Бикбулатов Игорь Хөснөт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикбулатов Игорь Хөснөт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Бүребай, Хәйбулла районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө химик
Эш урыны синтетический каучук[d]
фабрика, завод
Стәрлетамаҡ
ӨДНТУ
тикшеренеүсе[d]
Лаборатория
Биләгән вазифаһы лаборант[d], кафедра мөдире[d] һәм директор[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Бикбулатов Игорь Хөснөт улы (рус. Бикбулатов Игорь Хуснутович; 19 октябрь 1941 йыл) — инженер-химик-технолог-ғалим. 1986—2012 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, кафедра мөдире, филиал директоры. Химия фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игорь Хөснөт улы Бикбулатов 1941 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Бүребай ҡасабаһында ауыл хеҙмәтсәндәре ғаиләһендә тыуған[1]. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы факультетына уҡырға инә. 1963 йылда юғары һөнәри белем алғас, йүнәлтмә буйынса эшкә Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводына ебәрелә[2]. Бында ул аппаратсы, аҙаҡ инженер-тикшеренеүсе булып эшләй. 1968 йылдан-лаборатория начальнигы , һуңынан үҙәк завод лабораторияһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1973 йылдан СССР Дәүләт хлор етештереү сәнәғәте ғилми-тикшеренеү һәм проект институты Стәрлетамаҡ филиалын директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.
19862011 йылдарҙа Өфө нефть институтының һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры һәм бер үк ваҡытта дөйөм химик технология кафедра мөдире.

2003 йылдан экология һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының Стәрлетамаҡ филиалы лабораторияһын етәкләй (хәҙер БР ФА-ның Ғәмәли тикшеренеүҙәр институтының химия һәм промэкология бүлеге лабораторяһы).

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1970 йылдан химия фәндәре кандидаты, 1985 йылдан — химия фәндәре докторы. Фәнни хеҙмәттәре бутадиендың цикллы олигомерҙарын, хлоргидриндарҙы һәм уларҙың оксидтарын сәнәғәттә синтезлау технологияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Игорь Хөснөт улы хлоргидрин оксидтарын алыу өсөн ресурс һаҡлаусы технологиялар, синтетик каучуктарҙың мономерҙарын — углеводородтарҙы дегидрирлауҙың экологик яҡтан хәүефһеҙ технологияһы, химик технологиялар өсөн экологик тышлыҡтар концепцияһы (үткәргес торбалар һәм башҡалар өсөн махсус тышлыҡтар уйлап таба) тәҡдим итә. Уйлап табыуҙары СССР-ҙың хлор сәнәғәте предприятиеларында индерелә һәм ҡулланыла[1]. 350-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 60 уйлап табыу авторы.

  • «Безотходное производство хлоргидринов». Мәскәү, 2000;
  • «Микроволновое излучение и интенсификация химических процессов». Мәскәү, 2003 (авторҙаш);
  • «Промышленная экооболочка». Мәскәү, 2008.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дүрт саҡырылыш рәттән Стәрлетамаҡ ҡала советына депутат итеп һайланған[2].
19911995 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында халыҡтың һаулығын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса комитеттың рәйесе булып тора.
20102012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының йәмәғәт советын етәкләй.
1999 йылдан Халыҡ-ара педагогик фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [[Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (1998);
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006);
  • СССР-ҙың уйлап табыусыһы.
  • «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]