Эстәлеккә күсергә

Беҙҙең, тереләр, өсөн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беҙҙең, тереләр, өсөн
ингл. For Us, The Living
Жанр

фәнни фантастика

Автор

Роберт Хайнлайн

Төп нөхсә теле

инглиз теле

Ижат ителгән ваҡыты

1938 йыл

Тәүге тапғып нәшер ителгән

ноябрь 2003 йыл[1]

Нәшриәт

Charles Scribner's Sons

«Беҙҙең, тереләр, өсөн: Ғөрөф-ғәҙәттәр комедияһы» (ингл. For Us, the Living: A Comedy of Customs) — Америка яҙыусыһы Роберт А. Хайнлайндың фәнни-фантастик романы. Ул 1938 йылда яҙылған һәм тәүге тапҡыр 2003 йылда баҫылып сыҡҡан.[2] Хайнлайндың ижадын хөрмәт итеүсе һәм фәнни-фантаст яҙыусы Спайдер Робинсон үҙенең инеш мәҡәләһен «RAH DNA» тип атаған, сөнки ул был тәүге, баҫылмаған роман яҙыусының артабанғы әҫәрҙәренең нигеҙен (ДНК-һын) тәшкил иткән тип иҫәпләй. Романдың ҡулъяҙмаһы биографик яҙыусы Роберт Джеймс уның тураһындағы иҫкәрмәләрҙең эҙенә төшкәнсегә тиклем юғалған тип иҫәпләнгән. Уның эҙләнеүҙәре ҡулъяҙманың гаражда ҡалдырылған ҡумта эсенән яңынан табылыуына килтерә. Күренеүенсә, Хайнлайн уны үҙенең элекке биографы Леон Стоверға ебәргән булған.[3]

Ҡыҫҡаса тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылғы ғәҙәти инженер һәм хәрби-диңгеҙ лётчигы Перри Нельсон автомобилендә барғанда, тәгәрмәсе шартлай ҙа, ул ҡаянан осоп төшә һәм 2086 йылда уянып китә. Күрәһең, ул йәй көнө һәләк булһа ла, кинәт бик һыуыҡ ҡар араһында пәйҙә була. Ул саҡ туңып үлмәй, һәм уны Диана исемле тире кейемле ҡатын ҡотҡарып ҡала. Уның быуат ярымдан һуң нисек һәләк булыуының һәм яңынан терелеүенең теүәл шарттары бер ҡасан да аңлатылмай. 21-се быуат аҙағы кешеләре сәйер битарафлыҡ күрһәтә: улар Нельсондың нисек килеп сығыуы менән бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһынмай. Киреһенсә, уның пәйҙә булыуын ғәҙәти хәл итеп ҡабул итәләр ҙә, шунда уҡ уға үҙ донъяларының ижтимағи-сәйәси ҡоролошон аңлатырға тотоналар.

Был китап романға ҡарағанда күберәк лекциялар серияһын хәтерләтә.[4] Күптәр уның Г. Уэллстың «Киләсәк ҡиәфәте» әҫәренә оҡшашлығын билдәләй, унда йоҡоға талған герой псевдо-утопияла уяна. Диана персонажының тарихы авторҙың бер нисә битлек иҫкәрмәһендә аңлатыла. Киләсәк йәмғиәтендә Социаль кредит системаһының бер төрө бар. Уның сиктәрендә хөкүмәткә ҡараған үҙәк банк, артыҡ етештереүҙе булдырмау маҡсатында, аҡса массаһын тулыһынса контролдә тота. Шул уҡ ваҡытта, ҡалған шәхси банктарға үҙҙәрендә фактик рәүештә булмаған һәм инвестиция хәүефе өсөн махсус тәғәйенләнмәгән аҡсаны бурысҡa биреү тыйыла.

Китапта баш геройҙың автомобиль һәләкәтендә үлгәндән һуң быуат ярым үткәс, тормоштан арыған һәм үҙ-үҙенә ҡул һалырға ҡарар иткән киләсәк кешеһенең тәнендә нисек уянып китеүе һәм ҡар өҫтөндә гиҙеп йөрөүе аныҡ итеп аңлатылмай. Шуныһы телгә алына: һәләкәткә осрап үлер алдынан уның һуңғы күргән нәмәһе — киләсәктә осратҡан Диананыҡы кеүек үк йөҙлө, йәшел һыу инеү костюмындағы ҡыҙ була. Асыҡланыуынса, уның да исеме Диана булған, һәм Перриҙың имгәнгән кәүҙәһен табып, һәләкәт тураһында хәбәр итеү кеүек күңелһеҙ бурыс тап уға йөкмәтелгән. Был асыҡтан-асыҡ һуңғы Диананың элеккеһенең аватары йәки реинкарнацияһы булыуына ишара яһай, ләкин был туранан-тура әйтелмәй. Күҙәтеүсе Нэнси Грин билдәләүенсә, китаптың был яғы Хайнлайндың артабан камиллаштырырға ниәтләгән, ләкин ҡулы етмәгән ҡаралама проекты тәьҫирен ҡалдыра.[5]

Хайнлайндың башҡа әҫәрҙәре менән бәйләнештәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайнлайн ижадының был иртә осоронда уҡ фанатик һәм диктатор дини лидер Неемия Скаддер образы барлыҡҡa килә. Әммә Хайнлайндың һуңғыраҡ «Киләсәк тарихында» Скаддер Президент итеп һайланыуға ирешә һәм 21-се быуаттың күпселек өлөшөндә АҠШ-та хакимлыҡ иткән теократик диктатура урынлаштыра. Киреһенсә, «Беҙҙең, тереләр, өсөн» романында Скаддер Миссисипи үҙәне өҫтөнән бер нисә йылға де-факто хакимлыҡ урынлаштыра һәм илдең ҡалған өлөшөнөң күпселеген Ку-клукс-клан стилендәге бандиттар ярҙамында террорҙа тота, ләкин һуңғы мәлдә уны либертариандарҙың ҡаршы мобилизацияһы туҡтата, һәм һайлаусыларҙы күпләп ҡурҡытыуға ҡарамаҫтан, ул Теннесси менән Алабама штаттарында ғына еңеп сыға. Ысынында, китапта 2086 йылда сәскә атыу осоронда күрһәтелгән яңы режим Скаддерҙың бөтә Америка йәмғиәтенә пуритан әхлаҡ ҡағиҙәләрен көсләп тағырға маташыуына туранан-тура яуап (реакция) булараҡ барлыҡҡа килә — мәҫәлән, яланғаслыҡҡа ҡарата тыйыуҙың (табуның) тулыһынса бөтөрөлөүе, һәм был китап сюжетының мөһим аспекты булып тора. Йәмәғәт урындарында яланғаслыҡҡа ҡарата тыйыуҙы бөтөрөү Хайнлайндың «Ҡурсаҡ хужалары» романында төп мәсьәлә булараҡ яңынан ҡалҡып сыға — әммә был хәҙерге китаптағынан тамырынан айырылып торған шарттарҙа була.

«Беҙҙең, тереләр, өсөн» романы менән Хайнлайндың һуңғыраҡ «Киләсәк тарихы»ның ваҡыт һыҙыҡтары араһындағы төп айырма — йыһанды үҙләштереүҙең башланыу ваҡытында. «Киләсәк тарихында» Хайнлайн, 20-се быуат аҙағына тиклем үк кешелектең бөтә Ҡояш системаһын киң күләмле үҙләштереүе һәм колониялаштырыуы булыр, тип фаразлаған; шундай уҡ фараз «Киләсәк тарихы» сиктәренә һыймаған башҡа әҫәрҙәрҙә лә яһалған. Әммә үҙенең ошо иртәрәк китабында Хайнлайн күпкә һағыраҡ булған, тәүге Ай тирәләй осошто (әле ергә төшөп ултырыу түгел) 2089 йылға ғына ҡуйған. Уорд Карсон былай тип яҙған: «„Беҙҙең, тереләр, өсөн“ романында йыһанды колониялаштырыу Егерме беренсе быуат аҙағында ғына башлана һәм Скаддер еңелә; ә „Киләсәк тарихында“ ул бер быуатҡа иртәрәк була һәм Скаддер АҠШ-ты үҙ ҡулына ала». Хайнлайн был хаҡта аныҡ бер нәмә лә әйтмәгән, ләкин сәбәп-эҙемтә бәйләнешен табырға мөмкин: «Киләсәк тарихында» ҡыйыу индивидуалист американдар Егерменсе быуат аҙағында йыһанға күсеп киткән, һәм Американың фанатик ҡулына эләгеүен туҡтатыу өсөн унда булмағандар».[6]

Төшөнсәләр һәм темалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыу осоронда яҡын киләсәктә Европала яңы һуғыш башланырын күптәр көткән, һәм Хайнлайн был фаразға эйәргән. Әммә китаптың ваҡыт һыҙығында АҠШ һуғыштан ситтә ҡала, һәм һуғыш Германияның хәрби еңелеүе арҡаһында түгел, ә иҡтисади емерелеүе сәбәпле тамамлана (был сценарий дүрт йыл элек яҙылған Г. Уэллстың «Киләсәк ҡиәфәте» әҫәрендәгегә оҡшаш). Хайнлайн, Адольф Гитлерҙың баҫып алыу пландары емерелгәс, ахыр сиктә үҙ-үҙенә ҡул һаласағын дөрөҫ фаразлаған. Китапта һүрәтләнгән ваҡыт һыҙығында АҠШ менән Япония араһында һуғыш булмай. Әммә һуңғыраҡ булған бер һуғыш контексында Латин Америкаһы авиаташыусыларының Нью-Йорк ҡалаһына ҡот осҡос көтөлмәгән һөжүм яһауы һүрәтләнә, был, китап яҙылғандан һуң өс йыл үткәс, япондарҙың Пёрл-Харборҙа ҡулланған ысулдарына бер аҙ оҡшаш. Элекке хәрби-диңгеҙ офицеры булған Хайнлайн авиаташыусыларҙың барлыҡҡа килеүенең стратегик эҙемтәләрен һәм уларҙың диңгеҙ һуғышына килтерәсәк революцияһын яҡшы аңлаған. Яңыраҡ тәхеттән баш тартҡан Бөйөк Британия короле Эдуард VIII бик ыңғай яҡтан күрһәтелгән. Яҙыу осоронда уның «һөйөү хаҡына тәхетенән баш тартҡан Король» тигән романтик образы нацистар яҡлы бәйләнештәр менән әле бысранмаған булған. Хайнлайндың фаразындағы киләсәктә Эдуард һуғыш башланғас Англияға ҡайта һәм һуғыш ваҡытындағы хеҙмәте менән айырылып тора. Һуғыштан һуң Европа Федерацияһы ойошторола, һәм Эдуард Европаның Конституцион Императоры итеп ҡуйыла — был бурысты ул ҙур уңыш менән үтәй. Әммә ул 1970 йылда (ысын тарихтағынан ике йылға иртәрәк) вариҫтар ҡалдырмай вафат була, һәм шунан һуң Европа ҡырҡ йыллыҡ емергес һуғыштарҙа тамам хәлһеҙләнә һәм халҡының күпселек өлөшөн юғалта.

Көтөлгәнсә, дини фанаттың теократия урынлаштырырға көс ҡулланып маташыуына ҡаршы торған донъяуи оппозициянан туранан-тура барлыҡҡа килгәнлектән, китапта һүрәтләнгән режимдың аныҡ секуляристик йүнәлеше бар. Бөтә ойошҡан дини төркөмдәр «секталар» тип билдәләнә, шул иҫәптән яҙыу осоронда (һәм хәҙер ҙә) «Сиркәүҙәр» тип иҫәпләнгәндәре лә. «Кешенең көслө ғазап кисереүен асыҡтан-асыҡ һүрәтләү» (йәғни тәрегә ҡаҙаҡланған Ғайса һүрәте) йәки «боронғо вәхши ҡәбиләләрҙең ҡырағай агрессив тәртибе» (йәғни Иврит Библияһында/Иҫке Ғәһедтә һүрәтләнгән боронғо йәһүдтәр) кеүек дини темалар ҡәтғи хупланмай. Дини белем биреү асыҡтан-асыҡ тыйылмаһа ла, бөтә йәштәр, ғәҙәттә, «үҫеш үҙәгендә» (интернат-мәктәп төрө) кәмендә ике йыл уҡый, унда белем биреү тулыһынса донъяуи. Балаларына бындай тәжрибә алырға рөхсәт итеүҙән баш тартҡан ата-әсәләр өсөн бер вариант бар — Ковентриға китеү, унда улар теләгәнсә йәшәй ала. Ҡайһы бер «секталар» тап шулай эшләгән дә, һуңғы ағзаһына тиклем. Был йәһәттән, Хайнлайндың киләсәк тураһындағы күҙаллауын Уэллстың «Киләсәк ҡиәфәте» әҫәрендәге концепцияның йомшартылған версияһы тип иҫәпләргә мөмкин, сөнки унда тәүәккәл реформаторҙар, белем биреү өҫтөнән тулы монополия алыу маҡсатында, бөтә ойошҡан динде тулыһынса баҫтыра.

Президент Рузвельт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китап — 1938 йылғы аралаш һайлауҙарҙа Демократтарҙың ауыр еңелеүенән һуң яҙылған — 1938–39 йылдарға Франклин Д. Рузвельттың «Яңы курсы» ("New Deal") уның оппоненттарының даими һөжүмдәре арҡаһында уңышһыҙлыҡҡа осраған тип фаразлай. Шулай уҡ ул 1940 йылғы һайлауҙарҙа Рузвельттың һайлана алмаясағын, уның емерелеүе Демократик партияны ла һәләкәткә килтерәсәген, һәм Уңға табан киҫкен тайпылыш 1940-сы йылдар аҙағында алыҫ уң диктатура менән тамамланасағын фаразлай. Әммә был диктатура ҡыҫҡа ғүмерле булып сығасаҡ, һәм унан һуң маятник кире Һулға табан киҫкен тирбәләсәк. Хайнлайн Фиорелло Г. Ла Гуардиаға — яҙыу осоронда Нью-Йорктың реформатор мэры һәм, номиналь рәүештә Республикасы булыуына ҡарамаҫтан, Рузвельттың асыҡтан-асыҡ яҡлаусыһы булған кешегә — ФДР-ҙың эшен дауам итеүсе ролен бирә. Ул 1950-се йылдарҙа банк системаһы менән туранан-тура бәрелешкә ингән, банктарҙы ғәмәлдә миллиләштергән һәм Социаль кредит системаһын индергән һуғышсан реформатор Президент буласаҡ. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң, АҠШ Конституцияһын ҡайтанан ҡараған һәм 2086 йылда күрһәтелгән яңы режимды урынлаштырған алты хөрмәтле реформатор араһында Джон Делано Рузвельт телгә алына.

Иҡтисади бойондороҡһоҙлоҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Беҙҙең, тереләр, өсөн» романының бер нисә урынында Хайнлайн кешеләрҙең эшкә урынлашыу-урынлашмауҙы һайлау мөмкинлеге булған мөхитте тасуирлай. Уңайы сыҡҡанда, ғәҙәттә күп аҡса килтермәгән сәнғәт йәки башҡа карьераларҙы һайлаған күп һанлы кешеләр телгә алына. Китапта шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә түләнгән ҡыҫҡа эш сәғәттәре һәм юғары эш хаҡы билдәләнә. Китап был һығылмалы эш мөхитен АҠШ ҡабул иткән социаль кредит системаһы («Дивиденд») менән аңлата. Был система иҡтисадҡа артыҡ етештереү проблемаларын хәл итерлек яңы капитал индерә, шул уҡ ваҡытта йәмғиәттең бөтә ағзаларына ла гарантиялы минималь килем тәьмин итә. «Беҙҙең, тереләр, өсөн» романында шулай уҡ әҙәбиәттә өйҙән эшләүҙең (хоумсорсингтың) иртә миҫалы һүрәтләнә. Бөтә илгә танылған бейеүсе Диана персонажы үҙ йортонан тороп тамашасыларға сығыш яһай, ә трансляциялаусы компания уның сигналына декорациялар өҫтәп, уның бейеүен шул фондарҙа күрһәтә. Был хоумсорсинг механизмы техник яҡтан ентекле тасуирланмай, әммә ул хәҙерге хромакей технологияһына оҡшаш берәй нәмә менән берләштерелгән юғары сифатлы видеосигналға оҡшаған. Шулай ҙа, китаптағы иң ҙур иҡтисади йоғонто — ул Хайнлайн бик ентекләп аңлатырға тырышҡан Социаль кредит системаһы: һалымдар урынына хөкүмәтте финанслауҙың альтернатив формаһы булған Мираҫ чегы системаһы. Мираҫ чегы системаһы — ул бер аҙ үҙгәртелгән Социаль кредит системаһы.[7][8] Уның үҙгәртелеүе Хайнлайндың либертариан ҡараштарын һәм ҡулланыу менән етештереү араһындағы мөнәсәбәттең финанс системаларына нисек йоғонто яһауы тураһындағы уның интерпретацияһын сағылдыра.[9][10]

Был системаны социалистик идеяға либертарианса ҡараш тип атарға мөмкин: ул кешеләргә аҙыраҡ талаптар ҡуйған, әммә шул уҡ ваҡытта дөйөм именлекте күберәк тәьмин иткән һалым системаһына альтернатива булдыра.[11] Был ғәжәпләнерлек түгел, сөнки үҙен либертариан тип атаған Хайнлайн үҙе лә 1930-сы йылдарҙа Канадала барлыҡҡa килгән Социаль кредит планы менән мауыҡҡан.[12] Был ролдә хөкүмәт иҡтисадтың бер өлөшө булыуҙан бигерәк, уға булышлыҡ итеүсегә әүерелә.

«Беҙҙең, тереләр, өсөн» романындағы Мираҫ системаһын дүрт төп ғәмәл менән ҡыҫҡаса тасуирларға мөмкин: Өлөшләтә резервлау банк системаһын мотлаҡ туҡтатыу. Банктар биргән һәр кредит өсөн 100% резерв тоторға тейеш. Яңы аҡсаны хөкүмәт кенә баҫтыра, һәм уны ла өлөшләтә резервлау системаһы булмаған шарттарҙа барлыҡҡа киләсәк тәбиғи дефляцияға ҡаршы торорлоҡ күләмдә генә. Хөкүмәт был аҡсаны (һәм тик ошо аҡсаны ғына) үҙенең кәрәкле бурыстарын үтәүгә тотона. Артыҡ ҡалған өлөшө, артыҡ етештерелгән продукцияны һата алмауҙан килгән зыянды ҡаплау маҡсатында, граждандар һәм артыҡ етештергән предприятиелар араһында тигеҙ итеп бүленә (хөкүмәт артыҡ продукцияны үҙе һатып ала, ә граждандар һуңынан уны шул уҡ хаҡҡа һатып алырға мөмкин). Хөкүмәт һатып алған тауарҙар һуңынан хөкүмәт тарафынан һатыла (йәки үҙе тарафынан ҡулланыла), һәм ғәҙәти дәүләт хеҙмәттәре (мәҫәлән, почта) һатыла. Был тауарҙар һәм хеҙмәттәр, алтын стандартын тәьмин итеү өсөн алтындың ҡулланылыуына оҡшаш рәүештә, валюта өсөн стандарт тәьминәт булып тора.[13]

Теория буйынса, хөкүмәтте финанслауға бындай ҡараш иҡтисадты тотороҡландырырға тейеш һәм, Хайнлайн раҫлауынса, ғәҙәти иҡтисади системаларға хас булған етештереү һәм ҡулланыу проблемаһын хәл итә:

Етештереү циклы үҙенең ҡулланыу циклы өсөн теүәл шул күләмдә һатып алыу һәләтен булдыра. Әгәр был потенциаль һатып алыу һәләтенең берәй өлөшө ҡулланыуға тотонолмай, ә яңы етештереүгә инвестицияланһа, ул, яңы һатып алыу һәләте булып яңынан барлыҡҡа килгәнгә тиклем, яңы етештереү продукттарында сығымдар булараҡ сағыла. Шуға күрә ул алдағы циклда һатып алыу һәләтенең саф юғалтыуына килтерә. Шулай итеп, илгә шул уҡ күләмдә яңы аҡса талап ителә.[14]

Иҡтисадты тотороҡландырыуҙан тыш, теория буйынса, был системаның тағы бер өҫтөнлөгө бар: унда Федераль һалымдар Дәүләт функцияларын үтәү өсөн кәрәк булмаясаҡ, ә тик көйләү саралары өсөн генә талап ителәсәк[15] (мәҫәлән, экологик стандарттарҙы үтәүҙе тәьмин итеү, корпорацияларға дәүләт талаптарын үтәмәгән өсөн һалым һалыу, билдәле бер урындарҙан тауар һатып алыуҙы сикләү маҡсатында ғына булған тарифтар, байлыҡты яңынан бүлеү һ.б.).

Система шулай уҡ хөкүмәт сығымдары менән һалым йыйыуҙың бер-береһенә бәйле булмауын ғына түгел, ә уларҙың (бигерәк тә мираҫ чегы системаһында) бер-береһенән тулыһынса айырым да ғәмәлгә ашырыла алыуын билдәләй. Баҙарға йоғонтоһо йәһәтенән, һалым йыйыу — дефляцияға, ә хөкүмәт сығымдары инфляцияға килтерә. Ул шуны билдәләй: һөҙөмтәлә аҡсаның ҡиммәтен тулыһынса контролдә тоторға һәм валютаны теләгән кимәлдә тотороҡло итергә мөмкин.[16]

Ижтимағи һәм хөкүмәт ҡоролошо

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Беҙҙең, тереләр, өсөн» романында шулай уҡ Перри 1939 йылда ҡалдырған йәмғиәттең Хөкүмәттең бер нисә акты арҡаһында нисек үҙгәреш кисереүе сағыу итеп һүрәтләнә. Шуларҙың араһында «Һуғыш өсөн тауыш биреү акты» айырыуса иғтибарға лайыҡ. Был законға ярашлы, әгәр Ҡушма Штаттар башҡa берәй ил менән ҡораллы низағҡа инергә теләһә, дөйөм милли референдум үткәрелергә тейеш булған. Һуғыш өсөн тауыш биреүҙә хәрби хеҙмәткә яраҡлы, әммә әлеге ваҡытта армияла булмаған граждандар ғына ҡатнаша ала. Әгәр закон ҡабул ителеп, ил һуғышҡа инһә, беренсе сиратта һуғыш өсөн тауыш биргәндәр армияға саҡырылған; икенсе сиратта — тауыш бирмәгәндәр; ә «Юҡ» тип тауыш биргәндәр — өсөнсө сиратта. Хайнлайн билдәләүенсә, «Һуғыш өсөн тауыш биреү акты» тарихында был процесс өс тапҡыр ҡулланылған, һәм өс осраҡта ла бөтә граждандар низағтың ни тиклем нигеҙле булыуы тураһында ҡыҙыу бәхәстәргә ингән. Ул билдәләүенсә, өс осраҡта ла һуғыш башларға тигән ҡарарҙар кире ҡағылған. Күсеү осоро тамамланғандан һуң йәмғиәттең социаль нормалары тулыһынса үҙгәрә. Иң киң таралған үҙгәрештәрҙең береһе — «йәмәғәт даирәһе» һәм «шәхси даирә» араһындағы айырма. Йәмғиәт, дөйөм алғанда, шәхси даирәгә ҡараған ваҡиғаларҙа — мәҫәлән, яҡынлыҡта, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә һәм хатта эшлекле йәки дәүләт кимәлендәге килешеүҙәрҙә шәхестең кемлегенә ҡағылышлы осраҡтарҙа — шәхси тормошҡа ҡыҫылмауҙы хөрмәт итә. Йәмғиәттә мәғлүмәт бик күп булғанлыҡтан, был, йәмғиәтте мәғлүмәткә сиктән тыш табыныуҙан (информация фетишизмынан) алыҫлаштырып, кешеләр бер-береһенең шәхси тормошон хөрмәт иткән һәм дөйөм именлек хаҡына бергәләп эшләгән йәмғиәткә табан йүнәлтеүҙә хәл иткес роль уйнай.

Феминистик тәнҡит

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Синтия Браун үҙенең рецензияһында былай тип билдәләй:

« (...) Хайнлайн шундай йәмғиәтте һүрәтләй: унда ҡатын-ҡыҙҙың карьераны ирекле һайлауы, енси партнерын (партнерҙарын) билдәләүе һәм дини йәки донъяуи властарҙың бер ниндәй рөхсәтенән тыш ир-ат менән асыҡтан-асыҡ йәшәүе ғәҙәти хәл тип ҡабул ителә.

Беҙ 2086 йылдан күпкә алдараҡ шундай йәмғиәттә йәшәйбеҙ инде, һәм китап яҙылған 1939 йылда бының ни тиклем радикаль ҡараш булыуын онотоп ебәрәбеҙ. Бәлки, тап ошо сәбәп нәшриәтселәрҙең уны кире ҡағыуына килтергәндер ҙә. Беҙ әлегә икенсе кешегә ҡарата милекселек тойғоһоноң һәм ошо тойғонан сығып хатта «йомшаҡ» көс ҡулланыуҙың да киң йәмәғәтселек тарафынан түҙеп торғоһоҙ ижтимағи һәм психик тайпылыш тип ҡабул ителгән кимәлгә етмәнек; бәлки, 2086 йылға беҙ ҙә был кимәлгә етербеҙ.

(...) Шулай ҙа, Хайнлайн гендер тигеҙлегенең тулы асылын тулыһынса һәм бер һүҙһеҙ ҡабул итеүҙән алыҫ торған — был китабында ла, шулай уҡ үҙенең һуңыраҡ яҙылып иртәрәк баҫылған әҫәрҙәрендә лә. Артҡа ҡалған ҡараш әҫәрҙең Хайнлайндың яратҡан темаһы булған йыһанды үҙләштереүгә арналған аҙаҡҡы өлөшөндә башын ҡалҡыта. Хайнлайндың үҙен кәүҙәләндергән тип әйтергә мөмкин булған төп герой Перри, бер ҡатындың эксперименталь ракетаға ултырырға йыйыныуын күреп шаҡ ҡата һәм: „Әммә был ир-ат эше бит!“ — тип ҡысҡырып ебәрә. Көтөргә мөмкин булһа ла, уға 2086 йылдың утопик йәмғиәтенең „ир-ат эше“ тигән айырманы күптән инде бөтөргәнлеген әйтмәйҙәр. Киреһенсә, уның әңгәмәсеһe көсһөҙ генә итеп, был ҡатынға, Вивианға, махсус өҫтөнлөк бирелгән, сөнки ул ракета өсөн яғыулыҡты уйлап тапҡан, тип аңлата. Бер нисә биттән һуң ракета һәләкәткә осрай, һәм Вивиан „ир-ат эшенә“ тотоноп ҡарағаны өсөн бик ҡаты язалана: ул „көйөп күмергә әйләнгән“ һәм уң аяғын юғалтҡан, ә Хайнлайн уҡыусыға табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алғанмы, юҡмы икәнен хәбәр итмәй. Меҫкен Вивиандың көсө етмәгән миссияны үтәү үткәндән килгән ир-ат геройға йөкмәтелә: ул яңы һәм яҡшыраҡ ракета яғыулығын уйлап табырға (үҙенең бер быуатҡа иҫкергән инженер белеме менәнме?) һәм тантаналы рәүештә „кеше аяғы баҫмаған ергә“ осоп китергә тейеш. Перриҙың ике һөйгән йәренә, Диана менән Ольгаға, иң традицион ҡатын-ҡыҙ роле ҡала: үҙ геройҙарын күҙ йәштәре менән ҡосаҡлап үбергә, ә аҙаҡ өйҙә борсолоп уның иҫән-һау ҡайтыуын көтөргә. Ә был рецензентта ярайһы уҡ өмөтлө башланғыстан һуң булған финалдан бик насар тәьҫир ҡала.[17]

»
  1. Kirkus Reviews, 2003
  2. Heinlein Robert. For Us, the Living. — New York: Scribner, 1939. — P. 156–184. ISBN 0-7432-5998-X.
  3. The finding and publishing of "For Us, the Living". Дата обращения: 6 март 2012. Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2012 года.
  4. Спайдер Робинсон
  5. «Science Fiction Review» журналындағы мәҡәлә, август 2009
  6. Ward G. Carson, "The Formative Years of Science Fiction" in Ed Woods (ed.) Round Table on Speculative Literature, London, 2008
  7. Patterson William H. Introduction // For Us, the Living. — Virginia. — Houston, TX: The Virginia Edition, Inc.. — P. v–viii. ISBN 978-1-897350-06-5.
  8. Rowland, Robin Heinlein novel imagines a future America patterned on Alberta. CBC News Indepth. CBC News. Дата обращения: 31 октябрь 2012.
  9. Автор: Heinlein Robert A. - Книга: 'For Us, the Living'. Выбрать главу. litmir.net. Дата обращения: 21 ноябрь 2012.
  10. James, Robert, PhD, "Afterword", in For Us, the Living, by Robert Heinlein, Simon & Schuster, 2003
  11. Station, Mike For Us, Who Didn't Build That. Mike Street Station (18 июль 2012). Дата обращения: 31 октябрь 2012.
  12. Patterson Heinlein. Robert A. Heinlein: In Dialogue with His Century: Volume 1 (1907 - 1948). — New York, NY, US: Tom Hoherty Associates, LLC, 2010. — P. 219. ISBN 978-0-7653-1960-9.
  13. Sewell, Thomas, "Featured Review: For Us, the Living: A Comedy of Customs – A Young Heinlein tries for Utopia, but fails" 2013 йыл 22 май архивланған., Books Under Review, retrieved 21 March 2013
  14. Heinlein Robert. For Us, the Living. — New York: Pocket Books, 2004. — P. 225. ISBN 0-7434-9154-8.
  15. Heinlein Robert. For Us, the Living. — New York: Scribner, 1939. — P. 180. ISBN 0-7432-5998-X.
  16. Heinlein Robert. For Us, the Living. — New York: Scribner, 1939. — P. 182. ISBN 0-7432-5998-X.
  17. Синтия Браундың «Gender Equality Quarterly» журналындағы рецензияһы, көҙ 2006

Тышҡы һылтанмалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]