Беҙ суҡыш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Беҙ суҡыш
Беҙ суҡыш
Шилоклювка
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Көйөлдә һымаҡтар
Ғаилә: Беҙ суҡыштар
Ырыу: Беҙ суҡыштар
Төр: Беҙ суҡыш
Латинса исеме
Recurvirostra avosetta
Linnaeus, 1758
Ареал
рәсем
     Оялау

     Йыл буйы

     Миграции
ITIS 176723
NCBI 171275
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 144085

Беҙ суҡыш, ала сәпсәү, оҙонаяҡ сәпсәү, кәкресуҡыш. (урыҫ. Шилоклювка, лат. Recurvirostra avosetta) — Ҡара, Азов һәм Каспий диңгеҙҙәрендә, Урта Азия һәм Себер күлдәрендә йәшәй торған, суҡышы оҙон кәкере беҙгә оҡшаған, оҙон аяҡлы эре көйөлдө.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарға ҙурлығындағы сәпсәү. Түбәһе, муйынының аҫ яғы, ҡанаттарындағы арҡыры һыҙыҡтар ҡара,- кәүҙәһенең ҡалған өлөшө аҡ. Нәҙек һәм бик оҙон аяҡтары күкһел төҫтә. Нәҙек оҙон суҡышы өҫкә ҡарай кәкре, һыуҙа яҡшы йөҙә. Башҡа сәпсәүҙәр менән бутау мөмкин түгел.

Тауышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауышы яңғырауыҡлы: «кли-и-кли-и» йәки «көйөк-көйөк».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ялан һәм далаларҙағы ҙур һыу буйҙарында йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһын ерҙе соҡоп эшләй. Көрән-ҡара таптар менән сыбарланған 4-бөртөк һарғылт һоро йомортҡа һала.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ваҡ һыу бөжәктәре менән туҡлана.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90
  • Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)

{{|de}}