Эстәлеккә күсергә

Беспалова Раиса Макаровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беспалова Раиса Макаровна
рус. Раиса Макаровна Беспалова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Курилово[d], Саранский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 декабрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, Рәсәй
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың халыҡ артисы «Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
 Беспалова Раиса Макаровна Викимилектә

Раиса Макаровна Беспалова (ире буйынса Еремеева; 21 ғинуар 1925, Курил ауылы — 18 декабрь 1993, Саранск ҡалаһы) — совет опера йырсыһы (меццо-сопрано), педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1970).

Раиса Макаровна Беспалова (Еремеева) 1925 йылдың 21 ғинуарында Саранск өйәҙенең Курил ауылында (хәҙерге Ромодановский районы, Мордовия) крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Милләте буйынса эрзә. Драма түңәрәге эшендә ҡатнаша.

1944—1949 йылдарҙа Л. В. Собинов исемендәге Һарытау дәүләт консерваторияһы янындағы Мордва милли опера студияһында уҡый, һуңынан 1952 йылға тиклем Һарытау консерваторияһында уҡый.

1952 йылдың авгусынан «Умарина» мордва йыр һәм бейеү ансамбле солисы була. 1959 йылдан Мордва АССР-ының Дәүләт музыкаль-драма театры (1969 йылдан Музыкаль комедия театры, хәҙер И. М. Яушев исемендәге музыкаль театр) солисы. Әммә 1973 йылда театрҙан китергә мәжбүр була.

1973—1989 йылдарҙа Л. П. Кирюков исемендәге Саранск музыка училищеһында педагог булып эшләй.

Саранск ҡала советы (1957 йыл) һәм СССР Юғары Советының Милләттәр Советы (1962 йыл) депутаты итеп һайлана.

1993 йылдың 18 декабрендә Саранск ҡалаһында вафат була.

Писчасов Д. И. (19151984). МАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Д. И. Еремеев портреты. Киндер, май. 84х61, 5.1954
  • Атаһы — Макар Фомич Беспалов, эрзә, балалайкала уйнай, йырларға ярата.
  • Әсәһе Крестиния Силантьевна Хлопотова.
  • Ире — йырсы (тенор) Дмитрий Иванович Еремеев (1927—2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы[1], Мордва АССР-ының халыҡ артисы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Операларҙа ариялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Пиковая дама», П. Чайковский — Полина
  • «Кармен», Ж. Бизе — Кармен
  • «Чио-Чио-сан», Дж. Пуччини — Сузуки
  • «Литова», Л. П. Кирюков — Литова и Варда
  • «Сильва», И. Кальман — Сильва
  • «Марица», И. Кальман — Марица
  • «Лакме», Л. Делиб — Мәликә
  • «Евгений Онегин», П. Чайковский — Ольга
  • «Весёлая вдова», ф. Легар — Ганна
  • «Нормальня», Л. Кирюков — Важяй
  • «Цыганский барон», И. Штраус — Чипра
  • «Севастопольский вальс», К. Листов — Нина
  • «Вольный ветер», И. Дунаевский — Клементина
  • «Русалка», А. Даргомыжский — Княгиня
  • «В бурю», Т. Хренников — Аксинья
  • «Невеста грома», К. Акимов һәм Ф. Атянин — Царица Туча
  • Беспалова Р. М. Творчество жизни // Театральная жизнь. — 1966. — № 7. — С. 5.