Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы
Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 23 ноябрь 1926 |
Тыуған урыны | Малмыж[d], Вятка губернаһы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 10 ноябрь 2004 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | оториноларингология[d] |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы (23 ноябрь 1926 йыл, Малмыж — 10 ноябрь 2004 йыл, Өфө) — отоларинголог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), профессор (1970), республика оториноларингология ғилми йәмғиәте рәйесе (1966—1991), медицина фәндәре докторы (1970), РСФСР-ҙың (1986) һәм БАССР-ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре. СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Бикбаева 1926 йылдың 23 ноябрендә Киров өлкәһенең Малмыж ҡалаһында тыуған.
1949 йылда Башҡортостан медицина институтын тамамлай һәм 1991 йылға тиклем шунда уҡ эшләй (1966 йылдан алып ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1966—1991 йылдарҙа БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш оториноларингологы.
Ә. Бикбаеваның «Сравнительная оценка различных методов терапии острых ангин» темаһына яҙылған кандидатлыҡ диссертацияһы (1963) хәҙерге ваҡытта ла үҙ актуаллеген юғалтмаған[1].
1966−1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында ҡолаҡ, тамаҡ һәм танау ауырыуҙары кафедраһы мөдире, БАССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш отоларингологы булып эшләне.
Республика клиник дауаханаһы эргәһендәге республика беренсе сурдология үҙәген ойоштороусы (1968).
Фәнни хеҙмәттәре танау ҡыуышлығы хроник ауырыуының (озена) этиологияһын һәм патогенезын[2], баш һөйәге эсендәге отоген өҙлөгөүҙәрҙең һәм фронтиттарҙың көсәйеп китеүендә вирустарҙың ролен өйрәнеүгә, ревматизм ваҡытындағы тонзилоген интоксикацияны тикшереүгә арналған.
Әлфиә Бикбаева шулай уҡ тонзилоген интоксикацияһының дифференциаль диагностикалау һәм ревматизм; отоларингологик патология терапияһында лазерҙы ҡулланыу мәсьәләләрен өйрәнеү менән дә шөғөлләнә. Уның етәкселеге аҫтында урта һәм эске ҡолаҡ патологиялы ауырыуҙарҙы комплекслы электр-физиологик тикшереү алымдары эшләнә; озендың килеп сығыуының оригиналь концепцияһы төҡдим ителде һәм практикаға ошо ауырыуҙың патогенетик терапияһы ысулы индерелә.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монография, 12 рационализаторлыҡ тәҡдимдәр, 160 фәнни баҫма авторы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған эшмәкәре Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Бикбаева етәкселеге аҫтында 16 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана, медицина фәндәре докторы әҙерләнә[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971);
- «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1976);
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986).
- СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1967).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ История кафедры . Дата обращения: 4 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ Озена // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Издательство «Медиа Сфера» . Дата обращения: 4 ғинуар 2013. Архивировано 26 ғинуар 2013 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бикбаева Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2021)
- Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһы сайтында профиле
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- 23 ноябрҙә тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 10 ноябрҙә вафат булғандар
- 2004 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академиктары
- Башҡортостан юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Медицина фәндәре докторҙары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡортостан медиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса ғалимдар