Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ислам
Дәүләт  Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре
 Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ислам Викимилектә

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә ислам(ғәр. الإسلام في الإمارات العربية المتحدة‎) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре территорияһында ислам дине. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, БҒӘ халҡының (9 млн 890 мең кеше) 76 % — ы (7 млн 516 мең кеше) (бөтә донъя мосолмандарының 0,20 % — ы) — Ислам дине тарафдары (2020)[1].

Ислам — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә дәүләт дине.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БҒӘ-нең барлыҡ граждандары тиерлек — мосолмандар. Уларҙың сама менән 85 % — ы Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, 15 % — ы шиғыйҙар. Исмәғилиҙәр һәм Әхмәдиәселәр әҙселеге лә бар.

Мәлики мәҙһәбенә VIII быуатта Мәлик ибн Әнәс тарафынан нигеҙ һалынған. 1076—1253 йылдарҙа хәҙерге БҒӘ территорияһы ла кергән йәшәгән ерҙәрҙә Ғәйүниҙәр әмирлегендә ислам диненең сөнни ағымы вәкилдәре менән бер рәттән шиғыйҙар ҙа йәшәүе билдәле[2].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дубайҙағы шиғый мәсете

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә рәсми дин — ул халыҡтың 76 % — ы тотҡан ислам дине. Ил халҡының 9 % — ын христиандар, яҡынса 10 % — ын һинд дине, йәки буддасылыҡ тарафдарҙары һәм 5 % — ын башҡа диндәр вәкилдәре алып тора.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре халҡының 85 % — ы был илдең граждандары түгел. Сит ил кешеләре Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан, Яҡын Көнсығыш, Европа, Үҙәк Азия, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Төньяҡ Американан килгән.

Суд системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дубайҙың Ҙур мәсете

БҒӘ суд системаһы граждандар хоҡуғы системаһына һәм шәриғәт закондарына нигеҙләнә. Суд системаһы гражданлыҡ судтарынан һәм шәриғәт судтарынан тора. Human Rights Watch мәғлүмәттәре буйынса, БҒӘ енәйәт кодексы һәм ғаилә ҡануниәтендә шәриғәт закондарыэлементтары индерелгән[3].

БҒӘ шәриғәт судтары ҙур ғына вәкәләттәргә эйә. Никах, айырылышыу һәм балалар өҫтөнән опека кеүек мәсьәләләрҙе яйға һалыусы шәхси статус тураһында закон шәриғәт законына нигеҙләнә. Шәхси статус тураһында ҡанун мосолмандар, ҡайһы ваҡыт мосолман булмағандарға (экспатрианттарға) ҡарата ла ҡулланыла[4].

Шәриғәт суды менән бирелә торған ҡаты язаның береһе — таяҡ (сыбыҡ, ҡамсы) менән һуҡтырыу. Ул яза (80-дән алып 200 тапҡырға тиклем таяҡлау) ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһындағы хыянат, никахҡа тиклем (никахһыҙ) енси мөнәсәбәткә инеү һәм алкоголь ҡулланыу кеүек енәйәттәр өсөн бирелә. 2007 йылдан 2013 йылға тиклем БҒӘ-лә күп кенә кешеләр 100 тапҡыр таяҡ менән һуҡтырыуға хөкөм ителгән. Әбу-Дәбиҙә кеше алдында үбешеү өсөн 80 тапҡыр һуҡтырыуға хөкөм ителгәндәр бар. Әбү-Дәбиҙә һәм Ғәжмәндә бер нисә мосолман иҫерткес эсемлек ҡулланған өсөн 80 тапҡыр таяҡлауға хөкөм ителгән[5]. 2006 йылда Афғанстанда НАТО хәүефһеҙлек ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүсе Эстония солдаты Андре Карол Шәржә аэропортында иҫерек хәлдә булған өсөн 40 тапҡыр таяҡлауға хөкөм ителгән[6]. Бер нисә кеше никахһыҙ секс өсөн 60 тапҡыр таяҡ менән һуҡтырыуға хөкөм ителгән. Шәриғәт судтары йорт хеҙмәтселәрен таяҡлап яза биреүҙе рөхсәт итә. БҒӘ закондары буйынса, никахһыҙ енси мөнәсәбәткә инеү енәйәте 100 мәртәбәгә тиклем таяҡ менән һуҡтырыуға хөкөм ителә. Таш атып үлем язаһы биреү ҙә ҡаралган.

Таштар менән хәл менән атып үлтереү — рәжем — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә законлы яза. Шәриғәт суды таш бәреп үлтереү аша үлем язаһына хөкөм итә ала. 2006 йылдың 10 июнендә зина ҡылған өсөн бер сит ил кешеһе үлем язаһына хөкөм ителгән[7][8].

БҒӘ-лә диндән баш тартҡан өсөн (апостасия) шулай уҡ үлем язаһы бирелә[9].

БҒӘ-лә гомосексуализм ауыр енәйәт һанала һәм закон менән тыйылған.Әбү-Дәби Енәйәт кодексы 14 йылға тиклем, Дубай Енәйәт кодексы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙҙә тота[10].

Ауыр енәйәт өсөн яза булараҡ ампутация (инг.)баш. ҡулланылырға мөмкин. Өс маҡсат күҙҙә тотола — әлеге кеше тарафынан яңы енәйәт ҡылыуға юл ҡуймау, уны икенсе кешенән айырыу һәм потенциаль енәйәтселәргә ҡарата тәрбиә сараһы булараҡ ампутацияның әһәмиәтен күрһәтеү. Шәриғәт тарафынан урлашҡан өсөн ҡулды ҡырҡыу күҙҙә тотола.

Рамаҙан айы дауамында эш урыны ваҡытында халыҡ алдында ашарға, эсергә йәки тәмәке тартырға ярамай. Закон мосолмандарға ла, мосолман булмағандарға ла ҡағыла, был талапты үтәмәү ҡулға алыуға килтерергә мөмкин[11].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Muslim Population By Country 2020 (инг.)
  2. Hussain Mohammed Hussain (5 February 2009). مسجد الخميس «الثالث»: وصفه والهدف من بنائه. Al-Wasat (Bahraini newspaper) ( (ғәр.)). Retrieved 21 January 2013
  3. Jeffrey T. Bergner. Country Reports on Human Rights Practices for 2008: Vols. I and II: Joint Committee Print, U. S. House of Representatives and U. S. Senate. — DIANE Publishing, 2008-08. — 1117 с. — ISBN 9781437905229 (инг.)
  4. Sheetal Parmar. Britons 'liable to Sharia divorces' in UAE. BBC, 5.08.2014 (инг.)
  5. Man appeals 80 lashes for drinking alcohol in Abu Dhabi. thenational.ae, 9.06.2012 (инг.)
  6. Bassma Al Jandaly. Estonian soldier to be lashed. gulfnews.com, 16.04.2006 (инг.)
  7. Woman denies affair after hearing she faces stoning. thenational.ae, 29.07.2009 (инг.)
  8. UAE: Death by stoning/ flogging. amnesty.org, 12.06.2006 (инг.)
  9. Robert Evans. Atheists face death in 13 countries, global discrimination: study. reuters.com, 10.12.2013 (инг.)
  10. United Arab Emirates. Facts as drug trafficking, homosexual behaviour, and apostasy are liable to capital punishment (инг.)
  11. Britons warned to respect Ramadan while holidaying in Dubai (инг.)