Бишбүләк районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бижбулякский район битенән йүнәлтелде)
Бишбүләк районы
Бишбүләк районы
Флаг[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Бижбулякский район һәм Бишбүләк районы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Бишбүләк[2]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 26 080 кеше (2010)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 311 метр
Сиктәш Бәләбәй районы, Әлшәй районы, Миәкә районы, Йәрмәкәй районы, Пономарёвка районы һәм Абдулла ҡала округы
Майҙан 2133,9 км²
Рәсми сайт adm-bizhbulyak.ru
Урынлашыу картаһы
Карта
 Бишбүләк районы Викимилектә

Бишбүләк районына илткән юл

Бишбүләк районы (рус. Бижбулякский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Бишбүләк ауылы.

Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Өфөнән — 230 км, Приют тимер юл станцияһынанан 40 км алыҫлыҡта ята. 1930 ойошторолған. Майҙаны 2134 км². 2010 йылда халҡы 27,5 мең кеше (1970 — 38,4 мең, 1979 — 32,9, 1989 — 27,8 мең, 1995 — 27,6 мең). Күпселек башҡорттар, сыуаштар, татарҙар йәшәй. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 13 кеше. Районда 91 ауыл. Иң ҙурҙары — Бишбүләк (5,2 мең кеше, 1989), Дим ауылы (1,4 мең), Ҡыңғыр-Мәнәүез (1,3 мең), Айыт ауылы (1,2 мең).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Шкапово, Дим, Сатай, Аҙнай ятҡылыҡтары), эзбизташ (Сулпан), ҡом ҡатыш ҡырсынташ (Сулпан), балсыҡ (Айыт) запастары асылған.

Климаты континенталь, уртаса дымлы. Яҙ һәм йәй көндәре йыш ҡоролоҡ, ҡыш ҡар бурандары була. Райондың төньяҡ-көнбайышында Ыҡ йылғаһы башлана, көньяҡнан Дим йылғаһы (Мәнәүез, Өйәҙе, Сиҙәк ҡушылдыҡтары менән) аға.

Ере һелтеле һәм карбонатлы ҡара тупраҡлы, урыны-урыны менән ҡара-һоро урман тупрағы осрай. Бишбүләк районы Урал алды дала зонаһы сиктәрендә урынлашҡан. Йүкә, саған, имән, ҡайын урмандары райондың 11% майҙанын алып тора.

Иҡтисад[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бишбүләк районының иҡтисадында төп тармаҡ — ауыл хужалығы, ул иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, мөгөҙлө эре малдар, сусҡа һәм һарыҡ үрсетеүгә махсуслашҡан. Умартасылыҡ ҙур ғына урын тота.

Нефть ятҡылыҡтарын “Аксаковнефть" НГДУ-һы үҙләштерә. Бишбүләктә һөт заводы, хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы, ДРСУ, РТП һ.б. предприятиелар эшләй.

Транспорт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ-көнбайыш сигендә район територияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы киҫеп үтә. Автомобиль юлдары районды Бәләбәй, Туймазы, Өфө ҡалалары менән тоташтыра.

Социаль-мәҙәни өлкә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта мәктәп; ПУ, 31 дөйөм китапхана, 45 клуб учреждениеһы, 3 дауахана, Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейы бар.

Урыҫ, татар, сыуаш телдәрендә «Светлый путь» — «Якты юл» — «Сута сул» гәзите сыға.

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 39 587 [9][10]
1959 37 464 [11][10]
1970 38 548 [12][10]
Йыл Халыҡ һаны
1979 32 543 [13][10]
1989 27 781 [14][10]
2002 27 999 [15][10]
Йыл Халыҡ һаны
2010 26 080 [3]
2018 22 511 [16]
2019 22 052 [17]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[18]2008[19]2009[20]2010[21]2012[22]2013[23]2014[24]2015[25]
27 99927 78227 58326 08025 36124 82524 12423 653
2016[26]
23 356


Халыҡтың уртаса тығыҙлығы 13 кеше - км² (2010).

Милли состав

2010 йылғы Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса : сыуаштар — 35,3 %, татарҙар — 26,1 %, башҡорттар — 22 %, урыҫтар — 11,8 %, мордва-эрзя — 3,6 %, лица других национальностей — 0,9 %[27].

Халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса:

Йыл башҡорттар татарҙар урыҫтар сыуаштар
1970 8,0 % 31,4 %
1989 10,4 % 35,0 %
2002 21,5 % 26,3 % 11,0 % 35.7 %
2010 22 % 26,1 % 11,8 % 35.3 %

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/2734-bishb-l-k-rajony
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. 3,0 3,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
  4. Башҡорт энциклопедияһы — Васильев Павел Ефимович 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 13 ғинуар 2018)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 май 2019)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Ниғмәтуллин Тимербәк Ғәзиз улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 май 2019)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Парамонов Константин Ефимович 2016 йыл 6 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 май 2018)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Прокопьев Герман Терентьевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 октябрь 2017)
  9. перепись населения СССР 1939 года
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 10,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  11. перепись населения СССР 1959 года
  12. перепись населения СССР 1970 года
  13. перепись населения СССР 1979 года
  14. перепись населения СССР 1989 года
  15. Всероссийская перепись населения 2002 года
  16. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  17. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  18. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  19. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  20. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  21. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  22. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  23. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  24. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  25. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  26. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  27. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]