында сигенә. Болгар подразделениелары меңәрәгән[прим. 24]яралыны, артиллерия, йөктәрен һәм башҡа запастарын һәм мөлкәтен ҡалдыра. Болгар армияһы фронты тәрән уртаға айырыла, 11-се армияһы һәләкәтле хәлгә тарый[80]. Велес янында 26 сентябрҙә франк-серб һәм болгар ғәскәрҙәре араһында аяуһыҙ һуғыштар бара. Был 11-се герман армияһына һөжүмдән еңелерәк сығыу һәм тулы тәртиптә сигенеү мөмкинлеген бирә. Әммә, ҡалған болгар ғәскәрҙәре сигенеүҙән туҡтаны тип уйлап, 11-се армияның командованиеһы позицияларҙы һаҡлап ҡалыу ҡарарын ҡабул итә. Шулай итеп, 11-се армия командованиеһы союздаштар ғәскәрҙәренә ҡамауҙы тамамлау мөмкинлеген бирә[82].

29 сентябрҙә сербтар Штип (Иштип) ҡалаһын ала, шул уҡ көндө француз подразделениелары 11-се армияны уратып алыуын тамамлай. Сербтар Струма районына һөжүмде дауам итә, шулай уҡ сигенеүсе 2-се болгар армияһын ҡыҫырыҡлай алған. Франция һәм Италия ғәскәрҙәренең частарын болгарҙар Велике йылғаһында туҡтата. Шулай уҡ 3-сө грек пехота дивизияһы ла хәрәкәттән туҡтай[83]. Шул уҡ көндө Антанта менән Болгария араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. 11-се армия частары, тыныслыҡ килешеүе барлығын белмәйсә, 30 сентябргә тиклем һуғыша. Әммә болгар ғәскәрҙәренә хәрби хәрәкәттәр туҡтатылыуы тураһында иғлан ителгәндәән һуң, 11-се армия подразделениелары ҡорал һала. Һөжүм итеүсе ғәскәрҙәр ҡулына 500 орудие, 10 000 ат, бик күп төрлө запастар эләгә[83].

Болгарияның капитуляцияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болгар армияһында бунттар башлана, ил хөкүмәте ихтилал күтәргән подразделениеларҙы көс менән тынысландырырға тырышты, әммә 28 сентябрҙә 30 000 болгар һалдаты һуғышыуҙан баш тарта (Владай ихтилалы]. Совет Рәсәйенән Болгарияға ташланған 217-се пехота дивизияһы, артиллерия һәм пулемёт уты менән София янына килеп еткән болгар һалдаттарын туҡтата ала. Һәләкәт (катастрофа) хәлен иҫәпкә алып, Болгария хөкүмәте тыныслыҡ килешеүе төҙөй. 1918 йылдың 29 сентябрендә Болгария делегацияһы (Луков Иван Цонев, Ляпчев Андрей Тасев, Радев Симеон Трайчев, Томар Иван Цонков һәм Аспарт менән) Салоники фронтында Антанта ғәскәрҙәре командующийы Луи д’Эспере менән Салоники тыныслыҡ килешеүе төҙөй[72].

Тыныслыҡ килешеүе шарттары буйынса болгар ғәскәрҙәре тиҙ арала Сербия һәм Грецияның бөтә баҫып алынған территорияларынан китергә, Болгария ҡораллы көстәре демобилизацияланырға (күп булмаған пехота һәм кавалерия көстәренән башҡа) тейеш була. Шулай уҡ, Антанта ғәскәрҙәре Болгария территорияһында иркенләп йөрөй алған. Боеприпастар, ҡоралдар һәм башҡа матди средстволар келәткә бикләнә һәм Антанта ғәскәрҙәре контроле аҫтында тора. Скопье меридианынан көнбайыштараҡ урынлашҡан бөтә болгар һалдаттары һәм офицерҙары хәрби әсир тип иғлан ителә (90 000 меңгә яҡын кеше). Шул уҡ ваҡытта болгар әсилегендә булған Антанта әсирҙәре иреккә сығарыла[72]. Шулай уҡ Антанта ғәскәрҙәре Болгарияның бер нисә стратегик объектын оккупациялау, шулай уҡ һатып алыуға хоҡуҡ алды, шулай уҡ союздаштар Болгария почтаһы һәм почта маркалары тарихы һәм Болгария элемтәһен контролдә тотоу хоҡуғын биреүсе йәшерен ҡушымтаға ҡул ҡуйыла[84].

Балҡанда хәрби хәрәкәттәрҙең тамамланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болгарияның һуғыштан сығыуы һөҙөмтәһендә союздаштар ғәскәрҙәре Болгария территорияһын ала һәм Румыниялағы герман частарына янай. Шулай уҡ союздаштар ғәскәрҙәре Австро-Венгрия биләмәләренә баҫып инеүе лә бик мөмкин була[85].

Серб ғәскәрҙәре, үҙ иленең территорияһын азат итеүен дауам итеп, 12 октябрҙә Ниш ҡалаһын ала. 1 ноябрҙә серб подразделениелары триумфаль рәүештә Белградҡа инә[86][87].

Бынан башҡа, союздаш ғәскәрҙәр Румынияға (ике француз һәм бер инглиз дивизияһы) Румынияға ебәрелә. Француз кавалерия соединениелары Дунай йылғаһын кисә һәм Русе (Рушук) һәм Свиштов янында позиция биләй. Румыния һуғыштан сығарылғанлыҡтан, ул Үҙәк державалар менән Бухарест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя һәм оккупациялана. Ләкин Антанта ғәскәрҙәре 10 ноябрҙә территорияһына инеү менән, ул ваҡытта Яссы ҡалаһында урынлашҡан хөкүмәт мобилизация башлай һәм, Германия империяһына һуғыш иғлан итеп, яңынан Беренсе донъя һуғышына инә[85].

Союздаштар ғәскәрҙәре шулай уҡ, Истанбулға янап, һөжүмде төрөк сигенә йүнәлтә. Әммә 1918 йылдың 11 ноябрендә үҙенең бөтә союздаштары капитуляцияһынан һуң, Үҙәк державалар, шулай уҡ Германия ла Антанта илдәре менән Беренсе компьен тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Беренсе донъя һуғышы тамамлана[85].

Балҡанда Беренсе донъя һуғышының йомғаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан биләмәләрендә барған Беренсе донъя һуғышы төбәктең бөтә илдәре өсөн мөһим әһәмиәткә эйә була.

Союздаш ғәскәрҙәрҙең Балҡанда һөжүм итеүе һәм Итальян фронтында итальян армияһының һөжүме башланыуы шарттарында, Австро-Венгрия хакимдары ағзалары Беренсе донъя һуғышын дауам итеүҙең мәғәнәһеҙлеген аңлай ине. 2 октябрҙә Австро-Венгрияның Коронный (Таж) советы Вудро Вильсондың дәүләт ҡоролошо реформаһы һәм көньяҡ славяндарға автономия биреү тураһында «Вильсондың ун дүрт пункты» тигән ҡарарын ҡабул итә. Әммә барлыҡҡа килгән уңайлы шарттарҙа Антанта илдәре австро-венгр яғы менән һөйләшеүҙән баш тарта һәм бөтә яуланған территорияларҙан австрий-венгр ғәскәрҙәрен кисектергеһеҙ сығарыуҙы талап итә[88].

Ошо шарттарҙа революция һәм Австро-Венгрияның тарҡалыуы башлана. Элекке Габсбург империяһы составында автономия талаптарын тәҡдим иткән көньяҡ славян сәйәси партиялары радикалыраҡ идеялар тураһында белдерә башлай. Славян биләмәләрендә халыҡ комитеттары һәм советтары барлыҡҡа килә. 5 октябрҙә Загребта Словендар хорваттар һәм сербтар халыҡ Вечеһы барлыҡҡа килә. 16 октябрҙә Австро-Венгрия императоры Карл I Цислейтанияны федералләштереү тураһында тигән Указ сығара[89]. Әммә был ғына империяны тарҡалыуҙан һаҡлап ҡала алмай. 29 октябрҙә Загребтағы Халыҡ вечеһы Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте барлыҡҡа килеүен иғлан итә[90]. Был шарттарҙа 27 октябрҙә Австро-Венгрия Антанта илдәренә сепарат тыныслыҡ килешеүе төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. 29 октябрҙә австрийҙар теләһә ниндәй шарттар буйынса ла тыныслыҡ килешеүе төҙөүгә ризалыҡ бирә. Был ваҡиғалар Үҙәк державалар (Четверный союз) тарҡалыуға һуңғы этәргес була. 1918 йылдың 3 ноябрендә Австро-Венгрия баш һала (капитулировала)[91]

Беренсе бөтә донъя һуғышы башланыуға Албания нейтралитет иғлан итеүенә ҡарамаҫтан, 1914 йылда уҡ ил биләмәһенә грек ғәскәрҙәре баҫып инә. 1915 йыл башында Албания биләмәһенә серб һәм черногор ғәскәрҙәре инә. Албанияла Салоники фронты ойошторолғандан һуң, италия ғәскәрҙәре килеп төшә. Илдең көнсығыш райондарына болгар частары инә. 1916 йылдың көҙөндә француз һәм итальян ғәскәрҙәрен көньяҡ Албаниянан король Константин батша менән риза булған һәм германса фекер йөрөткән грек оккупация подразделениеларын ҡыҫырыҡлай. Шунан һуң итальяның дивизиялары һәм австрий-венгр ғәскәрҙәре араһындағы фронт һыҙығы (улар Черногорияны баҫтырғандан һуң, Албанияға инә) Влёра — Берат — Поградец һыҙығы буйлап үтә[92]. 1915 йылдың апрелендә Антанта һәм Италия илдәре Албания бойондороҡһоҙлоғон бөтөрөүсе йәшерен килешеү (Лондондағы килешеү, 1915) төҙөй. Был килешеү буйынса һуғыштан һуң Албанияны бүлеү планлаштырыла. Илдең үҙәк өлөшө Италияның протектораты, төньяҡ райондары Сербия һәм Черногория составына инергә, ә Греция составына көньяҡ райондар инергә тейеш була. Һуғыштан һуң Албания халҡы сит ил баҫҡынсы ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәш башлай. 1920 йылда илдең бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелә, ә 1922 йыл итальян һәм югослав ғәскәрҙәре Албания биләмәһенән китергә мәжбүр була[90][93].

1918 йылдың көҙөндә Салоники фронтында союздаштарҙың һөжүме бик мөһим стратегик һәм сәйәси эҙемтәләргә эйә була. Улар Болгарияның һуғыштан сығыуына һәм ярайһы уҡ кимәлдә Төркиәнең артабанғы капитуляцияһына булышлыҡ итә. Болгария батшаһы Фердинанд I илдән ҡаса. Болгария Үҙәк державалары илдәренән беренсе булып Антанта илдәре менән тыныслыҡ килешеүе төҙөй һәм һуғыштан сыға[94].

Шунан һуң 1919 йылдың 27 ноябрендә Антанта менән Болгария араһында Нёйия тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Уның шарттары буйынса Болгария 11 000 квадрат километр самаһы территорияһын юғалта. Югославия Короллегенә Цариброд, Струмица һ. б. ҡалалары менән дүрт сик буйы округы бирелә. Добруджа ҡабат Румыния составына инә. Көнбайыш Фракия Грецияға тапшырыла, шуның һөҙөмтәһендә Болгария Эгей диңгеҙенә сығыу юлын юғалта[95]. Болгар армияһы һаны 20 000 кешенән артмаҫҡа тейеш була. Болгария Хәрби-диңгеҙ көстәре ун карапҡа тиклем ҡыҫҡартыла. Шулай уҡ Болгария контрибуция түләргә бурыслы ине. 37 йыл дауамында Болгария союзсыларға 2,25 миллиард алтын франк түләргә тейеш ине. Бынан тыш, Болгария зыян ҡайтарыу рәүешендә, Грецияға һәм Югославияға матди, аҙыҡ-түлек һәм башҡа төрлө средство тапшырырға тейеш булған[96].

Беренсе донъя һуғышында еңелгәндән һуң, Болгарияла реваншизм идеялары тыуа, шуның арҡаһында артабан Икенсе донъя һуғышында Болгария Үҙәк илдәре (Страны Оси) яғында сығыш яһай.

Греция һуғышҡа 1917 йылда инә. Еңеүселәр лагерында булғанлыҡтан, ил байтаҡ территориаль ҡушымта ярҙам ала. Греция территорияһы хәрби хәрәкәттәрҙән зыян күрә. Греция нейтралитет иғлан итеүгә ҡарамаҫтан, 1916 йылда уҡ, грек хөкүмәте рөхсәте менән болгар ғәскәре бер нисә биләмәне алғандан бирле, Греция территорияһында хәрби хәрәкәттәр башлана. Әммә германофиллектән хәүефләнеп, грек етәкселеге араһында германса ҡараштарға борсолоп, [[Антанта] Грецияны һуғышта үҙ яғында ҡатнаштырыуға йүнәлтелгән бер нисә акция үткәрә. Шунан һуң Греция Үҙәк державаларға һуғыш иғлан итә.

Греция хөкүмәте һуғыштан һуң ил биләмәһен киңәйтергә иҫәп тота. 1918 йылдың 19 сентябренән үк Бөйөк Британиялағы грек илсеһе һуғыштан һуң Греция Македонияны, Төньяҡ Эпирҙы, Додеканесты һәм Көнсығыш Фракияны үҙенең составына индерергә иҫәп тота тип белдерә. Бынан тыш, грек етәкселеге Ғосман империяһының ҡайһы бер территорияларын да ҡушыу яҡлы була. Төркиәне һуғышта еңгәндән һуң, Оттоман империяһы халҡының күпселеге грек милләтенән торған Кесе Азия территорияларын да Греция составына индереү планлаштырыла[75].

Әммә Антанта илдәре бындай башланғыстарға һалҡын ҡарай. Өсөнсө Франция республикаһы, Ғосман империяһын бүлеү Бөйөк державалар конференцияһында тормошҡа ашырылырға тейеш, тип иҫәпләп, грек башланғыстарына ҡаршы тора. Үҙ сиратында Италия Короллеге (1861—1946), Додеканес һәм Албания арҡаһында Греция менән көсөргәнешле мөнәсәбәттә булғанлыҡтан, Францияны хуплай һәм Албания территорияларын Греция составына тапшырыуға ҡаршы сығыш яһай. Греция премьер-министры Элефтериос Венизелос 1918 йылдың 8 октябрендә союздаштарға Греция һуғышты Ғосман империяһын еңгәнгә саҡлы дауам итәсәге тураһында гарантия бирә. Шулай итеп, грек ғәскәрҙәренең Истанбулға барып инеү мөмкинлеге һәм был хәлдә грек етәкселеге Константинополгә лә дәғүә итеүе асыҡлана. Әммә 1918 йылдың 30 октябрендә Төркиә Антанта илдәре менән Мудрос тыныслыҡ килеүе төҙөй һәм һуғыштан сыға. Грецияның Ҡораллы көстәре Антанта мандаты буйынса Измир ҡалаһын биләй (1919). Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң, Көнбайыш Фракия һәм Көнсығыш Фракия (1920) Греция составына инә[75][97].

Төркиә менән һуғышта еңгәндән һуң, Севрский тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Грецияла Бөйөк Греция идеяһы танылыу ала. Был икенсе грек-төрөк һуғышына һәм Грецияның еңелеүенә килтерә. Севр килешеүе яңынан ҡарала һәм Лозанна тыныслыҡ килешеүе төҙөлә. Көнсығыш Фракия, Измир һ. б. территориялар Төркиәгә кире ҡайтарыла.

Брест тыныслыҡ килешеүе (Рәсәй һуғыштан сыға) ҡабул ителгәндән һуң, Румыния хөкүмәте Үҙәк державалар менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға ҡарар итә. Килешеү шарттары Румыния өсөн ауыр була. 7 майҙа Бухареста тыныс килешеүенә ҡул ҡуйыла[98]. Румыния еңеүселәр файҙаһына урманға һәм нефткә бай стратегик яҡтан мөһим сик өлкәләренән яҙа. Көньяҡ Добруджа Болгарияға бирелә. Төркиә менән Болгария араһында бәхәстәр предметы булған Төньяҡ Добруджала Үҙәк державалар (Четверной Союз) дәүләттәренең берлектәге идаралығы ҡуйыла. Шулай уҡ Румыния үҙенең территорияһы аша Үҙәк державаларҙың бөтә ғәскәрҙәрен үткәрергә тейеш була[98].

Әммә Добро Поле алышында болгар армияһы фронтын өҙгәндән һуң, 1918 йылдың 10 ноябрендә Румыния мобилизация иғлан итә һәм Антанта яғында яңынан һуғышҡа инә. Был Румынияға байтаҡ отош килтерә, һуғыштан һуң Румынияға Трансильвания, Буковина һәм Банат биләмәләре инә, шулай уҡ Көньяҡ Добруджа ҡабт ҡайтарыла.

Сербтар, хорваттар һәм словендар Короллеге формалашыуы

1917 йылда Корфула Сербия һәм Югославян комитеты вәкилдәре араһында Австро-Венгрияның Сербия, Черногория һәм көньяҡ славян ерҙәрен өс милләттең дә — сербтарҙың, хорваттарҙың һәм словендарҙың тигеҙ хоҡуғын тәьмин иткән бойондороҡһоҙ дәүләт — Югославияға берләштереү тураһында декларацияға ҡул ҡуйыла. Яңы короллектең башлығы итеп Карагеоргиевичтар серб династияһы батшаһы булырға тейеш була[90].

1918 йылдың октябрендә серб ғәскәрҙәре, болгар армияһы фронтын йырып, Сербия биләмәһен Үҙәк державалар ғәскәрҙәренән тулыһынса азат итә. Шуның менән бер үк ваҡытта Загребта Серб, хорваттар һәм словендар дәүләте булдырыу иғлан ителә. 1918 йылдың 24 ноябрендә Сербия составына инеү тураһында Сремдың халыҡ саборы, бер көн үтеүгә, Банат, Бачка һәм Баранья сербтары милли комитеты шундай уҡ ҡарар ҡабул итә. Был биләмәләр Воеводина менән бергә Сербия составына инә. 1918 йылдың 26 ноябрендә Серб короллеге составына Черногорияның инеүе тураһында иғлан ителә.

1918 йылдың 1 декабрендә Белградта Сербия Короллеге һәм Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләтенең берҙәм Югославия Короллегенә (Словендар, хорваттар һәм сербтар Короллеге) берләшеүе тураһында иғлан ителә[90]. «Югославянство» (көньяҡ славянлыҡ) яңы дәүләттең нигеҙе була. Берҙәм дәүләт сиктәрендә сербтар, хорваттар һәм словендар берҙәм югославский (көньяҡ славян) халҡын формалаштырырға тейеш була. Әммә был концепция башҡа милләт вәкилдәрен — боснийҙар, македондар һәм черногорҙар — халыҡ сифатында танымай. Шулай уҡ славян булмаған халыҡтар — албандар (Косово һәм Метохия), Воеводинолағы немецтар һәм венгрҙар) — кәрәкмәгән этник аҙсылыҡ хәлендә ҡала[90]. Македонияла серблаштырыу сәйәсәте үткәрелә, рәсми рәүештә македондарҙың теле серб-хорват теленең диалекты тип ҡарала һәм уны белем биреү учреждениеларында һәм власть органдарында ҡулланыу тыйыла[99]. Шуның менән бер ваҡытта серб колонистарының Македонияға һәм Косово Республикаһына күсеүе хуплана[прим. 25].

Сербтар, хорваттар һәм словендар Короллеген ойошторғанда, хорват халҡы мәнфәғәттәре сикләнә. Төп хорват сәйәси партияһының сәйәсмәндәре — Хорват крәҫтиән партияһы Югославияны федератив республика итеп ойоштороу яҡлы була, ә серб хөкүмәте илдең унитар-монархик ҡоролошло булыуын ҡарар итә[100]. Хорватия уның дәүләтселеге нигеҙен тәшкил иткән күп быуаттар буйына формалашҡан институттарынан — Хорватия парламенты (сабор), Жупания (жупанство) һәм домобранствонан — яҙа. 1919 йылда хорват сәйәсмәндәре, хорват халҡының үҙбилдәләнеше өсөн сығыш яһап, Парижда «Татыулыҡ конгресы» ойоштора, хәрәәкә хорваттарҙың 157 000 имзаһын йыя[101]. Югославияла милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе хәл иткәндә, «Хорват мәсьәләһе» көсөргәнешлек тыуҙырған.

Шулай итеп, яңы барлыҡҡа килгән короллектә әйҙәүсе ролдә идара итеүсе серб элитаһы булған. 1929 йылда КСХС рәсми рәүештә Югославия Короллеге тип үҙгәртелгән.

Черногория Короллеге, австрий-венгр ғәскәрҙәре ил территорияһын тулыһынса оккупациялағандан һуң, 1916 йылда һуғыштан сығарыла. 1916 йылдың ғинуарында австрийҙар короллектең баш ҡалаһы Цетинены яулап алғандан һуң, австрий-венгр делегацияһы һәм Черногория вәкилдәре араһында черногор армияһының капитуляцияһы тураһында һөйләшеүҙәр башлана. Австрий-венгр ғәскәрҙәре уратып алынған һәм диңгеҙгә ҡыҫырыҡланған черногор ғәскәрҙәренең ауыр хәле черногорҙар яғын австрийҙарҙың бөтә шарттарын ҡабул итергә мәжбүр итә. Әммә Франция баҫымы аҫтында батша Никола I, һөйләшеүҙәрҙе өҙөп, 19 ғинуарҙа черногор армияһын демобилизациялау тураһындағы указға ҡул ҡуя һәм Италияға ҡаса. Черногор армияһының тере ҡалған һалдаттары (3000 самаһы кеше) австрий-венгр ғәскәре тарафынан әсирлеккә алына[102].

Корфу декларацияһы буйынса Черногория Югославия Короллеге составына инергә тейеш була. 1918 йылдың 26 ноябрендә, серб ғәскәрҙәре, ил территорияһын австрий-венгр ғәскәрҙәренән азат иткәндән һуң, Черногория рәсми рәүештә Сербия составына инә. Подгорицкая купщина һәм Белаши (Сербия менән союз яҡлылар) ике Короллекте берләштереү тураһындағы идеяны күтәреп ала һәм Черногория территорияһына ингән серб ғәскәрҙәренә ярҙам күрһәтә. Әммә Зеленаштар (илдең тәхеттән ҡолатылған короле Никола I Петрович яҡлылар) тағы бер нисә йыл буйы, 1929 йылға тиклем, Черногорияның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеүҙе талап итеп, Рождественский ихтилалын дауам итә[90].

Емереклектәр һәм зыян

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡандағы һуғыштарҙан Сербия иң ҙур емереклек һәм зыян күргән. Ил тарҡалған, предприятиелар емерелгән, иҡтисад түбән төшкән. Салоники кампанияһы Черногория, Греция, Болгария һәм Албания территорияларына ла зыян килтергән.

Сербияла һуғыштың тәүге ауыр эҙемтәләре 1914 йылдың көҙөндә үк күренә. Армияға илдең бөтә эшкә һәләтле ир-егеттәре саҡырылған, һәм сәсеү эштәре туҡтап ҡалған. Шунан һуң илдә аҙыҡ-түлек дефициты башлана. Икмәккә хаҡтар ҡапыл арта, айырыуса ауыр хәл ҡалаларҙа күҙәтелә. Хәрби хәрәкәттәр барған райондарҙан килгән ҡасаҡтар хәлде насарайта. Сербия иҡтисады тулыһынса тиерлек емерелә. Сәнәғәт предприятиеларының яртыһынан ашыуы эшләмәй[103].

Беренсе донъя һуғышы Балҡандың бөтә төбәктәренә лә ҙур зыян килтерә. Мәҫәлән, Сербияның дөйөм зыяны яҡынса 6 миллиард француз франкы тәшкил итә[104].

Ҡасаҡтар һәм тыныс халыҡҡа ҡарата башҡарылған енәйәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австрия һалдаттары Топлицкий ихтилалында ҡатнашыусыларҙы атып үлтерә

Балҡандағы Беренсе бөтә донъя һуғышы иң ауыр юғалтыуҙарҙы Сербияға килтерә. Сербия һәм Черногорияны сит илдәрҙең баҫып алыуы был илдәрҙең халыҡтарына ауыр ғазапҡа әйләнде[105].

1915 йылдың көҙөндә австрий-герман һөжүм итә башлағандан бирле, 1914 йылда купанттарҙың аяуһыҙлығын иҫләп, серб армияһы менән бергә тыныс халыҡ та сигенә. Тәүҙә Белград халҡы өйҙәрен ҡалдырып китә, һуңынан уларға башҡа кешеләр ҙә ҡушыла. Тиҙҙән серб армияһы отрядтары 250 000 кешегә еткән ҡасаҡтар менән бутала. Сигенеү шарттары бик ауыр була. Кешеләр аслыҡтан, ҡара һарҡау (ҡарамыҡ, тиф) сиренән үлгән, уларҙы бомбаға тотҡандар һәм самолёттарҙан атҡандар. Австрий-герман ғәскәрҙәре шулай уҡ сигенеүсе колонналарҙы эҙәрлекләй[106].

Австрий-венгр хәрбиҙәре аҫҡан серб граждандары

Ҡала халҡы итальяндар менән австрий-венгрҙар араһында хәрби хәрәкәттәр барған райондарҙан йыйылған ҡасаҡтар иҫәбенә һиҙелерлек артҡан. Бындай шарттарҙа хаҡтарҙың ныҡ артыуы башланды, илгә сит ил валюталары тула. Австрия оккупация зонаһында халыҡ өсөн айырыуса ҡаты шарттар була. Мал һәм ауыл хужалыҡ продукцияһын тартып алыуҙан (реквизиция) тыш, австрийҙар халыҡты австрий-венгр армияһы подразделениеларына хеҙмәткә йәлеп иткәндәр. Былар барыһы ла албан халҡының ризаһыҙлығын көсәйткән һәм йыш ҡына урындағы халыҡ һәм Австрия ғәскәрҙәренең бәрелештәренә килтерә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында тиҫтәләгән мең албан үлтерелә, аслыҡтан йәки эпидемиянан вафат була[92].

Дезертирлыҡ, һалдат ихтилалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡандағы хәрби хәрәкәттәр башланыу менән Австрия армияһы сафтарында дезертирлыҡ осраҡтары йыш теркәлгән. 1914 йылғы кампания осоронда славян милләтле 35 000 хәрби хеҙмәткәр: сербтар, хорваттар, чехтар, словендар, словактар һәм башҡа халыҡ вәкилдәре австрий-венгр армияһында хеҙмәт итеүҙән ҡасҡан. Ошо һалдаттарҙың күбеһе серб армияһы яғына күсә, һәм улар һуңыраҡ Үҙәк держава ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша[107].

Ләкин иң күп һалдат ҡатнашҡан ихтилал Балҡанда һуғыш аҙағында тоҡанған. Оҙайлы һуғыштан арыған болгар һалдаттары тиҙ арала тыныслыҡ килешеүен төҙөү талабы менән ихтилалға күтәрелгән. 1918 йылдың 28 сентябренә баш күтәреүсе һалдаттарҙың һаны 30 000 кешегә етә. Фетнәселәрҙең бер өлөшө Софияға йүнәлә, был илдең баш ҡалаһында паника тыуҙыра, халыҡ ҡаушап төшә. Әммә болгар союздаштарына Германияның 217-се немец пехота дивизияһы ярҙамға килә, ихтилал туҡтатыла. Әммә был Болгарияға ярҙам итмәй. Шул уҡ көндө Балҡандағы хәрби хәрәкәттәр тамамлана[108].

Балҡандағы Беренсе донъя һуғышында иң ҙур юғалтыуҙарға Сербия дусар була. Һуғыш ҡорбандарының һаны аныҡ билдәләнмәгән, төрлө сығанаҡтар төрлө һандар килтерә. СССР демографы Борис Цезаревич Урланис баһалауҙары буйынса Сербия Короллеге армияһының 165 000 ир-егете һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һәм яраларҙан вафат булған[прим. 26]. Сербияның дөйөм юғалтыуҙары иһә — 340 000 кеше һәләк булған. Һуғыштан һуң илдә 164 000 кеше зәғиф йәки һуғыш инвалиды булып ҡалған һәм шулар араһында — етем балалар[109].

Югославия Хөкүмәте 1924 йылда черногория армияһында 13 325 кеше һәләк булыуы, хәбәрһеҙ юғалыуы, яраларҙан вафат булыуы, 2000 кеше әсирлктә үлеүе хаҡында белдерҙе.

Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, 1918 йылда барлыҡҡа килгән Сербтар, хорваттар һәм словендар Короллегендә (Словения, Хорватия һәм Славония Короллеге, Босния һәм Герцеговина, Воеводина, Сербия Короллеге һәм Македония өлкәһе, Черногория Короллеге) яҡынса 996 000 кеше һәләк булған[110].

Салоники фронтында дошман оборонаһын өҙөү хөрмәтенә «Еңеүсе» монументы. Белград

Балҡандағы Беренсе донъя һуғышына бағышланған тәүге әҫәрҙәр хәрби хәрәкәттәр башланыу менән барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 1914 йылдың 27 июлендә Люблянала баҫылған «Словенец» гәзитендә словен милләтсеһе Марко Натлачендың эрцгерцог Фердинандты Сараевола үлтергән өсөн үс алырға саҡырған «Србе на врбе!» (рус. Серба — на вербу!) шиғыры донъя күрә[111].

Һуғыш башланыу менән Джоки Богдановичтың билдәле киностудияһы (Белград) Балҡанда барған тәүге операцияларҙы төшөрә башлай, Богданович һәм Рәсәй империяһы фотографы Самсон Чернов Срем хәрби хәрәкәттәрен һәм 1914 йылдың сентябрендәге Земун яуын төшөрә. Әммә, Сербия территорияһы баҫып алынғандан һуң, киностудия үҙ эшен бөтөнләй туҡтата. Балҡандағы артабанғы хәрби хәрәкәттәр кадрҙары сит ил операторҙары тарафынан бик бәләкәй һанда төшөрөлгән[112].

Болгарияның Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуына бағышланған болгар маркаһы

Балҡан илдәрендә сюжеттары нигеҙенә Балҡанда Беренсе донъя һуғышы хронологияһы һалынған күп уйын һәм документаль фильмдар төшөрөлгән. Югославия Социалистик Федератив Республикаһында (һуңыраҡ Сербияла) Цере янындағы алыш тураһында картиналар (сер. филм «Марш на Дрину» (1964))[113], Колубаралағы алыш (сер. филм «Колубарска битка» (1990))[114], серб армияһының Албанияға сигенеүе тураһында (сер. филм «Где цвета лимун жут» (2006))[115] һ. б. ижад ителә. 2009 йылда серб режиссёры Срджан Драгоевич снял фильм «Святой Георгий убивает змия» фильмын төшөрә. Был фильм Сербия кинематографының бюджеты яҡынса 5 млн евроға тиң иң ҡыйбатлы фильмдарының береһе була. Кескәй генә серб ауылында Беренсе Балҡан һәм Беренсе донъя һуғыштары арауығында бара фильмда тасуирланған ваҡиғалар[116]. Шул уҡ йылда режиссёр Срджан Каранович Сербиялағы Беренсе донъя һуғышы ваҡиғалары тураһында «Бэса» (сер. филм «Беса») драмаһын төшөрә[117].

1915 йылда Серб армияһы сигенгәндән һәм Сербияны Үҙәк державалар баҫып алғандан һуң, «Тамо далеко» (рус. Там далеко́) тигән йыр танылыу ала. Йырҙа серб һалдаты ҡыйратылған ауылы, никахлашҡан сиркәүе һәм күп иптәштәре һәләк булған хәсрәтле сигенеү тураһында йырлай. Һуңынан был йыр Сербияла, айырыуса Беренсе донъя һуғышы осоронда илдән сығып киткән серб эмигранттары араһында бик популяр була[118].

Болгарияла Беренсе донъя һуғышын, болгар армияһы тарихи болгар (болғарҙар күп йәшәгән) территорияһы Македония өсөн һуғышҡанлыҡтан, азатлыҡ һуғышы тип баһалана. Болгар сәйәси эшмәкәрҙәренең күбеһе Македонияны Болгарияға ҡушырға теләй. Вардар Македонияһы Болгария ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынғандан һуң, 1915 йылда болгар хөкүмәте урындағы халыҡты болғарлаштырыуҙы тормошҡа ашыра башлай. Был маҡсатҡа Болгарияның әҙәби эшмәкәрҙәре йәлеп ителә.

1913 йылдан уҡ билдәле болгар шағиры Иван Минчев Вазов «Македония тураһында йырҙар» шиғырҙар йыйынтыҡтарын сығара башлай. Болгар властары был шиғырҙарҙы сербтарға ҡаршы идеологик көрәштә ҡуллана. Әммә һуңыраҡ Вазов үҙенең әҫәрҙәрен хөкөм итә[119].

  • Сербия Беренсе донъя һуғышында
  • Болгария Беренсе донъя һуғышында
  • Греция Беренсе донъя һуғышында
  • Черногория Беренсе донъя һуғышында
  • Тамо далеко
  • Корфу декларацияһы
  • Югославияны ойоштороу
  • Румыния кампанияһы (1916—1917)]]
  • Фракия
  • Добруджа
  • Беренсе донъя һуғышы Урта диңгеҙҙә
  • Бөйөк Сербия
  • Бөйөк Болгария (сәйәсәт)
  • Бөйөк идея (Греция)
  1. Восточная французская армия была образована в феврале 1915 года для действий на Галлиполи. В октябре 1915 года армия была переброшена на Балканы. Первым командующим являлся генерал Саррай. В августе 1916 года после того как Саррай был назначен командующим всеми войсками Антанты на Салоникском фронте, Восточную армию возглавляли: Виктор Кордонньер (11 августа 1916—19 октября 1916); Поль Леблойс (19 октября 1916—1 февраля 1917); Поль Гроссетти (1 февраля 1917—30 сентября 1917); Шарль Регно (30 сентября 1917—31 декабря 1917); Поль Анри с 31 декабря 1917 года.
  2. В октябре 1915 года Средиземноморские экспедиционные силы британской армии были разделены на Дарданелльскую армию и Салоникскую армию. Салоникская армия объединяла все британские войска на Салоникском фронте.
  3. В мае 1916 года на Салоникский фронт прибыла 35-я пехотная дивизия итальянской армии, которая находилась здесь до завершения боевых действий. Помимо этого в Албании действовал 16-й армейский корпус (38-я, 43-я и 44-я пехотные дивизии). Командующие 35-й дивизией: Карло Петитти ди Ротеро (17 мая 1916—6 мая 1917); Джузеппе Пеннелла (6 мая 1917—16 июня 1917); Джиованни Чиоззи (16 июня 1917—2 июля 1917); Эрнесто Момбелли с 2 июля 1917 года.
    Командующие итальянскими войсками в Албании (16-й АК): Эмилио Бертотти (20 ноября 1915—8 марта 1916); Сеттимио Пиачентини (8 марта 1916—17 июня 1916); Оресте Бандини (18 июня 1916—11 декабря 1916); Джачинто Ферреро с 11 декабря 1916 года. (Подробнее см. Итальянская армия в Албании и Итальянская армия в Македонии).
  4. В 1916 году на Салоникский фронт прибыли 2-я Особая пехотная и 4-я Особая бригады русской армии, которые активно участвовали в боевых действиях в 1916—1917 гг.
  5. В российской историографии румынскую кампанию относят к Восточному фронту Первой мировой войны, однако западные историки считают эту кампанию частью боевых действий на Балканах. Подробнее об участии Румынии в Первой мировой войне и о боевых действиях румынской кампании см. статьи Восточный фронт и Румынская кампания Первой мировой войны.
  6. В книге «История Первой мировой войны 1914—1918 гг.» (М.: Наука, 1975 / Под редакцией доктора исторических наук И. И. Ростунова) со ссылкой на работу американского военного историка Тревора Дюпюи «The military history of world war I, vol. 1—12» (New York, 1967) есть упоминание, что ещё до объявления войны, а именно 26 июля 1914 года, на Дунае был инцидент с нападением австро-венгерских боевых кораблей на сербские пароходы, захватом трёх из них и обстрелом сербского берега. Предположительно, один из нападавших кораблей сохранился по сей день (2007).
  7. Из первоначальных сил 190 тыс. переброшено в Галицию.
  8. Сербияла пехота дивизиялары номер менән билдәләнмәгән, ә комплектланған район атамаларын йөрөткән. Элекке биш дивизия: Моравский, Шумадийский, Дунайский, Тимокский һәм Дринский тип йөрөтөлгән. Балҡан һуғыштарынан һуң, яңынан ҡушылған территорияларҙа яңы биш дивизия формалашҡан: Косовский, Вардарский, Ибарский, Брегальницкаий һәм Монастырский.
  9. Русская армия имела наибольшее число заготовленных снарядов на орудие — 1300, остальные 900—1000.
  10. Слатина — село в общине Шабац.
  11. 17-й армейский корпус австро-венгерской армии, занимавший позиции у Дрение, был сформирован уже в ходе боевых действий. (См. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ)
  12. У сербской армии стоял вопрос об артиллерийских боеприпасах. В ноябре 1914 года на 100 выстрелов австрийской артиллерии сербы отвечали лишь одним выстрелом. (См. Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — 2000. — С. 135.)
  13. Переправа у Белграда вместо запланированного одного дня растянулась на три. Сербы упорно сопротивлялись и нанесли ощутимые потери австрийцам и немцам. Однако упорство германских войск и хорошее обеспечение переправы инженерными частями и артиллерией в итоге принесли австро-германцам успех. Наличие большого числа переправочных средств позволило немецкому командованию, не наводя мостов перебросить на противоположный берег достаточно крупные силы, которые несмотря на яростные контратаки сербских войск сумели удержать плацдармы.
  14. Серб армияһына шулай уҡ сигенеүсе серб подразделениеларына күберәк зыян килтереү маҡсатында Австро-Венгрия ярҙамы менән формалашҡан албан ҡораллы отрядтары менән дә бәрелешергә тура килә.
  15. Подводя итоги кампании 1915 года на Балканах, Востоке и Средиземноморье, премьер-министр Великобритании Ллойд-Джордж писал: «Дарданеллы были эвакуированы; Балканы перешли в руки Центральных держав; дорога на Дунай, на Константинополь и к Чёрному морю была окончательно закрыта; Сербия вышла из игры; Россия неудержимо близилась к разгрому; Румыния была изолирована».
  16. К этому времени на Салоникский фронт прибыла одна итальянская дивизия и русская пехотная бригада. Численность личного состава союзных войск достигла 369 тыс. человек, а боевого — 250 тыс. (См. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ)
  17. Германия Салоники фронтында ҙур операциялар менән ҡыҙыҡһынмаған. Үҙенең хәтирәләрендә Эрих фон Фалькенһайн былай тип яҙа: «Һуғыштың дөйөм барышы өсөн, дошманды Балҡан ярымутрауынан алыштың француз театрына ҡыуып сығарғансы, был алыҫ районда 200 000 алып 300 000-гә тиклем ғәскәрҙең тотҡарланыуыотошлораҡ».(См. Фалькенгайн Э. Верховное командование 1914—1916 гг. в его важнейших решениях. — Москва, 1923. — P. 234—235.).
  18. Несмотря на то, что официально Греция вступила в войну только летом 1917 года, ещё с 1916 года по распоряжению генерала Саррайя было начато формирование греческих добровольческих отрядов, воевавших на стороне Антанты.
  19. Одна сербская добровольческая дивизия (12 500 человек) состояла из бывших пленных австро-венгерской армии (сербов, хорватов и словенцев) и на британских судах была доставлена на Балканы из России, где была сформирована.
  20. Фронтта өс грек армия корпусы: «А» армия корпусы (1-се пехота дивизияһы, 2-се пехота дивизияһы һәм 13-сө пехота дивизияһы), «В» армия корпусы (3-сө пехота дивизияһы, 4-се пехота дивизияһы һәм 14-се пехота дивизияһы һәм «Милли оборона» армия корпусы (Архипелагос дивизияһы, Серес дивизияһы, Крит дивизияһы) хәрәкәт итә. Бынан тыш 9-сы пехота дивизияһы була
  21. Русская особая дивизия на Салоникском фронте в январе — феврале 1918 г. вследствие сильных революционных настроений солдат была расформирована (Ю. А. Писарев. Русские войска на Салоникском фронте. — «Исторические записки», 1967. Т. 79. С. 131—138)
  22. Армию называли германской, поскольку она была усилена германскими пехотными батальонами и немецким вооружением, однако основную часть войск этой армии все же составляли болгарские подразделения.
  23. Болгар тарихнамәһендә, союздаштар ғәскәренең болгар оборонаһын өҙөргә маташыуы болгар һалдаттары һәм офицерҙарының батырҙарса ныҡлығы менән осрашҡаны өсөн, Дойрандағы беренсе, икенсе һәм өсөнсө алыштарҙы Дойран эпопеяһы тип атайҙар. Дойран янындағы алышта болгар армияһы командующийы генерал Вазов — Болгарияның милли геройы
  24. Болгарская армия отступала в спешном порядке, соответственно большое количество складов, обозов и другого имущества доставалось наступавшим. Однако в боях за Скопье болгарам с помощью бронепоезда удалось эвакуировать значительное число имущества, взорвать склады и мосты. (См. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ)
  25. После Первой мировой войны в Македонию и Косово переселилось около 60 000 сербов, главным образом из Хорватии, Боснии и Черногории.
  26. Уларҙың 45 000-е яуҙа һәләк булған, яраларҙан үлгән, хәбәрһеҙ юғалған һәм һуңынан табылаған, 72 553 кеше (рәсми статистика буйынса) әсирлектә үлгән
  1. 1,0 1,1 1,2 Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — 2000. — С. 102—112.
  2. 2,0 2,1 2,2 Рябинин А. Малые войны первой половины XX века. Балканы. — М.: АСТ, 2003. — С. 122—130. — 5000 экз. — ISBN 5-17-019625-3
  3. Балканская война. 1912—1913 гг. — М.: Издание Товарищества издательского дела и книжной торговли Н. И. Пастухова, 1914. Глава «Война Болгаріи съ Турціей»
  4. Влахов Т. Отношения между България и централните сили по време на войните 1912—1918 г. — София, 1957.
  5. Dedijer, Vladimir. The Road to Sarajevo, Simon and Schuster, New York, 1966. р. 12 (инг.)
  6. Крсто Којовић. Црна књига. Патње Срба Босне и Херцеговине за време светског рата 1914-1918 године / Војислав Беговић. — Београд: Чигоја штампа, 1996. (серб.)
  7. 7,0 7,1 Dedijer, Vladimir. The Road to Sarajevo, Simon and Schuster, New York, 1966. р. 243 (инг.)
  8. 8,0 8,1 Dedijer, Vladimir. The Road to Sarajevo, Simon and Schuster, New York, 1966. р. 9 (инг.)
  9. Fischer, Fritz. ‘‘Germany’s Aims In the First World’’, New York: W. W. Norton, 1967 page 53 (инг.)
  10. 10,0 10,1 Albertini, Luigi. Origins of the War of 1914, Oxford University Press, London, 1953, Vol. II, pp. 27—28 (инг.)
  11. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  12. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  13. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  14. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  15. Ҡалып:Книга:Österreich-Ungarns letzter Krieg (нем.)
  16. Ҡалып:Книга:Österreich-Ungarns letzter Krieg (нем.)
  17. 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  18. Српска војска у Првом светском рату (серб.). Дата обращения: 24 декабрь 2015.
  19. Mrtav Serdar plaši Crnogorce (серб.). Дата обращения: 16 апрель 2017.
  20. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  21. 21,0 21,1 21,2 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  22. Ҡалып:Книга:Österreich-Ungarns letzter Krieg (нем.)
  23. Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  24. 24,0 24,1 Рябинин А. Малые войны первой половины XX века. Балканы. — М.: АСТ, 2003. — С. 131—147. — 5000 экз. — ISBN 5-17-019625-3.
  25. Вишняков Я. В. Сербия в начале Мировой войны:1914-1915 годы. Дата обращения: 17 ғинуар 2016.
  26. s:Страница:Австро-сербский фронт войны.pdf/26
  27. Ҡалып:Книга:Österreich-Ungarns letzter Krieg (нем.)
  28. Мозг армии, 1927
  29. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  30. Ҡалып:Книга:Österreich-Ungarns letzter Krieg (нем.)
  31. 31,0 31,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  32. Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  33. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  34. 34,0 34,1 34,2 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  35. 35,0 35,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  36. Влахов Т. Отношенията между България и централните сили по времето войните 1912—1918 гг. — София, 1957. — P. 180. (болг.)
  37. 37,0 37,1 37,2 37,3 37,4 Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  38. Русский флот в Первой мировой и его боевая эффективность. Ч. 1. 1914 год - Балтика, Черное море и Дунай. btgv.ru. Дата обращения: 15 ғинуар 2021.
  39. 39,0 39,1 Stevenson, D. 1914-1918: The History of the First World War. — Allen Lane, 2004. — P. 80. — ISBN 0713992085. (инг.)
  40. 40,0 40,1 40,2 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  41. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  42. Ҡалып:Книга:Зайончковский А. М.: Первая мировая война
  43. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  44. 44,0 44,1 «Der Weltkrieg 1914 bis 1918», Bd. 9, S. 281 (нем.)
  45. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  46. 46,0 46,1 46,2 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  47. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  48. 48,0 48,1 48,2 48,3 48,4 48,5 48,6 Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  49. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  50. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  51. 51,0 51,1 51,2 51,3 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  52. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  53. Ҡалып:Книга:Георги Марков:Голямата война (болг.)
  54. 54,0 54,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  55. 55,0 55,1 55,2 55,3 55,4 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  56. Д. Ллойд Джордж. Военные мемуары. Т. 1, 2. С. 348
  57. 57,0 57,1 57,2 57,3 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  58. 58,0 58,1 58,2 58,3 58,4 58,5 58,6 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  59. 59,0 59,1 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  60. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  61. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  62. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  63. Э. Людендорф. Мои воспоминания о войне 1914—1918 гг. Т. 1. С. 201
  64. 64,0 64,1 64,2 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  65. 65,0 65,1 65,2 65,3 65,4 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  66. 66,0 66,1 66,2 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  67. 67,0 67,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  68. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  69. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  70. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; DS төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  71. 71,0 71,1 71,2 71,3 Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  72. 72,0 72,1 72,2 72,3 Р. Турнэс. Фош и победа союзников 1918 г. С. 167—169
  73. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  74. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  75. 75,0 75,1 75,2 За Балканскими фронтами Первой мировой войны — Греция: рост территориальных претензий
  76. А. Корда. Мировая война. Операции на суше в 1918 г. Пер. с франц. М., 1924. С. 108.
  77. 77,0 77,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  78. Р. Турнэс. Фош и победа союзников 1918 г. С. 164
  79. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  80. 80,0 80,1 80,2 80,3 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  81. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  82. 82,0 82,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  83. 83,0 83,1 Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  84. За Балканскими фронтами Первой мировой войны. Капитуляция Болгарии
  85. 85,0 85,1 85,2 А. Корда. Мировая война. Операции на суше в 1918 г. С. 109, 110
  86. Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:СиЧ в ПМВ
  87. Писарев Ю. А. Роль масс в освобождении Сербии и Черногории от оккупации в 1918 г. / «Новая и новейшая история». 1965. № 3. С. 86—90
  88. Ҡалып:Книга:Писарев Ю.А.:Образование Югославского государства
  89. Рубинштейн Е. А. Крушение Австро-венгерской монархии. — Москва, 1963. — P. 335.
  90. 90,0 90,1 90,2 90,3 90,4 90,5 Писарев Ю. А. Создание югославского государства в 1918 г.: Уроки истории
  91. За Балканскими фронтами Первой мировой войны. Освобождение Сербии
  92. 92,0 92,1 За Балканскими фронтами Первой мировой войны. Албания под пятой оккупантов
  93. Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — М.: Вече, 2000. — С. Глава «Истоки албанского национализма».
  94. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  95. «Мир в Нейи». Пер. с франц. М., 1926
  96. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  97. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  98. 98,0 98,1 Ю. В. Ключников, А. Сабанин. Международная политика новейшего времени в договорах, нотах и декларациях, ч. 2, стр. 139—141; Ф. И. Нотович. Бухарестский мир 1918 г. М., 1959
  99. Friedman, V. The sociolinguistics of literary Macedonian. — International Journal of the Sociology of Language. — 1985. — P. 31—57. — ISBN 0-25334-656-8. (инг.)
  100. Župnik Juraj Tomac i vlasti Kraljevine Srba, Hrvata i Slovenaca 1919.-1923.Ҡалып:Ref-sh
  101. Hrvatska u Jugoslaviji(хорв.)
  102. Ҡалып:Книга:Корсун Н. Г.: Балканский фронт ПМВ
  103. Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — 2000. — С. 136.
  104. Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — 2000. — С. 137.
  105. Задохин А. Г., Низовский А. Ю. Пороховой погреб Европы. — 2000. — С. 1.
  106. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; шамбаров төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  107. Ревизия ценностных представлений австро-венгерских фронтовиков периода Первой мировой войны 2009 йыл 20 июль архивланған.
  108. Ҡалып:Книга:История первой мировой войны 1914—1918 гг.
  109. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Урланис төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  110. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; эрлихман төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  111. Božo Repe. «Slovene History — 20th Century» (ингл.). Department of History of the University of Ljubljana. Архивировано 4 август 2012 года. 2011 йыл 8 июнь архивланған.
  112. Dejan Kosanovic. Serbian Film and Cinematography (1896—1993) (ингл.). Растко. Дата обращения: 11 февраль 2009. Архивировано 19 февраль 2001 года. 2001 йыл 19 февраль архивланған.
  113. Марш на Дрину на Internet Movie Database
  114. Колубарска битка на Internet Movie Database
  115. Где цвета лимун жут на Internet Movie Database
  116. Sveti Georgije ubiva azdahu (инг.)
  117. Solemn Promise на Internet Movie Database
  118. Bosiljka Stevanović. «Multicultural America — Serbian Americans» (ингл.). Countries and Their Cultures.
  119. История всемирной литературы: В 8 томах / Г. П. Бердников. — М.: Наука, 1983—1994. — Т. 8. — С. 464.

Рус телендә:

Инглиз телендә:

Болгар телендә:

Немец телендә:

Серб телендә:

  • Историја српског народа. — Београд: Српска књижевна задруга, 1983.
  • Группа авторов. Први светски рат, Србија и Црна Гора. — Цетиње: Обод, 1976.
  • Крсто Којовић. Црна књига. Патње Срба Босне и Херцеговине за време светског рата 1914-1918 године / Војислав Беговић. — Београд: Чигоја штампа, 1996.

Ҡалып:Основные события Первой мировой войны Ҡалып:Театры военных действий Первой мировой войны

Ҡалып:Избранная статья