Эстәлеккә күсергә

Бикйән Туҡтамышев

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикйән Туҡтамышев
Тыуған көнө

XVII быуат 1-яртыһында

Тыуған урыны

Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы

Бикйән Туҡтамышев — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Бикйән Туҡтамышев сығышы менән Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Ҡыр-Көҙәй улусы башҡорттарынан.

1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе була. Аҙнағол Ырыҫҡолов менән Себер даруғаһының көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтен етәкләй. Ихтилалды туҡтатыу тураһында хөкүмәт вәкиле М. Есипов менән һөйләшеүҙәрҙән баш тарта[1].

1663 йылда яҙында Себер ханы улдары менән союз төҙөү тураһында һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша[2]. Өфө воеводаһы кенәз А. М. Волконскийҙың 1664 йылда 1 мартындағы грамотаһында ул ихтилал күтәреүҙә төп ғәйепле кешеләрҙең береһе тип таныла.

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  1. «Азнагул и Бекзан с товарыщи ево Михайла к себе и не пустили и хотели ево Михайла и государевых людей побить, и Михайло Есипов прибежал назад, а с Кир-Кудейской волости також великому государю не шертовали»
  2. «…к Сюлтюку ж х Кучюку салтану подклонились, и приходили во многие места в Уфинской и в Казанской и Соликамской в уезды все вместе с Сибирскою дорогою войною…»
  • Акманов И.Г. Башкирские восстания XVII — начала XVIII вв. — Уфа, 1993.
  • Материалы по истории Башкирской АССР. Ч.1. Башкирские восстания в XVII и первой половине XVIII вв. — М.; Л., 1936.