Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы
| Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы | |
| United Nations Organisation des Nations unies | |
| Флаг ООН | |
|
Государства — члены ООН
| |
| Ағзалыҡ: |
193 ағза-дәүләт |
|---|---|
| Штаб-квартира: | |
| Ойошма төрө: |
халыҡ-ара ойошма |
| Рәсми телдәр: | |
| Етәкселәр | |
| Генераль секретары | |
| ' | |
| Ойошоу | |
| БМО уставына ҡул ҡуйыу | |
| Устав ғәмәлгә инде | |
| Награды | |
| un.org/ru/ | |
- "ООН" бите бында йүнәтелә.
- "UN" бите бында йүнәтелә.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций — донъяла тыныслыҡ һәм именлекте һаҡлауҙы, дәүләттәр араһында күп яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаты итеп ҡуйған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.
Йөкмәткеһе
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған «Берләшкән Милләттәр Декларацияһы»нда телгә алына.
БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.
Структура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Генераль Ассамблея
- Генераль секретарь
- БMO-ның Именлек Советы
- Секретариат
- БМО-ның Халыҡ-ара суды
- Махсус ойошмалар
Генераль секретарь[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.
| № | Исем | Фото | Ил | Вазифаны үтәй башлау ваҡыты | Тамамлау ваҡыты |
|---|---|---|---|---|---|
| – | Глэдвин Джебб |
Бөйөк Британия (Көнбайыш Европа) |
24 октябрь 1945 йыл | 1 февраль 1946 йыл | |
| 1 | Трюгве Хальвдан Ли |
Норвегия (Көнбайыш Европа) |
2 февраль 1946 йыл | 10 ноябрь 1952 йыл | |
| 2 | Даг Хаммаршельд |
Швеция (Көнбайыш Европа) |
10 апрель 1953 йыл | 18 сентябрь 1961 йыл | |
| 3 | У Тан |
Бирма (Азия) |
30 ноябрь 1961 йыл | 1 ғинуар 1972 йыл | |
| 4 | Курт Вальдхайм |
Австрия (Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 1972 йыл | 1 ғинуар 1982 йыл | |
| 5 | Хавьер Перес де Куэльяр |
Перу (Көньяҡ Америка) |
1 ғинуар 1982 йыл | 1 ғинуар 1992 йыл | |
| 6 | Бутрос Бутрос-Гали |
Мысыр (Африка) |
1 ғинуар 1992 йыл | 1 ғинуар 1997 йыл | |
| 7 | Кофи Аннан |
Гана (Африка) |
1 ғинуар 1997 йыл | 1 ғинуар 2007 йыл | |
| 8 | Пан Ги Мун |
Көньяҡ Корея (Азия) |
1 ғинуар 2007 йыл | 1 ғинуар 2017 йыл Беренсе срогы бөтөр алдынан | |
| 9 | Антониу Гутерреш |
(Көнбайыш Европа) |
1 ғинуар 2017 йыл | Вазифаһын башҡара |
Ағза дәүләттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[4].
Телдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.
Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.
Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:
- Инглиз теле — 23 апрель
- Урыҫ теле — 6 июнь
- Испан теле — 12 октябрь
- Ҡытай теле — 20 апрель
- Ғәрәп теле — 18 декабрь
- Француз теле — 20 март
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Нью-Йорктағы штаб-фатир
Женевала урынлашҡан БМО бинаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтамалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсми сайт (инг.) (исп.) (рус.) (ҡыт.) (ғәр.) (фр.)
- Дөйөм мәғлүмәт (инг.)